Быйыл, 2022 йылдың 6 ноябрендә, "Киске Өфө"нөң тәүге һаны донъя күреүгә 20 йыл буласаҡ. Әлеге 1000-се һанды әҙерләгәндә баҫманың тәүге йылдарындағы төпләмәләрен барлап, уларҙағы ҡайһы бер фекер-яҙмаларҙы, рубрикаларҙы күҙҙән үткәреп, уҡыусыларыбыҙға ла тәҡдим итмәксе булдыҡ әле.
Ысынында, йылдар үтеп, заманалар үҙгәреш кисерһә лә, кешеләрҙең йәшәйеш ҡағиҙәләре, традициялары, ҡанундары, донъяға ҡарашы, үҙ-ара мөнәсәбәттәре, уйҙары, ынтылыштары ул ҡәҙәре үҙгәреп тә бармай икән. Үҙебеҙҙең башҡорт халҡын әйтәм: һаман шул бер заң, бер хәстәр, бер уй, "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ", тигән маҡсатты алға һөрөү - ошо торош, йәшәйеш беҙҙе һаҡлайҙыр ҙа әле. Баҫылғандарға кире ҡайтып, гәзит биттәрен аҡтарғанда был бик мөһим һәм ҙур тема ошо егерме йыл буйы гәзитебеҙ биттәренән төшмәгән икән, тигән ҡарарға киленә.
Ысынында, беҙҙең ошо 20 йыл эсендәге ижадты сиҙәм аҡтарыу менән сағыштырырға булыр ине. Яңы баҫма яңыса ижад итергә тейеш, тигән хәҡиҡәтте бик ныҡ һанлап, уны төп ҡағиҙәбеҙ итеп алып, матбуғат майҙанында үҙебеҙҙең ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле эҙебеҙҙе һалырға тырышҡанбыҙ һәм шулай эшләүҙе дауам итәбеҙ. Уҡыусыларға мәғлүмәт биреп кенә ҡалма, ә мәғлүмәттең төбөнә "ҡом һалып", анализлап, уның һутын һығып сығарып, йомғаҡлап, һәр кемде уйландырырлыҡ, аңын ҡуҙғытырлыҡ, ҡанын ҡайнатырлыҡ, сәмен уятырлыҡ, аҡылын һәм һәләтен эшкә егерлек "емгә" әйләндер - быныһы редакциялағы һәр хәбәрсе алдына ҡуйылған тәүмаҡсат. Кемдәр гәзитебеҙҙә яҙылғандарҙың ошо тәьҫирен күтәрә ала - беҙҙе уҡый, кем күтәрә алмай - башҡа баҫманы үҙ итә. Нисек кенә булмаһын, еңел мәғлүмәткә өйрәнгәндәр өсөн түгел беҙҙең баҫма. Теләһә ниндәй криминаль хәлдәр, ғәйбәттәр, имеш-мимеш хәбәрҙәр менән мауыҡҡандар өсөн дә түгел гәзитебеҙ. Аҡылын күңел төпкөлөнә йәшереп, ғәмен, дәртен ойотҡандар ҙа уҡый алмаҫ уны. Уйлана белгәндәр өсөн ул "Киске Өфө".
Ижад майҙанында еңеллек эҙләмәнек һәм эҙләмәйбеҙ, уҡыусыларыбыҙға ла еңел-елпе хәбәрҙәр менән күңел донъяларын сүпләргә кәңәш итмәйбеҙ. Беҙҙе бөгөн тормош шундай һынау алдына килтереп ҡуйҙы: әллә ҡайҙа ситкә тайпылып китеп барабыҙ. Насар ғәҙәттәргә эйәреп, упҡынға табан атлайбыҙ. Заман шауҡымына эйәреп, милләтебеҙҙән, асылыбыҙҙан, тамырҙарыбыҙҙан ситләшәбеҙ, хатта ата-әсә өгөтөн һанламайбыҙ. Кешенең иң ҙур трагедияһы, бар бәләләренең башы - асылынан ситләшеү. Ошо мәхшәрҙе туҡтатыр, халҡыбыҙҙы, бигерәк тә йәштәребеҙҙе тоғро юлға күндерер һүҙ кәрәк халҡыбыҙға. Аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр, Зәйнулла ишан һымаҡ дин әһелдәренең һүҙе. Ә туған телдәге баҫмалар журналистары зыялыларыбыҙҙың ошондай һүҙҙәрен ынйы бөртөгөләй йыйып, уларҙы бер епкә теҙергә тейеш. Ошо аҫыл һүҙ ҡомартҡыһын күҙенә элгәндәр, иманына ҡайтҡандар ғына ҡотолор заман һынауҙарынан. Иманына ҡайтҡандар ғына ахырызаман мәхшәренән имен ҡалыр. Бына ниндәй оло бурыс йөкмәтелгән милли баҫмаларыбыҙ иңенә. Беҙ, "Киске Өфө" гәзите коллективы, ошо яуаплылыҡты тойоп эшләйбеҙ. Шуға ла матбуғат майҙанында сиҙәм аҡтарып, үҙ юлыбыҙҙы һалдыҡ, һалабыҙ...
Әйткәндәй, уҡыусыларыбыҙ араһында ошо егерме йыл буйы баҫмабыҙҙан айырылмаған кешеләр барлығын беләбеҙ. Уларҙан хәбәр-хаттар көтәбеҙ. Ысынлап та уларҙың йөрәген ҡуҙғытыр, рухын уятыр һүҙ әйтә алдымы "Киске Өфө"? Әллә беҙҙең был изге теләгебеҙ маҡсатына өлгәшә алманымы? Тәнҡит һүҙен дә ҡабул итәбеҙ, сөнки башҡорт матбуғаты журналисы үҙенең бурысын аныҡ күҙаллай алырға тейеш. Бының өсөн, әлбиттә, уҡыусыһының фекере бик мөһим.
Гөлфиә ЯНБАЕВА,
"Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА