«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫЙЫРҒАМЫ? ӘЛЛӘ ШТРАФТЫ АРТТЫРЫРҒАМЫ?
+  - 


Башҡортостан биләмәһендә быйыл йыл башынан алып мототранспорт водителдәре ҡатнашлығында 48 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда бер бала һәләк булған һәм 48 кеше йәрәхәтләнгән. Балалар ҡатнашлығында 13 ваҡиға булған, унда 14 бала йәрәхәтләнгән. 4 балиғ булмаған квадроцикл водителе аварияға эләгә, барыһы ла имгәнә. Был статистика мәғлүмәттәре Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың квадроциклдар, питбайктар һәм электр самокаттары һ.б. ҡулланғанда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү темаһына арналған түңәрәк өҫтәлдә яңғыраны.

Ата-әсәһе яуап бирә

"Йәш водителдәр ҡатнашлығындағы авариялар етди борсолоу тыуҙыра. Хәтерегеҙгә төшөрәм, 28 августа Белорет районының Сәрмән ауылында 12 йәшлек малай мопед менән идара итә алмай, һәләкәткә осрай. Күп һанлы йәрәхәттәре булған баланы Белорет дауаханаһының реанимация бүлегенә оҙаталар. Артабан, 18-се тәүлектә, ул вафат була. "Атаһы уға мопедты баҫыуҙар буйлап йөрөр, тип уйлап, аңлы рәүештә һатып алған булған", - тип хәбәр итә Дәүләт автоинспекция идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Олег Дмитриев. Ул Дәүләт автоинспекцияһының даими рәүештә иҫкәртеү рейдтары, әңгәмәләр үткәреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкәндәрҙең күбеһе бындай мәғлүмәттәргә бик ҡолаҡ һалып бармай һәм балаларына мотомобиль сараларын һатып алыуҙы дауам итә.
Бындай ата-әсәләргә һәм башҡа законлы вәкилдәргә балалары юл-транспорт ваҡиғаһына осраһа, иҫкәртеү йәки 500 һумға тиклем штраф рәүешендә санкциялар ҡаралған. "РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы статьяһын тулыландырыу кәрәк тип иҫәпләйем, ул юғары хәүеф сығанағы булған транспорт сараһы менән идара итеү фактына юл ҡуйған ата-әсәләргә ҡатыраҡ яза биреүҙе күҙ уңында тота. Ата-әсәләрҙең яуаплылығын ҡатыландырыуҙан тыш, балалар өсөн транспорт һатып алыуҙа сикләүҙәр индерергә кәрәк. Бының өсөн РФ Граждандар кодексының 26-сы статьяһында законлы вәкилдәрҙең балиғ булмағандарға транспорт сараһын һатып алыуға мотлаҡ ризалығын ҡарарға тәҡдим ителә", - тип тәҡдимдәр индерҙе ведомство етәксеһе.

Законлы сикләүҙәр

Техника ирекле һатыла һәм ҡуртымға бирелә, балалар был мөмкинлектән файҙалана. Тик улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белмәй һәм һөҙөмтәлә фажиғәгә тарый.
"Питбайк кеүек спорт инвентарын һатыуҙы хоҡуҡи көйләү ихтыяжы бар. Мәҫәлән, юлдарҙа транспортты файҙаланыу фактын булдырмау өсөн махсус күнекмәләр майҙансыҡтарында тейешле спорт төрө менән шөғөлләнеүҙе раҫлаған документтарҙы һатыусыға мотлаҡ күрһәтеүҙе күҙаллау. Был осраҡта һатыусы бындай белешмәһеҙ һатҡан өсөн язаға тарттырылыуы йәки лицензияһынан мәхрүм ителеүе мөмкинлеген аңлай. Был сара граждандарға питбайкты файҙаланыу ҙур яуаплылыҡ икәнен аңларға булышлыҡ итәсәк, - тип белдерҙе Олег Дмитриев. - Былтыр транспорт сараһы статусын алған электр самокаттары миҫалында питбайктарға һәм шуға оҡшаш спорт ҡорамалдарына бер төрлө хоҡуҡи нормалар ҡулланып, был транспорт сараһын теркәргә тәҡдим итәм".
Был сара, бала дөйөм ҡулланылыштағы юлда транспорт ағымына эләккәнгә тиклем, уны тәртипкә күндерергә һәм теркәлмәгән транспорт ҡулланыуҙы туҡтатыу мөмкинлеге бирәсәк. Бынан тыш, Дәүләт автоинспекцияһы вәкиле мәғариф органдарына мототранспорт һәм электр самокаттарына эйә булған уҡыусылар исемлеген төҙөү мөмкинлеген ҡарарға, артабан мәғлүмәтте эске эштәр органдарына тапшырырға тәҡдим итте.

Инициативаларҙы - эшкә!

БР Дәүләт Йыйылышының Йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров билдәләүенсә, БР Дәүләт автоинспекцияһының ата-әсәләргә ҡарата санкцияларҙы көсәйтеү буйынса тәҡдимдәре закондар сығарыу инициативаларына инәсәк.
"Һатыуҙы тәртипкә килтереү буйынса тәҡдим дә закондар сығарыу инициативаһының нигеҙе булып тора ала. Ашығыс рәүештә эксперт советында рәсмиләштерәсәкбеҙ һәм ҡараясаҡбыҙ, - тине Фәрит Ғүмәров. - Статистика мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдан Рәсәйҙә электр самокаттары һаны биш тапҡырға, ә унда йөрөү һаны 12 тапҡырға артҡан. Шуға күрә электр самокаттары ҡулланыуҙы норматив көйләүҙе камиллаштырыу, дөйөм алғанда, бындай транспорт төрөнөң хәрәкәт хәүефһеҙлеген арттырыу мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк булып китә.
Шулай уҡ квадроциклдар, мотовездеходтар, питбайктар, спортбайктар, бәләкәй мотоциклдар кеүек механик транспорт сараларында юл хәрәкәтенә ҡушылырға рөхсәт итеүҙең хоҡуҡи билдәһеҙлек проблемаһы ла киҫкен тора, улар шулай уҡ популяр. Граждандар депутаттарға ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә, йә электр самокаттарын ҡулланыуҙы тыйыуҙы, йә ҡаты сикләүҙәр индереүҙе талап итә. Беҙ тыйыу алымдарын яҡлаусылар түгел, ә күрһәтелгән транспорт сараларында хәүефһеҙ йөрөү өсөн кәрәкле шарттар ҡабул итеү яҡлы. Беҙ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә алтын урталыҡ табырға тейешбеҙ. Донъя тәжрибәһен анализлау бөтәһенә лә яраҡлы сиселеш юҡлығын күрһәтә. Ҙур мегаполистарҙың көйләү базаһы электр самокаттары тиҙлеген конструктив сикләүгә, йәйәүлеләр юлына сығыуҙы тыйыуға, бөтә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙ юл режимында хәрәкәт итергә тигән талаптарға ҡайтып ҡала. Әммә был ғына етмәй. Иң мөһиме, проблеманы төрлө кимәлдә һәм шарттарҙа системалы хәл итеү. Атап әйткәндә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үҙгәртеүҙә, административ яуаплылыҡты нығытыуҙа, мәғариф һәм мәғрифәтселек эшмәкәрлеген әүҙемләштереүҙә, юл инфраструктураһын төҙөкләндереүҙә, электр самокаттарының тиҙлеген программа менән сикләүҙә, шәхси һаҡланыу сараларын индереүҙә, шәхси яуаплылыҡ кимәлен күтәреүҙә, тирә-яҡтағы кешеләргә ҡарата ихтирамда".
Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты, именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комитет ағзаһы Динар Ғилметдинов төрлө илдәрҙә электр самокаттары ҡулланыу проблемаларын хәл итеү миҫалдарын килтерҙе: "Мәҫәлән, Сингапурҙа самокаттар ғәмәлдә тыйылған, велосипедта йөрөү бик аҙ. Ә енәйәтселәр өсөн санкциялар ярайһы уҡ етди - 2 мең сингапур доллары, йәки 1,4 мең доллар, йәки өс айға тиклем иркенән мәхрүм итеү. Нидерландта дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа йөрөү өсөн 360 евро штраф индерелә һәм электр самокаттарына ҡаты талаптар ҡуйыла. Японияла водитель таныҡлығы талап ителә, ә самокаттарҙы полицияла теркәргә һәм даими рәүештә транспорт һалымын түләргә кәрәк. Талаптарҙы боҙған өсөн штраф 450 долларға етә, айырым осраҡтарҙа өс айға тиклем төрмәгә ултыртыу ҡаралған. Парижда, референдум һөҙөмтәләре буйынса электр самокаттарына тулыһынса тыйыу индерелгән", - тине Динар Ғилметдинов.

Ксения КАЛИНИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.10.24 | Ҡаралған: 50

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru