Башҡортостан йәнлектәренең Ҡыҙыл китабы яңыртылды. Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҙгәрештәр тураһында Башҡортостан Республикаһы Ҡыҙыл китабының баш мөхәррире, Өфө фән һәм технологиялар университетының биология һәм экология кафедраһы доценты Винер ХӘБИБУЛЛИН һөйләй.
Винер Фәрит улы, Ҡыҙыл китап тураһында дөйөм мәғлүмәт ишетергә ине.
- Китапта хайуан, ҡош һәм башҡа йәнлектәр исемлеге, уларҙың таралған урындары, иҫәбе, аҙайыу сәбәптәре, һаҡлау саралары тураһында мәғлүмәт туплана. Һирәк осрай торған һәм юғалыу ҡурҡынысы янаған хайуандар һәм ҡоштар исемлеге ун йылға бер тапҡыр төҙөлә. Үткән ун йыл эсендә яңы материал туплау, мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү буйынса эш алып барылды. Төрлө тикшеренеүҙәр үткәрелде, экспедициялар ойошторолдо, хайуандарҙың үҫеш динамикаһы күҙәтелде. Ниндәй хайуандар һаны артҡан йәки, киреһенсә, кәмегән, быға тиклем Ҡыҙыл китапҡа индерелмәгән ниндәй яңы төрҙәр табылған, ә ҡайһылары юҡҡа сыҡҡан - бөтә ошо динамика Ҡыҙыл китапта сағылыш таба. Хайуандар тураһындағы Ҡыҙыл китап 2-се том тип атала. 1-се том Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәр һәм бәшмәктәр исемлегенән тора. Әйткәндәй, 1-се том 2021 йылда яңыртылғайны.
Башҡортостандың Ҡыҙыл китабында 140 һирәк һәм юғалып барған хайуандар төрө теркәлгән. Уларҙың һәр береһе тураһында китапта рәсем менән тулыландырылған ентекле, тулы мәғлүмәт бирелгән. Ҡыҙыл китапта хайуандар исемлеге өс телдә - башҡорт, урыҫ һәм латин телдәрендә бирелгән, ә төп текст урыҫ телендә баҫылған. Баҫмала шулай уҡ хайуандарҙың таралыу картаһы менән дә танышырға була. Белешмәлә ҡоштарҙың - 51, бөжәктәрҙең - 56, имеҙеүселәрҙең - 19, һөйрәлеүселәрҙең - 6, үрмәксе һымаҡтарҙың бер һәм ер-һыу хайуандарының бер төрө тураһында мәғлүмәт тупланған.
Әле генә донъя күргән Ҡыҙыл китап ниндәй төр хайуандар менән тулыланды?
- Яңыртылған баҫмаға 47 яңы төр тәүге тапҡыр индерелгән, уларҙың 30-ы - умыртҡаһыҙ һәм 17-һе - умыртҡалы хайуандар. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре Рәсәй Ҡыҙыл китабының яңы баҫмаһынан күсерелде, ә ҡайһылары республика фаунаһын өйрәнеү һөҙөмтәһендә өҫтәлде, йәғни төбәк ғалимдары яңы төрҙәрҙе тапты, уларҙың һанын билдәләне һәм таралыуы тураһында мәғлүмәт тупланы. Айырыуса бөжәктәр исемлеге киңәйтелде. Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр осраған ҡанатлы селтәрлеләр, филлеләр һәм япраҡ ашаусыларҙың ҡайһы бер төрҙәре беренсе тапҡыр Ҡыҙыл китапҡа индерелде. Шулай итеп, яңыртылған баҫмала дала үләне күбәләге, колхида орсоҡ кеҫәрткеһе, ҡара ҡауҙы, осар тейен һәм башҡа төрҙәр тураһында мәғлүмәт уҡырға була.
Тәбиғи мөхиттәге торошона айырыуса иғтибар талап ителгән хайуандарҙың аннотациялы исемлеге лә төҙөлдө. Артабан улар хаҡында өҫтәмә мәғлүмәт туплау дауам ителеп, киләһе Ҡыҙыл китапҡа индереү-индермәү тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.
Ә исемлектән төшөп ҡалған хайуандар бармы?
- Башҡортостан Ҡыҙыл китабының 2-се томының тулыландырылған һәм эшкәртелгән өсөнсө баҫмаһынан 21 хайуан төрлө сәбәптәр арҡаһында төшөрөп ҡалдырылды. Мәҫәлән, суфый сиңерткә, таңҡа иңкеш, оҫта ҡорт, үлән тәлмәрйендәренең һаны артыу сәбәпле, улар айырыуса һаҡлауға мохтаж түгел. Шулай уҡ иҫәп торошо буйынса яҡшы урында торған ҡара апполон күбәләге (мнемозин), шаршы күкене балығы яңы редакцияға индерелмәне.
Башҡортостан биләмәһендә һуңғы ун йыл дауамында йәшәүҙәре тураһында ышаныслы мәғлүмәттәр булмау сәбәпле, яңы баҫмаға медицина һөлөгө, сыбыҡ бөжәк, төньяҡ елбиҙәк күбәләге, эдип үлән күбәләге, энейс ютта күбәләге, оло ҡом себене, бикре балығы, йофар балығы тураһында мәғлүмәт алынды. Таксономик ревизия һөҙөмтәләре буйынса шулай уҡ ваҡ ҡолаҡ ярғанат исемлектән төшөрөп ҡалдырылды. Шулай уҡ яңыртылған Ҡыҙыл китапҡа осоусы ҡоштар - ҡыҙыл боғаҡ ҡара ҡаҙ, ыласын һымаҡтар отрядының ыласындар ғаиләһенә ҡараған балабан, ялан тәгәрләге - индерелмәне. Энәғараҡтар отрядының ысын энәғараҡтар ғаиләһенә ҡараған билдәш энәғараҡ бөжәге, быуа тәлмәрйене, ялан тәгәрлеге ҡошо һандары артыу сәбәпле Ҡыҙыл китаптың яңы баҫмаһына эләкмәне.
Башҡортостан Ҡыҙыл китабының яңы баҫмаһын кемдәр эшләне?
- Ҡыҙыл китап - республика биләмәһендә йәшәгән хайуандарҙың һирәк осраған һәм юғалып барған төрҙәре тураһында мәғлүмәт биреүсе берҙән-бер рәсми фәнни белешмә. Уны эшләү ҙур яуаплылыҡ талап итә, китаптағы һәр мәғлүмәт ентекле өйрәнеүҙән һәм тикшереүҙән һуң ғына донъя күрә. Әлеге баҫма буйынса Өфө фән һәм технологиялар университетының зоологтары менән берлектә, республиканың башҡа ойошмалары һәм шулай уҡ Мәскәү белгестәре эшләне. Төбәктең ваҡытлы фәнни матбуғатында һәм iNaturalist платформаһында баҫылған материалдар һирәк осраған төрҙәр тураһында мәғлүмәт тупларға ҙур роль мөмкинлек бирҙе.
Китаптың сағыу дизайн-проектын һәм версткалауҙы беҙҙең хеҙмәттәштәр - Өфө фән һәм технологиялар университетының Тәбиғәт һәм кеше институты белгестәре Салауат Казин һәм Дарья Костромина башҡарҙы. Баҫмалағы ҡайһы бер һүрәттәр ҙә ошо уҡ институттың студенттары тарафынан эшләнде.
Винер Фәрит улы, республикала ниндәй хайуан төрҙәрен һаҡлауға айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк? Ҡайһыларына юғалыу ҡурҡынысы янай?
- Тәбиғәтте яратыу, хайуан-үҫемлектәрҙең бөтә төрөнә ҡарата ла иғтибарлы булыу мөһим. Ҡыҙыл китапҡа индереп кенә һирәк осрай торған йә булмаһа юғалып барған хайуандарҙы һаҡлап ҡалып булмай. Иң мөһиме - йәмғиәт уларҙың һәр береһен һаҡлау өҫтөндә эшләргә бурыслы, бәләкәйҙән һәр кем экологик аңлы булып үҫергә тейеш.
Улар кеше тарафынан юҡ ителә, ҡоштарҙың оялары, хайуандарҙың йәшәү урындары туҙҙырыла. Баҫыуҙарҙы эшкәртеүҙә ҡулланылған ағыулы матдәләр хайуандар, ҡоштарҙың ашаған үләндәренә зыян килтерә. Шулай уҡ браконьерҙар ҡулынан да күп хайуандар һәләк була. Балыҡтар өсөн йылға-күлдәрҙең таҙа булыуы мөһим.
Республикала эре йырткыс ҡоштар һәм йыландар (шулай уҡ йыланға оҡшаған аяҡһыҙ кеҫәрткеләр), бер йәки бер нисә урында ғына осраған эндемик төр бөжәктәр айырыуса һаҡлауға мохтаж. Тағы ла Европа шәшкеһенең һәм һары шәшкенең һаны ла бик аҙ, уларҙы махсус һаҡлау сараһы талап ителә.
Шулай итеп...
"Иҫ киткес матур тәбиғәтле, бай флора һәм фауналы төбәктә йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Һәр кемдең уникаль тәбиғәтебеҙҙе һәм унда көн итеүселәрҙе һаҡлауға үҙ өлөшөн индереүе мөһим", - тине әңгәмә барышында Винер Фәрит улы. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.
Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА