
...Оҙон ҡырыҫ ҡышты саҡ сығып, миктәгән малдарын тиҙерәк йәшел үләнгә ҡушыр өсөн әле ер-һыу йүнләп кибеп бөтмәҫ элек үк Яйыҡ буйы туғайлыҡтарына йәйләүгә сыҡҡан ырыуҙың тирмәләренә сабып килеп еткән алһаҡсы егет, атының ауыҙлығын йыра тартып туҡтатты ла, уға төбәлгән ырыуҙаштарына "Киләләр! Йылғаға етеп киләләр. Бер биш йөҙләп самаһы булыр. Уңайлыраҡ кисеү эҙләйҙәр", - тип тыны ҡыҫылыуҙан саҡ-саҡ әйтә алды. Йыйылғандарҙың барыһы ла кемдәрҙең улар йәйләүенә табан етеп килгәнен яҡшы аңлай ине. Бығаса һис ишетелмәгән һәм күрелмәгән ниндәйҙер дошман ҡәбиләһенең яҡшы ҡоралланған атлы ғәскәре башҡорт иленә үтеп инеп, бына инде ай самаһылай эреле-ваҡлы ырыуҙарға һөжүм итеүе, уларға ни сәбәптәндер бер генә ырыуҙың да ҡаршылыҡ күрһәтә алмауы тураһындағы шомло хәбәр Яйыҡ буйҙарына ла килеп еткәйне. Үҙҙәренә ҡотолғоһоҙ оло бер һәләкәттең яҡынлашыуын аңлауҙан хасил булған тойғо ҡапыл һәр кемдең быуынын бушатты, ҡыҫҡа ғына мәлгә ауыр тынлыҡ урынлашты. Ләкин шул саҡ ырыуҙың йәш батыры Шәһиттең: "Бала-саға, ҡарт-ҡороно йәшерергә, ә ҡулына ҡорал тота алған һәр кем атҡа атланһын!" - тигән тауышы барыһын да ҡырмыҫҡа иләүендәй ҡуҙғытып ебәрҙе.
Бына уйһыулыҡ буйлап йылғаға ҡарай йөҙләп һыбайлы саба. Яугирҙарҙың йөҙөндә ҡурҡыуҙың әҫәре лә юҡ, бары тик күҙҙәрендә баҫҡынсыларға ҡарата нәфрәт уты яна. Ә Шәһит батырҙың күңелен, киреһенсә, әсенеүле уйҙар һыҙыра: "Эх, ниңә генә беҙҙең башҡорт ырыуҙарында берҙәмлек юҡ? Ҡасан ғына был ҡәһәр һуҡҡыры барымта-ҡарымталар бөтөр икән? Үҙ-ара үс-кенәне онотайыҡ, ил-йортобоҙға ҡурҡыныс янағанда һәммәбеҙ бер йоҙроҡтай ойошоп, дошманға ҡаршы сығайыҡ, тип оран һалһалар ҙа, берәү ҙә ярҙамға килергә ашыҡманы, һәр кем үҙ хәстәрен, үҙ көнөн күреүҙә булды..."
Тәпәш кенә бер түбәләсте артылып та өлгөрҙөләр, ике уҡ атымы арауыҡта һан яғынан күпкә артыҡ баҫҡынсылар сиреүе күренде. Кисектергеһеҙ үлемесле алыштың ҡайнар һулышын тойғандай булған ир-егеттәр шунда уҡ ҡылыстарын ҡындан һурып сығарҙы, һөңгөләрен нығыраҡ ҡыҫып тотто. Шәһит батырҙың "Ҡал" тиеүенә ҡарамаҫтан, үҙе менән йәнәш сабып барған, мәргәнлектә бер егеткә лә ал бирмәгән, ырыуҙың тиңе юҡ һылыуы, кәләше Айһылыу керешкә һалынған уғын дошман һыбайлыһына тоҫҡап, атып та ебәрҙе. Ләкин ни ғәжәп, башағының осонда әжәл йөрөтөүсе уҡ дошман тәненә ҡаҙалыр урынға бер ни ҡаршылыҡһыҙ һауаны ярып осоп үтте лә китте. Аралар яҡынайғандан-яҡынайҙы. Инде йөҙҙәре асыҡ күренергә тейешле мәлдә башҡорт яугирҙары ғүмерҙәрендә лә осратмаған йөрәктәренә шом һалыусы күренешкә шаһит булды: ҡаршыларына әҙәми зат һыбайлылары түгел, ә ниндәйҙер күҙгә күренмәҫ шәүләләр өйөрө өнһөҙ-тауышһыҙ сабып килә ине. Эйе, елеп килгән дошман аттары тояҡтарынан саң ғына борҡоп ҡала, ә эйәр өҫтө буш. Буш эйәрҙәр... Шәһит батырҙың мейеһен "Быларға ҡаршы нисек һуғышырға һуң? Былар бит тере кеше түгел!" тигән уй ярып үтеп тә өлгөрҙө, оҫта сойорғотолған күренмәҫ дошман һөңгөһө күкрәгенә ҡаҙалыуҙан үлемесле яраланып, ергә ауҙы...
...Күптән таң атыуына ҡарамаҫтан, өй эсенә һүрән генә яҡтылыҡ төшә. Быҫҡаҡлап ҡына яуған ямғыр тамсылары тәҙрә өлгөләренә бәрелеп шыбырлауы күңелгә моңһоулыҡ өҫтәй. Әллә ниндәй сәйер ҙә, ҡурҡыныс та күргән төшөнөң тәьҫиренән оҙаҡ ҡына арына алмай, уны нимәгә юрарға ла белмәй ултырған Шәһит сәғәткә күҙ һалды. Иртәнге ете. "Тиҙҙән театрға репетицияға барырға, аҙаҡ киләһе аҙналағы концерттың сценарийы өҫтөндә ултырып эшләп алырға кәрәк булыр бөгөн. Ә кисен инде спектакль. Йә, ярай, хәйерлегә генә булһын".
Бына киске сәғәт етелә спектакль башланды. Үҙ һөнәренә йәне-тәне менән бирелгән актерҙар тамашасы күңелен сихри театр донъяһына әйҙәп, сәхнәлә мөғжизә тыуҙыра - ғәҙәти тормошта бер ҡасан да кешесә һөйләшмәгән хайуандарҙың теле асыла, әллә ҡайҙан күктән ҡанаттарын елпә-елпә ергә фәрештә төшә. Үҙ роленә сират еткән Шәһиттең сәхнәгә сығып, залға ҡараш ташлауы булды, шундуҡ күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Йә, Хоҙайым! Тотош ҙур залда ни бары иллеләп кенә тамашасы ултыра. Ә ҡалған урындар буш... Буш урындар… Буш эйәрҙәр... "Быларға ҡаршы нисек һуғышырға?" Иртән күргән сәйер ҡурҡыныс төшөнөң мәғәнәһен шунда ғына аңлап ҡалған Шәһиттең ирекһеҙҙән тамағына төйөр тығылды. Бер аҙға ғына баҙап ҡалһа ла, йәһәт кенә үҙен ҡулға алды. Күңелен әрнеү ялҡыны өттө, әммә тамашасыларға ҡарашынан шаян осҡондар һирпелде. "Юҡ! Мин ғүмеремдең һуңғы һулышына тиклем театрыма тоғро ҡаласаҡмын! Залда бер бөртөк тамашасы ҡалһа ла, сәхнәләш дуҫтарым менән шул һуңғы тамашасы өсөн уйнаясаҡмын!" тигән уй йөрәген һыҙлатып үткән ыңғайға Шәһиттең бер оҫта хәрәкәтенән зал яңғырауыҡлы көлөү тауыштарына күмелде...
Ошо урында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының талантлы актеры, Әбйәлил егете Шәһит Хамматов төп геройы булған лирик сигенеү-хикәйәбеҙҙе туҡтатып тороп, бөгөнгө ысынбарлыҡҡа, ошо йәштәр театрының тормошона, тамашасылар менән булған мөнәсәбәтенә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Ни хәлдә генә йәшәп ята икән мәҙәни усаҡ? Эштәре ал да гөлмө, әллә ул тиклем маҡтанырлыҡ түгелме? Миҙгел буйына барған спектаклдәренә халыҡ дәррәү килеп залды тултырамы, әллә етем әбейҙең йыназаһына йыйылған күрше-күләндәй генә йөрөймө? Һеҙҙең рөхсәтегеҙ менән, хөрмәтле милләттәштәр, баш ҡалабыҙҙың күренекле театрҙарының береһе Милли йәштәр театры тураһында, дөрөҫөрәге башҡорт труппаһына ҡағылышлы уй-фекерҙәрем менән уртаҡлашып китәйем.
Беҙҙең башҡорт - бик дәртле, йыр-моң һөйөүсе, бай тарихлы һәм мәҙәниәтле халыҡ. Уныһын һәр кем белә. Ләкин шул уҡ ваҡытта һуңғы йылдарҙа милләтебеҙгә саманан тыш баҫалҡылыҡ, икенсе төрлө әйткәндә, йыуашлыҡ, битарафлыҡ, "төртмәйенсә ҡыбырламаусанлыҡ" кеүек һыҙаттарҙың уғата хас була барып, дөйөм бер менталитет рәүешенә әүерелеүен дә күрмәмешкә һалышып булмай. Республикалағы уңышлымы-уңышһыҙмы уҙғарылған иҡтисади, милли сәйәсәт темаһына ҡағылмайынса, әйҙәгеҙ әле, юғарыла һүҙ йөрөтөлгән Милли йәштәр театры призмаһы аша ҡайһы бер статистик мәғлүмәттәргә, факттарға һәм һандарға, заман башҡортоноң театр сәнғәтенә булған "юғары хистәре" кимәленә күҙ һалайыҡ.
Рәсми сығанаҡтарҙа 2010 йылда Өфөлә йәшәүсе башҡорттар һаны 171 мең самаһы, тип күрһәтелһә, милләте өсөн янып йөрөгән ҡайһы бер зыялылар әлеге көндә башҡалабыҙҙа 300 мең тирәһе башҡорт ғүмер һөрә, тип иҫбатлай. "Хәҡиҡәт - урталыҡта" тигән принципҡа таянып, беҙ Өфөләге милләттәштәребеҙ һанын 235 мең, тип алайыҡ. Шуларҙың яртыһын кесе йәштәге бала-саға, ҡарт-ҡоро һәм ниндәйҙер объектив сәбәптәр (мәҫәлән, һаулығы ҡаҡшаған һәм үтә ауыр финанс хәлдә булыусылар) арҡаһында театрға бөтөнләй йөрөй алмағандар тәшкил итеүен күҙ уңында тотоп, театрға потенциаль йөрөй алыусылар һанын 117 меңгә тиклем кәметәйек. Артабан киттек. Йәштәр театрының ҙур залында йәмғеһе 417 кресло-урын. Йылына ҡарап, һәр миҙгелдә яҡынса 135 башҡортса спектакль ҡуйыла, һәм һәр спектаклгә уртаса алғанда 150-ләп, премьера булған саҡта 300-ләп тамашасы йөрөй. Ҡайһы саҡ күберәк, ҡайһы саҡ аҙыраҡ та була тамашасы. Шул йөҙ илле кешенең яртыһы тиерлек спектаклде ҡолаҡсын (наушник) аша тыңлаған башҡа милләт вәкиле. Бына ошо үрҙә әйтелгән һандарға ябай ғына иҫәп-хисап үткәреп, һеҙҙең иғтибарығыҙға үҙенсәлекле статистика мәғлүмәтен тәҡдим итмәксемен.
1. Өфөлә йәшәгән һәр бер башҡорт ике йылға бер генә тапҡыр Милли йәштәр театрына йөрөһә, һәр спектакль аншлаг менән үтер ине.
2. Әгәр ҙә инде Өфөлә йәшәгән һәр бер башҡорт йылына бер генә тапҡыр йәштәр театрына йөрөһә, һәр икенсе тамашасы кассала билеттар бөтөү сәбәпле кире боролоп ҡайтырға мәжбүр булыр ине.
Баштараҡ сама менән һәр спектаклгә 75-ләп кенә башҡорт тамашасыһы йөрөй, тип әйтеп үткәйнем. Был, беләһегеҙме, нимә тигәнде аңлата? Әҙерһегеҙме? Башҡортостандың гүзәл баш ҡалаһы Өфөлә йәшәүсе һәр бер башҡорт милләтенән булған кеше халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөткән Милли йәштәр театрына 12 (!) йылға бер тапҡыр спектакль ҡарарға килә тигәнде аңлата. Дөрөҫөн генә әйткәндә, башҡорт теленең академик һүҙлегенең бөтә томдарын да аҡтарып эҙләһәң, бындай әҙәм ышанмаҫлыҡ хәлде ҡылыҡһырларлыҡ һүҙ табып булмаҫ. Кешелек тарихында 12 йыл буйына театрға бер тапҡыр ҙа бара алмауының ғәфү итерлек сәбәбе булған бер генә әҙәмде беләм - ул Робинзон Крузо! Уныһы ла уйҙырма шәхес. Бөйөк сәйәхәтсе Робин әфәнде үҙе йәшәгән утрауҙа түгел, ә күрше утрауҙа театр булһа, һис шикһеҙ, кәмәһеҙ ҙә йөҙөп сығып барыр ине тамаша ҡарарға. Беҙ барыбыҙ ҙа ана шулай ғәмһеҙлек һәм битарафлыҡ утрауында йәшәүсе Робинзондарбыҙ.
Дауам итәйек. Бер спектаклгә билет хаҡы уртаса алғанда 400 һум тора. Йыш ҡына 200 һумға ла һатыла. Ике йыл эсендә бер тапҡыр театрға барыу өсөн билетҡа 400 һум аҡса сарыф итеү кеҫәне ныҡ йоҡартамы? Белмәйем, бәлки, кемдер өсөн был ысынлап та ҙур суммалыр. Ә, бәлки, был 400 һумдың ҙур аҡса булыу-булмауын ай һайын "мең һумға ғына" тырнаҡ буятҡан йәш ҡыҙҙар, йә булмаһа 2-3 көндә 150 һумлыҡ бер ҡап тәмәке тартҡан ир-егеттәр, йә булмаһа, йыл һайын 150-200 мең һумға юллама алып, ғаиләһе менән диңгеҙ буйында ял итергә һәм шунда хәсрәт тоҡсайҙары аниматорҙарҙың тоҙһоҙ шоу-перформанстарын тамаша ҡылырға яратыусы милләттәштәребеҙ әйтеп ҡарар?
Һәр кемгә билдәле, бөтә театрҙар кеүек, Милли йәштәр театры ла тамашасыһыҙ йәшәй алмай. Спектаклдәргә ашҡынып йөрөгән тамашасыларға ҙур мохтажлыҡ кисерә. Ләкин шуны онотмайыҡ, иптәштәр, беҙ, тамашасылар, үҙебеҙ ҙә театрға мохтажбыҙ. Берәүҙәр сәнғәт усағына тынғыһыҙ эш аҙнаһының мәшәҡәттәренән тиҙерәк арыныр, яҡшы кәйеф, күңелгә эстетик кинәнес алыр өсөн йөрөй, икенселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап эҙләп килә. Ә кемдер тормоштоң әсе хәҡиҡәтенән ҡасып, аяуһыҙ ысынбарлыҡтың ҡоршауынан ҡыҫҡа ғына мәлгә булһа ла ҡотолорға теләп, селпәрәмә килеп ватылған хистәр, өмөттәр һәм хыялдар ярсығын устарына ҡыҫып тотҡан килеш яралы күңеленә дауа эҙләп килә...
Ә мин театрға "шәхес метаморфозаһы" күренешен тамаша ҡылыр өсөн йөрөйөм. Аңлатып үтәйем. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: күҙ бәйләүсе-иллюзионист һеҙҙең алдығыҙҙа эшләпәһенең эсенә яулыҡ йәшерҙе лә бер нисә секундтан шул уҡ яулыҡты кире тартып сығарҙы, ти. Иҫегеҙ китеп хайран ҡалыр инегеҙме? Әлбиттә, юҡ. Ә бына эшләпә эсенә яулыҡ йәшереп, аҙаҡ унан сәскә килтереп сығарһалар, барыбыҙ ҙа ошондай "мөғжизәгә" һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Мин күп кенә сәхнә актерҙары менән яҡындан таныш һәм улар менән дуҫтарса йылы мөнәсәбәттәмен. Барыһы ла ябай, ихлас һәм эскерһеҙ күңелле, үҙ хыялдары, үҙ маҡсаттары, үҙ шатлыҡ-ҡыуаныстары һәм борсолоуҙары менән йәшәгән, тормошҡа һәм сәнғәткә ғашиҡ булған кешеләр улар. Спектакль башланмаҫ борон ярты сәғәт алда һинең менән һин дә мин шаярып-көлөп һөйләшеп торған, унан һуң спектакль барышында сәхнәнән залға төбәлгән ҡараштары, һын-хәрәкәттәре, тауышы менән барыһының иғтибарын үҙенә йәлеп иткән, тетрәндергес уйнауы менән һине шатлыҡ һәм ғазап тулы хистәр упҡынына ташлаған ғәжәйеп һөнәр эйәләре улар актерҙар. Минең өсөн театр ана шул тылсымлы эшләпә, ә актерҙар - эшләпә эсенән яулыҡ урынына килеп сыҡҡан һоҡланғыс сәскәләр.
Барыбыҙ ҙа күреп-белеп торабыҙ, донъяларҙың аҫты өҫкә килгән үтә ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Тотош милләттәр үлем менән йәшәү тирмәне таштары араһына эләгеп тарттырыла, онтала, саң-туҙанға әйләнә. Шул мәлдә меңәр йыллыҡ тарихын, мәҙәниәтен, телен бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлап алып килгән башҡорт халҡы алдында оло һынау тора - киләсәктә "Ер йөҙөндә йәшәгән халыҡтар" энциклопедия китаптарында ғына урын аласаҡбыҙмы, әллә ахырзаманғаса донъя майҙанында башҡа милләттәрҙән һис кәм булмай, лайыҡлы үҙ урыныбыҙҙы һаҡлап йәшәйәсәкбеҙме. Ошондай дилемманы ыңғай хәл итер өсөн тәү сиратта беҙ милли берҙәмлек тойғоһон һәм төшөнсәһен һәр беребеҙҙең елегенә тиклем һеңдерергә тейешбеҙ. Ә бит берҙәмлек - ул бары тик ил-йортҡа оло бәлә килгәндә генә йыйылышыу, ойошоу, уҡмашыу, күтәрелеп ҡаршы сығыу түгел, ә көндәлек ғәҙәти тормоштоң һәр даирәһендә, һәр боҫмағында, һәр тармағында сағылырға, бойомға ашырылырға тейешле эш-хәрәкәт, мөнәсәбәт: алыш-бирештә үҙ милләттәшең етештергән тауарға өҫтөнлөк биреү, үҙ башҡортоң асҡан бөҙрәхана, ҡәһүәхана, оҫтаханаларға йөрөү; туған моң, туған тел, туған мәҙәниәтеңде еренә еткереп өйрәнеү - былар барыһы ла милли берҙәмлек өлгөһө, шулай бит, ҡәрҙәштәр? Был исемлекте һеҙ үҙегеҙ ҙә тулыландыра алаһығыҙ.
Шулай итеп, оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған хикәйә-мәҡәләмдең аҙағына ла яҡынлаштыҡ. Нимә әйткем килә: Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына тейешле иғтибарыбыҙҙы йүнәлтәйек, оҫта сағыу уйнауҙары менән беҙгә сәхнәнән даими онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк иткән актерҙарға тамашасы һөйөүебеҙҙе сайпылдырмай илтеп еткерәйек. Сөнки беҙҙең ихтирамыбыҙ, илтифатыбыҙ һәм һөйөүебеҙ театрҙы йәшәтһә, беҙҙең ғәмһеҙлегебеҙ, битарафлығыбыҙ һәм вайымһыҙлығыбыҙ уны үлтерергә һәләтле.
Һуңғы йылдарҙа иҡтисади көрсөккәме, әллә тағы нимәләргәме япһарып, оптимизация тигән һылтау менән аҙмы-күмпе мәктәп-дауаханалар, мәҙәни усаҡтар ябылды. Аллам һаҡлаһын, әгәр шундай әсе яҙмыш ҡоһоро башҡалабыҙҙағы Милли йәштәр театрының башына төшһә, белегеҙ: халҡыбыҙ өсөн янып йөрөп эшләгән актерҙар тыуған өйөнә әйләнгән театр бинаһын һуңғы тапҡыр ҡалдырып сыҡҡан саҡта, өңөрәйеп ултырып ҡалған буш тамашасы залындағы креслоларҙың береһенең фанераһын аҡтарып сығарып, уны иҫтәлекле таҡтаташ итеп театрҙың тышҡы яҡ стенаһына ҡаҙаулап ҡалдырып китерҙәр, ә унда шундай яҙыу яҙылған булыр: "Был бинала фәлән йылдың фәлән көнөндә ғәмһеҙ, вайымһыҙ һәм битараф башҡорт тамашасыһы ҡулынан Милли йәштәр театры һәләк булды!"
Әгәр шундай йән өшөткөс фаразнамә киләсәктә ысынбарлыҡҡа тап килһә, беҙгә ҡасандыр театр булған офис-үҙәк бинаһы алдынан үткән саҡта, шул "иҫтәлекле таҡтаташ" янында бер минут тын ҡалып тороп, театрҙың яҡты иҫтәлегенә өс бөртөк ҡәнәфер сәскәһе һалырға ғына ҡаласаҡ, тәүбә-тәүбә. Ул өс бөртөк сәскәнең хаҡы күмпе булыр тиһегеҙме - шул бер спектаклгә инерлек билет хаҡынан да артмаҫ, моғайын.
Рөстәм АБДРАЗАҠОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 21 – 27 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА