Ниндәй генә гәзит битен ҡарама йә интернет порталдарын асма - ауыр сир менән яфаланыусы кескәйҙәрҙең ярҙамға өмөт тулы күҙҙәрен күреп, күңел тула; сараһыҙлыҡтан ахыр сиккә еткән ата-әсәләре хәленең бала һыҙланыуҙарынан да ҡатыраҡ булыуын аңлайһың.
Тәбиғәт ҡанундары тупаҫ боҙолоп, һыу, һауа, тупрағыбыҙ һәм ейгән ризығыбыҙ ыуҙан ғына торған хәтәр заман ҡорбандары улар. Кешелек үҙ-үҙен ағыулауҙан туҡтай алмай - был теманың киләсәге юҡ. Ә бына гонаһһыҙ сабыйҙарға ярҙам итергә була! Тик был аҡса мәсьәләһенә килеп терәлә. Күп кәрәк, күңеле ҡатмаған, кеше ҡайғыһын уртаҡлаша белгәндәрҙең тиндәре-һумдары менән генә эш ҡыйратып булмай - үҙ биләмәһе экологияһында тәртип урынлаштыра алмаған, закондарын эшкә ҡуша белмәгән дәүләт бәхетһеҙ балаларҙы ҡанат аҫтына алырға, исмаһам, ошо изгелеге менән булһа ла гонаһын бер аҙ йомшартырға тейештер... Ниһайәт, Рәсәй Президенты Владимир Путин был мәсьәләне ҡуҙғатырға йөрьәт итеп, 2021 йылдың 1 ғинуарынан йыллыҡ килемдәре 5 миллиондан артҡан кешеләрҙән һалым ставкаһы 15 процент итеп түләтелә башланы. Ҡайһы берәүҙәр ҡыуанһа ла, быны прогрессив шкала тип атарға тел әйләнмәне, әлбиттә, сөнки арттырылған ни бары 2 процент - ул хәлле әҙәмдәр өсөн сүп кенә бит! Уның ҡарауы, шул проценттан йыйылған аҡса Президент ҡушыуы буйынса махсус тәғәйенләнеш өсөн федераль ҡаҙнаға тупланып, әлеге ауыр һәм һирәк сиргә тарыған балаларҙы дауалауға, ҡиммәтле дарыуҙар, медтехника, аяҡҡа баҫтырыу саралары һатып алыуға, юғары технологиялы операциялар эшләү өсөн тотоноласаҡ, тип белдерелде. Шул осорҙан алып күпме бала ярҙам алды икән? Владимир Путин указы менән 2021 йылда булдырылған "Изгелек ҡуласаһы" фонды етәксеһе протоиерей Ткаченко әйтеүенсә, 25 мең балаға ярҙам күһәтелгән. Быйыл иһә РФ Хөкүмәте ауыр сирле балаларҙы дауалауға 24,5 млрд аҡса күсерәсәк.
Ярай, был күптән кәрәк булған дәүләт ярҙам сараһы. Ә бына тағы бер көтөп алына алмаған ғәҙеллек ғәмәле - байҙарға уларҙың килеменә ярашлы һалым түләтеү ҡасан бойомға ашырылыр? Юғиһә бит, хәҙер сирек быуатҡа яҡын инде ярлыһы ла, байы ла килем күләмдәре ер менән күк араһы булыуға ҡарамаҫтан, һалымды бер иш - 13 процент түләп килә һаман. Ғәрлек бит был! Йәнәһе лә, байҙар һәм дә үтә байҙар килеменә прогрессив һалым ҡулланыу уларҙы өркөтөп ҡуйыуы ихтимал да, улары аҡсаларын сит илдәргә тағы ла күберәк сығарасаҡ , имеш. Был һылтауҙың төптө нигеҙһеҙ булыуын бөгөнгө көн бик яҡшы күрһәтте: Көнбайыш был аҡсаларҙы күҙ ҙә йоммай тартып алырға һәләтле! Был хаҡта Владимир Путин байҙарҙы гел иҫкәртә килде: аҡсаларығыҙҙы Ватан иҡтисадына һалығыҙ, был ышаныслыраҡ, юғиһә, сит илдә аҙаҡ капиталығыҙҙы тартып алыуҙары бар, тип. Ә бит граждандарҙың килеме артҡан һайын, улар һалымды ла күберәк түләргә тейеш - был ғәҙеллектең яҙылмаған законы түгелме?
Быйылғы йыл ошо законды аҡҡа ҡара менән яҙып та ҡарарға, тәртип урынлаштырыуға ынтылыш яһалды, ниһайәт: 2025 йылдың 1 ғинуарынан байҙар йыллыҡ килеменән һалымды 15 түгел, ә 22 процент түләйәсәк! Дәүләт Думаһы физик шәхестәрҙең килеменә прогрессив шкала индереү хаҡында ҡабул ителгән законға ярашлы, киләһе йылдан йыллыҡ килем 2,4 миллиондан артмаһа, 13 процент һаҡлана, ә 5 млн килемлеләр - 15, 20 миллиондан - 18, 50 миллиондан - 20 һәм артабанғы юғары килемдән 22 процент һалым түләтеләсәк. Был осраҡта ла әле үтә байҙарға йомшаҡлыҡ күрһәтелә: юғары һалымды улар бөтөн килем иҫәбенән түгел, ә тәғәйенләнгән лимиттан ашып киткән сумманан түләй. Һәм, әлбиттә, 22 процент үтә байҙар өсөн бик түбән һалым. Сағыштырыу өсөн: АҠШ-та иң бай ҡатлам - 39,6, Ҡытай, Бөйөк Британия, Германия һәм Грецияла - 45, Швейцария, Австрия, Бельгияла - 50, Израиль менән Нидерландтарҙа 52 процент түләй һәм улар береһе лә юғары һалым ставкаларынан ҡасырып, аҡсаларын беҙгә килтереп һалғаны юҡ әле.
Әйткәндәй, ватан сәнәғәтенә инвестицияларҙы дәртләндереү маҡсатында тағы бер нисә һалым сараһы булдырырға кәрәк, ти иҡтисад белгестәре. Мәҫәлән, беҙҙә дивиденттарға һалым суммаһы элеккесә 13 процент ҡаласаҡ (2015 йылға тиклем был сумма ни бары 9 процент ҡына ине). Ә бит Рәсәйҙә ер аҫты ҡаҙыу тармаҡтары менән банк секторында ошоға тиклем күрелмәгән күләмдә килем һәм ғәйәт ҙур дивиденттар түләнеүе яҡшы мәғлүм. Етештереү өлкәһен үҫтереүгә бара торған был капитал дәүләт тарафынан файҙаланылмай. Тағы бер аҡса сығанағы - байлыҡҡа һалым да беҙҙә эшләмәй, сөнки Рәсәйҙә үтә ҡиммәтле машиналар ғына байлыҡ иҫәпләнә - был һис аңлашылмай. Ә бит илдә меңдәрсә кв.метр күсемһеҙ милек хужалары, башҡа күп төрлө зиннәт эйәләре бихисап. Өсөнсөнән, эксперттар мираҫ һәм ҡиммәтле бүләк төрҙәренә лә һалым булдырыуҙы кәрәк, тип иҫәпләй. Бөтөн ошо саралар бойомға ашырылған хәлдә Рәсәйҙең аҙ тәьмин ителгән фәҡир ҡатламы, күп балалы ғаиләләр һалым түләүҙән азат ителер ине. Был йәһәттән тағы ла сит илдәр тәжрибәһенә ҡыҙығырға ғына ҡала. Мәҫәлән, Германияла, Австрияла, Бөйөк Британияла, Грецияла, Францияла, Финляндияла, Швейцарияла, Ҡытайҙа ярлылар һалым түләмәй. Шулай итеп, үтә байҙар өсөн тәғәйенләнгән әлеге 22 процентҡа әйләнеп ҡайтҡы килә: ни өсөн бик аҙ? Ә бит байҙар капиталы самаһыҙ, сикһеҙ! Бигерәк иркәләй түгелме уларҙы хөкүмәт һәм дә депутаттар? Ә эш бына нимәлә: Рәсәйҙәге эре капитал сәйәси көскә эйә, тип иҫәпләй эксперттар һәм дәүләткә улар менән һағыраҡ һәм эҙмә-эҙлеклерәк мөғәмәлә итеү кәрәктер, ахырыһы. Улай ғына ла түгел, власть һаман да үтә байҙар алдында яҡшатланыуынан туҡтай алмай, һәм уларҙың күңелен күреү ябай халыҡ иҫәбенә башҡарылыуын дауам итә...
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА