«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАНА ҺӨНӘРҘӘРЕНӘ ӨЙРӘТӘБЕҘ!
+  - 


Күмертау ҡалаһындағы Республика политехник лицей-интернаты директоры Венер Ришат улы ҺАБАНШИН менән белем усағы, инженерҙар әҙерләүҙең мөһимлеге, педагогтарҙың төп бурысы тураһында әңгәмәләштек.

- Беҙҙең Республика политехник лицей-интернаты 1997 йылда үҙ ишектәрен асҡан, шунан бирле ил өсөн кәрәкле техник һөнәрле белгестәрҙе әҙерләүгә ҙур өлөш индереп эшләп килә. Беҙгә Башҡортостандың көньяҡ райондарынан - Күгәрсен, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Хәйбулла, Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәм Ырымбур өлкәһенән килеп уҡыйҙар. Уларға техник һәм медицина йүнәлешендә сифатлы белем биреүҙе маҡсат иткәнбеҙ, йыл һайын күрһәткестәребеҙҙе яҡшырта барабыҙ һәм сығарылыш класының яртыһы лицейҙы миҙалға тамамлай. Мәҫәлән, былтыр 46 сығарылыш уҡыусыһы булғайны, 17-һе - миҙалсы. Барлығы 322 уҡыусы белем ала быйылғы йылда, шуларҙың 128-е интернатта йәшәй. Апрель айҙарынан башлап ауылдарға үҙебеҙ тураһында таныштырып һөйләргә йөрөй башлайбыҙ һәм уҡыусыларға барлыҡ яҡшы шарттар тыуҙырыу өсөн эшләйбеҙ, уларға төрлө льготалар ҙа ҡаралған.
Уҡырға 5-се кластан ҡабул итәбеҙ, әммә алыҫ ауылдарҙан ата-әсәләр балаларын күберәген 7-8 класҡа ебәрә. 10-11-се кластарҙа физика-химия һәм химия-биология йүнәлештәренә бүленеп, тәрәнәйтелгән белем бирә башлайбыҙ. Һынап ҡарау өсөн химия-биология йүнәлешенә тик ҡыҙҙарҙан торған класс йыйҙыҡ, ә дөйөм алғанда, малайҙар 60 процент, ҡыҙҙар 40 процент тирәһе тәшкил итә беҙҙә. Лицей-интернат асылғандан алып 2008 йылға тиклем тик малайҙарҙы ғына уҡырға алған булғандар, әммә аҙаҡ демографик хәлгә бәйлеме, ҡыҙҙарҙы ла ҡабул итә башлағандар. Уҡыусыларға инженер һәм табип һөнәрҙәренең актуаллеге, мөһимлеге тураһында даими һөйләп торабыҙ, юғары белем алыуҙың, техник белемгә эйә булып, аҙаҡтан үҙебеҙгә эшкә ҡайтыуҙың мөһимлеген аңлатабыҙ, профориентация эшен дә алып барабыҙ. Уҡыусыларыбыҙ Берҙәм дәүләт имтихандарында ла һынатмай, олимпиадаларҙа ла әүҙем ҡатнаша, яҡшы өлгәшәләр, һәр яҡлап әүҙемдәр. Дөрөҫөн әйткәндә, ауылдарҙан килгән уҡыусылар БДИ-ны 90-95 балға тапшырып, үҙҙәре теләгән вуздарға уҡырға инеп китә.
Балаларҙың тәрбиәһенә лә ҙур иғтибар бүленә, айырыуса интернатта йәшәгән балаларҙың тәрбиә-тәртибен күҙәтеп торабыҙ. Ир-егет уҡытыусылар һәм тәрбиәселәребеҙ булыуы был йәһәттән ҙур өҫтөнлөк бирә. Әлбиттә, кешегә тәрбиә тәү сиратта ғаиләлә һалынырға тейеш, артабан дисциплина, уҡыуға ынтылыш, хеҙмәткә һөйөү, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрәтеүгә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Мәктәптәрҙә хеҙмәт дәресе быйыл ғына яңынан тергеҙелһә, беҙҙә был эш туҡтатылғаны һис булманы: ата-әсәләр баланы уҡырға алып килгәндә үк хеҙмәткә ризалығын бирергә, ғаризала быны теркәргә тейеш булды. Ҡыҙҙар хеҙмәт дәрестәрендә тәмле итеп ашарға бешерергә, ҡул эштәренә өйрәнә, егеттәр станоктарҙа ағастан төрлө әйберҙәр оҫталай. Был бит үҙҙәренә файҙаға ғына, студент булғас та ошо дисциплина ярҙам итәсәк, эш рәтен белеп үҫәсәктәр.
Илһөйәрлек тәрбиәләүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ - был аҙнала бына Башҡортостандың эҙләү хәрәкәте Хәрби дан музейы менән берлектә "Рәсәй һалдаты" тигән ҙур күргәҙмә алып килде, унда 1-се Донъя һуғышынан алып Махсус хәрби операцияға тиклемге тарих сағылдырылған. Күргәҙмәне лицей базаһында ойошторҙоҡ, хәҙер беҙгә яҡын-тирәләге муниципаль мәктәп уҡыусылары уны ҡарарға килә, үҙебеҙҙең лицейҙыҡылар ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Аҙна һайын берәй мөһим темаға бағышланған саралар, осрашыуҙар, ҡыҙыҡлы дәрестәр, билдәле кешеләр менән әңгәмәләр үткәреп торабыҙ.
Балаларҙың һәләттәрен үҫтереүҙең дә мөһимлеген аңлайбыҙ һәм 14 йүнәлештә төрлө түңәрәктәр асҡанбыҙ, унда береһе лә ситтә ҡалмай йөрөргә тырыша. Техник, крайҙы өйрәнеү, физика-химия, физкультура йүнәлештәрендә түңәрәктәр эшләй, балалар шахмат уйнарға, грек-рим көрәшенә йөрөй, "Ҡаурый ҡәләм" әҙәби түңәрәгендә башҡортса шиғырҙар яҙырға өйрәнә. Быйыл пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса яңы түңәрәк астыҡ. Һуңғыһына федераль программа буйынса 4 педагог һәм мин үҙем махсус уҡыныҡ, ике кабинетты тулыһынса йыһазландырҙыҡ. 2021 йылда асылған ике инженер класы уҡыусыларына (әле улар 7-се һәм 10-сы класта белем ала) пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйырға өйрәтәбеҙ, уҡыусылар үҙаллы йәбештерә, шунан программалай, компьютерҙан визуаль осош үткәрәләр, шунан осороп ҡарау өсөн тәғәйенләнгән яланыбыҙҙа үҙҙәре эшләгән аппараттарҙы һынап ҡарайҙар. Бик ҡыҙыҡһынып өйрәнәләр.
Һөнәрҙәр үҙләштереүҙән тыш, заман кешеһе төрлө телдәрҙе лә яҡшы белергә тейеш. Шуға беҙҙә рус, инглиз, немец һәм башҡорт телдәре уҡытыла. Башҡорт, рус, инглиз телдәре дәрестәре бер тигеҙ күләмдә бирелә, һәр береһе буйынса 3-әр уҡытыусы эшләй. Уҡытыусыларыбыҙ барыһы ла үҙе алған һөнәре буйынса эшләй, йәғни, квалификацияларын үҙгәртмәгәндәр. Был да бик мөһим фактор, сөнки төп һөнәре буйынса эшләгән педагогтар ҙа һирәк бит хәҙер, кадрҙар мәсьәләһе күптәр өсөн киҫкен тора. Әммә беҙҙә, шөкөр, педагогик кадрҙар етерлек, беҙ уҡытыусыларҙы төрлө яҡтан үҙебеҙгә эшкә саҡырып алдыҡ. Был йәһәттән мин коллегаларымдан уңдым. Биш йыл директор вазифаһын йөкмәйем һәм матур ғына һөҙөмтәләребеҙ булыуын күреп, ҡыуанам. Мәҫәлән, Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса күрһәткестәр күҙгә күренеп күтәрелде, коллектив "йәшәрҙе" һәм әүҙемләште, былтыр физиканан 100 балл алған уҡыусыбыҙ булды.
Ғөмүмән, балаларға яҡшы уҡырға барлыҡ шарттар тыуҙырып торабыҙ. Уларҙың дөрөҫ туҡланыуын да хәстәрләйбеҙ: тулы циклдағы ашхана эшләй, республика етештереүселәренең продукцияһын һатып алып, үҙебеҙ тәмле итеп бешереп ашатабыҙ. Бер мәл күптәр аутсорсингҡа күскәндә беҙ балаларҙы ҡайнар аш менән үҙебеҙ тәьмин итеү системаһын һаҡлап ҡалдыҡ. Урындағы етештереүселәргә лә ярҙам итәбеҙ. Бына шулай, үҙ алдыбыҙҙағы бурыстарҙы атҡарып, киләсәк быуынды һау-сәләмәт, уңышлы, аҡыллы, маҡсатлы һәм белемле итеп үҫтереүгә өлөш индереп, заман менән бергә үҫешергә ынтылып хеҙмәт итәбеҙ мәғарифҡа.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.12.24 | Ҡаралған: 69

Киске Өфө
 

Кешенең аҡыл туплауға өс юлы бар: уйланыуҙар юлы - быныһы иң изгеһе; башҡаларға оҡшарға тырышыу юлы - быныһы иң еңеле; үҙ тәжрибәң менән яуланған юл - быныһы иң ауыры.

(Конфуций).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru