
Евроберләшмә Урсула менән Макрон, уларҙан ҡала НАТО альянсы етәкселәре йоғонтоһонан айный барғандай. Ыңғай фекер итеүсе, тыныслыҡ яҡлы һәм бөгөнгө ҡапма-ҡаршы донъяның айышына төшөнөп, Рәсәйгә теләктәшлек белдереүсе "шытымдар" яҙғы йылы ел иҫкәнен көткән, тиерһең.
Еврокомиссияның үҙһүҙле, сиктән тыш ҡәтғи булып күренергә яратыусы, тәкәббер башлығы фон дер Ляйен ханым битлек аҫтындағы ысын йөҙөн күрһәтте. Әйтеүҙәренсә, уны хөкөм сараһы көтә, имеш. Ул Pfizer компанияһынан COVID-19 сиренән вакциналар һатып алыу менән бәйле ниндәйҙер коррупцияла ғәйепләнә. Әммә Урсуланың АҠШ йөҙөндә ҡеүәтле яҡлаусыһы бар, шул арҡала ул яуаплылыҡтан ҡотолоп ҡалған хәлдә лә, уны икенсе мөҙҙәткә Еврокомиссия башлығы вазифаһына күрһәтеүҙә ҡаршылыҡтар тыуыуы ихтимал, тиҙәр, сөнки был ханым үҙ партиялаштары тауыштарын да йыя алманы хатта.
Украина президенты Владимир Зеленскийҙың да власть башында ҡалыу-ҡалмау мәсьәләһе шик аҫтында тора. АҠШ Ҡораллы көстәренең элекке разведчигы Скотт Риттер анализлауынса, вәкәләтлек мөҙҙәте үткәндән һуң Зеленскийҙы тәхетенән бәреп төшөрөүҙәре бик ихтимал. Риттер фекеренә ҡарағанда, "Украина бөгөн - ғәмәлгә яраҡһыҙ иҡтисады һәм булыр-булмаҫ ғәскәре менән ғәмәлгә яраҡһыҙ ил булып ҡалды". Был хәлендә уға НАТО ла ярҙам итә алмаҫ, ахыры, тип өҫтәне ул.
Украинаның сит ил эштәре министры Дмитрий Кулебаның танырға мәжбүр булыуынса, Рәсәй авиабомбалары Украина Ҡораллы көстәре (ВСУ) позицияларын даими утҡа тота. Баш командующий Александр Сырский ҙа яңыраҡ Financial Times гәзитенә әңгәмәһендә Украина армияһының һуғыш яланындағы ауыр хәлен тасуирланы һәм Рәсәй снарядтарынан "ҡасыу мөмкин түгел" тип белдерҙе. Кешелек сифатын юғалтҡан Украина властары халыҡ-ара тыйыу һалынған химик ҡорал файҙаланыуға күсте һәм Клещеевкаға (ДНР) үлем хәүефе янаусы колбалар ташланы.
АҠШ-тан ярҙам көтөп, көтөк булған Зеленский ахырҙа Франция президенты Макрондың Украинаға ғәскәр ебәреү хаҡында нисә ай инде хәбәр һатҡан "идеяһы"на йәбеште: беҙгә хәрби инструкторҙар һәм механиктар кәрәк, ти ул. Ә беҙгә мәғлүм булыуынса, Макрондың был "идея"һына НАТО-ның ҡайһы бер ағза-илдәре, шул иҫәптән Германия һәм Францияның үҙенең сәйәси партиялары башлыҡтары ҡаршы сыҡты.
Шул арала Германияның элекке канцлеры Герхард Шредер илдең социал-демократик партияһына (СДПГ) Украиналағы конфликтты хәл итеү буйынса дипломатик варианттар эшләү менән әүҙемерәк шөғөлләнергә саҡырып мөрәжәғәт итә. "Нисек кенә булмаһын, беҙ был конфликттың хәл ителеүенә булышырға тейешбеҙ",- ти ул. Шредер фекеренсә, ошо йүнәлештә эш социал-демократик партияға үҙен һуғышҡа ҡаршы партия булараҡ күрһәтеп, абруйын ҡайтарырға ярҙам итәсәк.
Венгрия премьер-министры Виктор Орбанды ла беҙ Украинаға көнбайыш ҡоралы һәм ғәскәре ебәреүгә ҡаршы ныҡышмал көрәшсе итеп беләбеҙ. Уның фекерҙәше, Венгрия сит ил эштәре министры Петер Сийярто ошо көндәрҙә генә Словакия президенты һайлауҙарында еңеп сыҡҡан Словакия парламенты башлығы Петер Пеллегринины социаль селтәрҙә ҡотлап, уның фотоһүрәтен урынлаштырҙы. "Ҡотлайым, президент әфәнде! Суверенитет һәм тыныслыҡ яҡлы көстәр сафының тулыланыуы менән!"- тип яҙҙы ул. Һәм, ысынлап та, Пеллегрини белдереүенсә, Словакия һуғыш тарафында түгел, ә тыныслыҡ яғында ҡаласаҡ. "Бының өсөн мин бөтәһен дә эшләйәсәкмен",- тип белдерҙе НАТО илдәре араһындағы тағы бер тыныслыҡ утрауы башлығы.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|