Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
|
|
АТЫ БАРҘЫҢ ҠАНАТЫ БАР
|

Донъяла ҡайһы бер тереклек заты әҙәмгә хеҙмәт итеү һәм уның сикһеҙ һөйөүен татып йәшәү өсөн генә яратылған кеүек. Шуларҙың иң беренсеһе, моғайын, йылҡы малылыр. Бигерәк тә төрки халыҡтарҙа, һәм шул иҫәптән башҡорттарҙа, был мал кеше йәшәйешендәге мөһим бер символик образ кимәленә тиклем үҫешкән.
|
Уҡырға
17.09.21
|
|
|
БЕР ЙӘШЛЕКТӘ, БЕР ҠАРТЛЫҠТА, ЙӘКИ ҮТКӘНДӘРҘЕ ҠАЙТАРЫУ МӨМКИНМЕ?
|

"Мөхәббәт бер генә, килмәй ул гел генә…" тип йырлай инек йәш саҡта. Был йыр популяр булған ваҡыттарҙан инде ярты быуат самаһы үтеп тә киткән. Уны ҡасандыр һағышланып йырлаған кешеләр ҙә инде олоғайҙы. Ниндәй йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, бер кем һәм бер ҡасан битараф булмаған, йырҙарҙа йырланған ана шул мөхәббәт хаҡында фәлсәфәләп алырға ниәтем.
|
Уҡырға
17.09.21
|
|
|
ПЕРМЬ БАШҠОРТТАРЫ
|

Альберт Мәхмүтов - ғәйнә башҡорто, Пермь крайының Барҙа районында тыуып үҫкән, урындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, "Пермь башҡорттары" китабы авторҙарының береһе, төбәк башҡорттарының тарихын һаҡлау йәһәтенән күп көс һалған милләттәшебеҙ. Ул үҙенең арҙаҡлы яҡташы, билдәле милләттәшебеҙ Туҡтамыш Ишбулатовтың данын терегеҙеү, уға һәйкәл ҡуйыу өсөн күп тырышлыҡ һалған.
|
Уҡырға
17.09.21
|
|
|
КИЛМӘК НУРЫШЕВ
|

Тарихи шәхестәрҙең биографияһы һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныу уята. XVIII быуаттың беренсе яртыһындағы ҙур башҡорт ихтилалы юлбашсыһы Килмәк Нурышев кеүек халыҡ геройы тураһында һүҙ барһа, был мәғлүмәт бигерәк тә иғтибарҙы йәлеп итә.
|
Уҡырға
17.09.21
|
|
|
САЛАУАТ ЮЛАЕВҠА ЯРҘАМ КӘРӘК!
|

Эксперттар Өфөлә Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлде тикшереп, уны һүтергә (демонтаж) кәрәклеген белдергән. Бындай һығымта "Салауат Юлаев һәйкәле" федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса эштәр башҡарыуға проект документацияһы буйынса үткәрелгән тарихи-мәҙәни экспертиза һөҙөмтәләре нигеҙендә эшләнгән. Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ сайтына ҡуйылған документтан күренеүенсә, экспертизаны Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург белгестәре ҡала хакимиәте заказы буйынса үткәргән.
|
Уҡырға
17.09.21
|
|
|
ТАУҒА ҠАРАП ТАШ АТМА
|

"Тауға ҡарап, тау була алмаҫһың " тип тә әйтәләр. "Тауға ҡарап таш атма" әйтемен иһә, ябай ғына итеп, "тауға ҡарап таш атма, атһаң, башыңа үҙеңдең атҡан ташың төшөр", тип тә аңларға була. Ысынлап та, бейек тау янында ҡулына таш тотоп, уны тау башына ташларға йыйынып торған кешене күҙ алдына килтерһәң, был күренеш көлкө лә тойола, шул уҡ ваҡытта әйтемдең мәғәнәһе үтә ябай һәм аңлайышлы кеүек. Әгәр ҙә мәғәнәһе шулай ғына булһа, ниңә кәрәк булды һуң әле бындай фәлсәфә, тип тә уйларлыҡ. Шуға күрә тәрәнгәрәк ҡараш ташлап ҡарайыҡ.
|
Уҡырға
17.09.21
|
|
|
АҪАЛЫ БАЛАҪ ҺУҒЫУСЫЛАР БОРОНҒО ҺӨНӘРҘЕ ЯҢЫРТА
|

Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында балаҫ һуғыу оҫталары йыйыла, тигән хәбәрҙе алыу менән күңелгә ошо ауыл исеме менән бәйле яҡты хәтирәләр тулҡыны бәрелде: тархан Аҡсулпановтар ошо төбәктә йәшәгән. Иллә күркәм урында урынлашҡан был ауыл. Һайлай белгән бит Аҡсулпан тархан тоҡомдары һәм ырыуҙаштары өсөн нигеҙ ҡорор төбәкте. Батша уны - Шаһихәйҙәр Шаһигәрәй улы Аҡсулпановты - бик ҙурлаған: ауыр яуҙарҙағы шәхси ҡаһарманлығы өсөн юрматы ырыуы ерендә, йәне теләгән урында мәңге йәшәрлек грамота менән бүләкләгән... Бейек булмаған тау һырттары, иркен бесәнлеге, көтөүлеге, иң мөһиме, таҙа һыулы, балыҡ мыжғып торған йылғаһы бар!.. Йәшел тәбиғәт әлегә саф өмөттәр менән тулы, гөлдәре сәскәгә бөрөләнгән. Йорттар ҡалҡыу ғына ерҙә балҡып ултырғандай...
|
Уҡырға
17.09.21
|
|
|
УТТЫ АУЫЛҒА ИНДЕРМӘНЕЛӘР
|

Үткән аҙнаның иң шомло һәм иң ҡурҡыныс, шул уҡ ваҡытта баймаҡтарҙың, республика халҡының берҙәмлеген күрһәткән ваҡиға - ул Баймаҡ - Сибай юлындағы, Ғәле ауылы янындағы, телевышка яғына үрләгән янғын булғандыр.
|
Уҡырға
10.09.21
|
|
|
БАЛАН
|

Балан йыйыр мәл. Урман ситтәрендә, баҡсаларҙа ауыр тәлгәштәрен эйеп, ут-ялҡындай ҡыҙарып, күҙҙәрҙе ҡамаштыра ул. Быйылғы эҫелә күптән беште инде балан, ә шулай ҙа ҡырауҙан һуң айырыуса тәмләнә, баллана ғына ул.
|
Уҡырға
10.09.21
|
|
|
ТАЖЗӘХМӘТ ТУРАҺЫНДА МИФ ҺӘМ ЫСЫНБАРЛЫҠ
|

Йәмғиәттә COVID-19-ға ҡаршы вакцинация тураһында төрлө имеш-мимештәр күбәйҙе. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эксперттары һәм билдәле табиптар менән уйҙырмаларҙы таратырға тырышырбыҙ.
|
Уҡырға
10.09.21
|
|
|
ҠУРСАҠ ТЕАТРЫНДА ҒЫНА ЫСЫН МӨҒЖИЗӘ, ЫСЫН ӘКИӘТ ЙӘШӘЙ
|

Кескәй тамашасыларында сәнғәткә һөйөү тәрбиәләгән һәм уларҙың күңелдәренә яҡшылыҡ, изгелек, кешелеклек кеүек мөһим орлоҡтар һалыусы, барыһын да мөғжизәгә ышандырған Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры яңы 90-сы юбилей миҙгелен асты. Ошо уңайҙан театр директоры Альберт ИМАМЕТДИНОВ менән әңгәмәләштек.
|
Уҡырға
10.09.21
|
|
|
ФРАНЦУЗ ЯУЫ (6-се бүлек)
|

Шул уҡ ваҡытта Рәсәй бик күп йәһәттән Францияға оҡшарға тырышып ята тағы үҙе. Дворян, аристократтарҙың барыһы ла француздар һымаҡ кейенергә тырыша, йорт та, йыһаздар ҙа француздарҙы ҡабатлай. Сит телде өйрәнеүселәр, һис шикһеҙ, француз телендә һөйләшә. Хатта хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең кейеме лә бер үк - французса бит. Тильзитта ике император йәнәш баҫҡайны, ҡайныһы кем икәнен айырып алыуы ла ҡыйын. Икеһе лә тәнгә һылашып торған аҡ салбар, алды асыҡ, арты үксәгә тиерлек төшкән камзул, ике яҡ сите арҡыры итеп һуҙып яһалған эшләпә... Ярай әле Александр кәүҙәгә Наполеондан бейегерәк, шулай булмаһа, кемдең кем икәнен айырып та алырлыҡ түгел.
|
Уҡырға
10.09.21
|
|
|
ГЕНЕРАЛДЫҢ ТЫУҒАН АУЫЛЫНДА
|

Благовар районында мөһим һәм иҫтәлекле ваҡиға булды - унда данлыҡлы яҡташыбыҙ, күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡорт автономияһын төҙөүгә тос өлөш индергән башҡорт генералы Хажиәхмәт Исхаҡ улы Ишбулатовтың тыуыуына 170 йыл тулыуға арналған шәжәрә байрамы, фәнни-ғәмәли конференция үтте.
|
Уҡырға
10.09.21
|
|
|
КЕМДӘР УЛАР МИШӘРҘӘР?
|

Балтас районында өр-яңы тарихи-мәҙәни үҙәк асыла. Маҡсаты бер - Башҡортостан мишәрҙәренең мәҙәни ҡиммәттәрен өйрәнеү, тергеҙеү һәм һаҡлау. Әйткәндәй, был төбәктә етмештән ашыу ауыл бар, уларҙың 14-дә мишәрҙәр көн итә, тип раҫлай әңгәмәсебеҙ.
|
Уҡырға
10.09.21
|
|
|
ҺӘР БЕР АРХИВ – ХАЗИНАЛАР УТРАУЫ, УНДА БЫУАТТАР АУАЗЫ ТАУЫШ БИРӘ
|

Йылдың Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы булараҡ үтеүе, бер яҡтан, былтырғы Башҡорт теле йылының үҙенсәлекле дауамы булһа, икенсе яҡтан, алда мөһим сәйәси ваҡиға - Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тора. Башҡорт халҡының сал тарихына күҙ һалһаң, унда сәйәсәттең ниндәй урын алыуы, улай ғына ла түгел, кешеләр, милләттәр яҙмышы менән нисек уйнауҙары ап-асыҡ күренә. Кем өсөндөр иҫәп алыу - илдәге йән башын, мал-тыуар, шәхси милек һәм хужалыҡты һанап сығыу ғына булып тойолһа, уның асылында киләсәкте күҙаллау, артабанғы быуындарға үҙебеҙ тураһында дөрөҫ мәғлүмәт һәм аныҡ тарих ҡалдырыуҙың бер мөмкинлеге лә ул. Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Ниязбай СӘЛИМОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
|
Уҡырға
10.09.21
|
|
|
ЫРЫУЫБЫҘ УНЛАР - БАБАЛАРЫБЫҘ ҺУНДАР (3-сө бүлек)
|

Башҡорт ырыуҙары XVI быуат урталарында Рус дәүләтенә ҡушылғандан бирле рус тарихи сығанаҡтарында унлар ырыуы ла иҫкә алына, әммә бында беҙ унларҙың әүәлге атамаһы ла оҙаҡ ваҡыттар буйына һаҡланып килгәнен күрәбеҙ. Мәҫәлән, 1662-1664 йылғы башҡорт ихтилалы менән бәйле бер документта Күсем хан вариҫтары менән бәйләнешкә ингән башҡорт ырыуҙары хаҡында бына ниндәй мәғлүмәт теркәлгән: "...стоит де царевич Бугай Салтан у озера Иреташа за Исетью в степи, а с ним де стоят изменники башкирцы: сынгранцы, бушкурты, сонгуты, терсяки, айлы". Рус документында телгә алынған сонгуттар кем булған һуң? Әлбиттә, сонгуттар - су-унгуттар ул замандағы башҡорт телендә су-онғоттар булған. Һыу, йәғни йылға онғоттары - улар, һис шикһеҙ, башҡорттоң унлар ырыуына тура килә. Унлар вариҫтарының хәҙерге Ҡариҙел районында йәшәгәнен беләбеҙ. Ошо район территорияһында, Йүрүҙән йылғаһының түбәнге ағымы үҙәнендә ҡасандыр Буронғот ауылы булған - бында беҙ шул уҡ онғот этнонимын күрәбеҙ.
|
Уҡырға
10.09.21
|
|
|
СЫЛБЫРҘАЙ ТЕҘЕЛЕП, ҠАЙТЫҒЫҘ…
|

Гәзитебеҙ авторҙары араһында илһөйәрлек, туған телебеҙ, динебеҙ мәсьәләләрен күтәреүселәрҙең күплеге һөйөндөрә. Ошо темаларға ҡағылышлы мәҡәләләргә айырыуса ныҡ иғтибар итеүсәнмен. Халҡы тормошона, милләтенә битараф булмаған шундай зыялыларыбыҙҙы хуплап ҡына ҡалмай, үҙем дә улар сафын тулыландырыуҙы оло бәхеткә һанайым. Ватан, тыуған ил хаҡында күпме генә яҡшы һүҙҙәр әйтһәң дә, һәр саҡ аҙ һымаҡ…
|
Уҡырға
10.09.21
|
|
|
ХАЛЫҠ МЕНӘН ДҮРТ СӘҒӘТ
|

8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БЮТ, "Башкортостан 24", "Вся Уфа", "Сәләм", UTV телеканалдары, шулай уҡ үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләре аша дүрт сәғәт дауамында тура эфирҙа һорауҙарға яуап бирҙе. Һорауҙар тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләренә, шул уҡ ваҡытта бөгөн көнүҙәк булған мәсьәләләргә лә ҡағылды. Мәҫәлән, пандемия, битлек режимының үтәлеше һүлпәнәйеүе, ғөмүмән, тажзәхмәт сире тураһында һорауҙар тәү сиратта яңғыраны.
|
Уҡырға
10.09.21
|
|
|
БАТЫП БАРЫУСЫНЫ ҠОТҠАРЫУ - УНЫҢ ҮҘ ЭШЕМЕ?
|

Рәсәй Иҫәп палатаһы ошо көндәрҙә РФ Пенсия фонды сығымдарын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса отчетында шаҡ ҡатырғыс бер мәғлүмәт бирҙе: йәше буйынса пенсия алыусылар һаны кәмегән, ә фонд бюджеты сығымдары, киреһенсә, артҡан. Был ниндәй ғиллә?
|
Уҡырға
10.09.21
|
|
|
МИҘГЕЛДЕҢ БЕРЕНСЕ КӨНӨ
|

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы 102-се ижад миҙгеленең тәүге эш көнөн тәбрикләне. Артистарҙың олоһо ла, йәше лә, билдәлеһе лә, өйрәнсеге лә урғылып килеп тулды тамаша залына. Халыҡ һағынышҡан һәм әртистәргә хас хисле лә - ҡосаҡлаштылар, үпәсләштеләр, хәл-әхүәл белештеләр. Һәм һөйләштеләр.
|
Уҡырға
03.09.21
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|