«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә, нисек уның күңеленә Атайсалға тоғролоҡ, төп йорт хужаһы, ырыуҙы дауам итеүсе тойғоларын һалырға?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭТ ЙӘНЛЕ ИКӘНҺЕҢ...
+  - 


Был турала бик күп яҙҙыҡ инде, әйтерһең дә, бөгөн башҡа мөһим проблемалар юҡ: эт темаһы менән ҡасандан бирле эт була әҙәм балалары. Ул ғына ла етмәй, хатта ки быйыл ғинуар урталарында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һынлы Ҡоролтайҙа фатирҙа эт аҫрау буйынса... брифинг үткәрергә мәжбүр булдылар. Ғәҙәттә, көнүҙәк, мөһим мәсьәләләр буйынса ғына була торған был сараға эт мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итергә нимә сәбәпсе булды һуң?

Республика Хөкүмәтенең йорт хайуандары аҫрау һәм уларҙы урамда йөрөтөүгә алып сығыу ҡағиҙәләренә ҡарата ҡабул иткән өҫтәмә талаптары халыҡта шау-шыу тыуҙырған, имеш. Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн халыҡта эт ҡайғыһы - төштән һуң. Ә бына бөгөн ил сигендә ҡоторонған эткә тиң нацист бандалары енәйәт артынан енәйәт ҡылғанда, уларға ҡаршы аяуһыҙ һәм ҡаты көрәш барғанда, ҡайһы бер ҡатлам кешеләренең фатирҙарында бер генә түгел, ике, өс, бәлки, унан да күберәк эт тотоу өсөн дәүләт һәм хоҡуҡ органдары менән яғалашыуы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Тормоштарын эт менән бергә ашап, бергә йоҡлап үткәрергә ғәҙәтләнгән ҡала халҡының ҡайһы берҙәренән депутаттарға 500-ләп ялыу һәм мөрәжәғәт алынған, имеш. Эт эйәләренә фатирҙарҙа һәм шәхси секторҙа аҫралыусы йорт хайуандары һанын сикләү оҡшап етмәгән икән. Яңы ҡағиҙә буйынса хәҙер һәр бер ҙур, уртаса йәки ике бәләкәй эт йә бесәйгә торлаҡ майҙанының 18 кв метры тура килергә тейеш. Ә шәхси йорттарҙа һәр бер ҙур эткә 200 кв м майҙан талап ителә. БР Дәүләт Йыйылышының әлеге брифингыһында ошо нормаларҙы танырға теләмәгән эт хужаларына депутаттар, власть органдары һәм БР Ветеринария буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре аңлатма биргән.
Ошо Дәүләт комитетының хоҡуҡ бүлеге начальнигы Руслан Ниғмәтуллиндың аңлатмаһы буйынса, әлеге мәсьәләгә ҡағылышлы Хөкүмәт ҡарарын ҡабул итерҙән алда башҡа төбәктәр тәжрибәһе өйрәнелгән һәм федераль закондарға ярашлы һандар алынған: "18 квадратты беҙ түшәмдән алманыҡ. РФ Торлаҡ кодексы буйынса, фатир унда кешеләр йәшәү өсөн тәғәйенләнгән һәм бер кешегә 18 кв м майҙан тейеш. Был норма эт хужалары хоҡуҡтарын сикләү түгел, ә күпселектә йорт хайуандары хаҡында ла хәстәрлек. Был, тимәк, 45 кв.м майҙанлы уртаса фатирҙа ике ҙур йәки 4 бәләкәй эт тоторға мөмкин, тигән һүҙ. Ошо аҙмы ни? Фатирҙы приютҡа әйләндереү кәрәкмәй",- тип һүҙен тамамлай Руслан Ниғмәтуллин.
Эйе, оҡшаймы был кемгәлер, юҡмы - чиновник дөрөҫ әйтә: фатир эттәр өсөн түгел, кешеләр йәшәһен өсөн төҙөлә. Әйткәндәй, шуныһына мең шөкөр, иманға инанған мосолман халҡында үҙең йәшәгән өй эсендә эт тотоу - ул гонаһ, яҙыҡ ғәмәл һанала. Был этте яратмағандан түгел, әлбиттә. Ауыл ерҙәрендә йорт ихатаһы һайын тип әйтерлек эт бар, сөнки ул йорт-ҡураны һаҡлай, хужаһы менән һунарға йөрөй - ниндәйҙер файҙа килтерә, ҡыҫҡаһы, кешенең тоғро дуҫы. Был инде ҡалалағы кеүек эт һулаған һауаны һулап, эт менән бергә ашап, бергә йоҡлау түгел. Бигерәк тә бындай ғаиләләрҙәге балалар йәл, сөнки эт һәм бесәйҙәр менән уйнап үҫкәндә, уларға был хайуандарҙан глистар, лептоспироз, токсоплазмоз, гельминттар, туляремия кеүек паразиттар, хатта ҡотороҡ сире лә йоғоуы ихтимал, сөнки йорт хайуандарын күпме генә ветеринар ҡарауында тотма, тышҡа сығарып йөрөткән арала ла улар башҡа хайуандарҙан, уларҙың экскременттарынан зарарланырға мөмкиндәр. БР Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин әйтеүенсә, Хөкүмәт ҡарары әле эштең башы ғына, сөнки киләсәктә йорт хайуандарын иҫәпкә алыу һәм уларҙы идентификациялау тураһында закон ҡабул итеү мәсьәләһе лә тора. "Бөгөн беҙҙә фатирҙарҙа аҫралған 152 мең бесәй һәм 156 мең эт тураһында мәғлүмәт бар: уларҙың эйәләре ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән. Ләкин ысынында йорт хайуандары һаны әлеге һандарҙан байтаҡҡа күберәк һәм уларҙың бөтәһе лә берҙәм иҫәп системаһына инергә тейеш. Был беҙгә кемдең эте урамда йөрөп ята һәм сығарып ташланған, йорт хайуандарына вакцинация яһалғанмы, улар дөрөҫ һәм тейешле шарттарҙа тотоламы - шуны контролгә алыр өсөн кәрәк", - ти Азат Йыһаншин. Ул тағы ла быйыл йорт хайуандарын чиплау тураһында закон ҡабул ителәсәге һәм план буйынса тәүге өс йылда чиплау ҡаҙна иҫәбенә башҡарыласағы хаҡында хәбәр итте.
Тик шуныһы аптырата: ниңә эт-бесәй хужаларының яратҡан хайуандары мәнфәғәтенә бөтөн сығымдары ла уларҙың үҙҙәренең шәхси эше булырға тейеш түгел һуң әле? Үҙҙәренең шәхси теләктәрен ҡәнәғәтләндереү хаҡына улар йәмғиәтебеҙҙең башҡа ағзаларына күпме уңайһыҙлыҡтар килтерә! Фатирында эт тотҡан кешеләрҙең күршеләренә Хоҙай түҙем бирһен. Бына әле яҙ яҡынлаша. Тиҙҙән тирә-яҡ: урам буйҙары, тротуар һәм балалар майҙансыҡтары шул эттәр өйҙән алып сыҡҡан "күстәнәс"тәр менән "ашлана" һәм аяҡ баҫыр таҙа урын ҡалмай башлар. Өлкәндәр һаҡ йөрөргә тырышһа ла, балалар бындай нәмәгә иғтибар итмәүе бар. Был ытырғаныс һәм йәмһеҙ күренеш кенә түгел, ә кешеләр һаулығына хәүеф янаусы ла, сөнки һаҡһыҙҙан әлеге "күстәнәс"кә баҫып, аяҡ кейемен бысратырға, өйгә инфекция, паразит эйәртеп индерергә мөмкин. Ниңә һуң беҙҙең закон сығарыусылар иң тәүҙә ана шул эттәрҙе тотоуҙың санитар-гигиена шарттарына талапты көсәйтмәй? Әлеге шул брифингта ла был хаҡта һүҙ булырға тейеш ине түгелме?
Эт хужалары власть органдары ҡарарҙарына ризаһыҙлыҡ белдерергә белһә лә, үҙҙәре алдына ҡуйылған талаптарҙы һанға ла һуҡмай. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы Сипайлово биҫтәһендәге 130-сы мәктәптең физкультура дәрестәре үткәрелә торған спорт уйындары һәм ял комплексы кәртәләнеп алыуға ҡарамаҫтан, был урын иртәле-кисле эттәр йөрөтөү майҙанына әүерелә. Ә бит "Хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү һәм РФ закон акттарының ҡайһыларына үҙгәрештәр индереү хаҡында"ғы законда әйтелеүенсә, күп ҡатлы йорттарҙың лифттарында һәм дөйөм ҡулланыу урындарында, йорттар алдында, балалар майҙансыҡтарында һәм спорт майҙандарында эттәрҙе йөрөтөү тыйыла, шул уҡ ваҡытта ошо уҡ законға ярашлы, дөйөм файҙаланыу биләмәләрендә хужалары эттәренең экскременттарын йыйыштырып, таҙартып йөрөргә тейеш, тип тә әйтелә.

Шулай итеп...
Ваҡ тема түгел был шулай ҙа - эт яратыусыларҙың кешелек дәрәжәһе, әхлаҡ кимәле һәм тәртип күрһәткесе лә. Тик ҡайҙа инде ул беҙҙә ундай мәҙәнилек өлгөһө! Төшөңдә лә күрмәҫһең! Ә бына был турист күҙәтеүенә шулай уҡ ышаныуы ҡыйын, ләкин был хаҡ: "Сит илдәрҙән килеүселәр япондарҙың итәғәтлегенә ғәжәп ҡыла: эттәрен йөрөтөргә алып сығыусы япондар үҙҙәре менән бер шешә һыу һәм моҡсай ҙа ала, сөнки эттәре асфальт өҫтөнә "эштәрен" ҡылһа, уны моҡсайға төрөп ала, ә тротуарҙы һыу менән йыуып, таҙартып китә..." Беҙҙең зооһөйөүселәргә шулай тип әйтке килә: этеңде яратаһың икән, бысрағын да таҙарт һәм уны, ҡартайҙы йә баланы сапсыны-тешләне тип, кәрәкмәгән әйберҙәй, урамға сығарып ташлама, хайуандар менән дуҫлығыңа тоғро ҡал!

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 14 – 20 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.02.25 | Ҡаралған: 59

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru