«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АРҠАЛЫ – 4
+  - 


Тиҙҙән Беренсе май, шунан Еңеү көнө, урамға, теге, әлегә самалап ҡарамаған еңһеҙ аҡ күлдәгемде, һылыулыҡҡа ғына тотонған сөм ҡара сатин ыштанымды, ҡыҙыл сандалийҙарымды кейеп сығырмын, уң яҡ кеҫәмә оло ҡуш ус ҡурылған ҡурмас, һулаҡай яғына әсәйем байрамдарҙа ғына сығарған биш-алты бөртөк өрөк-йөҙөмдө һалырмын, ҡурмасты үҙем кетерҙәтермен, ожмах емештәре - Лидаға, ул бит тәмле тамаҡ. Таня апай ҙа, моғайын, ҡулыбыҙҙы ҡоро итмәҫ, әллә һуңғы арала кейәү һүҙен онотҡас мине күрмәҫме? Бына мин ҙурайып өйләнһәм, бер ҡасан да балаларымды ташламам, яттар ҡулына ҡалдырмам, нисек инде, теге тоҡом айғырына атланып, артына атылған ҡуяндай, балаларыңдан ҡасмаҡ, боҫмаҡ кәрәк! Әсәйем көлһә лә минең тормош та еңелдән түгел бит, тел менән дә, яман күҙ менән дә ситнәтелеп йәшәлә...
Хәҙер инеп, түшәгемдә бөгәрләнһәм дә йоҡо алмаясаҡ, ятырмын шулай күренмәгән түбә таҡтаһына төбәлеп, әрһеҙ сиңерткәнең шыҡһыҙ йырын тыңлап. "Әллә атайҙы барып күрергәме, Сталинға биргеһеҙ, оҫта һыбайлы ниндәйерәк буй-һында икән?" Башыма килгән шул көтөлмәгән теләктән тертләгәндәй һиҫкәнеп киттем. Улай тиһәң, әсәйем, юлдар өҙөлгән ваҡыт, тине бит әле. Өҙөлһә ни, алыҫ ара түгел, өҙөлгәнде ялғап барыр ҙа боролормон, тимерҙе ҡыҙыуында һуғыуың хәйерле. Ә унда минең кәрәгем бармы, атайым танырмы, ҡабул итерме? Ғәзиз балаһын танымаған атайҙар юҡтыр ул донъяла, күҙҙәре менән күрмәһәләр ҙә еҫенән танырға, алыҫтағы шәүләһен булһа ла сырамытырға бурыслылар. Шуның өсөн дә ул атай түгелме? Атайым да мине һис һүҙһеҙ таныр, сөнки ҡиәфәтең менән һин уға оҡшағанһың, ти әсәйем.
Кәртәбеҙҙәге ҡарт әтәс таң яҡынлауын һиҙҙереп, ҡарлыҡҡан тамағын артыҡлап ярмай ғына тауыш бирҙе, тимәк, тағы ла ике-өс сәғәт тирәһенән яҡтыра башлаясаҡ. Бөгөн йома, класс етәксеһе Хәнифә апай көн һәйбәт торһа, Һаҡмар йылғаһына экскурсияға барып әйләнербеҙ, тип вәғәҙәләгәйне, шулай булғас, уҡымауыбыҙ ҙа бик ихтимал, уҡымайбыҙ икән, дәрескә килмәүселәргә лә артыҡлап ҡатырғана алмаясаҡ, сөнки уҡытыусыбыҙ һүҙһеҙ ҙә белә. Мәҫәлән нимәгә миңә Һаҡмарҙы күрергә, былай ҙа тиҫтер малайҙар менән эңер төшкәнсе шул яҡтан ҡайтып инмәйбеҙ. Йәнә, күмәкләп, эйәртенешеп йөрөүҙе яратып бөтмәйем, яңғыҙың булғанда тирә-яғыңа иғтибар менән, текәлеберәк бағаһың, шул саҡта ошоғаса күренмәгән нәмә күҙгә эләгә, бер үҙеңә фекерләүе, ҡылғаныңа баһа биреп һығымта яһауы ла еңел, ҡамасаулаусы юҡ. Ә тегендә, теләйһеңме быны, әллә юҡмы, Нәйлә менән йәнәш баҫып торорға тура киләсәк, ә өнәмәгән кеше менән юлдаш булыуы - күҙгә дегәнәк төшөп этләнеүгә тиң. Әгәр хәҙерҙән ҡуҙғалһам Ҡәнзәфәр тигән ауылға төш ауғансы уҡ барып етермен, атайыма текәлеп ҡарау ярты сәғәтте алһын икән ти, кире боролһаң, ҡараңғы төшкәнсе үк ҡайтып етә алам. Ә әсәйемде киҫәтмәй сығып китеү килешерме? Билдәле, килешмәҫ, әммә атайымды барып күрергә теләйем, тип үтенһәң, һис ҡасан риза булмаясаҡ, уның яғына йыл әйләнәһенә юлдар өҙөләсәк, уныһы көн кеүек асыҡ. Мин хәҙер ҙурайҙым бит инде, дүртенсе класты ослаһам, үҫмер йәшенә индем, тигән һүҙ, ә үҫмер менән бергә уның буй-һынынан тыш, уйҙары, теләктәре, хәүеф-борсолоуҙары ла үҫә. Тағы, оҙаҡҡа түгел бит, күп тигәндә ярты көнгә китәм, юлым уңа, юлдашҡа ылау осрай ҡалһа, унан да иртәрәк боролорға мөмкин.
Холҡома ярашлы ҡулымдағы күҙгә күренмәҫ ҡылыс менән ҡырҡа һелтәндем: "Хәл ителде!" Шулайтып ныҡлы ҡарарға килеп, кире өйгә индем дә шыпырт ҡына һәрмәнеп йөрөп йыйына башланым: сатин ыштан урынына ҡалыныраҡ бумазый салбар, сылғаулап кирза итектәр, пинжәккә тартым еңһеҙ һырма, башыма кепка кейеп алдым, ни тиһәң дә ҡараңғыла сығам бит, шуға күрә тартмаға һалып ҡуйған алты асмалы бәкене, көлдөксәлә ятҡан бер ҡап шырпыны кеҫәмә тыҡтым. Өй эсендә тынлыҡ, ниҙер һиҙенгән сиңерткә лә тыңғандай шымтайып тынып ҡалған, Аҡбикә исемле бесәйебеҙ ҙә барыһын да күҙ яҙлыҡтырмай күҙәтеп ултырыуын һиҙҙереп, диван яғынан ут күҙҙәрен ялтлатты. "Ярай, көтөгөҙ, оҙаҡ йөрөмәм, көтөгөҙ!" тип, бер кемгә лә тәғәйенләнмәгән уйымды бышылданым. Һаҡ ҡына ишекте асып-ябып тупһаға сығып баҫтым, күңелемдән үҙемә-үҙем хәйерле юл теләп, бисмилламды әйтеп, биттәремде һыпырҙым. Тупһа ауыҙында көткән Алғыр, бергә барайыҡ, әҙермен, тигәндәй, ҡойроғон болғап ҡуйҙы. "Һиңә унда ярамай, мында ҡалып ҡына көт, йәме?" Этемдең муйынынан тотоп алып барып, кәртә эргәһендәге сынйырына эләктерҙем. Ул илағандай сыйнап ебәрҙе. "Үпкәләмә, өй тирәһенә лә күҙ-ҡолаҡ кәрәк!" Шулай тинем дә ҡыҙыу атлап урамға сыҡтым.
Ауыл осондағы таныш юлға төшкәс, ылғый барып йөрөгән Шәмсетдингә тиҙ арала барып еттем. Ҡыйыҡ ай тирә-йүнде нурҙарында ҡойондормаһа ла һәммәһен асыҡ төҫмөрләтә. Һаман да яҡтырмаған әле, Шәмсетдиндәр ҙә иҫ-оҫ белмәй йоҡлайҙар, урамдан үткәндә бер эт кенә төнгө юлаусыны абайлап ләңкелдәгәндәй итте лә тынып ҡалды, шулай итеп, имен-аман беренсе ауылды ла аша үттем. Бындай тиҙлектә барһам, һә тигәнсе барып етәм инде ул. Ауылдың теге осонан уҡ шырлыҡ башлана икән дә баһа, хәйерһеҙ, юл биленә һуҡҡан йыландай, уңға-һулға ташланып, борғаланырға тотондо, аяҡ аҫтындағы юл да ҡайҙалыр юғалғандай булды, хәҙер нисек тә яҙлыҡмай барыуың хәйерле. Баш осомдан ҡанаттарынан ағылған ел тауышын һыҙғыртып-ишеттереп, төнгө ҡош оҙатып бара башланы, өкөмө был, әллә ябалаҡмы - белмәҫһең. Ҡарурманда ҡоралһыҙ йөрөргә ярамағанлыҡтан, берҙән-бер һаҡланыу ҡоралымды - кеҫәмдәге бәкемде ҡапшап-ҡапшап алам, бәләһенән баш-аяҡ, һәр минутта әҙер булыу кәрәккәс, бәкенең ҙур асмаһын асып, ҡулыма тотоп алдым. Һабыр менән Шәмсетдин араһы таулы юл булғас, беленмәһә, бында бер ни тиклем ваҡыттан аяҡтарыма мәте йәбеште, көсөргәнеп атлауҙан арҡа буйым дымланды. Үҙ-үҙемде дәртләндереү маҡсатында яратҡан йырымды мөңрәп алдым:

Юлдар, юлдар, инде нисә йылдар,
Айырыла алмам һеҙҙән мин...

Ярай әле бер ни тиклем ваҡыттан юл тау түбәненә ҡарай китте, тағы ла бер сәғәт тирәһенән көн яҡтыра төшкәс, ҡаршымда бейек ҡарағайҙарҙың юғарылағы киртләстәре күҙемә салынды, йылға шауын ишеттем, әһә, был Бараҡал йылғаһы, малайҙарҙың һөйләүенә ҡарағанда ул Һаҡмарға ҡарағанда киңлеге күпкә бәләкәй һәм ҡеүәте ҡайтыш, ярҙары беҙҙәгеләй ҡабра ла, текә лә түгел икән, шулай булғас, яҡты-күҙҙә йылғаны аша сығыуы артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмаҫ. Яҡынланым да, күргәнемдән юғалыңҡырап ҡалдым, бәләкәй йылға тигәндәре ныҡ ташып китеп, эргәһендәге асыҡлыҡтарҙы, болондарҙы күмеп йәйрәгәйне. Бына бәлә, бынан аша сығыуы мөмкин булмаған эш, эҫе мәлендә кире боролорға ғына ҡала. Аптырауға ҡалып, яр ситенә барып ултырҙым. Ныҡ иртә булһа ла, бәлки, кисеү тапҡырына берәй тәгәрмәсле техника яҡынлар? Күпме генә һағайып тыңлаһам да мотор тауышы ишетелмәне, өңөлөп төбәлгән һүрәнке ҡарашымды фаралар яҡтыртманы. Файҙаһыҙ һәм оҙаҡ ҡына көттөм. Аяғөҫтө баҫып, яр буйын кәлепләп йөрөп тә алдым. Әгәр кире боролһам - еңеләм, беренсе ҡыйынлыҡтан шөрләйем, ҡаршылыҡтан ҡасам. Ошондай хәлдә ҡалыуымды бер кемгә һөйләмәҫмен дә хатта, әммә бирешеп, бирелеп артҡа сигенеүем оҙаҡ хәтеремә уйыласаҡ, эсемде күмһетәсәк, йәнемде ағыулаясаҡ. Улай тиһәң, ниңә шул саҡлы төшөнкөлөккә бирелергә, теге яҡтағы яр үҙенә саҡырып, күренеп тора ла баһа, киң тигәндә лә ун биш, егерме метрлыҡ ара. Яртыһына еткәнсе тәрән дә түгелдер әле, һыу муйындан юғарыға үрләһә, биш-алты метр йөҙөп барһаң, аяҡтар тағы ла йылға төбөнә баҫыр.
Һалҡынлыҡты тойоп күнегер өсөн биттәремде ҡулдарымды сайып алдым. Боҙло һыу тәнемде бешерҙе. Ни булһа ла булыр, тәүәкәлләнем, кейемдәремде һалып та тормаҫтан, һыуға төшөп аҙ ғына алға киткәйнем, иреп бөтмәгән йылғаның төбө боҙ икән дә баһа, һеүән ташҡын минең аяҡтарымды салып йығып, юнысҡылай эләктереп алды ла күбекле ҡосағына ҡарманы. Бер ни тиклем ваҡыттан тәнемдең ҡорошоп өшөүен тойҙом, мамыҡлы һырмам һыу һеңдереп, ҡуңыстарына һыу тулған итектәрем таштай ауырға әйләнеп, мине төпкә ҡарай тарта башланы. Бер нисә тапҡыр һыу йотоп сәсәп алдым, әммә нисек тә өҫтә ҡалырға тырышып, ҡоластарымды йәйеп йөҙөп маташам. Йылға мине юғары тиҙлекле ағымының уртаһына төшөрөп алып, аҫҡа ҡарай өҫтөрәне, бындай барыш менән барһа, тағы ла бер аҙҙан ағын ташҡы, ажарланып, ташлы ҡаяларға барып бәреләсәк, ул саҡта ҡотолор юл, арҡаланыр сара ҡалмаясаҡ.
Хәлем насарайғас, салҡан әйләнеп ятып, ҡул-аяҡтарымды тарбайттым, ошолай иткәндә бер аҙға ғына өҫтә ҡалып ҡырталашырға мөмкин. Күҙҙәрем бер аҙға ғына яңы офоҡтан күренгән ҡояшты күрҙе, уның түңәрәгендә әсәйемдең борсолоулы йөҙө сағылғандай итте. Әгәр мин ошонда батып үлһәм, ул ҡалайтыр, кемгә таяныр, кемгә ышаныр, кемгә ҡарап өмөтләнер? Ошо асырғаныулы уй тәнемә көс-ҡеүәт өҫтәгәндәй итте, тәнемә һылашҡан, төймәләре эленмәгән һырмамды ауырлыҡ менән һыпырып ырғытып, тыңламаған, һенағастай ҡатҡан ҡулдарымды мәжбүр итеп, аяҡтарымды мөмкинлектән сығып тыпырсытып йөҙөргә тотондом, һәм ҡулым көтмәгәндә һыуға эйелгән тал ботағын һәрмәне һәм уны арҡандай тартып, ярға ҡарай ынтылдым. Ауырлыҡ, көс-хәл менән шыуышып сыҡтым да, хәлһеҙләнеп, күҙҙәремде йомдом, хатта йоҡлағандай, мәрткә киткәндәй итеп ойота ла башланы, әйтерһең дә, йәнем тәнемдән айырылды. Ана бит, керһеҙ саф йәнем баш осонда мине ситтән күҙәтеп аҫылынып тора. Әллә ҡайҙан, аҡ томан эсенән Алғыр, Аҡбикә, әсәйем, туҡал һыйырыбыҙ, биш баш кәзә-һарыҡтарыбыҙ эйәртенешеп килеп сыҡтылар ҙа мине йылыта башланылар: әсәйем йылы-йомшаҡ ҡулдары менән ыуа, ҡалғандар иһә, ҡытыҡты килтереп, ҡытыршы телдәре менән ялай. Шулай хәл-торошомдо ипкә килтерҙеләр ҙә теҙелешеп алып, минең тирәләй әйлән-бәйлән әйләнергә керештеләр. Бер аҙҙан, тегеләрҙең дәртле, күңелле тамашаһын күҙәтә торғас, юғарыла аҫылынған йәнем ҡабаттан тәнемә килеп ҡушылды, бына быныһы һәйбәт, ни тиһәң дә уларҙың бергә булыуҙары, бергә ҡалыуҙары, берегеүҙәре яҡшы.
Салҡан әйләнеп, муйынымдағы бетеүемде һәрмәнем. Урынында, тимәк ҡотом мине ташлап китмәгән, бәлки, ул мине-бәлә ҡазаға юлыҡтырмай, был яҡ ярға алып сыҡҡандыр ҙа әле, кем белә. Һалҡын һыу һырғалаған түбәмде, сикәләремде усым менән һыпырҙым. Кепкам әрәм булды, кейерлек ине әле. Ярай, бәлә түгел, иң мөһиме - кепка һаҡлаған башым урынында. Тәүге тапҡыр күргәндәй, иртәнге шәфәҡ ҡыҙғылт нурҙарға мансыған тау һырттарына, ағас баштарына, төпһөҙ күккә баҡтым. Өҫтөмә ҡаҙандай түңкәрелгән зәңгәр сатыр ҡарашыма һыйғас, бәләкәй, һәм шул уҡ ваҡытта тотош Йыһанды, Айҙы, Ҡояшты үҙенең эсенә һыйҙырғас, иҫ китмәле ҙур ҙа, һәм ул - мәңгелек. Шул мәңгелек - зәңгәр күҙҙең иғтибарлы ҡарашына беҙ, төрлө яҙмышлы әҙәм балалары, һыйғанбыҙ. Кеше был донъяла яңғыҙы көн итә алмай, береһе икенсеһенә терәк һәм таяныс, кеше кешегә арҡалы. Теге саҡта әбейҙәрҙең әйткәне ҡолағымда яңынан яңғырап киткәндәй итте: "Атайлы бала - арҡалы бала..." Мине арҡаһыҙ, тип әйтергә иттеләрме икән? Арҡалымын ул, яҡындарым эргәлә, йәнә үҙемә -үҙем арҡалымын, шулай булмаһа, боҙло ташҡынды еңер инемме? Әле лә арҡам менән ер ҡыртышын, төпкөлдән килгән ер йылыһын тоям.
Күпмелер шулай онотолоп ятҡас, тәнемде һыу түгел, иртәнге ел өшөтөүен тойҙом. Ирекһеҙҙән түш кеҫәмде ҡапшағандай иттем, ҡайҙа инде, бәкем дә, теге шырпым да ағып китте бит. Әкрен генә тороп ултырып, итектәремә тулған һыуҙы түктем, сылғауҙарымды, күлдәгемде, салбарымды һығып кейҙем. Тумбыҡҡан балтырҙарыма, биттәремә һуҡҡылап алдым, кәүҙәмдәге ағзаларҙы теүәлләгәндәй итеп, түшемде ыуҙым, ҡул һыртым менән йәшле күҙҙәремде ҡороттом. Барыһы ла урынында һымаҡ. Былай тырпырарға ярамай, юғиһә, тере килеш ҡатып ҡалыуың бар. Ауырлыҡ менән ҡалҡынып, уңға-һулға болғаңлап, йүгерә-атлай ҡаршылағы күренгән текә тау һуҡмағынан юғарыға ҡарай киттем. Тештәрем тешкә теймәй шаҡылдайҙар, быуындарым ҡалсылдай, башымда буталсыҡлы уйҙар сыуала: "Минең ошолай һине күрергә тип китеп барғанымды һиҙәһеңме икән, атай? Белмәйһеңдер, белһәң мин иҫ белмәҫ үк ят ояға йомортҡаһын һалып ҡасҡан моңһоҙ кәкүктәй ташлап сығып олаҡмаҫ инең... Мин кем һинең өсөн, ят бауыр бары!.. Бына бер килеп өйләнермен, әммә ғаиләмә, балаларыма һис ҡасан хыянат итмәм. Яҡындарыңа күрһәтелгән хыянат кисерелмәй ҙә, ғәфү ҙә ителмәй. Һиңә һуғышта батыр алышҡаның өсөн түшеңә орден ҡаҙағандар, ә тормош яланында ҡылғандарың өсөн ниндәй баһаға лайыҡ һин?.. Өндәшмәйһеңме?"

(Дауамы. Башы 41-43-сө һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.24 | Ҡаралған: 63

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru