«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ӘСӘ БУЛЫУ БУРЫСЫН ОНОТМАЙЫҠ!
+  - 

Икенсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында "Йәмғиәттә һәм ғаиләлә башҡорт ҡатын-ҡыҙының роле" тигән секцияны асып, атаҡлы ғалимәбеҙ, профессор Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова ошо һүҙҙәрҙе әйткәйне:

- Донъяла иҡтисад ҡына түгел, мәҙәниәт, тел, хатта менталитет глобализацияға дусар ителгән осорҙа, Рәсәйҙә унитаризация һәм унификация көсәйгән саҡта, республикабыҙҙа башҡорт булмаған милләттәр күбәйгән осорҙа, башҡорттар араһында урбанизация, ҡатнаш никахтар артҡан саҡта, нисек итеп үҙебеҙҙе һаҡлап ҡалырға, нисек итеп халыҡ-ара статусҡа эйә булған телдәр менән бергә ата-бабаларыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған туған телебеҙҙе - башҡорт телен һаҡларға һәм үҫтерергә, нисек итеп донъя мәҙәниәтенең бер өлөшө булған башҡорт мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен юғалтмаҫҡа, нисек итеп ата-бабалар һөйәктәре ятҡан, кендегебеҙ ҡаны тамған еребеҙҙән - Уралыбыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмаҫҡа, нисек итеп яңы технологиялар, яңы мәғлүмәт системалары осоронда башҡортлоғобоҙҙо быуындан-быуынға тапшырырға, нисек итеп күп һанлы милләттәр, халыҡтар араһында йотолмай, тарих арбаһынан төшөп ҡалмай, яңы меңъйыллыҡтарға ғорур башҡорт исемен, моңло башҡорт йырын, боронғо башҡорт телен үҙебеҙ менән алып китергә? Бына ниндәй проблемалар ҡуя беҙгә бөгөн замана. Ошо проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатын-ҡыҙ, ғаилә нимә эшләй ала?
Әллә күпме ваҡыт үтте был ҡоролтайҙан. Нимә үҙгәрҙе тормошобоҙҙа? Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы һанап уҙған проблемалар актуаллеген юғалттымы? Ғаилә, ҡатын-ҡыҙ статусы күтәрелдеме? Эштәребеҙ шулай ал да гөлмө?
Ал да гөл түгел икән, сәбәп нимәлә? Сәбәп донъя йөҙөнә килгән көрсөктә генәме, әллә беҙҙең рухиәттәгеһендәме ? Кешелек, шул иҫәптән башҡорт йәмғиәте, бер ваҡытта ла кризисһыҙ, бәлә-ҡазаһыҙ, йот-үләтһеҙ, ҡан ҡойошһоҙ йәшәмәгән. Ә милләт тере ҡалған, мир өҫтөнә саҡ ҡына тыныслыҡ-тынғылыҡ килеү, йән аҫрарлыҡ сараһы табылыу менән сасҡау ҡыштарҙан һуң гөрләп килгән яҙҙарҙа күгүлән ҡалҡҡандай, мөрйә һайын өрлөккә бишек, ҡайсаҡ хатта бер нисәү, тағылған. Яуап бик ябай. Башҡорт ҡатыны башҡа милләттәрҙән донъяға башҡорт балаһы бүләк итеүе, уны башҡорт итеп тәрбиәләргә тейешлеге менән айырылып тора. Ошо бурысыбыҙҙы онотмаһаҡ, йәшәрбеҙ.

Гүзәл СИТДИҠОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.22 | Ҡаралған: 710

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru