Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың атаһы Хизбулла Ғибаҙулла улы Мөхәмәтҡолов илебеҙ тарихындағы өс һуғышты башынан аҙағына тиклем үтеп, һуңғыһынан 1945 йылдың авгусында тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Һуғыш ваҡытында емерелгән ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн билен биштән быуып, ең һыҙғанып эшкә тотона. Колхозда бригадир, ферма мөдире, колхоз рәйесе булып эшләй.
Йәнен аямай алышҡан өс һуғыш батыры Хизбулла Мөхәмәтҡолов тыныс тормошта ла ҡаһарманлыҡ күрһәтә һәм кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн үҙенең йәнен фиҙа ҡыла. Быларҙың барыһы ла Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының хәтирәләрендә.
Олатай һәм өләсәй тәрбиәһендә
Атайымды олатаһы Мөхәммәтсафа олатай менән өләсәһе тәрбиәләгән. Сөнки 9 йәшендә уның атаһы Ғибаҙулла олатай вафат булған. Райхан өләсәй ике бала менән тол ҡала. Элек тол ҡатындарҙы яңғыҙ ултыртмағандар. Темәстән уның бер туған ағаһы Әбүбәкер Хөсәйенов килеп, Райхан өләсәйҙе алып ҡайтып китә лә, икенсе кешегә кейәүгә бирә. Сөнки ҡатын-ҡыҙға алтмыш көндән артыҡ яңғыҙ ултырырға ярамаған. Атайым олатаһы менән өләсәһендә тороп ҡалған.
Атайым 18 йәшендә әрмегә алына һәм Төркөстан фронтына барып эләгә. Үҙе һөйләүе буйынса, ул разведкала булған. Шунда коммунистар партияһы сафына ингән. Төркмән, үзбәк йырҙарын шул фронтта йөрөгәндә өйрәнә, уларҙың йырҙарын башҡара торғайны. Һыуһыҙлыҡтан ныҡ интеккәндәрен һөйләр ине. Хатта менгән аттарының кесе ярауҙарын көрөшкә тотоп көтөп тороуҙарын һөйләгәне хәтеремдә. Өс йәшендә атҡа менгән атайым джигитовкаға ныҡ оҫтара был фронтта. Ҡылыс уйнатыу булһынмы, сабып барған аттың бауыры аҫтынан сығыумы, эйәр өҫтөндә турайып баҫып сапҡанда ла ал бирмәгән. Өс йәшлек сағында ҡолап төшөп, маңлайында ат тояғы эҙе лә булды, яра урынын сәстәре менән ҡаплап йөрөр ине.
Атайым - Хәлил, әсәйем - Ғәлиәбаныу
Әсәйем данлыҡлы "Шағирҙың алтын приискыһында" - Силәбе өлкәһендәге Балҡанда тыуған. Ул мәҙрәсәлә лә, яңыса мәктәптә лә уҡыған. Үҙе әйтеүенсә, ул Ҡөрьәнде ете тапҡыр сыҡҡан, "Йасин" һәм башҡа сүрәләрҙе ятҡа белде. Балҡандан 1912 йылда Темәскә күсеп килгәс, Әбүбәкер Хөсәйеновтың мәҙрәсәһендә уҡый. Шунан һуң комвуз бөткән Ырымбур өлкәһе Йөҙәй ауылы кешеһе Абдрахман Мортазинға кейәүгә сыға. Ире уны Өфөгә алып килеп, рабфакҡа урынлаштыра ла, үҙе Мәскәүгә "Ҡыҙыл профессура"ға уҡырға китә.Унда уҡып бөткәс, Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһенә яуаплы эшкә ебәрәләр. Шунда йәшәй башлайҙар. Әсәйем унда уҡытыусы булып эшләй. Уларҙың Июлә тигән ҡыҙҙары тыуа. Был исемде ҡыҙҙарына эшселәрҙең июль ихтилалы хөрмәтенә бирәләр. Ҡыҙҙары 9 айлыҡ булғас, дизентериянан үлеп ҡала.
Әсәйем икенсегә ауырға ҡала. Шул йылдарҙа "Ҡыҙыл профессура" тамамлағандарҙың барыһын да аталар. Тәүге репрессиялар шунда башлана. Уның ирен дә аталар. Әсәйем ҡыҙы Венераны эйәртеп, 1932 йылда Күсейгә уҡытырға килә. Тап шул йылда атайым армиянан ҡайта. Уға тиклем 1924 йылда байҙарҙа ялланып көтөү көткән атайымды әсәйем шул саҡта яҙырға өйрәткән булған. Хәҙер инде атайым һуғышты үткән, утыҡҡан кеше, һомғол буйлы, мәрәкә һүҙле, оҫта йырсы.
Ауыл йәштәре спектаклдәр уйнай башлай. Уға тиклем дә әсәйем Өфөлә барлыҡҡа килгән театрҙарҙа уйнап, тәжрибә туплаған. Барлыҡ халыҡтарҙың да бейеүҙәрен оҫта бейеүсе лә була. Ауыл сәхнәһендә "Ғәлиәбаныу"ҙы уйнағанда атайым Хәлилде, әсәйем Ғәлиәбаныуҙы башҡара. Шул спектаклдән һуң улар өйләнешә. 1935 йылда уларҙың Рауил атлы улдары тыуа. Атайымды Ворошилов исемендәге колхозға йылҡысылыҡ буйынса етәксе итеп ҡуялар. Тиҙ арала йылҡы малы үрсеп, меңләгән башҡа етә. 1936 йылда ул ике айғыры менән Мәскәүгә ВДНХ-ға юл тота.
1934 йылда атайым Белоретта колхоз рәйестәре курсында уҡый. Ул саҡта төшкән фотоһында түшендә "Ворошиловский стрелок" тигән значогы бар. Күрәһең, оҫта атыусы ла булғандыр.
Атайым етем ҡалған әбейҙәрҙе өйөбөҙгә алып ҡайтып ҡарай. Үҙенең өләсәһе лә беҙҙә торған, бәләкәй генә ике бүлмәле өйгә нисек һыйғандарҙыр. Мин тыуғанда ла Мәҙинә тигән инәй беҙҙә йәшәгән, уға тиклем дә тағы ла ике әбейҙе ҡарағандар. Уҡытыусы булып эшләгән әсәйемде быға нисек күндергәндер инде? Эштән бушаған арала атайым ауыл малайҙарын Эреташ тигән урында джигитовкаға өйрәтә башлаған. Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов тәүге күнекмәләрҙе ошонда үтә. Тәфтизанды мәктәптә әсәйем уҡытҡан. Үҫмер бик тиктормаҫ һәм ҡулсыр булған, ат өҫтөндә аяғүрә баҫып сабыу уға бер нәмәгә лә тормаған.
Аяҡтарын йыры һаҡлап ҡалған
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда атайымдарҙың өс балаһы тыуып өлгөрә. 1935 йылда тыуған Рауил ағай үлгән, 1936 йылда Фирҙәүес апай, 1938 йылда Илдар ағай тыуған. Һуғыш башланғандың икенсе көнөндә үк атайым ғариза яҙып, үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Әсәйебеҙ, быға тиклемге тормошоноң күп өлөшөн ҡалаларҙа йәшәгән зыялы кешеләрҙең балаһы булараҡ, ауылдағы ирҙәр эшен белмәне, ҡулына балта, көрәк, һәнәк тотманы. Бөтә ирҙәр эше ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙар елкәһенә тороп ҡалғанда атайымдың һуғышҡа китеүен әсәйем бик ауыр кисергәндер, тием.
Атайым башта ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт иткәндер, аҙаҡ, Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолғас, шунда күсерәләр. Дивизия үткән юлды башынан аҙағынаса үтә. Дүрт тапҡыр яралана. "Ҡыҙыл атлылар" гәзитенең хәбәрсеһе лә була. Наилә Әхмәтйәнованың "Ҡыҙыл атлылар" тигән китабында Хизбулла Мөхәммәтҡоловтың да мәҡәләләре бар. Шул гәзиттәрҙә атайымдың "Ҡыҙыл йондоҙ" ордены менән наградланыуы тураһында Указ баҫылған. Сталинград янындағы һуғыштан 300 генә кеше тере сыға ала. Уларҙың араһында атайым да була. Ҡаты яралана. Уның аяғын ампутацияға әҙерләйҙәр. Быны ишеткәс, атай ятҡан еренән һағышланып, башҡорт халыҡ йырын һуҙып ебәргән. Уны ишетеп ҡалған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының медик-санитар эскадроны өлкән хирургы Әхмәт Дәүләтов: "Әйҙә, аяғыңды дауалап ҡарайыҡ", - тигән. Шулай итеп, йыры аяғын ҡырҡтырмай алып ҡала.
Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 172-се ҡарары менән 1995 йылдың 12 майында Өфөнөң 10-сы профессиональ лицейына Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы Дәүләтовтың исеме бирелде. Лицейҙа Әхмәт Дәүләтовҡа музей асылған. Уның стеналары көрән ҡыҙыл күн менән көпләнгән. Шунда бик күп кешеләрҙең исем-шәрифтәре теркәлгән. Уларҙың араһында минең атайымдың исем-шәрифе лә яҙылған. Күрәһең, был врач һуғышта кемдәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалған, шуларҙы яҙғандарҙыр.
1945 йылғы Бөйөк Еңеүҙән һуң атайымдарҙы япон самурайҙарына ҡаршы Алыҫ Көнсығышҡа ебәрәләр. Атайымдың шундағы һаҙлыҡ урындарҙа ҡабан сусҡаларының күплеге хаҡында һөйләгәне хәтерҙә. Ҡабандар кешеләргә ташланып, тиҙ арала ашап бөтөрөүе хаҡында ла һөйләне. Бер һалдаттың хатта итеге эсендә аяғы ғына тороп ҡалған. Уның был һөйләүҙәренән күңелемдә ауыр хәтирәләр тороп ҡалған.
Ғаиләнең һыйырһыҙ ҡалыуы
1941 йылда һуғышҡа киткән саҡта атайым ғаиләбеҙҙе быҙаулы һыйыр менән ҡалдырып китә. Әммә властар килеп:" "Хизбулла Мөхәммәтҡоловтың түләмәгән һалымы ҡалған", - тип, беҙҙең һыйырҙы алып сығып китәләр. Һыйырҙың 20 көнлөк кенә быҙауы була, быҙауы ла аслыҡтан ятып үлә. Әсәйем барып юллап ҡарай, тик һыйырҙы кире ҡайтармайҙар. Ул Сталинға хат яҙа. Госпиталдән һуң атайыма бер аҙналыҡ отпуск бирәләр. 1944 йылда берәүҙе лә ялға ҡайтармағандар, күрәһең, әсәйемдең хаты урын-еренә барып еткәндер. Атайым ҡайтҡас та район үҙәгенә барып, тикшертә, бер тин дә бирәсәге булмауын иҫбатлай һәм быҙаулы һыйыр бирергә тигән ҡарар сығарта. Теләгенә ирешкәс, кире һуғышҡа китә. Һыйыр булғас, ғаиләбеҙ аҡҡа тейенеп ҡала.
Бер мәл йәй көнө әсәйем һыйырын һауып ултырғанда малайын эйәрткән бер мәрйә килеп инә. Һорағастары, көрөшкәләренә һөт һауып бирә әсәйем. Мәрйә күршеләрендә туҡталған була. Әсәйем һыйырын һауғандан һуң кискелеккә үрешкә сығарып ебәрә. Иртәнсәк һыйыры ҡайтмай. Ныҡлап эҙләй башлаһалар, малҡайҙың баш-тояҡтарын ғына табалар. Баяғылар Йылайыр урыҫтары булып сыҡҡан. Улар һыйырҙы һуйып, бәләкәй арбаларына тейәп алып китәләр. Күргән кешеләр була. Әсәйем колхоздан ат алып, арттарынан төшөп, Йылайырға тиклем эҙләп бара. Йылайырҙа тегеләрҙең эҙҙәре юғала. Шулайтып, бер һуғыш осоронда беҙҙең ғаилә ике тапҡыр һыйырын юғалта.
Һуғыш ваҡытында дүрт йыллыҡҡа тороп ҡалған Күсей мәктәбендә әсәйем бер үк ваҡытта директор ҙа булып тора. Зифа Баязитованың әсәһе Сәкинә апайҙы Темәс педучилищеһында уҡытып, эшкә ала. Тағы ла техничка Хәбибә инәй була, улар, йәмғеһе өс кеше, мәктәптә тороп ҡала. Һуғыштың иң ауыр ваҡытында ас балаларҙы улар уҡыта. Утынға ла үгеҙ егеп, урманға үҙҙәре бара. Шунан әсәйем мәктәп янындағы баҡсала йәшелсә үҫтереүҙе ойоштора. Унда үҫтереп алған һуған, кишер, кәбеҫтә һәм картуф мәктәп балаларын ашатыуға ярап ҡала. Ашап алған балаларҙың күҙҙәрендә осҡон барлыҡҡа килә торғайны, тип һөйләй торғайны. Ауыл кешеләренә фронттағы һалдаттарға хат яҙырға ла ярҙам иткән әсәйем. Балалар уҡытҡан өсөн аҡсаларын заемға тотоп торғандар, ҡулдарына аҡса эләкмәгән. Аслыҡтан аяҡтары шешенгәс, әсәйем Күсейҙән ете саҡрымда ятҡан Ишбирҙеләге руда идаралығына, Малятов тигән кешегә барған. Оят булһа ла, ойоғон сисеп, аяғын күрһәткән. Шунан идаралыҡ етәкселеге икмәк бирергә ҡарар сығара. Әсәйемә ете булка икмәк бирәләр. Ҡайтышлай ҡар һыуына манып, икмәк ашап ала. Быларҙы әсәйем иламайынса һөйләй алмай торғайны.
Еңеүҙе нисек ҡаршы алыуҙарын да һөйләр ине әсәйем. Һуғышта батырҙарса һәләк булған Тәфтизан Миңлеғоловтың өйҙәре тапҡырынан үткәндә туҡтап салют бирәләр.
Туғыҙ йыллыҡ мөҙҙәт
1945 йылдың 29 авгусында атайым өйгә ҡайтып инә. Беҙҙең яҡ урамда ике генә кешенең атаһы һуғыштан ҡайтҡайны. Шуға күрә "Атай!" тип өндәшеүҙәр бик ишетелмәне. "Атай" һүҙен әйтә алмаған күптәр үҫеп етеп, үҙҙәре атай булып бөттөләр. Илдар ағайым атайыбыҙ һуғышҡа киткәндә ике йәш ярымда ҡалған. Атайыбыҙ һуғыштан ҡайтҡанда ағайым ҡапҡанан һалдат инеп килгәнен күргәс, өйгә йүгереп инеп китеп, башта фотоһына ҡараған, шунан һуң ғына кире сығып, атайыбыҙҙың ҡосағына ташланған. Ул саҡта бөтә нәмә, атай ҡайтһа, икмәк булыр, тамаҡ туйыр тигән инаныуҙар атай менән бәйләнгән бит. Хәҙерге замандың иң ҙур фажиғәһе "Атай!" тип әйтә алмаған малайҙарҙың ҡартайыуы...
Һуңғы сиккә етеп бөлгөнлөккә төшкән хужалыҡтарҙы күтәреү һуғыштан ҡайтҡан ирҙәрҙең елкәһенә төштө. Атайым да ҡайтыу менән бригадир, колхоз рәйесе булып эшләй. Уны ҡыш булһа, Сәксәйгә, Бөрйәнгә бүрәнә ҡырҡырға алып китерҙәр ине. Ферма мөдире булғас, тәүге һыйыр һарайын атайым һала башланы.
Әсәйем мине 45 йәшендә, 1947 йылдың сентябрендә тапҡан. Минән һуң Азамат ҡустым тыуған. Әсәйемә ауыр булмаһын типтер инде, атайым мине үҙе менән эшкә алып йөрөгән. Иҫ белгәнемдән атайымдың арбаһына ултырып, бергә йөрөй башлағанмын. Бригада ҡырҙа ҡуна ятып бесән әҙерләй. Атайым менән икебеҙгә айырым ҡыуыш. Ағайым башҡа малайҙар менән айырым ҡыуышта йоҡлап йөрөй. Ямғыр яуып ебәрһә, ауылға мунсаға ҡайтабыҙ. Ауыл малайҙарының яртыһын атай йылғала балыҡ тоторға ҡалдыра, ә ҡалғандары - тырмала. Бының менән ул улар-ҙың тамағын да хәстәрләгән, күрәһең. Ауылда ҡалһалар, нимә ашаһындар?
Ул саҡта төп эшсе көстәр апайҙәр булды. Игенде кисеп йөрөһәләр ҙә, уларға бер килограм да иген яҙып бирмәйҙәр. Улар ас көйгә йөрөп эшләйҙәр. Колхозсыларҙың астан-ас йөрөгәнен күреп, бер саҡ атайым бер биҙрә бойҙайҙы һоҫоп ала ла, ҡатындарҙың ҡулдарына тоттороп: "Бар, ҡурмас ҡурып ашағыҙ", - ти. Бының өсөн уны саҡ партиянан сығармай ҡалдыралар. Бер йылға һынау мөҙҙәте бирәләр. Атын тартып алалар.
Ласынов Сәйетғүмәр ағай атайымдың нисек итеп үҙҙәрен кәбән ҡойорға өйрәткәнен һөйләй торғайны. Бер көндә атайым ун бер кәбән һалған. Үҫмерҙәр күбә тарттырып ярҙамлашып йөрөгәндәр. Партия шелтәһен алып ташлатыр өсөн шулай тырышҡандыр инде...
Аҙаҡ, коммунист булараҡ, иң ауыр ерҙә һин эшләргә тейешһең, тип фермаға мөдир итеп ҡуялар. Һуғыш ваҡытында ситән кәртәләр емерелеп бөткән була.
Бер саҡ фермаға һыйыр һарайы һала башланылар. Өрлөклөк бүрәнәләр алып ҡайтырға тип, атай бер нисә кеше менән Сәксәйгә китте. Август аҙағы ине. Бүрәнәләр тейәп ҡайттылар, тик атайҙың төҫө ҡасҡайны. Мин, һәр саҡтағыса, уға ҡаршы йүгерҙем, тик ул мине күтәреп алманы. Кискеһен буш ваҡытында колхоз саналарын ремонтлай торғайны. Был юлы ла нимәлер эшләп маташа, тик элеккесә йырламай. Миңә: "Әйҙә, ҡыҙым, өйгә инәйек, өшөтә башланы", - тине. Төнгәрәк әсәйем йәйге өйгә ут яғып ебәрҙе. Иртәнсәк атай бөтөнләй ҡалтырап ята. Кемдер перцовка эсереп ҡарарға кәңәш итте. Эсте лә, ҡоҫто. Ҡустыһының улы Бикйән ағай пар ат егеп килде. Атайымды арбаға күтәреп сығарып һалдылар. Иртәгәһенә урамға сығып, ҡул-битемде йыуырға тип торғанымда, беҙҙең менән бергә йәшәгән Нурислам менән Һандуғас йүгереп килеп: "Таңсулпан! Таңсулпан! Һинең атайың үлгән!" - тинеләр. Ҡомған бер яҡҡа, һабын икенсе яҡҡа осто, өйгә индем дә "Атай үлгән!" тип ҡысҡырҙым. Төшкә табан атайымдың ҙурайтылған фотоһын килеп алып киттеләр. Атайымды Түбәнән алып ҡайтҡандар. Клуб эргәһендә митинг үтте.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, урманда полуторкаға бүрәнә тейәп торғандарында аҫтағы ике кеше тағы бер бүрәнәне ерҙән алырға эйелгән булған. Шул саҡ ҡапыл йөктәге бүрәнә шыуып төшә башлаған. Быны күреп ҡалған атыйым аҫтағы ике кешенең башына төшмәһен өсөн үҙенең башы аша өрлөклөк бүрәнәне күтәреп алып ташлаған. Шул саҡта көсәнеүҙән уның эсәге сейәлгән...
Уны Түбә дауаханаһында ҡотҡарып ҡалырлыҡ мөмкинлек булманымы икән? Унда Ленин орденлы табип эшләй ине. Түбәнең шәп ваҡыты. Машиналары булған. Ниңә уны Баймаҡҡа алып бармағандарҙыр? 45 йәшлек өрлөктәй фронтовикты ҡарап тороп үлтерәләр. Ул төнгө сәғәт икелә йән бирә. Коммунист булып йәшәһә лә, йән бирер алдынан өс тапҡыр "Аллаһ" тип әйткән...
Атайым 1945 йылдың 29 авгусында һуғыштан ҡайта һәм 1954 йылдың 29 авгусында үлеп ҡала. Сталинград янында ҡамауҙа ҡалғанда ул: "Ошо мәшхәрҙән ҡайтып, 9 йыл йәшәһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем", - тигән. Был осраҡлы хәлме, әллә әйтеүе фәрештәләрҙең "Амин" тигән сағына тура килгәнме, һуғыштан һуң теүәл туғыҙ йыл тигәндә ғүмере өҙөлдө...
Атайымдың китеүен бик ауыр кисерҙем. Уның тураһында һуңғы 3-4 йылда ғына иламайынса һөйләй ала башланым. Уның йәшәүе балҡыш булһа, донъянан иртә китеүе ғүмерлек тетрәнеү булды.
Өфөләргә барған булһа...
Атайым феноменаль йырсы ине. Көтөү көткәндә Һарыҡтау башына менеп йырлаған. Инәйҙәр һөйләүенсә, улар кискеһен һыйыр һауғанда атайымдың йырын тыңлап, илап ултырыр булған. Һуғышҡа тиклем Баймаҡтың завод клубында концерт-конкурс була. Шунда атайым йырлағанда тәҙрә быялалары ҡойолоп төшкән тип һөйләйҙәр.
Беҙгә фамилия биргән Мөхәммәтҡол олатайҙың бер туған ағаһы Айытҡол. Айытҡол шәп ҡурайсы булған. Беҙҙең шәжәрәгә ҡараған Бирғәле сәсән дә шәп ҡурайсы һәм йыраусы булған. Атайымдың моң тамыры шуларҙан килә. Бирғәле сәсән көрәшсе лә була. Ырымбурҙа үткән йыйында урыҫ батырын да, ҡаҙаҡ батырын да еңеүе билдәле. Мөхәммәтҡол олатай мәрхүм булғас, атайым уның ағаһы Айытҡолдоң тубығына ятып, ҡурай тартҡанын, йырлағанын, йырҙарҙың тарихын тыңлаған.
Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров килеп, атайымдан йырҙарҙы йырлатып, һүҙҙәрен яҙып алып йөрөнө. Әсәйем: "Ошо Ғата менән Кәрим килһә, атайың һуңғы һарыҡты һуйып булһа ла, ҡунаҡ итә бит", - тип әйтер ине. Атайым: "Мин Кәримгә башҡорт халҡының йөҙ йырын яҙҙырҙым", - тип һөйләгән. Кәрим Дияров 1957 йылда "Башҡорттоң йөҙ йыры" тигән китап сығара. Моғайын, ул йырҙар араһында атайымдан яҙып алғандары ла барҙыр. Мин ул китапты күрмәнем, әммә "Башҡорт халыҡ ижады"ның "Йырҙар" томында "Мөхәммәтҡолов Хизбулланан яҙып алынды" тигән яҙыуҙар бар. Атайым башта йырҙы башҡара ла, шунан тарихын һөйләй торғайны.
Күсей клубына Өфөнән артистар килгән саҡтар ҙа булған. Бер саҡ Хәбир Ғәлимов килгән. Ул сәхнәнән ниндәйҙер халыҡ йырын йырлап торғанда залдан: "Беҙҙең Хизбулла йырлап күрһәтһен", - тип ҡысҡырғандар. Ныҡ һорағастар, Хәбир Ғәлимов үҙе лә залға төшөп һорағас, атайым сәхнәгә сыҡмайынса йырлап ебәргән. Уны тыңлаған Хәбир Ғәлимов: "Һеҙгә Өфөгә килергә кәрәк, филармонияға, бындай тауыш менән бында ятырға ярамай", - тигән. Артист, ҡайтҡас, филармония етәкселеге менән һөйләшеп, атайыма хат яҙған. Әсәйем ул ваҡытта уҡытып йөрөгән. Атайым балаларҙы ҡалдырып китер кеше тапмаған. Һуғыштан шул хәтлем булып миктәгән ауылды ла ташлай алмағандыр инде. Етмәһә, беҙҙең ауылдан һуғышҡа киткән 78 ир әйләнеп ҡайтмағас, хужалыҡта эшләрлек көслө зат та бик аҙ булған бит...
Шул рәүешле атайым, саҡырыуҙы ҡабул итмәй, ауылда тороп ҡала.
Ә бит Хоҙай Тәғәлә уға ошондай саҡырыу менән ғүмерен һаҡларлыҡ мөмкинлек биргән, атайыма уны ҡабул итергә генә кәрәк булғандыр. Ысынлап та, Өфөгә китһә, теге урмандағы фажиғәгә тарымаған да булыр ине. Өфөгә барып йырлап йөрөһә, бәлки, тауышы ла магнитофон таҫмаһына яҙылып ҡалыр ине. Ә былай үҙе лә, таланты ла ергә күмелде. Тупраҡ баҫты.
Хизбулланың һары башлы ҡымыртҡаһы
Әсәйем 84 йәшендә 1986 йылда донъя ҡуйҙы. Бик бөхтә кеше булды. Хатта ҡартайған көнөндә лә иртән тороу менән сәстәрен икенән үрмәйенсә, сәй эсергә ултырмай торғайны. Сикә сәстәре генә ағарҙы. Әсәйем минең ижадсы булыуымды белеп китте. Яҙыу өҫтәлемдә ҡағыҙҙарым ятып ҡалһа, шуларға бер кемде лә ҡағылдырмай, эргәһендә һаҡлап ултырыр ине.
Атайым да миндә ижадсы һәләте булыуын аңғарғандыр. Мин тыуғас, атайым оҫталар һипләп, йүнәтеп ятҡан өйөбөҙ эргәһенә килә. Унда Түбәнән килгән мулла Әхмәт апа намаҙ уҡып ултырған була. Атайым ҡыҙы тыуыуы хаҡында шатлығын еткерә. Мулла уға: "Беләм. Бөгөн төшөмдә күреп уяндым. Бик өлөшлө бала тыуҙы. Илатмағыҙ, илаһа - күҙ йәше, рәнйетһәгеҙ- рәнйеше төшөр", - тигән. Әхмәт апаның иҫкәртеүен беҙҙең өйҙә ныҡ тоттолар, һаман да тоталар. Атайым иҫән саҡта бигерәк тә иркә үҫтем. Мине "Хизбулланың һары башлы ҡымыртҡаһы" тип йөрөттөләр.Ҡыҫҡаһы, кейәүгә сыҡҡансы иркә булдым. Туйҙарҙан мине ҡалдырмай алып йөрөнөләр. Туй бөткәнсе атайымдың тубығына ятып, йырҙар тыңлар инем. Бер ваҡытта ла миңә "Юҡ, ҡуй, ярамай" тип әйтмәне атайым. Урманға утынға барғанда ла мине ҡалдырманы. Ағастың гел ҡороғанын ғына утынға ҡырҡты. Йәш ағастарҙы ҡырҡманы.
Мин атайымдың беренсе тапҡыр илағанын Сталин үлгән көндө күрҙем. Урындыҡта тәгәрәп йөрөп иланы. Атай һынлы атайым илағас, мин тетрәнеү кисереп, шиғыр сығарҙым хатта.
Һуғыш кешене ҡырыҫайта, бәғерен ҡатыра, тиҙәр. Атайым улай булманы...
Атайым үҙен аяманы, ғүмерен бөткәнсе кешеләргә бирҙе. Рәшит Ниғмәти "Коммунист" тигән шиғырын минең атайҙан алып яҙғандыр тип уйлай торғайным бала саҡта. Тап шулай булғаны өсөн дә 45 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсте лә инде ул.
Атам августа китте, ә март айы тирәһендә шул тиклем ныҡ һағындым уны - яттым да, ҡабат торманым. Һағышымдан һарғайҙым. Әсәйем мулла саҡырған. Мөхәмәт мулла апа ясин сыҡҡанда, мин терелеп киткәнмен. Әсәйемә атайымдың ҡәбер тупрағын күкрәгемә баҫырға тип кәңәш биргәндәр. Ҡәбер һыуығы ҡайғыһын тартып алыр, тигәндәр. Әсәйем, уларҙың кәңәшен тотоп, зыяратҡа алып барып, ҡәбер тупрағын күкрәгемә баҫты. Шунан һуң мин көн һайын атайымдың ҡәберенә үҙем бара башланым. Башта әхирәт ҡыҙҙарҙы ла алып бара торғайным, аҙаҡ әсәләре, өләсәләре уларҙы тыйҙы. Үҙем генә йөрөнөм. Атайымдың ҡәбере минең өсөн икенсе өйөм һымаҡ ине.
Әсәйебеҙ баҡыйлыҡҡа күскәс, уны ла Ирәндек тауҙары аша Күсейгә алып килеп, атайымдың эргәһенә ер ҡуйынына тапшырҙыҡ. Ауылда әсәйемдең исемен йөрөткән урам бар. Мәктәпкә таҡтаташ ҡуйылған. Ә бына ил өсөн, колхозсыларҙың етеш тормошо өсөн, кешеләр өсөн йәнен фиҙа ҡылған, өс яу үткән атайымдың исемен мәңгеләштереү буйынса әлегә бер нәмә лә эшләнмәгән...
Уның "Ҡыҙыл йондоҙ" орденынан тыш, "Батырлыҡ өсөн", "Берлинды алған өсөн" һәм башҡа миҙалдары ла булды. "Батырлыҡ өсөн" миҙалын алғы һыҙыҡта булған һалдаттарға ғына биргәндәр. Атай, Хизбулла Мөхәмәтҡолов, ғүмере буйы алғы һыҙыҡта булды. Шулай булмаһа, 45 йәшендә генә гүр эйәһе булмаҫ та ине. Ирекһеҙҙән шағирҙың: "Батырҙарын иҫкә алғанда, онотмаһын мине лә тыуған ил" - тигән юлдары иҫкә төшә. Уйландыра торған юлдар, намыҫтарға һуғып һиҫкәндерә торған юлдар...
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА