«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛ ҠАТЫНДАРЫНЫҢ ӨЙӨНӘН ДӘ, ҠУЛЫНАН ДА ИКМӘК ЕҪЕ КИЛӘ
+  - 

2008 йылдан алып 15 октябрҙә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө билдәләнә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан ҡабул ителгән ул. Маҡсаты - ауылда йәшәгән гүзәл заттарҙың проблемаларын асыҡлау, уны хәл итеү юлдарын барлау, уларҙың хеҙмәтен һәм тырышлығын йәмғиәткә күрһәтеү. Мәғлүм булыуынса, Ер шары халҡының дүрттән бер өлөшөн ауыл ҡатын-ҡыҙҙары тәшкил итә. Әнисә Фазләхмәтова - шуларҙың береһе. Ул Мәләүез районы Бәләкәй Моҡас ауылында тыуған, үҫкән һәм фельдшер һөнәрен һайлап, бөтә хеҙмәт биографияһын ауылдаштарының һәм яҡташтарының һаулығын һаҡлауға арнаған. Әнисә Сәләхетдин ҡыҙының әсәһе лә, атаһы ла - ошо ауылдыҡы. Үҙенең тамырҙары ошо кендек ҡаны тамған ергә ерегеүендә тормош иптәшенең роле лә ҙур.

- Өйләнешкәс, ҡайҙа йәшәргә хәл итә алмай аптырап йөрөмәнек, икебеҙҙең тыуған ауылыбыҙ араһы өс саҡрымдай ғына, Моҡастан үҙебеҙгә оҡшаған йортто һатып алып, йәшәнек тә киттек. Бик ҡотло булды ул нигеҙ, ике балабыҙ ошонда тыуып, үҙаллы тормош юлына баҫты. Ҡыҙыбыҙ Айгөл Иштуғанда йәшәй, Һарыш урта мәктәбендә уҡыта. Улыбыҙ Фәнис - инженер-химик, ул Өфөлә төпләнде, икеһе лә Башҡорт дәүләт университетын тамамланы. Үҙҙәре күптән әсәй-атай инде, өсәр ейән һәм ейәнсәр бүләк иттеләр беҙгә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олаталарына ғына уларҙың уңышын, ҡыуаныс-һөйөнөстәрен күберәк күрергә насип булманы, - тип һөйләй Әнисә Фазләхмәтова.
Фельдшер ауыл ерендә иң кәрәкле һәм хөрмәтле һөнәр һаналһа, медпункт элек-электән унда төп дауалау учреждениеһы булды. Әнисә Сәләхетдин ҡыҙы ҡырҡ йылға яҡын фельдшер булып эшләгән дәүерҙә күптәрҙең һауығыуға ышанысын ҡайтарған, йәшәүгә өмөт бүләк иткән.
- Иң абруйлы һәм мөһим һөнәр тип әйтеүе генә анһат. Ауыл ерендә фельдшер булып эшләү элек тә еңел булманы, әле лә. Миҙгелдең, һауа торошоноң, тәүлектең ниндәй ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан, саҡырыу буйынса өйгә йөрөү, медицина ярҙамын үҙ мәлендә күрһәтеү талап ителә. Икмәк баҫып тораһыңмы, һыйыр һауып ултыраһыңмы, балаңды ашатаһыңмы - барыһын да ҡалдыраһың да, ярҙамға мохтаж кешегә йүгерәһең, - ти мәҡәләбеҙ геройы.
Әнисә Фазләхмәтова Ҡотош, Бәләкәй Моҡас, Айтуған ауылдары араһын йәйәү ҙә, велосипедта ла, машинала ла бик күп үткән.
- Һөнәрем еңел түгел, әммә бик яраттым. Кешеләргә файҙалы, кәрәкле була алыуым миңә икһеҙ-сикһеҙ кинәнес бирә ине. Тырыш хеҙмәт йылдарымды һағынып иҫкә алам, - ти ул. - Төп эшемдән тыш, мин - әсә лә, ир ҡатыны ла бит әле. Был статустарымды ла бер ҡасан да онотманым. Ауылда йәшәгәс, күрше-тирәнән, ауылдаштарымдан да ҡалышырға ярамай. Өйҙө лә, баҡсаны ла, йорт-ҡураны ла ҡарарға, тәртиптә тоторға, сәскә, йәшелсә үҫтерергә кәрәк.
Ғәҙәттә, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары күберәк ғаилә башында тора, дөрөҫөрәге, ғаилә дилбегәһе - уларҙың ҡулында. Тап улар ҡышҡылыҡҡа запас әҙерләүҙе, ҡош-ҡорт алып үҫтереүҙе хәл итә. Мал-тыуарҙы ла күберәк гүзәл зат ҡарай. Балалар тәрбиәләй, уларҙы хужалыҡ эштәренә өйрәтә. Әммә был фекер һис тә Әнисә апайға ҡағылмай. Улар ғүмер буйы йорт мәшәҡәттәрен Нәжип ағай менән бергә башҡарған.
- Бик ихтирамлы булды ул, һөнәремдең ауыр икәнен аңланы. Шуға ла йорт тирәһендәге эште миңә ҡалдырмаҫҡа тырышты. Бесәнгә лә, күберәк мине эргәһендә йөрөтөр, сәй ҡайнатып эсерер өсөн генә алып барҙы, - ти Әнисә Сәләхетдин ҡыҙы. - Беҙгә, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына, иң беренсе, донъя биҙәге, өй йылыһын булдырыу бурысы йөкмәтелеүен яҡшы белде.
Әнисә Фазләхмәтова, әлбиттә, фельдшерлыҡ эше һәм ирен, балаларын хәстәрләү менән генә сикләнмәй. Ауылдың ижтимағи-мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Хаҡлы ялға сыҡҡас, эшләгән ваҡытта ҡулы теймәгән яратҡан шөғөлдәренә тотона. - Йәш саҡта уҡ тегергә, бәйләргә ярата инем. Дүртенсе класта уҡығанда Сабира инәйҙән бестереп алдым да, үҙемә күлдәк тегеп кейҙем. Һеңлемдең ҡурсаҡтарын да кейендерҙем. Тиҙҙән оҫталығымды белеп ҡалған әбейҙәр күлдәк тектертә башланы, - ти.
Ҡул эшенә оҫталығы өләсәһенән күскән, ә ырғаҡ менән бәйләргә мәктәптә хеҙмәт дәресендә өйрәнгән. Әйткәндәй, әсәһе Мәрйәм апай ҙа заманында тирә-яҡта шәл бәйләү маһирлығы менән дан ҡаҙанған. Әлеге ваҡытта Әнисә апайҙың өйө күргәҙмә, дөрөҫөрәге, музейға оҡшап тора. Кәштәләрен башҡорт милли кейемендәге ҡурсаҡтар, бәйләнгән күгәрсендәр, тәҙрә төптәрен аллы-гөллө сәскәләр биҙәй. Сиккән таҫтамалдарын, ырғаҡ менән бәйләгән ашъяулыҡтарын, диван, карауат, ултырғыс япмаларын районда, ҡалала үткән сараларҙа ла йыш күрергә мөмкин.
Ауылда йәшәгәндәрҙең ялы юҡ, фельдшер тураһында әйтеп торорға ла түгел. Сираттағы отпускыға киткән саҡта ла уларҙы бер кем дә тәүге ярҙам күрһәтеүҙән азат итмәй. Ғүмер буйы туған тупрағынан айырылмаған Әнисә апайға, нисек ял иттегеҙ, көс йыйҙығыҙ, тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым.
- Өйҙәге эш үҙе ял бит ул. Тәмле-татлы ризыҡ бешереп, яратҡан ғаиләңде һыйлау ҙа кинәнес бирә. Өйҙә ремонт эшләп алыу ҙа энергия өҫтәй. Яратып башҡарған бөтә эш арыуҙы оноттора, психологик көсөргәнештән ҡотолдора. Бөтә нәмә күңел торошона бәйле, - ти Әнисә Сәләхетдин ҡыҙы. - Ғөмүмән, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының күңелен дә, һаулығын да һаҡларға кәрәк, сөнки тап улар күберәк милләт улдарын, милләт ҡыҙҙарын тәрбиәләй, тип уйлайым. Форсаттан файҙаланып, ауылдарҙа йәшәгән барлыҡ гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотлайым. Барығыҙға ла эҫелә күләгә, ел-ямғырҙа ышыҡ, һыуыҡта йылы усаҡ булырлыҡ терәк-таяныс булыуын теләйем!

Лена АБДРАХМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.21 | Ҡаралған: 527

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru