«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕР КЕШЕҺЕНӘ КҮРҺӘТМӘ
+  - 

• Әгәр ҙә һинең тик Аллаһы Тәғәләгә генә табыныу ниәтең бар икән, кемгәлер оҡшарға тырышыу мөһим түгел. Аллаһ алдындағы баһаң да еткән. Кешелек сифаттарыңдың үҙең кеүек үк Аллаһ ҡолдарынан маҡталыуын көтмә. Кешеләрҙең нимә уйлағаны һинең өсөн улай уҡ мөһим булырға тейеш түгел...

• Алдауҙан алыҫ тор. Бөгөнгө алдауһыҙ йәшәп булмаған йәмғиәттә ауыҙыңдан сыҡҡан һәр һүҙең тос һәм ҡиммәт булһын. Әйткән һүҙең кешеләрҙә ышаныс тыуҙырһын. Үҙ һүҙеңдең хужаһы бул. Йылан һымаҡ борғоланыу - түбән йәнлеләр эше.

• Иман, Ҡөрьән һәм намыҫ күрһәткән юлдан алға бар. Артҡа боролоп ҡарама, һул һәм уң яғында нимә бар икән тип тикшермә, тура юлдан барыуыңды дауам ит.

• Хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек яғында булыу, Аллаһ ярҙамы гел йәнәшәңдә булған йәннәткә аяҡ баҫыу өсөн юлда ныҡышмалы булыу ҙа етә. Ләкин шуны онотма: был юл - ауыр юл, үҙеңде ҡулында баҙлап торған күмер тотоп йөрөгәндәй хис итәсәкһең. Ауырлыҡтар менән көрәшкәндә генә кеше шәхес булып формалаша, эштәре Аллаһ тарафынан баһалана.

• Еңел тормош кешене йоҡлата. Бәйғәмбәрҙәр тарихына күҙ һал әле, кемеһе еңел көн күргән? Йәннәт - арзан түгел, йәһәннәм - алыҫ түгел.

• Ауырлыҡтарҙы сыҙамлыҡ менән генә үтеп сығырға мөмкин. Кешеләр аңламаҫ, һинән мыҫҡыл итеп көлөүселәр ҙә булыр. Уларға асыу тотма. Доға уҡып, дөрөҫлөк уларға ла ҡапҡа асһын, тип һора. Ғорурлығыңды ситтә ҡалдыр. Нәфрәт һәм дошманлыҡ кеүек хистәр һинең өсөн ят булһын, улар сирләтә. Һине кемдер яратмай, тип борсолма, йөрәгеңде Аллаһы Тәғәләгә йүнәлт.

• Үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн ҡуйма, ләкин кәм дә тойма. Нисек барһың, шулай бул, үҙ тормошоң менән йәшә. Кеше һөйләгәнде һөйләмә һәм тыңлама. Бары тик Аллаһтың әйткәнен тыңла, Уның менән мөнәсәбәттәреңде яйла. Иң мөһиме, хәрәкәттәрең, һүҙҙәрең, ҡылғандарың Аллаһы Тәғәлә оҡшарлыҡ булһын.

• Көн һайын етешһеҙлектәреңдең һанын әҙәйт. Мосолман һәм кеше булараҡ камиллашырға тырыш. Нәфсенән - намыҫҡа, ерҙән Аллаһҡа күсеүеңде дауам ит. Намыҫ - ул кеше йөрәгендәге Бәйғәмбәр кеүек.

• Кеше туҡтамай хеҙмәт итергә, киләсәк өсөн борсолмаҫҡа тейеш. "Мосолман киләсәге өсөн борсолорға тейеш түгел" тиеү, киләсәктән ҡурҡырға кәрәкмәй, тигәнде аңлата.

• "Хеҙмәт - ул ныҡлы таяныс. Йығылһаң да, уға тотоноп, аяғүрә баҫа алаһың".

• "Кем йәш сағында теләһә ниндәй урында йәшәй, шул ҡартлығында теләмәгән урында йәшәр".

• Халиф Али шулай тип әйтеп ҡалдырған: "Балаларығыҙҙы улар йәшәр заманға ҡарап тәрбиәләгеҙ".

• Аҡса һинең өсөн төп маҡсатты тәшкил итмәһен. Аҡса - ул изге эштәрҙе башҡарыуҙың бер сараһы ғына булып ҡалһын. Матди байлыҡты йөрәгеңә индермә. Бер йөрәккә ингән нәмәне кире сығарыу бик ауыр ул. Мәңге булмаған әйберҙәр бер ҡасан да кешегә бәхет килтермәҫ.

• Халиф Омар: "Кеше һөйләмә. Ул - ауыр бер сир. Аллаһты иҫкә төшөр. Бына ул дауа!" - тигән. Ниндәй хаҡ һүҙҙәр! Бер тапҡыр ғына булһа ла кеше тураһында нәфрәт, насар тойғолар менән яман һүҙ әйтһәң, шундуҡ үҙеңде насар хис итәһең. Ләкин Аллаһты иҫкә төшөргәндә йөрәк тыныслыҡ, ихласлыҡ менән тула.

• Кеше ихлас кешеләрҙән белем һирпергә тейеш. Иғтибар менән тыңла, ләкин һәр нәмәгә ышанып барма. Кем һөйләгәненә түгел, нимә һөйләгәненә ҡара. Тирә-яғыбыҙҙа нимә булғанын аңларға тырышмаһаң, ғүмеребеҙ заяға уҙасаҡ. Үҙ ышаныуҙарыбыҙ, фекерҙәребеҙ булмаһа, юғаласаҡбыҙ.

• Дуҫым, шуға ышан: әлеге заманда күптәр үҙҙәренең көсһөҙлөгөн еңә белмәй. Үҙ башың менән уйла. Һинең менән идара итмәһендәр. Барыһын да белеп, аңлап йәшә. Үҙеңде тормошоңдан ситләтер нәмәләр күп ул. Кеше-робот менән идара итеүе еңелерәк тә.

"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 – 16 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.01.25 | Ҡаралған: 58

Киске Өфө
 
Уйлап та тормайынса миңә яуызлыҡ күрһәткән кешегә мин баш эйәм һәм уны иң йомарт һөйөү менән бүләкләйем; ул ни тиклем күберәк яуызлыҡ ҡылһа, мин шул тиклем күберәк изгелек ҡыласаҡмын.

(Будда).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru