Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
|
|
ПАРИЖДА - 2
|

- Хәҙер ихтыярығыҙ булһа, көрәш майҙанына һәм бәһлеүәндәр ярышына саҡырабыҙ! - тип иғлан итте алып барыусы.
- Бәһлеүәндәр - ул гер, штанга күтәреүселәрме? - тип ҡыҙыҡһынды император Ҡудашевтан.
- Эйе, ауырлыҡ күтәреүселәр.
- Әйҙә, шунда барабыҙ.
|
Уҡырға
29.04.22
|
|
|
БЕҘ ҺУҒЫШТЫҢ ТЕРЕ ШАҺИТТАРЫ
|

Дүрт йыл буйы барған Бөйөк Ватан һуғышы һәр ғаиләгә онотолмаҫ ҡайғы һәм күтәргеһеҙ ауырлыҡтар алып килде. Тыл һәм фронттың берҙәмлеге, алға ҡуйылған азатлыҡ идеяһы совет халҡына Еңеү яуларға ярҙам итте. Ә бының өсөн бихисап ҡорбандар бирелде. Ул замандың шаһиттары йылдың-йылы һирәгәйә бара. Фронтовиктарҙың балалары үҙҙәре хәҙер - сал сәсле оло быуын кешеләре һәм, Бөйөк Еңеүгә 77 йыл үтһә лә, был көндө бөгөнгөләй хәтерләйҙәр. Һыҙланыуҙар, әрнеүҙәр аша шул алыҫта ҡалған бала саҡ йылдарынан улар яҡтылыҡ та таба. Социалистик Хеҙмәт Геройы, педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Лира КАМАЛОВА һәм Рәсәй Фәндәре академияһы академигы, геология-минералогия фәндәре кандидаты, техник фәндәр докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй Федерацияһының почётлы ер аҫты тикшереүсеһе Эрнст ЮЛБАРИСОВ менән шул йылдарҙы иҫкә алдыҡ.
|
Уҡырға
29.04.22
|
|
|
БЫЛ БАЙРАМ ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ МЕНӘН!
|

Еңеү көнө байрамының үҙенең йолалары бар, әммә улар барыһы ла бер ваҡытта - Рейхстаг көмбәҙенә байраҡ ҡаҙаған көндә генә барлыҡҡа килмәгән. Уларҙы иҫкә алып, барлап үтәйек.
Ял көнө. Салют.
Халыҡ 1 майҙан уҡ яңылыҡтар көтә, сөнки бомбаға тотоу хәүефе күптән үткән, совет ғәскәрҙәре Берлин өсөн көрәшә. 8-енән 9-ына ҡараған төндә сәғәт 3-сө 10 минутта Юрий Левитан радионан армия һәм флот буйынса Юғары Баш командующийҙың Бойороғон уҡый. Шунан һуң инде ҡалала берәү ҙә йоҡламай, барлыҡ тәҙрәләрҙә лә уттар ҡабына. Иртә менән мәскәүҙәр урамдарға ашыға, бер ниндәй ойоштороуһыҙ митингылар башлана. Артистар йыр башлаһа, уны халыҡ күтәреп ала, барыһы ла ҡыуанысынан ҡысҡыра, илай. Ҡыҙыл майҙанда ике урында патефон уйнай, кешеләр бер үк ваҡытта төрлө көйҙәргә бейей. Хәрби кейемле кешеләр ҡаланан тыныс ҡына үтеп китә алмай: уларҙы ҡосаҡлайҙар, күккә сөйәләр, ҡотлайҙар, ян-яҡҡа тартҡылайҙар...
|
Уҡырға
29.04.22
|
|
|
БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ЯҘАМ!
|

23 апрелдә тотош Башҡортостан һәм башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә, сит илдәрҙә сираттағы "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2022" акцияһы үтте. Был сара йыл һайын онлайн һәм офлайн форматта уҙа һәм йылдан-йыл күберәк ҡатнашыусыны йыя. Телде башланғыс кимәлдә белеүселәр менән бергә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та диктант яҙҙы. Төбәк Башлығы йылдан-йыл сарала ҡатнашыусылар һаны артыуын белдерҙе һәм быны ҡаҙаныш тип билдәләне.
|
Уҡырға
29.04.22
|
|
|
МУЛЛАЯН ҮЛӘНЕ
|

Башҡорттарҙа "муллаян үләне", "туғай яраны" тип йөрөтөлгән һәм Башҡортостанда киң таралған был сәскә русса "герань луговая" тип атала.
Халыҡ дауаханаһында муллаян үләне лә, был сәскәнең ҡанһыу ҡыҙыл яран, һаҙ яраны кеүек төрҙәре лә бер үк - шешенеүгә ҡаршы, йоғошһоҙландыра, ҡурыштыра, һыҙланыуҙы баҫа, ҡанды туҡтата торған сифаттарға эйә. Дауаланыу өсөн үләне, сәскәһе һәм тамыры ҡулланыла. Был үләндәр ярҙамында яңы барлыҡҡа килгән яман шештәрҙе, һынған һөйәктәрҙе, гастрит, энтерит, өҫкө тын юлдары ауырыуҙарын, аҙыҡ менән ағыуланыу, дизентерия, йоҡоһоҙлоҡ, ревматизм, подагра, стенокардия һәм тахикардия, ауыҙ ҡыуышлығының лайлалы ҡатламы шешенеүе, ангина, аналь һәм енси ағзаларҙа үтә тишекле яралар, тиренең эренле яраларын дауалайҙар. Алопеция - сәс ныҡ ҡойолғанда үлән бешкән һыу менән башты йыуалар. Яран бөйөрҙәге һәм бәүел ҡыуығындағы таштарҙы бөтөрөргә лә ярҙам итә.
|
Уҡырға
29.04.22
|
|
|
БЫЛ ЙОРТТА ХЕҘМӘТ БАҺАЛЫ ЛА, ХӨРМӘТЛЕ ЛӘ
|

Ауыл ерендә ғаиләнең бер төптән тырышып донъя көтөүен билдәләү ауыр түгел. Уларҙың йорт-ҡураһына күҙ һалыу ҙа етә. Фәғилә һәм Азат Байназаровтарҙың ихатаһына аяҡ баҫыу менән үҙеңде, ысын мәғәнәһендә, әкиәт донъяһына килеп ингәндәй тояһың. Дөрөҫ, тәү ҡарамаҡҡа уларҙың йорто башҡаларҙыҡынан бер нәмәһе менән дә айырылмай. Шулай ҙа... Ауылға йәм өҫтәп, әллә ҡайҙан балҡып, саҡырып ултыра ул. Улай ғына ла түгел. Килеп инеү менән ихаталағы һәр ҡаралты, өйҙәге һәр йыһаз уңған хужа һәм хужабикәнең күңел йылыһын, күҙ нурҙарын һаҡлауын тояһың һәм үҙең дә һиҙмәҫтән, ошо йылы һәм нурлы мөхиткә сумаһың.
|
Уҡырға
29.04.22
|
|
|
ТАЛПАН ҠУРҠЫНЫСЫ ҺӘМ УНЫҢ ЭҘЕМТӘЛӘРЕ
|

Ер ҡарҙан әрселеп, баҡса эштәре башланыу менән табиптар, шулай уҡ һәр төрлө матбуғат сараларында талпан энцефалиты хаҡында иҫкәртә лә башлайҙар. Минең дә, табип булараҡ, ошо сирҙе ентекләберәк һүрәтләп биреп, яҡташтарымдың иғтибарын шуға йәлеп итергә ниәтем. Был сир менән осрашмағанға күрәлер ҙә, күптәр уға әллә ни әһәмиәт биреп тә бармай. Яҙғы-йәйге, Алыҫ Көнсығыш йә тайга энцефалиты тигән тағы күп кенә атамалары булған был ауырыуҙы йоҡтороу бәғзе ваҡыт ғәйәт ауыр эҙемтәләргә, зәғифлеккә, хатта үлемгә лә килтереүе ихтимал. Рәсәй территорияһында киң таралғанлыҡтандыр, уны ҡайһы бер авторҙар "урыҫ энцефалиты" ("Русский энцефалит") тип тә атаған. Башҡортостан да был тарафтан ситтә ятып ҡалмай, әлбиттә.
|
Уҡырға
29.04.22
|
|
|
ҘУРЛАҒЫҘ БЕРЕНСЕ МАЙҘЫ...
|

Бөгөнгө 1 Май - Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын беҙ бала саҡта ябай ғына итеп "Май байрамы" тип йөрөтәләр ине. Сәйәси әһәмиәте нисек булғандыр, ул ваҡытта быға иғтибар ҙа бирмәгәнбеҙҙер инде, ләкин беҙ уны Яңы йылды ҡаршылағандай көтөп ала инек.
|
Уҡырға
29.04.22
|
|
|
ГЕРОЙҘАР БЕҘҘЕҢ АРАЛА
|

Ошо көндәрҙә Башҡорт опера һәм балет театрында күркәм бер сара - "Беҙҙең заман геройы" Бөтә Рәсәй телевизион йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Премия 2004 йылда баш ҡала хакимиәте һәм "Вся Уфа" продюсерлыҡ үҙәге тарафынан булдырылғайны, быйыл ул унынсы тапҡыр батыр йөрәкле, ярҙамсыл, яҡшылыҡ һәм кешелеклелек үрнәктәрен күрһәткән замандаштарыбыҙға бирелде.
|
Уҡырға
29.04.22
|
|
|
ПАРИЖДА - 1
|

Еңеүтуй
Еңеүсе хәрби көстәрҙең Парижға инеп урынлашыуына аҙна самаһы уҙғас, полковник Ҡудашев бер яңғыҙы ғына Париж урамдары буйлап сығып китте. Бүтән офицерҙар һәм генералдар менән "еңеүҙе йыуа-йыуа" ла ялҡып бөттө. Шуға былай ғына, эшһеҙлектән урам тапарға булды. Арыу уҡ ер үтеп, таш йорттарҙы ҡарап, берәй күләгәлә ултырып ял итәйем әле, тип китеп бара ине, ҡаршыһына аттарын етәкләгән икәү килә. Бәй, таныштар һымаҡ та былар. Тегеләр үҙ-ара һөйләшә-һөйләшә атлай, Ҡудашевҡа боролоп та ҡарамайҙар. Хәрби тәртип буйынса офицерға сәләм бирергә тейештәр ҙә бит, Париж буйлап йөрөгән офицер эт тубығынан тиерлек, уларҙың һәр береһенә сәләм бирә башлаһаң... Шуға күрә Ҡудашевтың үҙенә һүҙ өндәшергә тура килде:
|
Уҡырға
29.04.22
|
|
|
ЯЛҠАУҘАР СӘБӘП ЭҘЛӘЙ, ЙҮНСЕЛДӘР МӨМКИНЛЕК ТАБА
|

Прогресты ялҡауҙар тыуҙыра, тигәндәй, һуңғы ваҡытта ялҡаулыҡтың сигенә сығып, ҡулланыусыға ғына әйләнеп барыуыбыҙҙы санкциялар булмаһа, бәлки, аңламаҫ та инек. Бөгөн Рәсәйгә төрлө санкциялар ҡулланылғанда, күптәрҙә, нимә эшләрбеҙ, нисек йәшәрбеҙ, тигән һорау тыуа. Шул уҡ ваҡытта ауыл ғына түгел, хатта ҡалала күптәрҙең үҙ баҡсаһы, дачаһы бар һәм ере булған кешенең йәшелсә-емеше үҙенеке. Республика игенде етерлек кимәлдә әҙерләй. Шулай уҡ олатай-өләсәйҙәр кәсебен, боронғо йолаларыбыҙҙы иҫкә төшөрөргә генә кәрәк. Элек бит улар ситтән килгән ризыҡ ашап, ситтән ҡайтҡан кейем кейеп ултырмаған...
"Бөгөн шарттар үҙҙәре үк беҙгә мөмкинлек биргәндә, беҙ нимә эшләй алабыҙ? Үҙегеҙҙе төрлө яҡтан күрһәткән кеше булараҡ, нимәләр тәҡдим итер инегеҙ?" - ошо һәм башҡа һорауҙарыбыҙҙы бөгөн эшҡыуар, "Радость есть" йәмәғәт туҡланыуы селтәре милектәше, финанс консультанты, республиканың Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы ағзаһы, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһының финанс-сәнәғәт һәм инвестиция сәйәсәте буйынса совет эксперты Ренат ХИЛАЖЕВҡа юлланыҡ.
|
Уҡырға
29.04.22
|
|
|
ҺАЛЙОТ, ТЕРҺӘК, ҺЕҢРӘН, БӘКӘТИН, ҺЫРҘЫ, ШУРАН - 6
|

оло башҡорт иленең кесе ырыуҙары улар
Мәҡәләбеҙҙең башында һалйот, терһәк, һеңрән, бәкәтин, һырҙы, шуран ырыуҙарының Көньяҡ Урал һырттарынан көнсығыштараҡ ятҡан ерҙәрҙе төйәк итеүен иҫкә алғайныҡ. Рус заводчиктары һәм промышленниктары ҡыҫымына эләккән байтаҡ ҡына аҫаба башҡорттар ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр була, XVIII быуатта бер-бер артлы башланып торған ихтилалдарҙы баҫтырыу һөҙөмтәһендә лә юғарыла һанап үтелгән ырыуҙарҙың байтаҡ ҡына ауылдары юҡ ителә. Ошондай сәбәптәр менән бәйле уларҙың хәҙерге заманға тиклем һаҡланып ҡалған ауылдары әллә ни күп түгел. Ул ауылдар Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Кәҫле, Нязепетровский, Үрге Уфалей, Ҡурған өлкәһенең Шатров һәм Шадрин, Ырымбур өлкәһенең Тоцк, Свердлов өлкәһенең Түбәнге Сергин райондары территорияһына ҡарай.
|
Уҡырға
29.04.22
|
|
|
ХЕҘМӘТ КЕШЕЛӘРЕ ҺАНЛАНҺЫН ҺӘМ БАҺАЛАНҺЫН!
|

1 май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Төрлө һөнәр эйәләрен берләштергән, уларҙың һәр береһенең кәрәкле һәм алыштырғыһыҙ хеҙмәтен ҙурлау көнө. Бөгөнгө яҙмабыҙ эшсе һөнәрҙәренә эйә булып, үҙҙәренең профессиональ оҫталыҡтары менән һөнәрҙәрен ҙурлап йәшәүселәр хаҡында булыр. Улар араһында һауынсы, ашнаҡсы, штукатур-буяусы, заводта алюмин әйберҙәрҙе ағыулап ҡырыусы һәм башҡалар бар. Һүҙ - хеҙмәт кешеләренә.
|
Уҡырға
29.04.22
|
|
|
ЙӘШТӘР ҠАЛАҺЫ БУЛҺЫН!
|

Баш ҡаланың "Арт-Квадрат"ында йәштәрҙең "JOB SPACE" карьера форумы үтте. Ул бер командаға 500-ҙән ашыу буласаҡ белгесте, эш башлап тороусы эшҡыуарҙы, эшсе йәштәрҙе йыйҙы.
|
Уҡырға
29.04.22
|
|
|
ҠӘҘЕР КИСЕ
|

Ҡайһы бер ғалимдар Ҡәҙер кисе тура килгән ваҡыт тураһында: ул - Рамаҙандың 21-се төнө, икенселәре - 23-сө төнө, өсөнсөләре - 25-се төнө, ә күбеһе - ул 27-се төн, тиҙәр. Бәйғәмбәребеҙ: "Ҡәҙер кисен Рамаҙандың һуңғы ун төнөнөң таҡ төндәрендә эҙләгеҙ", - тигән.
|
Уҡырға
22.04.22
|
|
|
ЯҘҒЫ ХӘҮЕФТӘР
|

Көн йылыныу менән кешеләргә тағы ике хәүеф янай. Уның береһе талпан булһа, икенсеһе - сысҡандар. Уларҙың икеһе лә инвалидлыҡҡа, хатта үлемгә килтергән ҡурҡыныс вирус тарата. Уларҙан нисек һаҡланырға? Ниндәй иҫкәртеү саралары бар? Медицина профилактикаһы врачы Маргарита Әнүр ҡыҙы УтицкаЯ шул хаҡта һөйләй.
|
Уҡырға
22.04.22
|
|
|
МАЙ ҮЛӘНДӘРЕ ЙЫЙ
|

Май еттеме, шифалы үҫемлектәр йыя башларға ла мөмкин. Уларҙың күбеһен әлеге осорҙа турамаларға ҡушып ҡулланырға була. Сананы йәй әҙерлә, тигәндәй, әле үк ҡышҡылыҡҡа кәрәкле дауаны хәстәрләй башлау осоро ла был ай. Һеҙҙең иғтибарға май айында уҡ йыйып ҡулланырға яраҡлы бер нисә шифаны тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
22.04.22
|
|
|
ЙӘН-3
|

Хәкимә тағы тынды. Айҙар шунда уҡ кисә Санияның "мин һине яратам" тигән һүҙен иҫенә төшөрҙө. Уның тәне буйлап өшөткөс ҡалтырау йүгереп үтте. Ни генә тиһәң дә, Айҙар насар әҙәм!.. Тағы бер бәлә булып, оятһыҙ рәүештә Хәкимәнең йөрәгенә инергә йөрөй! Йә, Хоҙай! Ары ни булыр? Әгәр Айҙар ҙа Хәкимәгә ҡарата рәхимһеҙ ҡыланһа, ул быға түҙмәйәсәк бит!
|
Уҡырға
22.04.22
|
|
|
БУЛАСАҠҠА САРА ЮҠМЫ?
|

"Маңлайыңа яҙған хаҡ яҙмышты һыйпап ташлап булмай ҡул менән" тип әйтелә халыҡ йырында. Халҡыбыҙ йырҙарындағы был мотив, асылда, фажиғәле, әсе, әммә алда күреләсәк ҡотолғоһоҙ яҙмыш хаҡында. Ҡыҙыҡ килеп сыға: бәхетле, кинәнесле мәлдәр һәм тойғолар кисереүгә бәйле күреләсәк ваҡиғалар хаҡында ла шулай тип әйтергә буламы икән? Икенсе төрлө әйткәндә, яҙмыштың ҡатмарлыһы, әсеһе генә ҡотолғоһоҙмо? Шулай ҙа, ваҡытты ҡамтарып, тарихтарҙы киренән ҡайтарып, яҙмыштарҙы киренән ҡороп, сәғәтте кирегә бороп, ваҡиғаларҙы үҙгәрткән осраҡта ниндәй булыр ине икән хәҙерге көнөбөҙ? Үткән тарихҡа теләк-шарт һөйкәлеше аша бер ниндәй йоғонто яһап булмаһа ла, яҙыласаҡтарына мөмкиндер бит, тием. Әйтәйек, үткәнеңдән фәһем, һабаҡ, ғибрәт алып, шундай уҡ күрәсәктән ҡотолоу мөмкин бит. Улайһа, буласаҡҡа, күрәсәккә сара булып сыға түгелме? Шул хаҡта фекер йөрөтөп ҡарайыҡ.
|
Уҡырға
22.04.22
|
|
|
БАЛАҢ ҺӘЛӘТЕН ҮҪТЕРӘ БЕЛ!
|

Уҡыусылар, өлкән синыфтарҙа уҡый башлау менән, үҙҙәренең буласаҡ һөнәре тураһында етди уйлана башлай. Әлбиттә, уларға ярҙам итеү маҡсатында мәктәптәрҙә һәм башҡа төрлө тәрбиә биреү учреждениеларында бик күп эштәр башҡарыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер уҡыусылар, барыбер, мәктәпте тамамлағансы үҙҙәренә һөнәр һайлай алмай. Уның бер сәбәбе - һәләттәренең асылмауында. Ғәҙәттә, һәләттәренә ярашлы һөнәр һайлайҙар бит.
|
Уҡырға
22.04.22
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|