Күптән түгел Өфөлә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында йылдың иң сағыу тамашаларының береһе - "Байыҡ" бейеү конкурсының 15 йыллыҡ юбилей гала-концерты үтте. Ысын мәғәнәһендә рух байрамы булды ул! Халҡыбыҙҙың яугирлығы ла, саялығы, шаянлығы ла, һүнмәҫ дәрте лә сағылды бейеүҙәребеҙҙә.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назарҙың:
"Ниндәй генә хәлдә лә башҡорт
Йырҙан башҡа һис көн итмәгән,
Аш ҡайғыһы юҡ, тип әйткәндә лә,
Йыр ҡайғыһы юҡ, тип әйтмәгән..." - тигән шиғыр юлдарын тап бейеүгә ҡарата ла әйтеп була. Сөнки йыр-бейеү бер-береһенән айырылғыһыҙ! Әлеге байрамда ла шулай булды. Шаян йырҙар, таҡмаҡтар, ҡара-ҡаршы әйтештәр башҡорттоң ауыҙ-тел ижадының ни тиклем бай икәнен йәнә бер хәтергә төшөрҙө.
Юбилей байрамында бейеү сәнғәтенең алтын фондын тәшкил иткән бейеүҙәр ҙә, заманса бейеүҙәр ҙә берҙәй ҙур оҫталыҡ менән башҡарылды, гүйә, сәхнәлә халыҡ таланттары түгел, ә ғәскәровсылар бейей! Әйткәндәй, быйыл Ғәскәров Фәйзи Әҙеһәм улының тыуыуына 110 йыл тулды. Шул уңайҙан бөйөк шәхестең халҡыбыҙға мираҫ итеп ҡалдырған үлемһеҙ бейеүҙәре - "Гөлнәзирә", "Заһиҙә", "Ҡороҡсолар", "Һунарсы", "Беҙҙең байрам" - "Байыҡ" сәхнәһенең иң сағыу биҙәктәре булды.
Ә легендар бейеүсе, балетмейстер Йәүҙәт Бикбирҙиндың бейеүҙәре һуң! Уның "Генерал Игзаков"ын Ҡырмыҫҡалы районынан Илнур Кучаев башҡарғанда кемдең генә йөрәге дөп-дөп типмәне икән! Ғорур һәм ҡурҡыу белмәҫ башҡорт яугиры беҙҙе 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларына алып ҡайтып, халҡыбыҙҙың данлы ла, шанлы ла үткәненә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһон тоҡандырып ебәрҙе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Зәйнулла улының тыуыуына быйыл 70 йыл туласаҡ. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ул башҡорт бейеү сәнғәтен "Маршрут"," Бейеш батыр", "Каруанһарай", "Төйәләҫ", "Үҫәргән байығы", "Сонайым" кеүек тарихи бейеүҙәр менән байыта. Уларҙың бер нисәһен гала-концертта ҡарап кинәнгәндер тамашасылар.
Быйылғы "Байыҡ" юбилярҙарға бик бай булды. Халыҡ-ара бейеү бәйгеләре лауреаты Азамат Кәримов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Аҡназарова, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәил Лоҡманов, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитовты тамашасылар, алҡыштарға күмеп, сәхнә түренә оҙатты. Ә инде 80 йәшен теүәлләгән бейеү алиһәһе Рәшиҙә Туйсинаның "Заһиҙә"һе сәхнәлә пәйҙә булғас, барыһы ла "аһ" итте. Шул уҡ матурлыҡ, шул уҡ һомғоллоҡ, тәбиғи сафлыҡ... Сихри ҡурай көйөнә онотолоп китеп бейене Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы. Гүйә, ул һаман да ун һигеҙҙә, һаман да шул уҡ Заһиҙә...
Ә бөтә юбилярҙарҙың бергәләшеп сәхнәне дер һелкетеп бейегәнен күрһәгеҙ! Уларҙағы дәрт-дарман, уларҙағы айбарлыҡ, сәм, ғәм йәштәргә биргеһеҙ! Бына ҡайҙа ул йәнең-тәнең менән бейеүгә бирелгәнлек, халҡыңа һөйөү, ижадҡа тоғролоҡ! Кемдәр бейетте тиһегеҙме сәхнә легендаларын? "Байыҡ" бәйгеһенең бейеүселәре - Хәйбулла районының "Ҡайтауаз" гармунсылар ансамбленә тәтене был бәхет.
Эйе, кемдәр генә бейемәй хәҙер "Байыҡ"та. Парлашып та, өсәүләп тә, бәләкәй ансамблдәр менән дә сығыш яһайҙар. Ә бит ул ҡасандыр яңғыҙ бейеүселәр өсөн генә тәғәйенләнгәйне. 15 йыл эсендә был уникаль проект бейеүселәр менән бергә үҙе лә үҫте, нығынды һәм Башҡортостанда ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә танылыу алды. Уның нәҡ башҡорт бейеү сәнғәтенең үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Шуға үҙенең тоғро дуҫтарын, иң шәп, иң оҫта бейеү ҡуйыусыларҙы ла баһалай беләләр бында. Былтыр нәҡ ошо маҡсатҡа тәғәйенләнгән 100 мең һумлыҡ премия менән данлыҡлы Стәрлетамаҡ Бейеү театрына нигеҙ һалыусы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин бүләкләнһә, был юлы бындай хөрмәткә "Байыҡ" телевизион бейеү бәйгеһе проектына уның тәүге көнөнән тоғро хеҙмәт иткән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллин лайыҡ булды.
Тағы ла бер сауаплы эш эшләнде "Байыҡ"та. Башҡорт бейеүенең аҡһаҡалы, бәйгенең алыштырғыһыҙ жюри рәйесе Ратмир Бәҙретдиновтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында уның исемендәге махсус приз булдырылды. Был иҫтәлекле бүләкте Баймаҡ ҡалаһынан Нәркәс Исҡужина алып шатланды.
Шулай ҙа иң күп алҡыштар, гөлләмәләр, матур-матур бүләктәр сәхнәнең төп геройҙарына - бәйгеселәргә юлланды. Мин инде ун алты йәштән утыҙ биш йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында Гран-при яулаған яҡташым, Ишембай районы Кинйәбулат ауылы ҡыҙы Айһылыу Шәмсетдинова өсөн айырыуса шатландым.
Өс сәғәткә яҡын барған тамаша бер тынала үтеп китте. Һәр кемдә аңлатып бөтә алмаҫлыҡ хистәр, кисерештәр уятты ул. Яҡында ғына ултырған ирҙең күҙ йәшен күреп, үҙем дә тетрәндем. Бына ниндәй ул ысын сәнғәттең тәьҫир көсө! Күңелдәрҙе сафландырған, рухландырған, милләтебеҙҙе берләштергән, тарихыбыҙҙы тергеҙгән, киләсәгебеҙҙе хәстәрләгән был ғәжәйеп тамашаның хужабикәһе, проект авторы Рита Өмөтбаеваға, уның ижади коллективына рәхмәт. Бөтә Башҡортостан буйлап таланттарҙы эҙләп табып, уларҙы бер сәхнәгә туплап, Рәсәйҙә тиңе булмаған ысын халыҡ байрамын ойоштороу - егетлек ул!
Гөлнур ДӘҮЛӘТЙӘРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА