«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРАУЫЛСЫ - 5
+  - 


Беҙ ғәйебебеҙҙе танып, баштарыбыҙҙы түбән эйҙек.
- Йоҡларға бирмәй, һыҙлай ҡәһәрең, моғайын да көн боҙолоуғалыр! - Ир йөҙөн ризаһыҙ йыйырып, яурынын ҡапшаны. - Хәҙер, һулаҡай ҡулың ҡайҙа булған тип һорағыҙ инде? - Үҙе үк ҡояш байышы яғына уң ҡулын һелтәп яуабын бирҙе. - Тегендә, Белоруссия урмандарында ҡалдырҙым! - Ҡайғыһын яңыртҡандай ауыҙынан танау тишектәренән ҡуйы төтөн борхотто.
Ир сәләмәт ҡулы менән тубығына терһәкләнеп, һорау билдәһеләй бөгөлөп, тынып ҡалды. Беҙ ҙә ашауыбыҙҙы ҡуйып, шымтайыштыҡ.
- Егеттәр, әгәр үҙемдең яҙмышыма ҡағылған бер тарихты һөйләһәм, аңларһығыҙмы, аҙағынаса төшөнөрһөгөҙмө? Шул һуғыш тарихы менән йәшәнем, йәшәйем һәм йәшәйәсәкмен. Йә, тыңларға әҙерһегеҙме? - тип ҡыҙыҡһынды ир.
- Мы знаем русский язык, прәме да карня! - тип ышаныслы әйтте Батырйән.
- Какуй корень, да аснавания! - тип шаштырып өҫтәнем мин. - К нам вид знакумы шасто ходят из Васильевки! Па русскому у маего друга, тройка, - үҙемде өҫтөн итергә булып киттем, - а у меня каменная четверка!
- Очень хорошо, когда один человек понимает другого! Твоя твердая четверка говорит о том, что ты основательно знаешь язык. Итак, послушайте одну из страниц моей жизни!
Ауыҙҙан сыҡҡан әсе төтөнгә ҡушылып хикәйә ағылды:
- Ғүмере буйы ҡырсылыҡ бригадиры булып эшләгән атайымды, һуғыш башланғас та уҡ, урып-йыйыу эштәре иң ҡыҙған мәлдә фронтҡа алдылар. Унан, хәрәкәттәге, дөрөҫөрәге сигенеүсе армия составындағы һалдаттан бары бер генә хат алып өлгөрҙөк, ә ҡара көҙҙә инде Мәскәү янында хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡара ҡағыҙы килде. Почта ташыусы апай хатты килтергәндә әсәйем эштә ине. Апайҙың кәйеф-торошонан шуны төшөндөм - сәләм хаты түгел ине ул. Шул мисәт баҫылған конвертты түшәгем аҫтына йәшереп кенә ҡуйҙым. Ә унда нимә хаҡында яҙылған һуң. Оҙон төндәр буйы шул хаҡта уйлайым, йөрәгем әрней, түшәктә түгел, ҡуҙырап янған усаҡ өҫтөндә ятҡандай итеп тоям үҙемде. Ике көн үткәс, аулаҡта, теге конвертты астым да ижекләп уҡырға тотондом: "Ваш муж Николай Трубников, защищая родную землю, нашу столицу от фашистов, пал смертью храбрых. Посмертно представлен к медали "За отвагу". Күҙҙәремдән йәш атылды. Япа-яңғыҙым көнө буйы буҙланым да, эңер мәле еткәс, битемде һалҡын һыу менән йыуып, бер ни булмағандай йылмайып әсәйемде эшенән ҡаршы алдым. Теге хатты йәшереп үҙем менән әллә нисә көн йөрөттөм әле. Булмаҫ, тип иңрәй күңелем, нисек инде атайым, ғәзиз атайым беҙҙе ҡалдырып, яҙмыш ҡосағына ташлап үлеп ятырға тейеш, бының булыуы мөмкин түгел! Хатты ҡайҙа ғына йәшереп ҡарамайым, салбар кеҫәһенә һалам, түш кеҫәгә лә, фуражканың эсенә. Яндыра теге, тәнде генә түгел күңелде өтөп алып бара. Күпме былай ғазапланырға була?! Бер көн ҡәһәрле ҡағыҙ киҫәген, яйын табып, ауыл зыяратына алып барып күмдем, ерләнем. Ят шым ғына, һинең урының ошонда, өнөң-тының сыҡмаһын, тип тәҡрарланым бала уйы менән. Ә әсәйемә килгәндә, көн һайын хат көткән була, нимәгәлер өмөтләнә. Әйҙә, көтһөн, тим эсемдән, әҙәм балаһын бит ана шул өмөт йәшәтә! Шулай итеп, атайым, мәңгелеккә билдәһеҙ һалдат булып ҡалды. Ул ҡайҙа һәләк булғандыр, ҡайһы ерҙә ерләнгәндер, аҙаҡҡы мәлгәсә шуны асыҡлай алманым. Миңә ҡалһа ул, Мавзолей янында, "Билдәһеҙ һалдат" ҡәберенә ерләнгән һымаҡ. Һуғыштан һуң бер нисә тапҡыр шул ҡәбергә сәскәләр һалырға барҙым. Халыҡ бик күп ине. Тимәк, Советтар Союзында йәшәгән бик күп кешеләр үҙенең олатаһы, атаһы, ҡустыһы, әсәһе, һеңлеһе тап ошонда, "Мәңгелек ут" янған тапҡырҙа ерләнгән, тип иҫәпләй.
Мине 1943 йылдың ҡышында фронтҡа алдылар. Айырма юҡ, фронт ул ваҡытта алғы һыҙыҡта ла, тәрән тылда ла булған төҫлө ине. Бар халыҡ тәүлек әйләнәһенә "Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!" лозунгыһы аҫтында эшләне. Тылда ир ҡулы, транспорт етмәне, үтә наҡыҫ аҙыҡты ла фәҡәт карточкалар менән өләшәләр ине. Күптәр аслыҡтан, аҙыҡ етмәүҙән шешенделәр. Йәйге мәлдәрҙә халыҡты ҡырҙа үҫкән, ашарға яраҡлы үләндәр, шулар иҫәбендә һарына ҡотҡарып ҡалды. Һарынаның һабағын түгел, ә картуф бүлбеһенә оҡшаған тамырын ашаныҡ. Мине, берҙән-бер улын, сәстәренә сал төшкән әсәйем оҙата сыҡты. Ул саҡта әсәйем яңы ҡырҡын тултырған ҡатын булған, ә ул ҡартайған, йонсоу ҡарсыҡҡа оҡшап ҡалғайны. Бөгөнгөләй хәтеремдә - ул ауыл осона сыҡҡан да башын эйеп, дауылдарҙа йолҡҡоланған яңғыҙ ҡайын ише баҫҡан. Әсәйем һүнгән ҡарашы менән беҙ ултырған ылауҙы күҙ яҙлыҡҡансы ҡарап оҙатты. Ул һорау билдәһеләй һерәйгәйне. Бына ул бара-тора нөктәләй генә булып ҡалды, һәм һуңғы сиктә, алыҫ офоҡта иреп, бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Күңелем менән был хушлашыуҙың беҙҙең өсөн һуңғыһы икәнлеген тойҙом. Ярты йыл үткәс, күрше ҡатын әсәйемдең ҡырҙа ҡышлаған башаҡты ашап үлеп ҡалыуы тураһында хәбәр итте. Яҙмыш ҡушыуы - алғы һыҙыҡта, көнөн-төнөн һине үлем һағалағанда иҫән ҡалаһың, ә тәрән тылда сифатһыҙ башаҡты ауыҙ итеп тә үлеп ҡалырға мөмкин икән! Һуғыш башынан уҡ разведка ротаһында хеҙмәт иттем. Бик күп тапҡырҙар һиҙҙермәй генә, буш кәнсирҙәр тағылған сәнскеле тимерсыбыҡ аша дошман тылына сыҡтыҡ. Ауыр шөғөл ине разведка, беренсенән дошман төнгө күк йөҙөн өҙлөкһөҙ ракетницалары менән яҡтыртып ҡына тора, өҫтәүенә, шылт иткән тауыш ишетелһә лә тирә-яҡты ҡурғаш ямғырына күмеп, тоҫҡап та мәшәҡәтләнмәйенсә уңға-һулға атырға тотоналар. Ни генә тиһәң дә, көн һайын хәтәр сәфәргә барып, унан кире әйләнеп ҡайтыу беҙҙең өсөн ғәҙәти эш иҫәпләнде. Һүҙ ҙә юҡ, айырым юғалтыуҙар ҙа була ине, әммә беҙ гел генә командование ҡуйған бурысты аҙағынаса, еренә еткереп башҡара, үтәй килдек. Бер көн беҙҙе дошмандың тәрән тылына самолет менән ырғыттылар. Бурыс - нисек кенә булһа ла немецтарҙың штабына үтеп инеп, үтә лә мөһим документтарҙы ҡулға төшөрөргә тейешбеҙ. Шулай эшләнек тә, теге урынды табып, көтмәгәндә һөжүм итеп, йәшерен документтарҙы алып, штабты яндырып, көлөн күккә осорҙоҡ. Ун кешенән торған төркөм кире ҡайырылды, әммә йылғаны кисер ерҙә беҙҙе көтөп тороп әҙерлекле засада ойошторҙолар, сөнки мөһим ҡағыҙҙар беҙҙең командованиеның ҡулына эләгергә тейеш түгел! Йылға ярында үлемесле алыш башланды, алыш ҡына түгел, ерҙең аҫтын-өҫкә әйләндергән, күк менән ерҙе бутаған утлы ҡойон! Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һигеҙебеҙ, шулар иҫәбендә төркөм етәксеһе, өлкән лейтенант Лобанов һәләк булды. Һәйбәт командир ине ул, ҡул аҫтындағыларҙы һаҡлай, яҡлай, ҡәҙерләй белде, һалдаттарға һуңғы телем офицер паегын бүлеп бирә торғайны. Һәм һуңғы һулышына саҡлы һалдатын күкрәге менән ҡаплап йән бирҙе. Теге йәш һалдатты һаҡларға тырышты, әммә уныһы ла тиҙҙән мина шартлауына эләкте. Һуңғы сиктә ҡаҙаҡ егете Тимербай менән икәүҙән-икәү генә тороп ҡалдыҡ. Дәрәжәгә ярашлы ике кешенән торған төркөм етәксеһе булып ҡалдым. Алыш мәлендә һулаҡай ҡулбашыма мина ярсығы инеп ултырҙы. Әйткәндәй, ул әле лә шунда, һуңынан эҙемтәләре насар булыр, тип табиптар алырға ҡушмай. Шул ярсыҡ көндәр боҙолғанда тынғылыҡ бирмәй йөрәккә үткәреп һыҙлай. Һуңғы патронға тиклем атып бөтөрөп, башҡа һуғыш боеприпастарын ҡулланып бөтөп, йылға ҡырлатып барып күтерҙә, ҡамышлыҡ араһында ике көн буйы муйындан ҡойола яттыҡ. Немецтар батҡаҡлыҡты тирә-яҡтан уратып алдылар, тик яҡынларға ҡурҡтылар, һипһенделәр шикелле. Баш өҫтөндәге ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра, ләпәкәй-серәкәйҙәр өйөрө биттәргә һылашҡан, һаҙлыҡ түбәнгә табан һөйрәй, ашау хаҡында уйларға ла ярамай, өҫтәүенә, үлтереп һыуһата. Ысын мәғәнәһендә тамуҡ, ысынбарлыҡта булған тамуҡ. Өндәшмәй-һөйләшмәй, үҙебеҙҙең ҡайҙалығыбыҙҙы белгертмәй, боҫоп ятабыҙ шулай. Бер тәүлектән һуң немецтар беҙҙе үлгәнгә иҫәпләп, ян-тирәгә миналар ҡуйып ҡамауҙы алдылар. Миналарҙа шартламай ҡалдыҡ, сөнки Тимербай сапер булараҡ, ул эште бик яҡшы белә ине. Шуға үҙебеҙҙекеләр яғына һуҡмаҡ яһап, шунда табан шыуыштыҡ. Барыуы ауыр, тик төнөн генә хәрәкәтләнергә мөмкин. Өсөнсө көн тигәндә ҡан күп юғалтыуҙан бөтөнләй хәлем бөттө, үҙаллы шыуыша алмай башланым, ваҡыт-ваҡыт аң юйылып һаташтыра ла. Иҫемә килгән мәлдә Тимербайға былай тинем: "Ташла мине, документтарҙы ал да үҙең генә кит, мине өҫтөрәп ваҡытыңды әрәм итмә. Документтарҙы кәрәкле урынға тапшыр, ә миңә бында бер патрон да етә, тағы гранатам бар, әгәр беҙҙең эҙгә төшһәләр, бер аҙға ғына уларҙы тотҡарлай алам...." Юҡ, ул ташламаны, өҫтөнә мине ауҙарып шыуышыуын дауам итте. Киткән арабыҙ ҙа ташҡа үлсәйем, ташбаҡа аҙымы. Тағы ла өс көн үтте. Ярам эренләй башланы, тирә-яғы күм-күк, гангрена билдәләренә оҡшаған. Барыбер ҡайтып еттек. Беҙҙең окопҡа шыуышып төшкән мәлдә немец снайперы Тимербайҙың ҡаҡ маңлайына атып тейҙерҙе. Ул тыпырсынмай ҙа йән бирҙе. Дуҫым мине ҡотҡарҙы, ә үҙе осраҡлы атылған пулянан һәләк булды. Улай тиһәң, һуғышта осраҡлы атылған снарядтар, миналар, патрондар, юғарынан бушлыҡҡа ырғытылған бомбалар булмай, ул кемгә лә булһа тәғәйенләнә, тоҫҡала. Мине шунда уҡ Мәскәү дауаханаһына оҙаттылар, ары Тулаға, шунан Һамарға. Күпме генә тырышлыҡ һалһалар ҙа, ҡулымды һаҡлап ҡала алманылар, ҡырҡтылар. Теге разведка өсөн һәләк булғандарҙы үлгәндән һуң, шул иҫәптән мине Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеләр, ә командирыбыҙҙы Герой исеменә тәҡдим иткәндәр. Уға ул дәрәжә бирелгәнмелер, юҡмылыр, миңә билдәһеҙ ҡалды. Күп дауаханаларҙа аунай, дауалана торғас, 1947 йылдың башында ғына ҡайтып индем. Ҡайттым. Ауылда бер яҡыным да юҡ, япа-яңғыҙым тороп ҡалғанмын икән дә баһа. Ауыл, тулыһы менән тиерлек, емереклек хәлендә ҡалған: кәртә бағаналары сереп аушайған, ферма ҡыйығын малға аҙыҡ итеп ашатып бөткәндәр, ҡыйыҡ үләкһә мал ҡабырғалары ише һерәйеп күренә. Ҡайтыу менән мине, зәғиф кешене, ҡырсылыҡ бригадиры итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар, яҙмыш ҡушыуы буйынса атайымдан ҡалған эште дауам иттем... Яйлап, әкренләп хужалыҡ аяҡҡа баҫты, ә 60-сы йылдар башында колхоз миллионер исеменә лайыҡ булып, дан алды. Хужалыҡтың дөйөм үҫешендә, моғайын, минең дә хеҙмәтем булғандыр, көтмәгәндә Ленин ордены менән бүләкләп ташланылар. Мәленән алда инвалидлыҡ буйынса пенсияға сыҡтым, тик ҡул ҡаушырып ултырыу миңә килешмәй, бына улыма ҡулдан килгәнсе ярҙам итеп маташам. - Ир уйҙарына бирелеп ултыра бирҙе лә, ниһайәт, ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтты. - Егеттәр, әгәр ҡарбуз кәрәкһә, көндөҙ туранан атлап килеп һорағыҙ, ә былай итеп, төн ҡараңғылығына йәшеренеп-боҫороноп түгел... - Башлағанын әйтеп бөтөрмәй, сәләмәт ҡулын ғына һелтәне бары.
- Кагда тимно, удобны вид. - Батырйән ҡыйыулана төштө.
- Ризамын, хилаф эштәр төндә ҡылына ғәҙәттә. Ә һеҙ изге эшегеҙҙе, изге теләктәрегеҙҙе бысрандырҙығыҙ, йәмһеҙләнегеҙ! - Ир урынынан ҡалҡты. - Әйҙәгеҙ, барып ҡарбуздың иң бешкәнен табып алайыҡ әле. Ҡараңғы булһа ла, хәҙер "һә" тигәнсе табабыҙ уны! - Фонарҙе ҡулына алып, юғары күтәреп тышҡа сыҡты ла беҙҙе эйәртеп алдан төштө. Ошоғаса ярһып абалаған эт нишләптер ҡапыл йыуашайып, тынып ҡалғайны, беҙҙе абайлағас, ҡойроғон да болғап ҡуйҙы хатта.
- Йә, Барс, итәғәтле Барсик, тынысландыңмы инде? Дөрөҫ эшләйһең. Мин асыҡланым, былар һәйбәт малайҙар! - Ир фонарҙе ергә ҡуйып этенең башынан һыйпаны.
Киндер тоҡҡа ҙурҙан берәү, бәләкәсерәктән ике ҡарбуз төшөп ятты.
- Ҙур ҡарбуз ҡарсыҡ өсөн, бәләкәйерәк икәүһе һеҙгә ҡыйыулығығыҙ өсөн бүләк. Тик бер үтенесем бар, бынан бүтән урлыҡ эштәре менән берүк булашмағыҙ. Ҡыйыулыҡ, ғәҙеллек, бер ваҡытта ла бурлыҡ менән йәнәш тора һәм йөрөй алмай. - Ҡарауылсы баяғыса фонарен күтәрә биреп яр ҡырына килде. - Ҡайтыу яғына юлды табырһығыҙмы?
- Найдем кәнишне, мертвыми глазами найдем! - тинем йылмайып.
- Хәҙер теге яҡ ярға сығығыҙ ҙа һул ҡулға тартығыҙ, унда ҡайтыр һуҡмаҡ. Ә һин, - ир Батырйәнгә ҡайырылды, - атайыңа бында булғандар хаҡында һөйләмә. Мин уға барыһын да теҙеп үҙем аңлатырмын. Һуңынан. Минән күп итеп сәләм күндер, Иван Николаевич Трубников минең исем фамилиям. Һинең атайың һәйбәт кеше, абруйлы етәксе, ҡырсылыҡ эштәрен минең мәрхүм атайым шикелле энәһенән ебенә ҡәҙәр белә, бар йәһәттән дә уға оҡшарға тырыш!
Һыуҙы сығып, теге яҡ үргә күтәрелгәс әле, артыма әйләнеп ҡараным. Унда төн ҡараңғылығында өмөт сатҡыһылай ут нөктәһе йызлай ине. Иван ағай фонарен яҡтыртып, йәшелсә баҡсаһын ғына түгел, тотош тирә-яҡты, хатта ер шарын ҡараңғылыҡтан, хаслыҡтан, уғрылыҡтан һаҡлап, ҡарауыллап тора төҫлө. Һәр хәлдә, шул минутта миңә шулай тойолдо...

(Аҙағы. Башы 39-42-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.22 | Ҡаралған: 587

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru