![](up/photos/_2024/4324/per.jpg)
(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
Граф В.А. Перовский
(1833-1842 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).
Казак отрядтары ҡурсалаған солтан-хакимдарҙың ғәйепле барымтасыларҙы язаға тарттыра алырлыҡ көс-ҡеүәттәре булмай, һәм бындай маҡсатҡа өлгәшеү өсөн казак командалары йәлеп ителә.
Перовский ваҡытында ошондай командировкалар йыш була һәм ҡайһы берҙә ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшелә. Ҡырғыҙ өйөрҙәрен тар-мар иткәс, уларҙың етәкселәре үлтерелә - әммә быға ҙур ауырлыҡтар менән өлгәшелә, һәм быны бары тик бәхетле осраҡ тип атарға була.
1839 йылда элекке мәжбүри полктың бер нисә йөҙ казагы полковник Геке етәкселегендә үҙенең өҫтөнән бер ниндәй ҙә власты танымаған билдәле батыр Исәт Ҡотобаровты язаға тарттырыу маҡсатында далаға ебәрелә. Башҡорттар менән көсәйтелгән был отряд йәйге эҫе көндәрҙә Ҡотобаровты далала оҙаҡ эҙләй. Уныһы, үҙ сиратында, ниндәй ҙә булһа батырҙарса ғәмәл менән дан ҡаҙанырға ниәт итеп, үҙҙәренең насар ғына ҡоралланған рус отряды һаҡлаған солтан-хакимын тар-мар итергә ҡарар итә һәм шымсылары аша солтандың төнгә ҡайҙа урынлашыуы хаҡында белешеп тора. Бына нисек килеп сыға: шымсылар солтандың бер ниндәй хәүеф-хәтәр тоймайынса ғына төн уҙғарырға йыйыныуын белеп ҡалып, ошо хаҡта Ҡотобаровҡа хәбәр итер өсөн сапҡын ебәрәләр; әммә тап шул саҡта төнгә ҡаршы солтан янына казакатар, башҡорттар, пехота ротаһы һәм атлы казак артиллерияһы дивизионы менән полковник Геке килә. Ҡотобаров, шымсыларынан хәбәр алғас, үҙенең 3 меңдән артығыраҡ кешенән торған отряды менән солтан-хакимға һөжүм итергә була. Иртәгәһенә, шымсылар күрһәткән урынға килеп еткәс, үҙенең алданғанына төшөнә, шымсыларҙы аҫып ҡуйырға бойора, һәм, үҙен ҡурҡаҡ итеп күрһәтмәҫ өсөн, алышҡа инә; ҡырғыҙҙар өсөн уның һөҙөмтәһе яман була: күмәкләп ташланыуҙарына ҡарамаҫтан, уларҙың һөжүме кире ҡағыла, улар ҙур юғалтыуҙарға дусар ителә. Казактар уларҙы эҙәрлекләй башлай. Ырымбурҙарҙың бер төркөмө кешеләре Исәт Ҡотобаровты күреп ҡалып, таный, ә Каменноозерный отряды уряднигы, йылғыр һәм отҡор Богатырев, уның ҡасып барған юлын ҡыйырға теләп, алғараҡ сабып барып етә; һыуырҙарҙан ҡалған түңгәктәр артына йәшенеп, Исәттең килеп етеүен көтә; уны эҙәрлекләп килеүсе казактар уға мылтыҡтарынан аталар; уларҙың ҡайһы бер пулялары Исәткә тейһә лә, зыян килтермәй, сөнки ул тимер һайман кейгән була.
Богатырев, ошоно һиҙеп ҡалып, уның атына төҙәп атырға була; уның бер пуляһы аттың сатына барып тейә; яраланған ат йығыла, Исәт аты янында тороп ҡала. Сабып килеп еткән казактар уны шашкалары менән тураҡлап ташлай.
Далаға ебәрелгән отрядтарҙа, ғәҙәттә, беҙгә тоғро ҡалған ҡырғыҙҙар араһынан абруйлы кешеләр ҙә була; һуңғылары беҙҙекеләргә лә, үҙҙәренекеләренә лә хеҙмәт күрһәтә ине: улар рустарҙың ҡайҙа табан барыуы хаҡында һуңғыларына хәбәр итеп тора, ә барымтасылар шайкаһы һәр саҡта ла отрядтан арттараҡ килә, йә иһә унан ситтәрәк, параллель рәүештә бара. Беҙҙең отрядтар юл ыңғайы осраған ауылдарҙы тар-мар итеп, уларҙың барса малын ҡыуып алып китә һәм, улар менән барған ҡырғыҙ башлыҡтарының күрһәтмәһе буйынса теләһә ниндәй милекте юҡ итә, гәрсә улар бер ғәйепһеҙ кешеләрҙеке булһа ла, сөнки талап алынған милектең һәм малдарҙың билдәле бер өлөшө менән ошо тоғро ҡырғыҙҙар файҙалана ине.
Малдарҙы линияға ҡыуып алып килгәнсе улар, етерлек аҙыҡ булмау сәбәпле, арыҡланып бөтә, уларҙы бик арзан хаҡҡа һатып ебәрәләр. Ҡырғыҙҙарға яза биреү шул рәүешле, ҡәҙимгесә тамамлана.
Хәҙерге Ырымбур, Өфө һәм Һамар губерналары ингән Волга аръяғы-Кама төбәге беҙҙең быуат башынан алып 40-сы йылдарға тиклем Рәсәйгә сағыштырмаса яңыраҡ ҡушылған дәүләт сиге ерҙәре ине. Ырымбур линияһын күбеһе казактарҙан торған ғәскәр биләне. Улар линия буйын һаҡлауҙан башҡа, төбәктең эске яғында ла, Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө һәм хатта Красноуфимск өйәҙҙәрендә һалынған Һамар линияһының эске ҡәлғәләрендә урынлаштырыла.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №5, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА