Гәзитебеҙҙең былтырғы 45-се һанындағы "Дөрөҫ һөйләш!" рубрикаһында "Йәтимме, әллә етемме?" тип аталған бәләкәс кенә бер мәҡәләне уҡығас та, сираттағы тапҡыр ҡәләмемә тотондом. Һүҙлегебеҙгә "етем" булып инеп киткән ошо һәм башҡа һүҙҙәрҙең тамыры хаҡында фекерләп алмаҡсымын.
Әлеге мәҡәләлә күп кенә яҡташтарыбыҙ лөғәтендә был һүҙҙең "йәтим" тип йөрөтөлгән вариантының дөрөҫлөгө һәм уны яҙма телгә индереү зарурлығы хаҡында һүҙ ҡуҙғатылған. Ғәрәпсә лә уның тап шулай әйтелеүен таныған авторыбыҙ, шул уҡ ваҡытта этимологик яҡтан анализлап, ни өсөндөр, "йәтим"дең "ят" һәм "им" тигән һүҙҙәрҙән яһалыуы тураһында ла фаразлай. "Имсәкте ят бала имә - ятимә" тип дәлилләп тә ҡуя. Илһөйәр һәм телһөйәр булған авторыбыҙҙың, был һүҙ үҙебеҙҙән (башҡорттан) килеп сыҡҡан, тигән һымағыраҡ юҫыҡта фекерләргә тырышыуын аңлап торам. Әммә, "йәтим"дең ғәрәп һүҙе булыуын барыбыҙ ҙа белергә тейешбеҙ. "Ят", "им" тигән һүҙҙәрҙең бында бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ. Ғәрәпсә-урыҫса һүҙлектә "йәтим" - сирота, тип яҙылған. Динебеҙ менән бер ваҡытта килеп ингән башҡа бихисап (меҫкен, фәҡир, китап, дәфтәр, мәктәп, тәртип, әҙәп, хата, исем, сифат, шарт, хәтер, хәтәр, холоҡ, зиһен, аҡыл, фиғел, ваҡыт, сәғәт, дәүер, ваҡиға, фажиғә, фекер, ҡарар, хәжәт, мәшәҡәт, хәҡиҡәт, фил, хәрби, ғәскәр, мөхәббәт, вафат, ҡәбер һ.б.) һүҙҙәребеҙ һымаҡ уҡ, был һүҙ ҙә ғәрәптән күскән. Уның тамырын "ят, имә" тигән башҡорт һүҙҙәренә оҡшатып, һис кенә лә буталыу ярамай, тимәксемен. Икенсенән, мәҡәлә авторынан айырмалы, күптәребеҙ инде күнеккән "етем"де "йәтим"гә ҡабаттан әйләндереп, яҙма телебеҙгә индереү яғында ла түгелмен. Ни өсөн тигәндә, башҡорт теленә ҡасандыр үҙгәртелеп ингән бындай һүҙҙәр ифрат күп. Уларҙың барыһын да ғәрәптән нисек сыҡҡан, шулайға төҙәтә башлаһаҡ, "меҫкен" - "мескен", "китап" - "китаб", "мәктәп" - "мәктәб", "әҙәп" - "әдәб", "холоҡ" - "хулуҡ", "вафат" - уафат" һәм башҡа шундай һүҙҙәр ҡабаттан яҙылырға тейеш була. Йәғни, бындай һүҙҙәрҙә "революция" яһарға кәрәкмәйҙер, тип уйлайым. Утыҙынсы йылдарҙа Ғөбәй Дәүләтшин һәм башҡа әҙиптәребеҙ нисек төҙөгән, һүҙлегебеҙ шулай ҡалһын ине, тимәксемен. Башҡаларҙың фекере, әлбиттә, икенсе булыуы ла мөмкин…
Бынан тыш, бер нисә йыл элек тә бер авторыбыҙ гәзиттәребеҙҙең береһендә "тәүфиҡ" тигән һүҙҙең ғәрәптән сыҡҡанын белмәйенсә, башҡорттоң "тәү" һүҙенә оҡшатып, тап ана шундайыраҡ итеп фаразлаған фекерен яҙған ине. "Үәфәҡа" (соответствовать, подходить, гармонировать) тигән һүҙҙең алдына "тә" ижеге ҡушылып төҙөлгән ул. Ғәрәп телендә ана шундай ысул менән күп кенә ҡылымдар исемгә әйләнеп китә. Мәҫәлән, "тәсбих" - "сабаха" (прославлять) һүҙенән, "тәкбир" - "әкбәрә"нән (величать), "тәслим" (сәләм биреү) - "сәләмә"нән, "тәғфир" (ғәфү үтенеү) - "ғәфәрә"нән, "тәшкүр" (шөкөр итеү) - "шәкәрә"нән, "тәрбиә" - "раббәйә"нән (воспитывать), "тәртип" - "раттәбә"нән (расставлять в определенном порядке), "тәьҫир" - "әҫәрә" һүҙенән (действовать) килеп сыҡҡан. Бындай һүҙҙәр лөғәтебеҙҙә бихисап.
Гәзитебеҙҙә Зәкирйән Әминевтың һәм башҡа авторҙарҙың һәр төрлө һүҙҙәребеҙҙең сығышы хаҡындағы мәҡәләләрен яратып уҡыйым. Элегерәк "һөлөк" һүҙенең төрөктән "сулуғ" (һылыу) һүҙе менән тамырҙаш булыуы, унан, урыҫтарҙа йыш ҡына ҡулланылған "хухры-мухры"ның да беҙҙең "кәкере-бөкөрө" тигән һүҙебеҙҙән килеп сыҡҡанлығы хаҡында фаразлап, уҡыусыны уйланырға көйләүсе автор инде ул Зәкирйән уҙаман. Үткән һандарҙың береһендә халҡыбыҙҙа (айырыуса ауылдарыбыҙҙа) йыш ҡына ҡулланған "һеркәһе һыу күтәрмәй" тигән төшөнсәнең дә тамырын боронғо "һиркә" тип аталған кейем исеме менән бәйләгән ине ул. Мин дә ошо ҡәләмдәшемдән күрмәксе, һуңғы осорҙар шундай-бындай нәмәләргә иғтибар итеп, "һүҙ тикшерергә" әүәҫләнеп барғанымды һиҙәм.
"Шундай-бындай", тигәндәй, урыҫтар йыш ҡына ҡулланған "шаляй-валяй", "шалтай-болтай" тигән һүҙҙәр ҙә беҙҙең "шулай-былай", "теләһә-ҡалай", тигәнерәк һүҙбәйләнештәребеҙҙе хәтерләтә. Быуаттар буйы аралашып йәшәгәс, беҙҙең дә күп кенә һүҙҙәребеҙҙең бер аҙ ғына үҙгәреп, урыҫтарға күсеүе ғәжәп түгел, шулай бит. Бынан тыш, урыҫтар бәләкәс балаларына тиҙәктең атамаһын "кака" тип өйрәтәләр. Ә башҡорттар уны борон "кәкәй" тип тә әйткәндәр. Оҡшаш бит! Һәр төрлө ырым-юрауҙарға, исем көсөнә ышанған мәжүсилек осоронда, ен алыштырмаһын, тигән маҡсат менән, шайтанды "ерәндерер" өсөн балаларына "Кәкәй", "Буҡай" тигән исем дә ҡушҡан осраҡтар булған. Урыҫтарҙың "башка болит" йә "башка не соображает", "секир башка" тигәнен йыш ҡына ишетәбеҙ. Был һүҙ ҙә беҙҙең "баш"ыбыҙҙан алынып, уларҙың лөғәтенә инеп киткәнлеген һис кем инҡар итмәҫ, моғайын.
Теле асылған мәлдә күп кенә башҡорт балалары "мәм-мәм" тип ашарға һорай. Күптәрҙең ғүмерендә иң тәүге әйткән һүҙе лә ана шул була. Әсә кеше балаһына ашатҡан саҡта "мә, мә, аша, балам" тип йыш ҡына ҡабатлағанды сабый тарафынан отоп алынған һүҙҙер был, моғайын.
Элегерәк бер мәҡәләмдә яҙған "пуд", "деньги" тигән урыҫ һүҙҙәре төрөктәге "бот", "тәңкә"ләрҙән килеп сыҡҡан һымаҡ, әрмебеҙҙә хәрбиҙәребеҙ ҡысҡырған "Ура!" ла төрөк һүҙе икән. Беҙ ҙә "иген урабыҙ" тибеҙ. "Ураҡ" һүҙе лә шунан барлыҡҡа килгән. Урыу - киҫкеләүҙе аңлата. Боронғо төрөк һуғышсыларының "Ура!", йәғни, "киҫ", "тураҡла" тип дошмандарына ташланғанда бер-береһен дәртләндереп ҡысҡырышыуҙары хаҡында бала саҡта ҡайҙалыр уҡығаным хәтеремдә.
Телебеҙҙәге "ләйәҡыл", тигән һүҙҙең мәғәнәһен һәр кемебеҙ белә. Ғәҙәттә хәмерҙе күп эсеп, ныҡ иҫергән кеше хаҡында "ул эсеп, ләйәҡыл булған" тиҙәр. Бына ошо һүҙҙең дә төҙөлөшөн, тамырын асыҡлап китеү, бәлки, кемгәлер ҡыҙыҡ булыуы мөмкин. "Юҡ" (урыҫтағы "нет", "не") һүҙе ғәрәпсә "лә" тип әйтелә. Урыҫ телендәге "разум" ғәрәпсәгә "аҡыл" тип тәржемәләнә. Ә урыҫса әйтелгән "соображает" тигән һүҙбәйләнеш ғәрәпсә "йәҡыл" тип яңғырай. "Не соображает" тиеү ғәрәпсә, "лә йәҡыл" була. Үҙебеҙгә был һүҙҙең асылын "ул аҡылын юйған", тип аңлатыу дөрөҫөрәк булалыр.
"Ҡәтғи" һүҙен йыш ҡына ҡулланабыҙ. "Ҡатаға" (отрезать) тигәндән яһалған был ғәрәп һүҙе, урыҫсаға "наотрез, категорически" тип тәржемәләнә. "Мәжбүр" ҙә "жәббәра" (принуждать) һүҙенән. "Татлы" тигән һүҙҙең ғәрәпсә "хәлүә" икәнен белмәүселәр ҙә булыуы мөмкин…
Күптәребеҙ яратмаған "араҡы" һүҙенең дә тамырына осраҡлы ғына барып юлыҡтым. В.М.Белкиндың ғәрәпсә-урыҫса һүҙлегендә "араҡа" һүҙе "проливать" тип тәржемәләнә. Уны үҙемсә ошолайыраҡ итеп фаразланым. Аллаһ Тәғәлә тарафынан изге Ҡөрьәндең Бәйғәмбәребеҙгә аят-аят булып, 23 йыл дауамында төшөрөлгәнлеге хаҡында беләбеҙ. Һәр төшкән аятты Аллаһ илсеһе сәхәбәләренә еткереп бара торған булған. Бәйғәмбәребеҙҙең арҡаҙаштары, башҡа күп халыҡ, уларға шунда уҡ иман килтерә, йәғни, ныҡлап ышана һәм буйһона барған. Шулай, хәмер эсеүҙе ҡәтғи тыйыусы аят төшкәс тә, ҡасандыр ана шул иҫерткес эсемлек менән булышҡан ғәрәп халҡы өйҙәрендә булған барлыҡ шараптарын ("шарап" ғәр. - эсемлек) урам буйына сығарып түгә башлаған. Хатта урамдағы арыҡтарҙа вино йылғалары барлыҡҡа килгән... Араҡының хәҙерге атамаһы ла ана шул осорҙан - "түгелергә тейеш булған нәмә" тип атауҙан килеп сығыуы ихтимал. Әйткәндәй, хәҙер үҙебеҙ бик һирәк ҡулланған, тарихыбыҙҙа ғына ҡала башлаған "арыҡ" һүҙе лә шуның менән тамырҙаш булһа кәрәк (халҡыбыҙҙың "Гөлнәзирә" тигән йырында: "Һыуҙар аға арыҡтан, ҡыҙҙар ҡарай ярыҡтан…" тип тә йырлай торғайнылар).
Әйткәндәй, ғәрәби алфавитты үҙләштереп уҡый башлаған башҡорт кешеһе өсөн үҙенең туған теленең бәғзе үҙенсәлектәрен, нескәлектәрен өйрәнеүгә лә айырым бер киң юл асыла. Бер урыҫ телле (дөрөҫөрәге, башҡортса насарыраҡ белгән) танышым ғәрәп теле аша боронғо ата-бабаларыбыҙ ҡулланған, әммә һуңғы йылдары лөғәтебеҙҙән төшөп ҡала барған бик күп башҡорт һүҙҙәрен белә башлауы хаҡында һөйләгәйне.
Хөрмәтулла ҠЫУАНДЫҠОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА