«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 112 113 114 115 116 117 118 119 120 » #
ҺӘР ЕРЕК ТӘ ШИФАЛЫ


Дымлы, батҡыл урындарҙа, йылға буйҙарында ерек (ольха серая) һәм ҡара ерек (ольха черная) аралаш үҫә. Еректең ҡайырыһы асыҡ төҫтә, шыма, ә ҡара еректеке ҡара һоро, ярғыланған. Ҡайһы берҙә ҡайырыһына ҡарап ҡына был ағастарҙы айырыу ауыр. Ул саҡта япраҡтарына иғтибар итергә кәрәк: еректең япрағы ослайып тора, ә ҡараһыныҡы - тупаҫ, саҡ ҡына соҡорланып тора.

Уҡырға
22.10.21  
 
БЕРЛӘШӘЙЕК, БАР ЫРЫУҘАР БАШҠОРТТАРЫ!


Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына йомғаҡ яһарға иртәрәк булһа ла, уның һөҙөмтәле булыуын әле үк билдәләргә мөмкин. Йыл дауамында тормошҡа ашырылған әһәмиәтле эштәрҙең барыһын да һанап үтеү кәрәк тә түгел, уларҙы киң мәғлүмәт саралары даими яҡтыртып барҙы. Ә бына тарихта беренсе тапҡыр уҙғарылған Ырыуҙар съезына ентекләберәк туҡталырға ла мөмкин.

Уҡырға
22.10.21  
 
ҮҘЕ ЙӘШ КЕНӘ, Ә ҮҘЕ ДРАМАТУРГ!


Нәшриәттә китаптар баҫтырған, театр сәхнәләрендә спекталдәре уйналған авторҙар нисә йәштәрҙә була? Дөрөҫ, арыу ғына йәштә була ундай әҙиптәр. Ә бына был егеткә... 24 кенә йәш. Һәм былтыр Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында уның "Яратыусы йөрәк" пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакленең премьераһы булды. Әңгәмәбеҙ - йәш ижадсы Рәфис ҠУЙБАҒАРОВ менән.

Уҡырға
22.10.21  
 
ТАТАР МЕНӘН БАШҠОРТ (6-сы бүлек)


Ишмырҙа дуҫының кәйефен төшөндө, башҡаса ныҡышманы. Бер аҙ тын торҙолар, тағы яртышар йотом йоттолар. Ишмырҙа, онотолоп киттеме, тағы һораны:
- Әй, мәрйәләр нисек була ул?
- Нигә, маржа күргәнең юкмы ни? Шул ук нәрсә инде!.. - Мәснәүи асыу менән әйтте. - Сүзеңә караганда, башкорттан артыкны күргәнең юк, ахырсы!
- Ниңә, минең бисә татар ул.
- Ә үзең миннән көлгән буласың!

Уҡырға
22.10.21  
 
"ТЫУМАҒАНДАР ЗЫЯРАТЫ" ТУРАҺЫНДА


Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалмайһың, донъялыҡ йорто булған һымаҡ, йән "һауыты" тәндең баҡыйлыҡ йорто - зыярат та бар. Зыяраттарҙың да төрлөләре була: мосолмандарҙыҡы, христиандарҙыҡы, Будда динендәгеләрҙеке. Туғандар зыяраты ла була. Ғүмере буйы диңгеҙ өҫтөндә йөрөүселәрҙе, үлгәс, ҡәҙерләп диңгеҙ төбөнә төшөрәләр. Һиндтар иһә, кеше үлгәс, уны яндырып, көлөн диңгеҙгә һалалар. Ислам дине килгәнгә тиклем бик күп халыҡтарҙа, шул иҫәптән башҡорттарҙа, зыярат ролен ағас ботаҡтары, ҡая-тау баштары үтәгән. Тағы ла... һәр табиптың үҙ ҡәберлеге була, тиҙәр. Ул ҡәберлектә табиптың "бысағы аҫтында" донъялыҡ менән хушлашҡандар ерләнә, имеш. Тағы ла хыялда яралып, донъялыҡҡа тыумағандар зыяраты ла бар...

Уҡырға
22.10.21  
 
КЛУБ - УЛ БИНА ТҮГЕЛ, Ә КЕШЕЛӘР!


Һуңғы ваҡытта ауыл клубтарына халыҡтың аҙ йөрөүе һәр кемгә лә мәғлүм. Был осраҡта бар сәбәпте пандемиянан ғына күреү ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй. Сөнки 2019 йылға тиклем дә был хәл күҙәтелде. Элеккеләй эркелешеп мәҙәниәт йорттарына йөрөүҙәрҙе һағынып иҫкә алырлыҡ. Шул уҡ ваҡытта клубҡа күмәкләп кеше йөрөмәүҙән сығып ҡына клуб кәрәкмәй, тип һығымта яһап буламы? Әйҙәгеҙ, ошо турала фекер йөрөтәйек:

Уҡырға
22.10.21  
 
ЕР ХӘТЕРЕН ЯҢЫРТЫП


Шағир, ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит ШӘкҮрҙең "Ерҙең тере хәтере: топонимика серҙәре" тигән китабы былтыр донъя күргәйне. Был баҫма Башҡортостандың, йәғни Көньяҡ Урал, Урал алды һәм Урал аръяғының, өлөшләтә Урта Уралдың тау, йылға, күл, ҡала, ҡасаба, ауылдар һәм тарихи урындары, тәбиғәт ҡомартҡылары атамаларының килеп сығышын, мәғәнәләрен билдәләү, йәғни этимология мәсьәләләре менән шөғөлләнеү һөҙөмтәһе булып тора. Бөгөн, ер-һыу атамаларының башланғыс исемдәре урыҫсалашып, тарихи йөкмәткеләре юйылып һәм онотолоп бөтөп барған заманда, ер аҡтарып хазина эҙләгәндәй, халыҡ хәтерен яңыртырҙай, мүк баҫҡандарҙы аҡтарып урғытырҙай булған был баҫма баһалап бөткөһөҙ ҡиммәткә эйә. Һәм беҙ гәзит уҡыусыларыбыҙға китаптың дөйөм аңлайышта булған ҡыҙыҡлы урындары, топонимдар, тарихи ҡомартҡылар тураһында автор менән һөйләшеүҙе тәҡдим итәбеҙ.

Уҡырға
22.10.21  
 
БЕҘ - ҠАРШЫНДАР, ЯУГИР ЗАТЛЫ БАШҠОРТБОҘ (3-сө бүлек)


Хәҙерге замандың бәғзе бер тикшеренеүселәре, ғилми яҡтан раҫланған факттарҙы инҡар итеп, халыҡтарыбыҙҙың этник сығышын һәм дә уларҙың тарихи процестарҙағы ролен тик бер яҡлы, субъектив сәйәси ҡараштарға ярашлы хәл итергә ынтыла.

Уҡырға
22.10.21  
 
МИН КЕМ?


Нимә һуң ул - эго? Телмәрҙә был һүҙ һирәк ҡулланыла. Ә бына уның тамырҙаш һүҙе - эгоизм беҙгә бик тә таныш. Шунда уҡ тик үҙен генә яратҡан тәкәббер кеше күҙ алдына баҫа. Эго һүҙенең мәғәнәһенә артыҡ төшөнөргә тырышып та тормайбыҙ. Ә кәрәк. Сөнки эго - ул "мин". Һин, йәғни һинең "мин"ең. Дөрөҫөн әйткәндә, эго - ул беҙҙең эске "мин"ебеҙ. Башҡалар өсөн билдәһеҙ "мин"ебеҙ. Был донъяла бөтәбеҙҙең дә үҙ урыны бар. Беҙ буш урын түгел, беҙҙең эгобыҙ бар! Төнөн йондоҙло күккә бағып уйланғанығыҙ барҙыр, моғайын. Уның сиге юҡ. Уйыбыҙ менән уның сигенә етә алмайбыҙ. Үҙегеҙҙең эске донъяғыҙҙың сиген тояһығыҙмы? Юҡтыр. Бына нимә ул - эго! Мәңгелек сикһеҙ йыһан уртаһында беҙҙең төпһөҙ, аңлап етмәҫтәй эгобыҙ бар. Башығыҙҙы бутаныммы? Улайһа, мәҡәләне ситкә ҡуйып, бер ябай ғына тест эшләп ҡарайыҡ.

Уҡырға
22.10.21  
 
ЙӘМӘҒӘТСЕЛЕК МЕНӘН САЛАУАТ ЮЛАЕВ ҺӘЙКӘЛЕ ТУРАҺЫНДА


Республика етәкселеге йәмәғәтселек менән Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау мәсьәләһе буйынса осрашып һөйләште, сөнки активистарҙы монументтың тәүге йөҙө һаҡланып ҡалыу-ҡалмау проблемаһы борсой, шулай уҡ уға ысынлап та ремонт кәрәклегенә лә шик белдерелә ине.

Уҡырға
22.10.21  
 
КӘЗӘҢ, ТАУЫҒЫҢ МЕНӘН ХУШЛАШ!


"Баҡса амнистияһы" нисә йыл дауам итте, хәтерләйһегеҙме? Баҡсаһы юҡтарға баштарын ҡатырмау хәйерле, башҡа хәстәрҙәре булмаһа. Ә бына баҡса хужалары һуңғы дача реформаһынан һуң үҙҙәрен нисек тоя - уларға төбәлә был һорау.

Эйе, бик оҙаҡҡа һуҙылды амнистия - ун дүрт йыл буйы халыҡҡа ер участкаларын һәм ундағы күсемһеҙ милекте (торлаҡ һәм баҡса йорттары) ябайлаштырылған тәртиптә хосусилаштырыу мөмкинлеге бирелде. Ошо оҙайлы кампания сиктәрендә 14 млн рәсәйле баҡсаларын шәхси милек тип раҫлаусы документтарҙы артыҡ ығы-зығы, бюрократик волокитаһыҙ ғына ҡулдарына алып һөйөндө, сөнки, мәғлүм булыуынса, милек итеп нығытылмаған дача һәм ер участкаларын һатып та, һатып алып та, мираҫ итеп тә ҡалдырып булмай. Ошо амнистия барышында баҡса участкаларын шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн файҙаланыусылар һаны ла бермә-бер артты. Былтыр иһә амнистия проектын 2026 йылғаса оҙайтырға ҡарар ителһә, яңыраҡ уны хатта 2031 йылға тиклем дауам итергә булдылар.

Уҡырға
22.10.21  
 
ИҪӘПТӘ ЛӘ, ҺАНДА ЛА БУЛАЙЫҠ!


"Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020" кампанияһы башланды, ул 14 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Башҡортостанда 7 меңдән ашыу иҫәп алыусы халыҡтан йыйған мәғлүмәтте махсус программалы планшеттарға теркәп бара, интернет булмаған төбәктәрҙә ҡағыҙ бланкылар ҙа файҙаланыласаҡ.

Уҡырға
22.10.21  
 
КОМЕДИЯЛАҒЫ ТРАГЕДИЯМЫ?


М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Салауат дәүләт башҡорт драма театры коллективы Сәрүәр Суринаның "Абау, димсе килә!" музыкаль комедияһын күрһәтте. Спектаклде сәхнәгә режиссер Зиннур Сөләймәнов, бейеүҙәрҙе хореограф Сулпан Асҡарова ҡуйған. Театрҙың директоры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов.

Уҡырға
15.10.21  
 
КАРУАНҺАРАЙ ҺАҠЛАНАСАҠ!


Ошо көндәрҙә Ырымбур ҡалаһында әһәмиәтле тарихи ваҡиға үтте: башҡорт халҡының рухи мәркәзе булған Каруанһарайҙың 175 йыллығы билдәләнде. Сарала Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Азат Бадранов ҡатнашты. Ул социаль селтәрҙә үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште:

Уҡырға
15.10.21  
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАҺЫ ТАРИХЫНАН (2-се бүлек)


Ҡыштым Үрге тимер етештереү заводын Ҡыштым йылғаһында Н.Н. Демидов төҙөй. Ике домнаһы һәм 12 йәмшәйтеү сүкеше була. 1755-1756 йылдарҙа Ҡыштым һәм Кәҫле заводтарына Краснослобода өйәҙе крәҫтиәндәре теркәлә: 1755 йылда - 1280 кеше; 1756 йылда - 2499 кеше (хәҙер завод биләмәләре урынында Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһы урынлашҡан).
Ҡыштым Түбәнге (Кеслим) тимер етештереү заводын 1760 йылда Кеслим йылғаһы буйында Берг-коллегия указы буйынса Н.Н. Демидов төҙөй. Заводтың 3 йәмшәйтеү сүкеше була.

Уҡырға
15.10.21  
 
ТАТАР МЕНӘН БАШҠОРТ (5-се бүлек)


Ысынлап та, һорау сәйер ине: дуҫлыҡ өсөн тиер инең, һуғышып төрмәгә ултырған кешеләр, осрашыу өсөн тиер инең, осрашҡандарына байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Ишмырҙа ҡулын һелтәне: - Былай ғына ебәр ҙә ҡуй! - Үҙе тамшанып шешәгә ҡараны. Тегенең һаман һөйләнеп тороуына асыуы килә башланы.
- Ярый, дай бог не первый, не последний раз! - Мәснәүи "һуһ!" тип өрөп ҡуйҙы, башын артҡа саңҡайтты ла ауыҙын асты, шунан ауыҙына шешәнән араҡы ҡоя башланы. Ул йотмай, ә бер һауыттан икенсе һауытҡа бушатҡан кеүек кенә ҡоя. Ишмырҙа ҡарап тора, аптырай ҙа, һоҡлана ла: ниҙәр генә белмәй был татар. Әллә элек тә бер ултырып сыҡҡанмы икән? Борсола башланы - ҡоя ла ҡоя, бөтөрә бит! Ҡулынан тотайым тиһәң, йә төшөрөп ебәрер!

Уҡырға
15.10.21  
 
ИҢ ҘУР ГОНАҺ...


Сит ҡалала йәшәүсе таныштарымдың ҡыҙы ирһеҙ тапҡан балаһынан баш тартҡан. Был хәбәрҙе, ғәйбәт сифатында, кеше аша ғына ишеттем. "Етлекмәгән, барыбер йәшәй алмаҫ, тинеләр, ҡыҙыма хатта "үлде", тигәндәр", - тип һөйләгән икән өләсәй була торған бисә. Унан "Үгәй атаһы үҙен этеп-төртөп үҫтерҙе, хәҙер ул баланы яҡлашып, талашып ултырыр хәлем юҡ", тип тә аҡлана икән.

Уҡырға
15.10.21  
 
БАЛА ТЫУҒАС...


Яңы тыуған баланың донъяға килеүенә 1-2 сәғәт уҙғас, уны имеҙергә рөхсәт ителгән. Беренсе тапҡыр имеҙер алдынан сабыйға киләсәге бәхетле булһын өсөн бер балғалаҡ бал йәки һары (йәки күбек) май ҡаптырғандар. Имеҙеү осоро 1 - 1,5, ҡайһы ваҡыт 3-4 йәшкә тиклем һуҙылған. Имеҙгәндә ваҡыт билдәләнмәгән - бала, туйып, үҙе туҡтағансы имгән. Имергә теләге тыуа икән, йәнә имеҙгәндәр. Йәй көнө имсәк ташлатмағандар.

Уҡырға
15.10.21  
 
ЕҢЕЛ ЭШ ТҮГЕЛ, ӘММӘ...


Гәзит уҡыусыларға үҙемдең төп эшемдән тыш нисек килем алыуымды яҙып үтмәксемен. Был юл еңелдәрҙән түгел, шулай уҡ башлап китеү өсөн бер ни тиклем аҡса ла кәрәк, шулай ҙа файҙаһы бар.

Уҡырға
15.10.21  
 
АТАЙҘАН - ҠОТ, ӘСӘЙҘӘН - ҺӨТ


Башҡорт ғаиләһендә туғандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәт мәсьәләһенә айырым иғтибар бүленгән. Сөнки, билдәле булыуынса, башҡорттарҙың йәшәү рәүеше, шөғөлө үҙ-ара мөнәсәбәттең, бигерәк тә туғанлыҡтың ныҡ булыуын талап иткән. Әйтәйек, тирмә ҡорғанда, тула, кейеҙ баҫҡанда, тире эшкәрткәндә генә лә нисәмә-нисә ҡул көсө кәрәк була. Ә иң ышаныслы терәк - ул туғанлыҡ. Шуға ла башҡорттарҙа туғанлыҡ тойғоһо юғары торған: шәжәрәләр төҙөлгән, ҡунаҡҡа саҡырышҡандар, туй мәжлестәре үткәргәндәр, оҙаҡ-оҙаҡ итеп ҡоҙа һыйлағандар, ҙур-ҙур ғаилә булып бергә йәшәгәндәр. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен аңлатыу, һаҡлау, нығытыу маҡсатында бихисап атамалар уйлап табылған һәм бала бәләкәйҙән үк үҙ-ара фәҡәт ошо атамаларҙы ҡушып өндәшергә тейеш булған.

Уҡырға
15.10.21  
 
Биттәр : # « 112 113 114 115 116 117 118 119 120 » #
Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru