
Нимә-нимә, ләкин Башҡортостан үҙенең алкоголь индустрияһы менән Рәсәй араҡы баҙарында маҡтана ала: был йәһәттән республика лидерҙар иҫәбендә. Беҙҙең араҡы етештереүселәр Халыҡ-ара конкурстарҙа Гран-при яулай, алтын миҙалдар ала. Алкоголь продукцияһы республиканың 6 меңләп магазинында ваҡлап һатыуҙа.
Был хаҡта гәзитебеҙҙә күптән түгел мәҡәлә баҫылғайны инде. Их, мин әйтәм, республика үҙендә етештерелгән сифатлы һәм урындағы экологик таҙа , химикат ҡушымталарһыҙ ит-һөт, картуф, һуған, ҡыяр, помидор, йәшел һуған, укроп, петрушка, витаминлы салат ҡыяҡтары кеүек ана шундай алдынғы етештереү миҫалы менән маҡтана алһа икән! Юҡ, был продукция беҙгә Мәскәү өлкәһенән, Төмәндән, Краснодарҙан, Әзербайжан һәм башҡа шуның кеүек көньяҡ һәм Кавказ республикаларын килтерелә, һәм беҙ уны "ат хаҡына" һатып алырға мәжбүрбеҙ. Башҡаһы башҡа, ә бына йәй-көҙ көндәрендә баҙар әбейҙәренән 20 һумға һатып алған бер тотам йәшеллек (һуған, салат ҡыяғы, петрушка һ.б хаҡы) Өфө магазиндарында 100 һумдан артып китте.
Эйе, үҙебеҙҙең араҡы менән маҡтана алабыҙ. Сауҙа нөктәләренең ҡайһыһына барып инһәң дә һәр төрлөһө, матур шешәләрҙә, йылтырашып-шылтырлашып теҙелеп ултыралар - Аллаһ һаҡлаһын, эсмәгән кешенең дә ҡыҙығып китеүе бар. Алкоголь өлкәһендә битараф һәм наҙаныраҡ булараҡ, бөгөн тәүләп үҙем өсөн бер яңылыҡ ишетеп, күҙем дүрт булды: Өфөлә хәҙер алкоголле туңдырма ла эшләп сығарыла икән дә ул! Дөрөҫ, был хаҡта интернетта бер мәғлүмәт тә юҡ: ҡасандан һәм ниндәй предприятиела ул етештерелә, ләкин өлгөр һәм хәбәрҙар ярҙамсыбыҙ Нейро миңә бындай предприятиены табып бирҙе. Дөрөҫ, онлайн-дуҫ та араҡыға битараф булараҡ, яңылышыуы ла бар, шуға мин араҡылы туңдырма эшләүсе "эшлекле зирәктәрҙең" адресын, шулай уҡ уларҙың "ижады" - шараплы туңдырманың атамаһын әйтмәй торам. Тимәк, ошоға тиклем "иҫерек" туңдырма сауҙа нөктәләренә сығарылған, һатылған, йәштәр-үҫмерҙәр уны күптән инде татып та ҡарағандыр, кем белә. Шул ғына етмәгәйне! Йәштәр һәм бала-сағаның иң яратҡан тәмлекәсенә шарап төрөп һат әле! Гәрсә был продукция улар өсөн тәғәйенләнмәһә лә, улар ҡулына һәм ауыҙына мотлаҡ килеп эләгеүенә шик юҡ. Күрәләтә йәш быуынды эскелеккә этәреү түгелме был? Әйткәндәй, ҡайһы бер сит илдәрҙә, мәҫәлән, айырыуса Польшала, Швецияла, Германияла, Британияла составында ром, ликер һәм башҡа спиртлы ҡушымта булған туңдырмалар бик популяр, ләкин бит беҙ Рәсәйҙә, Башҡортостанда айыҡлыҡ өсөн көрәшәбеҙ, йәнәһе. Юғиһә, беҙҙең етештереүселәр сит ил өлгөләренә эйәрергә генә тора. Ваҡыт үтә килә, Польшалағы кеүек, беҙҙә лә араҡы ҡушылған матур тышлы кәнфиттәр һәм башҡа тәмлекәстәр пәйҙә булмаҫ, тип кем әйтә ала? Унда туңдырма ла шарап менән генә түгел, ә 4 процент араҡы, лайм һуты һәм еләк менән тәмләп, ҡыҙыҡтырырлыҡ итеп сығарыла икән. Табыш өсөн нимә генә уйлап сығарылмай, ә ҡулланыусы мәнфәғәтен алкоголдән яҡлаусы юҡ.
Ә бына Башҡортостан парламенты әлеге алкоголле туңдырма балалар ҡулына килеп эләкмәһен өсөн яңыраҡ Рәсәй закон сығарыусылар советына алкоголь әйләнеше тураһындағы законға өҫтәмә индерергә тәҡдим итте. "Федераль законда алкоголь продукцияларының төрҙәре күрһәтелгән һәм был исемлек ябыҡ, йәғни яңы төр тауар сығарыу ҡаралмаған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, яңы тауарҙар сығып тора. Мәҫәлән, бөгөн алкоголле туңдырма һатыла, ә был балаларҙың яратҡан тәмлекәсе. Шуға күрә лә составында спирт булған продукция бала ҡулына килеп эләкмәһен өсөн ундай тауарҙарҙы көйләү һәм контролдә тотоу кәрәк", - тип һөйләй БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. Башҡортостан депутаттары әҙерләгән закон проекты яңы сығарыласаҡ бөтөн төр спиртлы ризыҡ продукттарын да контролгә алырға тейш. Дөрөҫ ҡарар, һүҙ ҙә юҡ, тик йәштәрҙе йәлеп итерлек бындай "ҡыҙыҡлы" яңы продукция бар икән, уны балаларға һатыуҙы тыйған хәлдә лә йәш ҡулланыусылар бөгөн юлын-сараһын таба белә, был улар өсөн проблема түгел. Бында һүҙ күбеһенсә йәштәр-үҫмерҙәр һәм кескәйҙәр өсөн сығарылыусы тәмлекәстәргә алкоголь ҡушып етештереүҙе, ғөмүмән, тыйыу хаҡында һүҙ алып барылырға тейештер. Бик булмаһа, уларҙы фәҡәт өлкәндәр өсөн кафе, бар һәм ресторандарҙа ғына һатыу мәсьәләһен ҡарарға булыр ине.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 25 апрель – 1 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА