«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛҠЫБЫҘ ИЖАДЫНА ҺОҠЛАНЫУҘАН ТУҠТАМАЙЫМ
+  - 

Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ булдырған "Аҡ тирмә" Башҡорт фольклор колективы 2014 йылда барлыҡҡа килгән. Коллектив башҡорт мәҙәниәтен төрлө фестивалдәрҙә, шул иҫәптән халыҡ-ара кимәлдә лә күрһәтеп өлгөргән. Уның етәксеһе, режиссер, рәссам һәм педагог, РФ Мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең ижади берләшмәһе ағзаһы Гөлсинә Алтынтимер ҡыҙы БАТЫРШИНА күп йылдар илебеҙҙең баш ҡалаһында ғүмер итә һәм башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау йәһәтенән арымай-талмай эшләй. Уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Ни өсөн Мәскәүҙе һайланығыҙ? Бала, үҫмер сағығыҙ Башҡортостандың ҡайһы төбәгендә үтте?

- Стәрлебаш районы Һарайса ауылында тыуғанмын. Бала саҡтан матурлыҡҡа ынтылдым, һөнәремдә лә, шәхси тормошомда ла иң алдынғы булырға хыялландым, бәләкәйҙән үк ҡалала уҡығым килә ине. Шулай итеп, 10 йәшемдә Стәрлетамаҡ башҡорт мәктәп-интернатына уҡырға киттем. Мәктәпте тамамлағас, Мәскәүҙә белем алырға теләй инем, килеп сыҡмағас, балаларым булһа ла мотлаҡ баш ҡалала уҡырға тейеш, тигән маҡсат барлыҡҡа килде. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт- ағартыу училищеһында уҡыттым. "Урал" галереяһында һынлы сәнғәт буйынса ойошторолған шәхси күргәҙмәмде ҙур уңыштарымдың береһе тип иҫәпләйем. Сөнки унда билдәле рәссам Әхмәт Лотфуллин килеп, "Әсә портреты" тигән эшемде үҙендә ҡалдырыуымды һораны. Стәрлетамаҡта "Ҡомартҡы" (хәҙер "Ашҡаҙар нағыштары") тигән фольклор коллективы төҙөнөм. Ул ваҡыттағы Стәрлетамаҡ педагогия институтында художество графикаһы бүлеген асыуға нигеҙ һалдым, интернатта махсус рәссам студияһы булдырҙым, аспирантура тамамланым. Ниндәйҙер бер мәлдә быларҙың барыһы ла миңә ҡыҙыҡ түгеллеген аңланым һәм Мәскәүгә күсергә тигән тәҡдим алғас, уйламай ҙа ризалаштым.

"Аҡ тирмә" ансамбле нисек барлыҡҡа килде? Исемен кем тәҡдим итте?

- Ниндәйҙер бер ҙур халыҡ-ара байрамда башҡорттар булмауына йәнем әрнене лә, мәҙәни үҙәк булдырыу йәһәтенән эшкә тотоноп, фольклор коллективы ойошторҙом. Өфөләге "Аҡ тирмә" клубы тураһында күп ишеткәнем булды, уның тирәләй халыҡтың әүҙемлеге оҡшай ине миңә. Рәсәйҙең бөтөн ҡалаларында ла шундай милли-мәҙәни үҙәктәр булһын ине, тигән теләгем бар ине. Ҡәҙим Аралбайҙың: "Башҡортостан - аҡ тирмәләр иле, бар Ватанға тора күренеп. Яҡты моңға, наҙ-һағышҡа тулы, аҡ тирмәле халҡым күңеле..." - тигән юлдары оран кеүек башымда әйләнеп тик торҙо.
Ансамбль Мәскәү төбәгендә башҡорт мәҙәниәтен, тарихын, телен популярлаштырһын, тигән маҡсат ҡуйғайныҡ. Бер йылдан инде Рафаэль Зиннуров етәкселегендәге БР Яҡташтар ойошмаһы эргәһендә Башҡорт мәҙәни үҙәген асыу тураһында хәбәр иттек.

Ансамблдең репертуары бик үҙенсәлекле...

- Репертуарҙы Мәскәү тамашасыһын күҙ уңында тотоп, үҙем һайлайым. Шаян йырҙар, таҡмаҡтар барыһына ла оҡшай, әммә "Уралым", "Сыбай ҡашҡа", "Бер алманы бишкә бүләйек", "Ете ҡыҙ" кеүек оҙон йырҙарҙы башҡарыр алдынан мотлаҡ уларҙың тарихын һөйләйбеҙ, бейеп тә алабыҙ. Ансамбль бөтөн башҡорт милләтен һынландыра, шуға ла беҙ ижадыбыҙ менән матур өлгө күрһәтергә тейешбеҙ.

Ҡыҙыл майҙандағы сығыштарығыҙ күптәрҙең хәтерендә ҡалды, уны ойоштороуы ауыр булдымы?

- Миңә клиптар төшөрөүҙе ойоштороу ауыр түгел, киреһенсә, кинәнес кенә. Нимәне нисек төшөрөргә икәнен процесс барышында хәл итәбеҙ, ижад шуныһы менән дә мауыҡтырғыс. Ҡыҙыл майҙанда клип төшөрөү ҙә ошо уҡ юл менән барҙы, ғөмүмән, ошондай һәр сараға ҙур теләк менән барабыҙ. Костюмдарыбыҙ барыһына ла, бигерәк тә сит ил кешеләренә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына оҡшай.

Башҡорт сәнғәтен үҙәк телеканалдарҙа, конкурс һәм фестивалдәрҙә лә күрһәтәһегеҙ. Һеҙҙе үҙҙәре саҡырамы, әллә бындай бәйләнештәрҙе маҡсатлы рәүештә үҙегеҙ эҙләйһегеҙме?

- Беҙҙе башлыса интернет аша табалар. Йәки берәй сарала ҡатнашҡандан һуң, башҡалар саҡыра башлай. "Елки-8" фильмын төшөрөүселәр интернет аша бәйләнешкә сыҡты һәм Мәскәүҙә ошондай коллектив булыуына бик ҡыуанды.

Бер нисә һүҙ менән генә башҡорт халыҡ ижадын нисек һүрәтләр инегеҙ? Ни өсөн башҡорт мәҙәниәте кешеләргә шул тиклем оҡшай?

- Халыҡ ижады - ул милләтебеҙҙең рухи һәм матди байлығы! Халыҡтың рухи белеменең төп сығанағы. Күптәр быны аңламай, үкенескә. Бөтөн халыҡтарҙы ла, уларҙың мәҙәниәтен дә ихтирам итәм, әммә үҙ милләтемдең халыҡ ижадын ныҡ яратам һәм уның менән һоҡланыуҙан туҡтамайым. Ошо байлыҡты тулы кимәлдә булмаһа ла, өлөшләтә генә булһа ла башҡаларға күрһәтә алыуыбыҙ менән бәхетлемен.

Ләйлә АРАЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.23 | Ҡаралған: 211

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru