«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЛАТАЙЫМ ДОҒАҺЫ ҺАҠЛАНЫ
+  - 

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға быйыл 36 йыл тулды. Ил алдында хәрби бурысын намыҫ менән үтәп, орден тағып, иҫән-һау ҡайтҡан һалдат тураһында булыр һүҙем.

"Ундағы яланғас тауҙарға, ҡамғаҡ үҫкән ҡомло далаларға, ҡолаҡ төбөндә һыҙғырып торған әсе елгә, көндөҙҙәрен ҡыҙҙырған эҫегә, ә төндәрен үҙәк өҙгөс һыуыҡҡа өйрәнеп бөттөк ике йыл эсендә", - ти Нәфис Рәсүл улы. Заданиеға барған һайын олатаһы өйрәткән доғаны уҡып, беренсе көндән бер-береһенә терәк булып, йыл ярым ҡурсалап йөрөткән иптәше Маратҡа ла ҡабатлап йөрөргә ҡуша ул изге һүҙҙәрҙе. Тик яуҙашын һаҡлай алмай. "Бер яуҙа, дошман пуляһы тейеп, ҡулымда йән бирҙе", - тип, ветеран-яугир тынып ҡалды һәм башын түбән эйҙе.
Нәфис Рәсүл улы Асылғужин Бөрйән районының Нөгөш (ул ваҡытта Ямаш) ауылында 1966 йылдың 9 майында донъяға килә. Ғаиләлә 7 бала үҫәләр. Малайҙарҙан иң олоһо булараҡ, барлыҡ ир-егеттәр эшен башҡара һәм атаһының беренсе ярҙамсыһы булып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, училищеға тракторист һөнәрен үҙләштерергә уҡырға инә. Тик уҡырға насип булмай, көҙгә әрмегә саҡырыу ҡағыҙы килә һәм 1984 йылдың октябрь айында, һалдат шинелен кейҙереп, алып та китәләр. Тыуған ауылынан ситкә сығып йөрөмәгән, йүнләп урыҫ телен дә белмәгән егеткә бик ауырға тура килә. Өс ай Пензала уҡыу үткәс, Төркмәнстанға осалар, артабан - Афғанстан... Теүәл ике йыл афған ерендә хеҙмәт итергә тура килә. Өйгә, Бөрйәненә, 1987 йылдың мартында ғына ҡайтып инә. "Олатайымдың рухы фәрештә булып һаҡлап йөрөткәндер инде. Күпме дан егеттәрҙе юғалттыҡ", - ти ул. Олатаһы Уйылдан, данлыҡлы мулла, дауалаусы булған. Тыуған ил алдында тыныс шарттарҙа бурысын үтәргә тип киткән егеттәр, һуғышҡа барып керербеҙ, тип уйламағандарҙыр ҙа. Ә уларға, 18 - 20 йәшлек егеттәргә, ныҡ ҡоралланған тәжрибәле дошман менән алышырға, атакаға барырға, кәрәк саҡта иптәштәрен дә яу яланынан алып сығырға тура килә. Бына шундай батырлығы өсөн Нәфис Рәсүл улының күкрәгенә орден тағалар.
Май айының йәмле бер көнөндә, разведчиктар артынан бер взвод һалдат заданиеға китә. Улар араһында Нәфис тә була. Ҡуйылған хәрби заданиены үтәйҙәр, тик ниндәй хаҡ менән... Ошо яуҙа Нәфис ҡаты яраланған командирын ут аҫтынан алып сыға. Уны госпиталгә оҙаталар. "Улым, һин - ҡыйыу башҡорт! Рәхмәт, үҙеңде һаҡла", - командирҙың ошо һүҙҙәре һаман ҡолағында яңғырап торған һымаҡ ветеран-яугирҙың. Ике йыл эсендә күп булғандыр инде тарихҡа инерлек ошондай хәлдәр, иптәштәренең, үҙенең дә батырлыҡтары, күргәндәре. Тик уға ла тыйнаҡлыҡ, сабырлыҡ, баҫалҡылыҡ, кәрәкмәгән ерҙә күп һөйләмәү хас. Был хәлде лә, орденды ниндәй батырлыҡ өсөн бирҙеләр, тигәс кенә, ҡыҫҡаса һөйләп бирҙе Нәфис Рәсүл улы. Шулай взводта һалдаттар араһынан бер үҙе "Ҡыҙыл йондоҙ" ордены менән бүләкләнә, әрменән уны күкрәгенә тағып ҡайтып төшә. Ә 1988 йылда Юғары Советтан М.С. Горбачев ҡултамғаһы ҡуйылған "Воину - интернационалисту" тигән грамота һәм "От благодарного афганского народа" тигән миҙал тапшыралар. 2008 йылдан алып биш йыл һайын юбилей миҙалдары менән бүләкләйҙәр.
Нәфис Рәсүл улы әлеге ваҡытта Межгорье ҡалаһында йәшәй. Ҡатыны Мәнзүрә менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Хәҙер биш ейән-ейәнсәргә олатай ул.

Франгил ҒӘЛИЕВ.
Межгорье ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №7, 21 – 27 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.25 | Ҡаралған: 103

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru