«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ҠАЛАҺЫ 1375 ЙЫЛҒЫ ДОНЪЯ КАРТАҺЫНДА
+  - 


Өфөгә Башҡорт ҡалаһы күрһәтелгән боронғо донъя картаһының күсермәһе килтерелде. 1375 йылғы Каталон атласы - Монгол империяһының барлыҡ ҡалалары һәм хандары күрһәтелгән берҙән-бер Европа картаһы. Башҡортостан өсөн мөһим артефакт II Мәжитов уҡыуҙары күргәҙмәһендә урын алды. Атласты конференцияла ҡатнашыусы, Рәсәйҙең билдәле тарихсыһы, Сыңғыҙхандың донъялағы иң ҙур музейы экспозицияһы авторы Александр Юрченко килтерҙе.

Тикшеренеүсе билдәләүенсә, был өс метрлы төҫлө карта төп нөсхәнең күсермәһе. Каталон атласы үҙе Париждың Милли китапханаһында һаҡлана. Донъя картаһы һарыҡ тиреһенән эшләнгән алты пергамент өлөштән тора. Атлас король Педро Арагонскийҙың шәхси хеҙмәткәре - "донъя карталары һәм компастар оҫтаһы", картограф Авраам Крескес тарафынан 1375 йылда төҙөлгән.
Интернетта картаның ҡулдан төшөрөлгән күсермәләре бирелгән һәм уларҙың төп нөсхә менән уртаҡлығы бик аҙ. Тап ошо сәбәп был документты фәнни йәһәттән өйрәнеүгә кәртә булып тора ла инде. Икенсе сәбәп - символдар һәм билдәләрҙе уҡыу, аңлау өсөн кодтарҙың юғалыуы. Картала 27 хаким, йөҙҙәрсә ҡала, сауҙа юлдары һүрәтләнә. Карта эшләргә заказ биреүсе һәм Испаниянан алып Ҡытайға тиклем ҡалаларҙың сәйәси йәһәттән ниндәй өлкәгә ҡарауы тураһында аныҡ мәғлүмәттәрҙе белеүсенең кем икәнлеге сер булып ҡала. Сиркәү эшмәкәрҙәре лә, королдәр ҙә донъяға бындай киң ҡарашта булмай. Тикшеренеүсенең юлында торған өсөнсө кәртә: документтың киң масштаблы булыуын аңлаған тарихсы картала айырым символдар менән билдәләнгән төп үҙәктәрҙә шәхсән булырға тейеш.
Республика өсөн был атластың әһәмиәте нимәлә? Александр Юрченко әйтеүенсә, ул - Башҡортостан тарихы өсөн уникаль документ.



- Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары ҡушылған ерҙә ҡала торған. Картограф Авраам Крескес башҡорттарҙың илен түгел, ә тап Pascherti (Башҡорт) ҡалаһын күрһәткән. Карталағы башҡа ҡалалар ҙа шундай уҡ билдә менән билдәләнгән. Сағыштырыу өсөн: өлкәләр башҡа шрифт һәм икенсе төҫ менән бирелгән. Алтын Урҙа ҡалалары тураһындағы мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө шик тыуҙырмай, сөнки карта Италияның Урҙалағы һәм тотош ҡитғалағы аныҡ хәл-торош менән ҡыҙыҡһынған финанс һәм сәйәси элита вәкилдәре өсөн эшләнгән. Ҡырымдағы Каффа Генуя сауҙа факторияһынан Ҡытайға ҡоро ер сауҙа юлы башлана. Ул байлыҡҡа юл була, - тип билдәләй тарихсы һәм Ҡытай менән сауҙа әйләнешенең барыбер иген, ҡиммәтле тире һәм күн килгән Алтын Урҙа менән сауҙа әйләнешенән ҡайтыш булыуын билдәләй. Бында тап донъя баҙарына Болғар-Югра тире сауҙа юлы тураһында һүҙ бара. Был юлдың бер пункты тап Башҡорт ҡалаһы була ла инде.
Атласта "көнсығыш ҡала" билдәһе менән күрһәтелгән Pascherti аныҡ объект булған. Уның тураһында мәғлүмәттәрҙе картограф йәшерен коммерция архивтары мәғлүмәттәренә эйә атласты эшләүгә заказ биреүселәрҙән алған. Беренсел сығанаҡ булып Юграға тире һатыусы сауҙагәрҙәрҙең телдән һөйләгән хәбәрҙәре тора. Уларҙың мәғлүмәте ҡайтанан тикшерелеп, картографик формала бирелә. Сауҙа маршрутын ентекләп тикшереү көнсығыш сауҙагәрҙәренең һөйләгәненән күпкә өҫтөнөрәк икәнлеген күрһәтә. XIV быуатта ҡиммәтле тире, шулай уҡ көмөш һәм ҡиммәтле металдарҙан эшләнгән сит ил һауыттары менән һатыу итеү урта быуат рус сығанаҡтарында ышаныслы теркәлгән. Был йәһәттән Башҡорт ҡалаһын тиреләрҙе көмөшкә алмаштырыу зонаһы итеп ҡарарға мөмкин. Алтын Урҙала Генуя һәм Венеция вәкилдәренең сауҙа факториялары Ҡырымда һәм Донда була, - ти тарихсы.
Һүрәт итеп төшөрөлгән һәм насар сифатлы, пропорциялары боҙолған донъя картаһы 2018 йылда I Мәжитов уҡыуҙарында күрһәтелә. Шул уҡ атлас "Древняя Уфа: город, затерянный во времени" фильмына ла эләгә. Александр Юрченко әйтеүенсә, тарихи предметты төп нөсхәне ҡабатлаған вариантта күрергә кәрәк.
- Мин махсус рәүештә ике көн Өфөлә ҡалып, лекция уҡыясаҡмын, карта буйынса семинар үткәрәсәкмен. Әммә тарих менән ҡыҙыҡһынған Башҡортостан студенттарының күҙҙәре янамы? Әлбиттә, юҡ. Бер кем дә күрмәгән предметҡа ҡыҙыҡһыныу нисек тыуһын? Карта буйынса сәйәхәт итеү өсөн навигатор кәрәк. Монголияла Сыңғыҙхандың музейында эшләп, йәш тикшеренеүселәрҙең яңы идеялар өсөн асыҡ булыуын күрҙем. Семинарҙарҙа беҙ, яҙма сығанаҡтарҙы йәлеп итеп, ошо картаның серҙәре буйынса фекер алышабыҙ. Ауыр тарихи сығанаҡтар менән эш итеү өсөн ҡыҙыҡһыныу тап шулай тыуа. Был бик яҡшы. Өфөләге конференцияла мин өс тапҡыр булдым. Шундай фекер ҡалды: был картаны өйрәнеүҙең мөһимлеген таныған ғилми мөхит юҡ. Карта коллектив аңда урын алмаған, - ти тарихсы, сөнки ул Нияз Мәжитов иҫтәлегенә арналған беренсе конференциянан һуң ошо документ буйынса эш башланыр тип уйлаған.
Александр Юрченко һүҙҙәренсә, Башҡортостан тарихсыларының иғтибарын талап иткән башҡа сығанаҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, урта быуат карталары мотивтары буйынса эшләнгән XIV быуат испан трактаты. Уның авторы Каталон картаһын төҙөүсенең замандашы. Трактатта флагы, гербы булған 50 ил тураһында мәғлүмәт бар. Хеҙмәт иҫке испан телендә яҙылған.
- Башҡорт ҡалаһы донъя сауҙа коммуникацияһы системаһына ингән. Ҡаланың атамаһы, Алтын Урҙа гербы төшөрөлгән флагы бар. Карталағы был билдә тикшеренеүсегә тотош бер донъяға инеү мөмкинлеге бирә. Картограф ҡулында атласта күрһәтелгән барлыҡ ҡалалар тураһында сәйәси һәм коммерция мәғлүмәте тупланған досье була. Испан трактатында Башҡорт ҡалаһы һәм Юграға сауҙа юлы тураһында өҫтәмә мәғлүмәт булыуы ла ихтимал. Тикшерергә кәрәк. Яҙма сығанаҡтарҙың ҡытлығын иҫәпкә алғанда, был Башҡортостан тарихы өсөн уникаль әйбер, - ти тикшеренеүсе һәм донъя картаһын мотлаҡ килтерәсәген, шулай уҡ оригинал файлдарын нисек алырға өйрәтәсәген белдерә. Был осраҡта унан факсмиле эшләп, ошо картаға нигеҙләнеп, Европа күсмә цивилизациялар музейы сиктәрендә композиция эшләргә мөмкин буласаҡ, ти ул.

Айгөл ШӘРӘФЕТДИНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.12.22 | Ҡаралған: 238

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru