Кире ҡайтмау нөктәһе (точка невозврата) тигән төшөнсә бар. Ҡурҡынысыраҡ төшөнсә, әлбиттә. Физика фәнендә ул бер мәғәнә аңлатһа, психологияла бөтөнләй икенсе мәғәнәгә эйә. Төрлөсә яңғыраһа ла, был күренештең асылы бер үк - кире ҡайтыр юл юҡ! Аңлайышлыраҡ булһын өсөн осоп барған самолетты күҙ алдына килтерәйек. Летчик алдан белә: яғыулыҡ шунсалыр километрға осоп барып кире әйләнеп ҡайтыуға етә - мәҫәлән, мең километрға. Биш йөҙ километр ара үткәс, самолет кире боролорға тейеш, сөнки ул кире ҡайтмау нөктәһенә етте, летчик штурвалды ҡайтыу яғына бормаһа, һәләкәт буласаҡ.
Түбәндә һөйләйәсәк һүҙ ҙә кире ҡайтмау нөктәһен хәтерләтә һәм сикһеҙ борсой.
Бер көн улы атаһынан һораған:
- Элек һин яңы технологияларһыҙ нисек йәшәнең: интернетһыҙ, компьютерһыҙ, телевизорһыҙ, кондиционерһыҙ, кәрәҙле телефонһыҙ?
Атаһы яуап биргән:
- Һеҙҙең быуын йәшәгән кеүек: намаҙ-доғаһыҙ, башҡаларҙы йәлләмәй, намыҫ-выжданһыҙ, хөрмәт итә белмәй, оялмайса, тыйнаҡлыҡты онотоп, китаптар уҡымай…
Беҙ, 1939-1985 йылдарҙа тыуғандар, фатихалыбыҙ.
Беҙҙең тормош шуны иҫбатлай: уйындарҙа, велосипедта йөрөгәндә башҡа шлем кеймәнек.
Мәктәпкә тәү көндән үк ҡурҡмайынса йөрөнөк.
Дәрестәрҙән һуң эңер төшкәнсе уйнай инек.
Бер ваҡытта ла ярты көнләп телевизор ҡараманыҡ.
Ысын дуҫтар менән уйнаныҡ, ә интернеттағылар менән түгел.
Сарсағанда шишмә һыуы эстек, шешәләрҙән түгел.
Йыш ауырыманыҡ, бер стакан һутты дүрт дуҫҡа бүлеп эсһәк тә.
Ябыҡ булдыҡ, яшыҡ инек, көн дә икмәк, картуф тызырһаҡ та.
Уйынсыҡтарҙы үҙебеҙ әтмәләп, туйғансы уйнай инек.
Уртаҡ ине уйынсыҡтар ҙа, китаптар ҙа.
Атай-әсәйҙәребеҙ бай булманы. Һөйөүҙәрен бүләк иттеләр, рух ҡәҙерен аңлаттылар, кешелеклек ҡиммәттәрен аңдарыбыҙға һеңдерҙеләр - намыҫлы, тоғро булырға, ололарҙы хөрмәт итергә һәм эштән ҡурҡмаҫҡа өйрәттеләр.
Беҙҙә булманы: Смартфондар, YouTube, PlayStation, Xbox, видеоуйындар, ноутбуктар, интернет-селтәрҙәр. Әммә ысын дуҫтарыбыҙ булды!
Дуҫтарыбыҙға саҡырыуһыҙ ҙа йөрөнөк, беҙҙе ябай ғына аҙыҡтар менән һыйланылар.
Иҫтәлектәребеҙ ҡағыҙ фотоларҙа сағылды, әммә улар сағыу ине, ғаилә альбомдарын иҫтәребеҙ китеп ҡарай инек һәм олатай-өләсәйҙәр портреттарын ҡәҙерләп һаҡланыҡ.
Китаптарҙы сүпкә ташламаныҡ, сират баҫып ала инек уларҙы.
Шәхсән тормошобоҙҙо ситтәр хөкөмөнә дусар итмәнек, башҡаларҙыҡына ла ҡыҫылманыҡ, һинең һымаҡ кешенекенә ымһынманыҡ, үҙебеҙҙе инстаграмға ҡуйманыҡ, киң мәғлүмәт донъяһында ғаилә серҙәребеҙҙе асманыҡ.
Беҙ иң ғәжәп һәм иң сабыр быуын, сөнки беҙ ата-әсәләрен тыңлаған, балаларының һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған һуңғы быуын.
Беҙ - ҡабатланмаҫҡа нәшер ителгәнбеҙ.
Беҙҙән өйрән!
Ҡәҙеребеҙҙе бел!
...Шулай итеп, поляк шағиры Петр Луканы Юрий Салатов руссаға тәржемәләгән, мин башҡортсаға ауҙарып маташтым.
Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА