Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
|
|
АУЫЛ ТУРИЗМЫ ТАРИХЫБЫҘҘЫ, МӘҘӘНИӘТЕБЕҘҘЕ ТАНЫТА
|

Сентябрҙә Бөтә донъя туризм көнө билдәләнгәйне. Тәбиғәтте, оҙайлы походтарҙы, төнгө усаҡ тирәләй дуҫтар менән теҙелеп ултырып әңгәмәләр ҡороуҙы яратҡан кеше булараҡ, был датаны иғтибарһыҙ үткәреп ебәрә алмайым. Үҙем матур тәъҫораттар артынан ҡыуыусы турист булараҡ, тәбиғәт ҡосағында барыһының да күңеленә хуш килерлек ял ойоштора белеүселәргә ихтирамым айырыуса ҙур. Йыл әйләнәһенә әллә күпме кешене ҡаршы алып, уларҙың ялын юғары кимәлдә ойоштороп, "туризм" тигән төшөнсәнең бөтә нескәлектәрен белгән кешене табыуы ауыр булманы әңгәмә өсөн. Шулай итеп, бөгөнгө әңгәмәсем - Салауат районында, йәмле Йүрүҙән йылғаһы буйында тирмәләр ҡороп, туристарҙы һәр саҡ асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыусы - Илфат Рифат улы ИСМӘҒИЛЕВ. "Шайтан-көҙәй" тирмәләр кемпингы хужаһы үҙенең эшмәкәрлеге, туризм өлкәһендә эшләүҙең үҙенсәлектәре хаҡында бәйән итте.
|
Уҡырға
09.11.21
|
|
|
БАЛАҢ ОНОТОП ҠУЙМАҺЫН...
|

Яҡташыбыҙ шағир Шамил Анаҡтың шундай фәһемле һүҙҙәре бар: "Тел - халыҡтың йән һулышы, йәшәйеш ысулы". Үҙебеҙҙең туған телебеҙ - башҡорт теле тураһында минең дә бер кәлимә әйтер һүҙем бар.
|
Уҡырға
09.11.21
|
|
|
ТУҒАН ТЕЛ БАЛА МЕНӘН АТАЙ-ӘСӘЙ АРАҺЫН ЯҠЫНАЙТА
|

Донъяның ҡайһы тарафында йәшәһәң дә, туған телең һәм тамырҙарыңды онотмау - һәр кемдең изге бурысылыр. Ә был маҡсатҡа нисек тоғро ҡалырға? М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының өлкән уҡытыусыһы, Мәскәү ҡалаһындағы балалар һәм атай-әсәйҙәр өсөн башҡорт теле дәрестәрен ойоштороусы яҡташыбыҙ Ләйсән Йәҙгәр ҡыҙы ӘХМӘҘУЛЛИНА менән әңгәмәләшкәндә тап ошо һорауға яуап эҙләнек.
|
Уҡырға
09.11.21
|
|
|
БЫУЫНДАР БӘЙЛӘНЕШЕ ӘСӘ ТЕЛЕ АША
|

Беҙҙә элек-электән башҡорт мәктәбен мәҙрәсәләргә генә бәйләгән ҡараш йәшәп килә. Әммә ғәмәлдә башҡорт милли донъяуи мәктәбе 19-сы быуаттың икенсе яртыһында уҡ була. Хатта Земство вәкилдәре 1867 йылда Ырымбур губернаһының Иманғол ауылында асылған беренсе башҡорт мәктәбен Рәсәйҙең көнсығышындағы иң боронғо рус-башҡорт мәктәбе тип теркәп ҡалдырған.
|
Уҡырға
09.11.21
|
|
|
КҮП ТЕЛДӘР ӨЙРӘНЕҮ...
|

Рәсәйҙә милли аҙсылыҡты тәшкил иткән халыҡтар күптән инде ике теллелеккә эйә, һәм күп милләтле Рәсәйҙә күп теллелекте үҫтереү өсөн донъяның башҡа илдәрендә күҙ алдына ла килтерә алмаҫлыҡ ыңғай шарттар бар. Уларҙы ҡулланмау, хатта махсус ҡаршылыҡ күрһәтеү иң элек берҙән-бер рус теле менән генә хушһынған ҡәүемдәр өсөн уғата зыянлы.
|
Уҡырға
09.11.21
|
|
|
КҮРЕНМӘГӘН ЯУ, ЙӘКИ КЕШЕ АҢЫНДА БАРҒАН КӨРӘШ
|

Уҡыу йылы башында башланғыс кластан уҡ рус телендә уҡытыуға күсергә тип ғариза яҙған бер төркөм атай-әсәйҙәр менән осрашырға тура килде. Боронғо сәсәндәр, илем-көнөм, телем-яҙмышым тип яуға сапҡан халыҡ батырҙары биргән тарихи ауыл был. Шуның өсөн дә мәктәп ишеген асып, атай-әсәйҙәрҙең үҙҙәре менән осрашмайынса, улар фекерен белмәйенсә, был хәбәргә ышанманым.
|
Уҡырға
09.11.21
|
|
|
ТОРМОШ - УЛ ТЕАТР
|

Бынан күп йылдар элек, колхоз-совхоздар әле тере саҡта, урам буйлап үтеп барһам, текмә буйындағы эскәмйәлә бер ағай ултыра. Уны тышта шулай буш ултырғанын тәүгә күреүем. Көнө-төнө колхоз эшенән бушамай, пенсияға сыҡҡан ваҡыты ине. Һаулыҡ һораштым, хәл-әхүәлен белештем.
- Бына, улым, әбей менән талашып сығып ултырҙым әле, - ти был.
- Нимә булды? - тим.
- Ышанаһыңмы-юҡмы, йыуынғыстың бысраҡ һыуын сығарып түк, тейсе...
|
Уҡырға
09.11.21
|
|
|
БЕРҘӘМЛЕКТӘ ҠУШ БУЛЫУ - ҺӘР КЕМ БУРЫСЫ
|

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы 14 ноябргә тиклем дауам итә. Был сара буйынса бер нисә һорауға РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира АЙЫТҠОЛОВА яуап бирә.
|
Уҡырға
09.11.21
|
|
|
АУЫЛ ХАЛҠЫ ЛА ШАТ
|

Көҙгө уңыш йыйылып, уны әүеш-теүеш итеү эштәренең ҡыҙыу мәле. Һәр кем оҙон, һалҡын ҡышҡа әҙерләнеп, йәшелсә-емешен туплап, һаҡлауға әҙерләп, маз килеп йөрөгән саҡтар. Үҙе сәсеп үҫтереүселәрҙең уңышының күләмен ҡарап, ашауҙан артып ҡалырын һатыуға сығарып, әҙме-күпме аҡса эшләп ҡалырға тырышҡан мәл. Ҡалала йәшәһәм дә, ошо көҙгө байлыҡтан мин дә фәйҙаланып, бер аҙ килем алам йыл һайын.
|
Уҡырға
09.11.21
|
|
|
КҮСЕП КИТЕРГӘМЕ ИНДЕ?
|

Башланды... Коронавирустан да дер ҡалтырап, депрессияла йәшәүсе халыҡтың нервыларын әле килеп мәңге туймаҫ "Теплосбыт" филиалдары ҡапшай ҙа башланы: хаҡтар тағы ла артасаҡ, тип һөйөнсөләй улар.
|
Уҡырға
09.11.21
|
|
|
АЙЫРЫЛҒАНДЫ АЙЫУ АШАР...
|

2005 йылдан башлап 4 ноябрь Рәсәйҙә Халыҡ берҙәмлеге көнө булараҡ билдәләнә. Күптәр был датаны элекке Бөйөк Октябрь революцияһы көнө уңайынан барлыҡҡа килгән, шуның урынына ойошторолған байрам тип аңлатырға тырышһа, ысынында, был көн 1612 йылда Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский етәкселегендәге халыҡ ополчениеһының Кремлде поляктарҙан азат итеүенә бәйле шанлы ваҡиғалар айҡанлы билдәләнә. Ошо байрам уңайынан халыҡ берҙәмлеге, ғөмүмән, берҙәмлек хаҡында бер нисә фекеремде белдермәксемен.
|
Уҡырға
09.11.21
|
|
|
ҮҘ "ЙОРТОМА" ҠАЙТТЫМ
|

Ниһайәт, был интернет тамам ялҡытты мине. Уның арҡаһында телевизор менән элек яратып уҡыған гәзит-журналдарымдан айырылдым. Телевизоры ярай инде, уны барыбер ҡарағы килмәй, ә бына гәзит-журналһыҙ күңел ҡорғаҡһыны.
|
Уҡырға
09.11.21
|
|
|
КӨН ДӘ БАЙРАМ, КӨН ДӘ ТУЙ...
|

Һуңғы арала байрамдар күбәйеп китте. Көн дә байрам, көн дә туй, тигәндәй. Интернетты ҡабыҙыуың була, ватсаптан иртән иртүк ниндәйҙер байрам менән ҡотлап, таныш-тоноштарҙан, туғандарҙан, дуҫтарҙан открыткалар "яуа" башлай. Ҡатын-ҡыҙ бәхете көнө, бөҙрә сәслеләр, тәмлетамаҡтар көнө, сәй, бәлеш, икмәк көнө... Һанай китһәң, ысынлап та, ниндәй генә көндәр юҡ та, ниндәй генә байрамдар юҡ икән! Хайран ҡалырлыҡ.
|
Уҡырға
29.10.21
|
|
|
ФАЙҘАЛЫ БӘШМӘК - ҠЫУ
|

Урыҫса "чага", йәки беҙҙеңсә "ҡыу", "ҡайын ороһо" - ҡайын һәм ерек олононда үҫеүсе ҡара төҫтәге бәшмәк. Ауырлығы 5 килограмға етә, саң-һеркә таратып ишәйә.
|
Уҡырға
29.10.21
|
|
|
БЕҘ – БАШҠОРТТАР
|

МИЛЛӘТЕМДЕ ҠАЙТАРҘЫМ...
Һуңғы йылдарҙа мәғлүмәти киңлектә Альберт Исмаил исеме йыш яңғырай. Башҡортостанда тыуып үҫкән, бығаса күрше Татарстанда йәшәгән, татар милли хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы булған музыкант үҙен башҡорт тип иғлан иткәс, уны милләтен алмаштырыуҙа ла, сәйәси уйындар уйнауҙа ла ғәйепләнеләр. Әммә Альберт Әҙип улы был хәлдә аптырарлыҡ бер ғәмәл дә күрмәй һәм бер ниндәй ҙә милләт алмаштырыу юҡ, тип билдәләй.
|
Уҡырға
29.10.21
|
|
|
ТАТАР МЕНӘН БАШҠОРТ (7-се бүлек. Аҙағы)
|

Ваҡыт үткәреп булмай. Магазиндарға инеп күп итеп ашарға, бөршәйеп ултырған әбейҙәрҙән ҡиммәт хаҡҡа араҡы алды. Осрашҡас, байрам итергә кәрәк бит азатлыҡты. Төнөн бында үткәрергә тура килер, автобусҡа ултырҙы ла поселоктан ситкә сығып китте. Бер тау битләүендә төшөп ҡалды, тирә-йүнде ҡарап әйләнгәс, аяҡ-ҡулдарын тарбайтып, йоҡларға ятты. Көн йылы, август айы, иркен донъяла бер туйғансы йоҡлаһын әле! Уға ҡурҡырға түгел.
|
Уҡырға
29.10.21
|
|
|
БЕҘ - ҠАРШЫНДАР, ЯУГИР ЗАТЛЫ БАШҠОРТБОҘ
|

Карателдәр тарафынан 1738 йылдың 21 майында яҙылған экстрактта ошондай мәғлүмәт теркәлгән: "...Апреля 22 от верных старшин Шарыпа Мрякова, Аракая Акбашева объявлено: воры башкирцы приезжая команд их 4 деревни раззорили, а имянно дер. Ишмухамметеву, дер. Салтарову, дер. Бишказы, дер. Узы-баши, да убили верных башкирцов 4-х, ранили 2-х, полонили 3-х человек, а скот и пожитки все побрали, а у них воров убит главной Чюрагул".
|
Уҡырға
29.10.21
|
|
|
ҠАРТАТАЙ ТӘРБИӘҺЕ
|

Бер мәл көпә-көндөҙ 96 йәшлек ҡарт түгелеп илап ултыра икән. Унан ни сәбәпле илап ултырыуы хаҡында һорашҡандар икән, ул: "Атайымды тыңлашмағайным, ҡартатайым туҡманы", - тип яуап биргән. "Алйот, ҡартайыңдың туҡмағаны өсөн түгел, иҫән булғаны өсөн шатлығыңдан иларға кәрәк һиңә..." - тип әйткәндәр тегеләр ҡартҡа. Был хәл, ай-һай, беҙҙә булмағандыр ул. Ни өсөн тигәндә, башҡорт донъяһында ҡартатай менән ейән, ҡартәсәй-өләсәй менән ейәнсәр араһындағы мөнәсәбәт иң самими мөнәсәбәттәрҙән һанала.
|
Уҡырға
29.10.21
|
|
|
ТЕЛӘЙЕМ... ЯРАМАЙ...
|

Үткән класс сәғәтендә "Мин кем?" һорауына яуап биргәндә, әлбиттә, үҙебеҙҙең эске донъябыҙға бөтөнләй ҡағылманыҡ. Кеше шулай ҡоролған: эске донъяһын ат башындай алтын бирһәң дә тулыһынса асып бирмәйәсәк. Хатта гипноз тәьҫирендә лә.
|
Уҡырға
29.10.21
|
|
|
БЕРЕНСЕЛЕККӘ ЫНТЫЛЫШ ЙӨРӘГЕНӘ СӘМ БУЛЫП ҺАЛЫНҒАН
|

2019 йылда шашка буйынса үткән донъя чемпионаты призеры, 2012 һәм 2020 йылдарҙа - блиц буйынса донъя чемпионы, 2016 йылда - Европа чемпионы, тиҙ шашка уйынында донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер... Уның еңеүҙәрен һанай китһәң, ошо йәш кенә ҡыҙ был тиклем ҡатмарлы ярыштарҙа ҡасан ҡатнашып өлгөрҙө, ҡайҙан килә икән ундағы көс, рух ныҡлығы, беренселеккә ынтылыш, тип һоҡланмай булмай. Бына яңыраҡ, Республика көнөндә ул тағы ла тыуған төйәгенә бүләк яһап, халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионатында ҡатын-ҡыҙҙар араһында блиц дисциплинаһында еңеү яулап ҡайтты. Һүҙ маҡсатлы милләттәшебеҙ Айгөл Илдус ҡыҙы ИҘРИСОВА тураһында барғанын аңлағанһығыҙҙыр инде. Көсөргәнешле уйындарҙан бер аҙ ял иткән осоронда уны редакциябыҙға саҡырып, әңгәмәләшергә форсат тыуҙы.
|
Уҡырға
29.10.21
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|