«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ЕҢЕҮЕМДЕ АТАЙЫМА БАҒЫШЛАЙЫМ"
+  - 

"Урал аръяғы-2023" Бөтөн Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанында "Ирәндек моңдары" Халыҡ-ара башҡорт йырын башҡарыусылар бәйгеһе еңеүселәре билдәләнде. Гран-приҙы быйыл Сибай ҡалаһынан Нух ҠОТОЕВ яуланы, төп бүләк - "Лада Гранта" автомобиле асҡысын уға Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе тапшырҙы.

Нух, был һеҙҙең беренсе ҙур еңеүегеҙме, ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ, киләсәккә ниндәй уй-хыялдар менән йәшәйһегеҙ?

- Мин бик һәләтле халыҡ йәшәгән Баймаҡ районы Буранбай ауылынан. Халыҡ йырҙарына һөйөүҙе атайым Мазһар Мәғәҙей улы менән әсәйем Гөлсирә Дидар ҡыҙы тәрбиәләне. Әсәйем әле минең был сығышымды ла ҡарар өсөн ауылдан килеп етте. Үкенескә, атайымдың фани донъяға күсеүенә бер йыл инде. Мин был еңеүемде уның рухына бағышлайым. Ул минең менән, моғайын, ғорурланыр ине. Ағайым, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоевтың башҡорт йырына булған тоғролоғо, уны башҡарыу йәһәтенән үҙ-үҙенә талапсанлығы ла өлгө миңә. Беҙҙең башҡа туғандарыбыҙ ҙа матур йырлай. Вилдан ҡустым да "Ирәндек моңдары"нда ҡатнашты быйыл.
Минең халыҡ йырҙарын башҡарыуымды юғары баһалаған жюри ағзаларына ҙур рәхмәтемде белдерәм. 2016 йылда, Сибай колледжы студенты сағымда был бәйгелә беренсе урын алғайным. Ете йылдан һуң Гран-приға эйә булдым. Миңә белем биргән һәм ҡанат ҡуйған Сибай сәнғәт колледжына, уҡытыусым, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динар Ласыновҡа ла рәхмәтлемен.
Киләсәккә ниәттәргә килгәндә, үҙем эшләп киткән Сибай филармонияһына кире эшкә ҡайтырға, Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыуымды дауам итергә теләйем. Бүләк өсөн дә рәхмәт, был минең тәүге автомобилем, хәҙер водитель таныҡлығына уҡырға кәрәк буласаҡ.

Йырсы булараҡ, музыка йүнәлештәренең ҡайһыһы күңелегеҙгә яҡыныраҡ?

- Төрлө жанрҙарҙа ла йырлайым, халыҡ йырҙарын да, эстраданы ла, опера партияларын да. Шулай ҙа башҡорт халыҡ йырҙарын айырыуса яратам. Быйыл бәйгелә "Сибай" менән "Буранбай"ҙы башҡарҙым. "Сибай" - бик моңло, һәлмәк йыр, уны башҡарғанда төрлө импровизация алымдарын ҡулланып була. Кантон башлығы Шәйәхмәт Сибаевтың тыуған яғын, Ирәндек тауҙарын, унда ҡалған ҡатыны Фатиманы һағыныу һағышы сағылып ятҡанға күрә лә, ул моңлораҡтыр ҙа. Тамашасы ла уны бик ярата. "Буранбай" иһә сәсән, ҡурайсы, ҡыйыу ир уҙаманы хаҡында. Үҙ ерҙәренә, халҡына ҡалҡан булған сәсәнде эҙәрлекләп, Себер һөргәс, уға бағышланған ошондай иҫ киткес йыр тыуа халыҡ күңелендә.
Шуны ла әйтер инем, башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен башҡарғанда йырсының тәбиғи һәләте, ниндәйҙер ноталарҙы ала алыуы төп урында тормай, һин был йыр, ундағы тарихты үҙең кисерергә, йырҙың һәр бөгөлөнә һалынған хистәрҙе тойорға, уны аңларға тейешһең. Бына мин дә йырлап торам, урмандарыбыҙ, тауҙарыбыҙ, батырҙарыбыҙ, уларҙың яҙмыштары күҙ алдынан үтә.

Шулай итеп...
Башҡорт халыҡ йырын таратыусы, йәш таланттарҙы асыҡлаусы был бәйгелә быйыл 63 кеше ҡатнашып, шуларҙың 33-сө 17 йәшкә тиклемге балалар булды. Тимәк, башҡорт йырын киләсәктә улар йәшәтәсәк, быуындар бәйләнеше шулай барлыҡҡа килә лә инде. Ә Нух Ҡотоевҡа киләсәктә тағы ла еңеүҙәр шатлығы кисерергә насип булһын.

Римма ЙОНОСОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.06.23 | Ҡаралған: 172

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru