Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, донъя кимәлендәге төрлө үҙгәрештәр тормошобоҙға туранан-тура йоғонто яһап, йылдан-йыл һәр даирәгә яңылыҡтар индереп тора. Мәғариф өлкәһен дә был прогресс, һис шикһеҙ, урап үтмәй. Мәктәптәрҙә уҡытыу һәм балаларҙың аң-белем кимәленә ҡарата талаптар арта. Был үҙ сиратында йәмғиәттә яңы һөнәрҙәр, эш төрҙәрен, өҫтәмә белем биреү йүнәлештәре барлыҡҡа килеүгә сәбәп. Шундай заман талаптарына яуап биргән эш йүнәлештәренең береһен һайлап, Өфө ҡалаһының Чесноковка биҫтәһендә "Супер ум" тигән шәхси клуб булдырған Лилиә Ғайса ҡыҙы ӘЛМӨХӘМӘТОВА менән әңгәмәләштек.
Һеҙҙең клубта 5-10 йәшлек балалар уҡырға һәм тиҙ уҡырға өйрәнә икән. Нисек башлап киттегеҙ был үтә яуаплы эште, шул турала һөйләп үтһәгеҙ ине.
- Мин сығышым менән Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан, Башҡорт дәүләт университетын 2003 йылда тамамланым. Башҡорт-инглиз телдәре йүнәлешендә белем алдым. Әсәйем әйтеүенсә, мин өс йәш ярымлыҡ сағымда уҡ хәрефтәр танып, уҡый башлағанмын. Сөнки абзыйым беренсе класҡа уҡырға төшкән һәм мин дә уның ыңғайына өйрәнгәнмен. Атай-әсәй махсус уҡырға өйрәтеп ултырғанын хәтерләмәйем, уларҙың быға ваҡыттары ла булмағандыр донъя мәшәҡәттәре араһында. Хәҙерге заман ата-әсәләре кеүек, бала менән махсус шөғөлләнергә, ниндәйҙер әҙерлек дәрестәренә, түңәрәктәргә йөрөтөргә беҙ үҫкәндә мөмкинлектәр юҡ ине бит. Әммә белемгә ынтылышым һәр ваҡыт юғары булды. Быны быуынымда уҡымышлылар булыуына, әсәйем яғынан олатайымдың китаптар уҡырға яратыуына, ғүмер буйы һөнәри лицейҙа эшләп, хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусы атайыма бәйләп тә аңлатам үҙемсә.
Бәләкәй генә саҡтан уҡырға өйрәнеп, балалар өсөн китаптарҙы ҡат-ҡат уҡып сыҡҡас, әсәйемдәр алдырған гәзит-журналдарҙы тотоп ултыра торғайным. Бына шулай китап уҡыуға һөйөүем, уҡытыусы булыу хыялым мине Башҡорт дәүләт университетына алып килде. Уны тамамлағас, дәүләт мәктәптәрендә эш башланым, колледж студенттарын да бер аҙ уҡыттым, министрлыҡта ла эшләп алдым. Ә инде кейәүгә сығып, балабыҙ тыуғас, бәләкәй балаларҙы уҡытыу теләге уянды. Декрет ялында ултырғанда үҙебеҙ йәшәгән йорт эргәһендә генә тиҙ уҡытыу клубына уҡытыусылар йыйыуҙары тураһында иғлан күреп, шунда эшкә барҙым. Башланғыс кластар уҡытыусыһы булмағас, белемемде камиллаштырырға ла тура килде. Был эшем күңелемә бик ятты, 4-10 йәшлек балаларға белем бирҙем. Ә инде икенсегә әсәй булғас, үҙ эшемде булдырыу ниәте уянды. Сөнки ике бала менән ҡайҙалыр йөрөп эшләүе ауырлашты, балаларҙы ҡалдырып торорға кеше юҡ. Өлкән улыбыҙ мәктәпкә барҙы, ә бәләкәсебеҙ ҡулда ине. Тәүҙә дәрестәрҙе фатирыбыҙҙа үткәрергәме тип уйланым, сөнки ҡуртымға берәй кабинет алһам, хаҡын түләй алырмынмы, балалар йыйылырмы, тигән шик бар ине.
Шөкөр, үҙеңдең ҡулыңдан килгән эште яҡшы башҡарһаң, кеше уны һиҙә, һөҙөмтәләрен күрә икән. Баштараҡ таныштар аша ишетеп-белгән кешеләр балаларын уҡырға өйрәтергә йөрөттө һәм шулай яйлап эшем яйға һалынып китте. Даими рәүештә камиллашып, эш йүнәлешем буйынса төрлө курстар, уҡыуҙар, семинарҙар үтеп торам. Әлеге көндә Чесноковка биҫтәһендә үҙемдең кабинетым бар, иллегә яҡын балаға белем бирәм. Балалар аҙнаһына ике йәки өс тапҡыр дәрескә йөрөй. Һәр төркөмдөң тәғәйен дәрес сәғәттәре бар, мәҫәлән, мәктәпкә әҙерлек курсы сентябрь айынан башланып, майға тиклем дауам итә. Ә "Азбука" курсында 35-40 дәрес үтәләр, башҡа белем биреү үҙәктәренән айырмалы рәүештә, бер хәрефте өйрәнгәс тә уҡый башлай балалар. Кисә генә хәреф танымаған баланың уҡып китеүен ата-әсәһе күрә, эшемде юғары баһалай. Быға тиклем дәрестәремде русса алып барҙым, әммә күптән түгел бер шәхси башҡорт балалар баҡсаһынан мөрәжәғәт иттеләр һәм шунда эшләй башланым. Хәҙер баланы башҡортса ла тиҙ уҡырға өйрәтеү буйынса үҙ методикамды яҙыу хыялым тыуҙы.
Социаль селтәрҙәрҙә тормошом, эшем тураһында яңылыҡтар менән бүлешеп торғас, коллегаларым да эшмәкәрлегемде күреп, кәңәш артынан мөрәжәғәт итә башланы. Шуға былтырҙан алып педагогтарға социаль селтәрҙәрҙә нисек эшләргә, үҙеңде танытырға, ата-әсәләр менән мөнәсәбәттәрҙе яйларға, уҡыусыларҙы йәлеп итергә кеүек бөгөнгө көндә мөһим йүнәлештәрҙә консультациялар ойоштора башланым. Үҙебеҙҙең республиканан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, хатта Ҡаҙағстандан уҡытыусылар теләп яҙыла, кәңәштәргә ҡолаҡ һала.
Беҙ бала саҡта мәктәпкә барғансы уҡый белеү мотлаҡ түгел ине, хатта балаға дәрестә ҡыҙыҡ булмаясаҡ тип, быны хупламанылар ҙа. Ә хәҙер ни өсөн мәктәпкә тиклем үк хәрефтәрҙе танып ҡына түгел, хатта тиҙ уҡый белеп барырға тейеш бала?
- Беренсенән, хәҙер уҡыу программаһы бик ныҡ үҙгәреш кисерҙе. Беренсе класс балаһы үткән уҡыу программаһын асып ҡараһаң, унда хәрефтәрҙе танырға өйрәтә торған мәғлүмәт юҡ тиерлек. "Азбука" бүлегендә "Уҡый беләһең икән, уҡы" тип яҙылған. Дәреслектә ижеккә бүлеп уҡырға өйрәтелгән бүлек юҡ. Шуға уҡытыусы хәрефтәрҙе өйрәтеүен өйрәтһә лә, ҡышҡы каникулдарға тиклем уҡыу тиҙлеген тикшерә һәм бала минутына 25-30 һүҙҙән дә кәм уҡымаҫҡа тейеш, тигән талап ҡуя. Ә балаға бөтә мәғлүмәтте лә бер юлы үҙләштереүе ауыр булыуы ихтимал, тиҫтерҙәренән артта ҡалып, үҙен кәм тойоуы ла бар. Бына ошондай ҡыйынлыҡтар килеп тыумаһын өсөн баланы мәктәпкә әҙерләп ебәрергә, уҡырға өйрәтергә, дәрестәрҙә ултырырға күнектерергә кәрәк.
Икенсенән, беҙҙең быуын гаджеттар, интернет кеүек бәләне белмәне. Хәтерегеҙҙә булһа, телевизорҙан йәкшәмбе көнө генә иртә менән бер нисә сәғәт йәнһүрәттәр күрһәтелә лә, шуның менән вәссәләм. Ә хәҙер бала ҡасан теләй, шул ваҡытта йәнһүрәт ҡарай, уйын уйнай һәм уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы икенсе планға күсә. Бәләкәйҙән китаптар уҡырға яратып үҫһен өсөн ата-әсә балаһын тиҙерәк уҡырға өйрәтергә, мауыҡтырғыс дәрес-тәргә йөрөтөргә мәжбүр. Телефонда һәм компьютер артында оҙаҡ ултырмаһын өсөн өҫтәмә белем бирергә, башҡа эштәр менән шөғөлләндерергә тырышалар.
Мәктәпкә барғас, унда үткәрелгән дәрестәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы һүрелмәйме икән баланың? Ҡайһы бер тиҫтерҙәре яйлап уҡырға күнеккәнсе, ул барыһын да алдан белеп торасаҡ бит...
- Юҡтыр тим, сөнки яңы уҡырға төшкән балаға мәктәпкә йөрөү үҙе үк яңылыҡ, яңы мөхит, танышлыҡтар, төрлө саралар. Нигеҙ белеме булыуы ҡамасау итмәйәсәк. Мин дәрестәрҙә мәктәптә үтә торған темаларҙың, белемдәрҙең барыһын да өйрәтмәйем. Ни бары дөйөм донъяға ҡараштарын киңәйтеү йәһәтенән тирә-яҡ тәбиғәт, математика өлкәләренә иғтибар бүләм, балалар уйындар аша өйрәнә. Тиҙ уҡыу - минутына иң күп һүҙ уҡый алыуҙы аңлатмай, ә ниндәйҙер тексты бер тапҡыр уҡып, аңлап, һөйләп биреүҙе күҙ уңында тота. Сөнки ҡайһы бер балалар уҡыуын уҡыйҙар, тик, ҡыҙғанысҡа күрә, нимә тураһында яҙылғанын аңламайҙар.
Быға әлеге лә баяғы гаджеттар йоғонтоһо бармы икән? Мәғәнәһеҙ уйындар, бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлаған мәғәнәһеҙ йырлы клиптар ҡарау баланың аңлап-белеү һәләтенә тәьҫир итә аламы?
- Йоғонтоһо булмай ҡалмайҙыр инде ул. Шуға үҙем дә балаларым нимә менән шөғөлләнеүен, ниндәй йәнһүрәттәр ҡарауын, ниндәй уйындар уйнауын күҙәтеп торам. Интернетта файҙалыһына ҡарағанда файҙаһыҙы күберәк, кемдәр генә нимәгә генә өйрәтмәй унда. Интернет ҡушымталарҙы көйләп, яҡшы тәьҫир итмәҫтәй нәмәләрҙе блокка ҡуйып тороу кәрәк. Әммә заманаһына күрә, балалар телефонды йә компьютерҙы ҡулланмай тора алмай, һәм бында ата-әсәнең төп бурысы - сама белергә өйрәтеү. Уҡыусылар араһында кеменең гаджеттар менән артыҡ мауығыуы шунда уҡ һиҙелеп тороуын билдәләр инем: баланың дәрестә тын ғына уҡып ултырырға, тыңларға ихтыяр көсө етмәй. Бында инде беҙгә, уҡытыусыларға, хәйләкәрерәк булырға, баланың иғтибарын йәлеп итергә тырышырға ғына ҡала. Дәрестә бер төрлө генә эш менән булыштырмаҫҡа, күпмелер ваҡыттан һуң икенсе шөғөлгә күсергә, даими рәүештә шулай үҙгәртеп торорға кәрәк. Был йәһәттән миңә даими уҡып, курстар үтеп тороу ярҙам итә: төрлө методикаларға таянып эшләйем. Балаларға мауыҡтырғыс булһын өсөн йыш ҡына уйын методикаһын ҡулланам һәм улар ысынлап та дәрестәргә бик яратып йөрөй. Хәрефтәрҙе өйрәнгән саҡта беҙгә айыу, ҡуян, юлбарыҫ йәки башҡа берәй уйынсыҡ "ҡунаҡҡа килә". Ижектәрҙе ҡушып уҡығанда баҡаға өйөнә барып етергә ярҙам итәбеҙ, терпегә алмалар йыйышабыҙмы шунда. Балалар бындай эштәрҙе айырыуса ихлас башҡара, улар эскерһеҙ, ярҙам итергә ашҡынып торалар.
Педагогтарға ла курстар үткәреүегеҙ тураһында телгә алғайнығыҙ...
- Беҙ бала саҡта уҡытыусы иң абруйлы кеше ине, ул әйткән һәр һүҙҙе дөрөҫкә ала, ул әйткәнсә эшләй торғайныҡ. Ә хәҙер, ҡыҙғанысҡа күрә, уҡытыусы һөнәренең бәҫе төштө. Бының сәбәптәренең береһе - түбән эш хаҡы, икенсеһе - ата-әсәләрҙең мөнәсәбәте һәм башҡалар. Исмаһам, тәүге факторҙы яҡшыртыу өсөн, тимәк, тейешле кимәлдә эш хаҡы алып эшләү маҡсатында мәктәптә эште арттырып, күберәк сәғәттәр алыу урынына, буш ваҡытыңда үҙ эштәрең менән шөғөлләнеү өҫтөнлөклө тип иҫәпләйем. Хөкүмәт үҙмәшғүллек йәки репетитор эшенә ҡаршы төшмәй бит. Шуға һәр яҡлап һөнәри белемеңде, кимәлеңде үҫтереү һәм үҙеңде башҡаларға танытыу зарур.
Бөтә уҡытыусылар ҙа репетиторлыҡ менән шөғөлләнһен, тимәйем. Әммә башҡорт теле буйынса репетиторҙар бик тә кәрәк беҙгә. Быны шунан сығып әйтәм: улыбыҙ дөйөм мәктәптә уҡый һәм башҡорт телен белеү кимәле аҡһап китте, быйыл уға туған телебеҙҙән репетитор эҙләнек, ләкин оҙаҡ ҡына таба алманыҡ. Бөтә кеше иғландар һала торған әллә нисә популяр ҡушымтала эҙләп ҡараным, башҡорт теле уҡытыусыларынан юҡ. Таныштарға мөрәжәғәт итеп, улар аша бер уҡытыусыны табып, улымды йөрөттөк. Бөтә Башҡортостанға башҡорт теленән бер генә репетитор булырға тейеш түгел дә инде. Ни тиһәң дә, ҙур ҡалаларҙа, йәки республикабыҙҙан, Рәсәйҙән бөтөнләй ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында балаһына туған телен өйрәтергә теләгәндәр күп бит. Йә беҙҙең кеүек үк күп кенә ата-әсәләрҙең балаһын башҡорт мәктәбенә уҡырға бирергә мөмкинлеге юҡтыр, ә балаға мәктәптә алған белеме етмәйҙер. Мин улымдың туған телендә телмәрен байытырға, фекерләү ҡеүәһен үҫтерергә теләйем һәм үҙ һөнәренең оҫтаһы булған уҡытыусыға тейешле хаҡ түләргә әҙермен.
Бының мөһимлеген, башҡорт теленән өҫтәмә дәрестәр алыуҙың кәрәклеген уҡытыусылар үҙҙәре лә күрһәтергә тейеш кешеләргә. Башҡорт телен өйрәткән профессионалдарға ихтыяждары барлығын аңлаһындар. Быны үҙ тәжрибәмдән сығып та әйтә алам: ҡайһы бер ата-әсә балаһына мәктәпкә барырҙан алда уҡырға өйрәнергә кәрәклеге хаҡында уйланмаҫҡа ла мөмкин, уларға бының мөһимлеген аңлатыу, күрһәтеү кәрәк. Шул саҡта уларҙың теләге лә уяна, аҡса бүлергә лә мөмкинлек таба. Хәҙер береһенең дә өйөнә йөрөргә кәрәкмәй, интернетың ғына булһын. Бер һүҙ менән әйткәндә, мөмкинлектәр сикһеҙ күп. Ә башҡорт телен, туған телеңде белеүҙең мөһимлеген аңлаған ата-әсәләрҙең һаны йылдан-йыл арта һәм репетиторлыҡ менән шөғөлләнгән уҡытыусы аҡса эшләп кенә ҡалмаясаҡ, үҙ халҡының киләсәгенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерәсәк.
Ә инде һине башҡорт теленән иң яҡшы уҡытыусы тип белһендәр өсөн, һис шикһеҙ, бөгөнгө заманда интернет киңлектәрендә, социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эшләргә кәрәк. Был ата-әсәләр менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға ла булышлыҡ итәсәк, сөнки улар уҡытыусының эшен күреп-белеп торасаҡ. Аҙнаһына бер видео, бер нисә фото ҡуйһаң да эшең күренә. Аңлашылмаусанлыҡтар белмәгәнлектән барлыҡҡа килә, шуға уҡытыусы үҙенең эшен күрһәтеп торһа, яҡшыраҡ булыр ине. Был шәхси брендыңды булдырырға ла булышлыҡ итәсәк. Социаль селтәрҙә һине танып белеп, үрләтеп тә ебәреүҙәре ихтимал.
Нишләптер блогерҙарға ҡарата кире ҡараш формалашҡан күптәрҙә. Уларҙың да төрлөһө була: лайфстайл - көн дауамында үҙенең нимә эшләгәнен күрһәтә, эксперттар - үҙенең һөнәри өлкәһендә, йәки шөғөлө буйынса белгес фекерҙәрен еткергән, нимәгәлер өйрәткән кешеләр. Шәхси брендын булдырырға теләгәндәр нәҡ эксперт блогы алып баралар, улар файҙалы мәғлүмәт менән уртаҡлаша, еңеүҙәре, өлгәштәре тураһында һөйләй. Ата-әсәләр ҙә, етәкселек тә күреп тора һәм иғтибар итә: әһә, был уҡытыусы юғары квалификациялы, әүҙем, балаларҙы ярата, илһөйәр, күп яҡлы белемле һ.б. Бөтә нәмәне шулай күрһәтә белеү шарт, шәхесең ниндәй булыуын башҡалар белһен.
Үҙ эшеңде асыуы еңелдәрҙән түгел. Ә күптәр тиҙ генә юғары килем алырға иҫәп тота. Ашыҡҡан ашҡа бешкән, тиҙәр, эшҡыуарға түҙемлек кәрәкме?
- Түҙемлек бөтә ерҙә лә кәрәктер ул. Шунһыҙ булмай. Мин дә бит өҫтәмә белем биреү өлкәһендә ҡапыл ғына эш башламаным, тәүҙә тәжрибә тупланым, башҡаларҙан өйрәндем һәм үҙемә ышаныс уянғас ҡына эш башланым. Ҡапыл тотоноп, үҙ эшен булдырғандар, йәки тәүҙән үк юғары килем алырға иҫәп тотҡандарҙы нисектер битәрләй алмайым. Бәлки, улар хаҡлылыр ҙа. Бигерәк тә йәштәрҙең фекерләүе бөтөнләй башҡаса, улар әлеге лә баяғы социаль селтәрҙәрҙә уңышҡа өлгәшкәндәрҙе күп ҡарай һәм араларында бер курс ҡына үтеп, байығып китеүҙәре тураһында бәйән итеүселәр юҡ түгел. Минеңсә, нимәгәлер өлгәшәм тиһәң, тәжрибә туплау кәрәк. Башлаған мәлдә үк юғары килем алмауың да ихтимал, тик күңелде төшөрмәҫкә һәм артабан эшең яйға һалынһын өсөн үҙеңә файҙалы бәйләнештәр булдырыуҙы дауам итергә, тырышырға һәм күп көс түгергә кәрәк.
Үҙ эшен булдырырға теләп тә, нимәнән башларға белмәгәндәр була. Бындай осраҡта күңелеңә ятҡан шөғөлгә тотоноу, йәки алған һөнәрең буйынса эш башлауҙың мөһимлеген әйтеп үткем килә. Һөнәреңде яратаһың икән, балаларға һәм үҙ халҡыңа файҙа килтерергә теләйһең икән, ошо өлкәлә эшеңде дауам ит. Тырнаҡ эшләүе килемлерәктер ҙә, әммә аҙаҡ киренән мөғәллимлеккә әйләнеп ҡайтыуың икеле һәм әллә нисә йыл алған белемең, бала саҡ хыялың, тырышлығың юҡҡа сығасаҡ.
Был тиҙ үҙгәреүсән тормошта юғалып ҡалмаҫ өсөн заман башҡорт ҡатын-ҡыҙы ниндәй булырға тейеш?
- Башҡорт ҡатын-ҡыҙы ғына түгел, ғөмүмән, милләттәштәребеҙгә шундай кәңәшем бар: уҡығыҙ. Белем алырға ынтылыш һәр ваҡыт яңы ишектәр аса, үҙеңә ҡарата ышаныс уята, тормош һынауҙарын үткәндә ярҙам итер бер ныҡлы үҙәкте барлыҡҡа килтерә. Шулай уҡ ҡыйыуыраҡ булыу ҙа кәрәк. Ә бына нәҡ ҡатын-ҡыҙҙарға килгәндә, электән шулай һалынғандыр инде ул, иргә ҡарап йәшәүселәр арабыҙҙа күберәк һымаҡ. Мин дә элек шулай ирем аҡсаны күберәк эшләргә тейеш, мин күберәк ала башлаһам, мөнәсәбәттәребеҙ үҙгәрер, тип уйлай торғайным. Әммә хәҙер икенсе ҡараштамын. Ир ҙә, ҡатын да бер үк эшләп, ғаилә бюджетына өлөш индерергә тырышырға тейеш. Ҡатынына ҡарап ире лә ғаиләһе өсөн нығыраҡ тырыша башлауы, үҫешкә ынтылыуы, яңы мөмкинлектәр эҙләүе ихтимал. Миңә быны бер Рәсәй кимәлендә билдәле психолог ҡатын төшөнөргә ярҙам итте. Ул үҙе лә аҡса эшләй һәм бөтә ғаиләһен үҙ аҡсаһына йылы яҡҡа ял итергә лә алып бара ала, нимәлер һатып алыр өсөн иренән аҡса һорап, көтөп тә ултырмай. Ә бит беҙҙең башҡорт ҡатындары араһында ла ире артына йәшенеп йәшәмәгән, төрлө ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәр бар. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеванан өлгө алайыҡ. Ул үҙенең һәләттәрен асып, яҙыусылыҡ эшенә тотонмаһа, романдарын ижад итмәһә, башҡорттарҙан беренсе трилогия ижад иткән ҡатын-ҡыҙ яҙыусы булыр инеме? Шуға ҡайһы осраҡтарҙа үҙеңде беренсе урынға ҡуя белеү ҙә мөһимдер. Башҡаларҙы уйлап, үҙең тураһында онотоп йәшәһәң, һине бер кем дә хәстәрләмәйәсәк. "Миңә ярай инде", тип түҙеп йәшәргә ярамай, кәрәк саҡта үҙ һүҙеңде әйтә белеү мөһим.
Шулай ҙа был тормошта юғалып ҡалмау өсөн төп шарт - ул үҙеңә "Халҡыма ниндәй файҙа килтерә алам?" тигән һорауҙы биреп, эштәрең менән шуға яуап биреп йәшәү. Ҡулланыусы булып ҡына үткәрмәйек был ғүмерҙе. Әлбиттә, матди донъяла йәшәгәс, аҡсаһы ла кәрәк. Ләкин кешенең тормошон мәғәнәле итер маҡсаты булырға тейеш. Был мөһим.
Быйыл Ғаилә йылы һәм бөтә ил буйынса ғаилә ҡиммәттәренә иғтибар йүнәлтелә. Һеҙҙең өсөн ғаилә нимә ул? Был йылда ниндәй мәсьәләләр хәл ителергә тейеш?
- Ғаилә - тормошомдоң иң мөһим өлөшө. Ул һәр яҡлап үҫешергә, эшләргә этәргес көс бирә. Балаларыбыҙ тыуғас, ирем менән беҙҙең маҡсаттарыбыҙ, эшләргә теләгән эштәребеҙ тағы ла артты һәм мотивациябыҙ барлыҡҡа килде. Ғаиләм булмаһа, бәлки, ниндәйҙер айырым уңыштарға өлгәшмәгән дә булыр инем. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙға яҡшы иптәш табыу мөһим. Ә инде үҙ халҡын уйлаған ҡыҙҙар тормош иптәшен үҙ милләтенән һайларға, аҙаҡ балаларына ла ошоно аңлатып үҫтеререгә бурыслы. Был йәһәттән мин бик уңдым, шөкөр. Ирем балаларҙы бик ярата, миңә һәр ваҡыт ярҙам итеп тора. Бының өсөн ҡайны-ҡәйнәмә рәхмәтлемен, улар үҙ-ара ла бик матур мөнәсәбәттә. Әсәйем дә һәр саҡ миңә: "Ирҙе ир иткән дә - ҡатын, хур иткән дә - ҡатын", тигән халыҡ аҡылын әйтә ине. Йәмғиәттә атайҙарҙың абруйын бермә-бер күтәреү зарурлығын күрәм.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Лилиә Ғайса ҡыҙы әңгәмә барышында белем алырға ынтылыш булырға тейешлеге хаҡында күп тапҡырҙар телгә алды. Тормошта уңыш ҡаҙанған күпселек үҙенең нәҡ ошо сифатына бурыслылыр, тигән фекер тыуҙы. "Белемле кеше күккә ашыр", тип хаҡ әйткәндәр шул боронғолар.
Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА