«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 116 117 118 119 120 121 122 123 124 » #
БӨЙӨКТӘРҘЕҢ БӨЙӨКЛӨГӨНДӘ ҠАТЫН-ҠЫҘҘЫҢ ДА ҠАТНАШЛЫҒЫ БАР ШУЛ


Башҡортостандан ситтә йәшәгән, әммә ғүмерен башҡорт мәҙәниәтен, әҙәбиәтен үҫтереүгә бағышлаған шағирә ул Фирҙәүес БӘширова. Уның шиғырҙарындағы илһам, хислелек, туған тәбиғәткә оло һөйөү башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас булған баҫалҡылыҡ, иплелек һәм фәлсәфә менән бергә үрелгән. Һәм әңгәмәбеҙ ҙә ана шул йәшәйеш, хеҙмәт һәм рухи ҡиммәттәр хаҡында булды.

Уҡырға
23.10.20  
 
ТӘРӘН ТАМЫРЛЫ БАШҠОРТБОҘ - ГӘРӘЙ БУЛА ЫРЫУЫБЫҘ


Башҡорт ырыуҙары Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң рәсми документтарҙа Гәрәй олоҫо ла телгә алына башлай. Ул артабан икегә бүленеп, Ил-Гәрәй һәм Урман-Гәрәй олоҫтарын барлыҡҡа килтерә. 1728 йылда 4 башҡорт даруғаһынан Петр II исеменә ебәрелгән челобитнаяға тамғаларын ҡуйған башҡорт юлбашсылары араһында Гәрәй олоҫонан Мөҙәй Илмәтов тигән кеше лә була: "Уфимского уезду Казанской дороги дер.Ялан (т.е. Елан) Яркай свой знак приложил, дер. Чанай (т.е. Еней) Апас мулла руку приложил..., дер. Киргиз МяскавТапиев сынсвой знак приложил, дер. Гирей Мудай Илмитов сын свой знак приложил". Ошо уҡ йылда төҙөлгән икенсе бер документта Гәрәй олоҫоноң Урман-Гәрәй ауылы башҡорто Килмәмәт Байғазин телгә алына. Үҙ ырыуҙаштарынан айырылып киткән гәрәй башҡорттарының бер өлөшө Ҡыпсаҡ олоҫонда Гәрәй-Ҡыпсаҡ аймағын хасил итә.

Уҡырға
23.10.20  
 
АРАЛАШЫП ЙӘШӘЙЕК!


Беҙ бөгөн генә түгел, ә һәр ваҡыт аралашыуға, һөйләшеүгә, күрешеүгә мохтажбыҙ. Бигерәк тә ниндәйҙер аҡыл, аң, идеялар, ижади һәм рухи күтәренкелек бирә алған кешеләр менән һөйләшеүҙәр танһыҡ беҙгә.

Уҡырға
23.10.20  
 
"ТЫҒЫН"ДАР БӨТӨР ӘЛЕ...


Өфө ҡалаһы эргәһендә йәки ҡаланың ситендә йәшәгән халыҡ өсөн иң ҡыйыны нимә, беләһегеҙме? Эйе, эштән һуң өйгә ҡайтыуы. Сөнки тап ошо ваҡытта юлдарҙа "тығын"дар барлыҡҡа килә, уларҙы көйләргә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре сығып баҫһа иһә хәрәкәт бөтөнләй тиерлек туҡталғандай була.

Уҡырға
23.10.20  
 
БЕҘ ЮҒАЛМАҪ ЭЛЕК...


Бер көндө улы атаһынан: "Һеҙ элек интернетһыҙ, компьютерһыҙ, телевизорһыҙ, кондиционерһыҙ, кеҫә телефонһыҙ нисек йәшәнегеҙ?" - тип һорай икән. Атаһы: "Бөгөн һеҙҙең быуын доға-ғибәҙәтһеҙ, кеше хәлен һанламай, намыҫһыҙ, ихтирамһыҙ, оятһыҙ, баҫалҡыһыҙ, китап уҡымай йәшәй ала бит, тимәк, беҙ ҙә һин әйткәндәрҙән тыш та йәшәй алғанбыҙ..." - тип яуап биргән. Һәм артабан шулай тип дауам иткән:

Уҡырға
23.10.20  
 
АҠСАМЫ? БӨГӨН БАР УЛ, ИРТӘГӘ - ЮҠ!


Йорт алдындағы уйын майҙансығынан балалар өҙөлмәй. Бына әле лә 5-6 баланың уйнағанын себеш көткән инәләр кеүек ике өләсәй уяу күҙәтә. Ирекһеҙҙән, уларҙың һөйләшеүенә шаһит булырға тура килде: "Шөкөр, әлдә ошо балалар бар, ни менән көн үткәрмәк кәрәк. Күршеләр ҙә, минең балалар ҙа кескәйҙәрҙе баҡсаға йөрөтмәйбеҙ, сир ваҡыты, хәүефле заман бит. Уларҙы саф һауаға алып сығып, уйнатып индереүҙе үҙ өҫтөмә алдым әле", - ти өләсәйҙәрҙең йәшерәге. Өлкәне лә һүҙгә ҡушыла: "Бер осор бында уйнарға балалар ҙа ҡалмағайны, әле, шөкөр, ҡала ҡатындары ла бала таба башланы. Дөрөҫ эшләйҙәр, ниңә тапмаҫҡа: хөкүмәт күпме аҡса түләй уларға. Беҙҙең заманға эләкмәне шул бындай ярҙам"...

Уҡырға
23.10.20  
 
ИЛДӘН АҒАС СЫҒАРЫУ ТЫЙЫЛДЫ


Ил Президенты Владимир Путин япраҡлы һәм ылыҫлы ағас материалдарын эшкәртелмәгән килеш илдән сығарыуҙы тыйҙы. Ошо хаҡта фекерегеҙ ниндәй?

Баязит СОЛТАНҒУЖИН, Йылайыр урман хужалығы Хәйбулла бүлексәһе хеҙмәткәре:
Беҙҙең илдә урман, ағас темаһы иң киҫкен проблемаларҙың береһе. Дөрөҫөн әйткәндә, урман беҙҙең менталитет аңында - ул аяуһыҙ ҡырыу, уғрылыҡ объекты, илдең тәбиғи байлығына ҡарата хужаһыҙлыҡ, битарафлыҡ, ҡырағайҙарса мөнәсәбәт сағылышы. Шундай илдәр бар: унда бер төп ағас та ҡәҙерле, иҫәптә һәм контролдә тотола, бер төп ағас ҡырҡҡан өсөн ҙур күләмдә штраф түләтелә, сөнки уларҙа Рәсәйҙәге һымаҡ иҫәпһеҙ-ҡәҙерһеҙ байлыҡ юҡ. Шуға күрә, сит илдәр беҙҙән мөмкин тиклем арзан хаҡҡа йә булмаһа коррупцион юлдар аша сифатлы ағас һәм ағас материалдарын ҡулға төшөрөргә тырыша. Урман байлығына хужа булып алған йылғыр әҙәмдәргә шул ғына кәрәк тә: улар законһыҙ рәүештә урман ҡырҡыу, ил байлығын урлау юлы менән ситкә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡиммәтле ағас оҙата.

Уҡырға
23.10.20  
 
ШАЙМОРАТОВҠА ЫСЫНБАРЛЫҠ КҮҘЛЕГЕНӘН...


М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Шайморатов генерал" исемле документаль тамашаны сәхнәләштереү буйынса эш башланды. Был турала спектаклдең ҡуйыусы режиссеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һөйләне.

Уҡырға
16.10.20  
 
ЮҒАРЫ МӘҘӘНИӘТ КЕНӘ РУХИ ТАМЫРҘАРҒА ҺУТ БИРӘ


Уның тураһында ысын мәғәнәһендә "Күҙ алдында үҫте", тип әйтергә мөмкин. Әле мәктәптә үк ырыуын, шәжәрәһен өйрәнеп, шиғыр-ҡобайырҙар яҙып, төрлө сараларҙы башҡортса алып барыусы әүҙем уҡыусы булып танылһа, һуңынан БДУ-ның Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлап, БР Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе урынбаҫары, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, БР Мәғариф министрлығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары - мәғариф бүлеге начальнигы вазифаларында эшләп өлгөрҙө. Бына йыл ярым инде ул - Асҡын районы хакимиәте башлығы. Эйе, тап үҙе, йәш, рухлы милләттәшебеҙ Ришат Марат улы ДИХИН бөгөн беҙҙең редакция ҡунағы.

Уҡырға
16.10.20  
 
АҠТҮШ ФӘЛСӘФӘҺЕ


Күп йәшәгән ни белгән, күп йөрөгән - шул белгән, тигән әйтем бар халыҡта. Ә бына Аҡтүш тыуғандан алып ошо үҙе элмәкләнгән өс метр сынйыр оҙонлоғонан ары йөрөгәне булмаһа ла, бик күпте күрҙе һәм күпте белә. Һис юғында, эт үҙе тураһында шулай уйлай. Был йортта хәҙер байтаҡ йәшәй инде. Кәмендә ун биш йыллап барҙыр. Оло ҡыҙҙары Зәлиәнең, ул сағында өс йәшлек ҡыҙыҡайҙың, һүҙен йыҡҡыһы килмәгән әсәһе күрше ауылдан алып ҡайтҡайны уны. Ҡасып китмәһен тип, ғаилә башлығы шунда уҡ көсөктө ауыр сылбыр тағып, ҡаҙаҡлап та ҡуйҙы. Быйыл Зәлиәгә 18 тула. Шулай булғас, яңылышмаған Аҡтүш.

Уҡырға
16.10.20  
 
ТЕЛЕФОН


(Хикәйә)
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Ҡарты тышҡа сыҡҡандан файҙаланып, йәһәтләп телефонын эҙләргә кереште Сәйҙә ҡарсыҡ. Этен ашатып, шуның ашағанына тексәйеп тороп, маһмай менән һөйләшеп-иркәләтеп, унан яйлап бәҙрәф тарафына ла сәйәхәт ҡылып йөрөп киләсәк әле ул. Был хәлдең ярайһы ғына ваҡытты алырын белә ҡарсығы. Юҡҡамы ни, "сығып айҙанам" тигәнендә әбейен бурылдата-бурылдата ҡалын итеп телеп икмәк ала, калушлы быймаһын, куфайкаһын кейә, башына ҡолаҡсынлы кәпәсен батырып, ҡулына тиренән тегелгән йылы бейәләйҙәрен эләктерә. Кеше сығып ингәнсе шулай утынға барғандағылай итеп кейенәме икән? Яйлап йөрөрөн, йә кәртә яғына, йә баҡса яғына сығып, әле былай, әле тегеләй тексәйеп торорон белеп тә шулай кейенә ул. Сығып инәм, имеш...

Уҡырға
16.10.20  
 
БАШҠОРТ ҠАТЫН-ҠЫҘЫНЫҢ КЕЙЕМЕ – ТӨРКИ ХАЛЫҠТАРЫНЫҢ КЕЙЕМДӘРЕ АРАҺЫНДА ИҢ ЙӨКМӘТКЕЛЕҺЕ


Эйе, күренекле этнограф Сергей Руденко шулай тигән: "Төрки халыҡтарҙың кейемдәре араһында иң бай, иң йөкмәткеле һәм иң төрлөһө - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме". Әйтерең бармы, был - бик юғары баһа, ифрат абруйлы фекер. Башҡорт милли кейемен тергеҙеүгә кемдәр тотона һуң бөгөн? Кемдәр уны яҡшылап ентекләп өйрәнә һәм пропагандалай, кемдәр дөрөҫ эшләнешен аңлата һәм һирәк кенә ҡалған төп нөсхә экспонаттарҙы һаҡлай? Был эшкә башкөллө сумған рәссам һәм дизайнерҙар, модельерҙар һәм этнографтар, тарихсылар һәм музей хеҙмәткәрҙәре бармы? Шул уҡ ваҡытта был изге ҡомартҡыларға алабарман тотоноусылар алдында ниндәй кәртә ҡуйыла? Башҡортостан Милли музейының реставрация бүлеге хеҙмәткәре Сәлимә УСМАНОВА һәм "Мәргән уҡсы" ойошмаһы етәксеһе Юлай ҒӘЛИУЛЛИН менән ошолар тураһында фекер алыштыҡ.

Уҡырға
16.10.20  
 
ТӘРӘН ТАМЫРЛЫ БАШҠОРТБОҘ - ГӘРӘЙ БУЛА ЫРЫУЫБЫҘ


Монголдарҙың Далан-нэмургес ыҙанындағы һуғышта еңеүе Үҙәк Азия тарихында хәл иткес ваҡиғаға әйләнә. Академик В.В. Бартольд билдәләгәнсә, татарҙарҙы еңгәндән һуң "кирәйәт ханы Көнсығыш Монголияла беренсе кешегә әйләнә". Әммә был беренселек, башлыса, тик номиналь күренеш кенә була. Инде олоғайған, хөрмәтле заттарҙан булған хан элекке ҡеүәтен юғалта бара, ә сәйәси йәһәттән Сыңғыҙ хан реаль өҫтөнлөк ала. Тарихсы-ғалим Е.И. Кычанов та был ваҡиғаға ошондай баһа бирә: "Татарҙарҙы юҡ итеү Көнсығыш Монголияла Сыңғыҙ хан хакимлығын нығытыуға килтерә. Был Ван ханға принципиаль рәүештә зыянлы була, сөнки Сыңғыҙ ханды көсәйтә. Тәү мәлдә татарҙарҙы юҡ итеүгә шатланған Ван хан... көс балансының Темучжин файҙаһына булыуын шундуҡ төшөнмәй әле". Әгәр ул, онғот кенәзе Алаҡош тегин йәки уйшын Майҡы бей кеүек үк, баштан уҡ үҙенең әйттерелгән улы Сыңғыҙ ханды берҙән-бер хаким тип таныһа, уның улдары ла формалашыусы Бөйөк Монгол Олоҫоноң идара итеүсе аппаратына ингән булыр ине.

Уҡырға
16.10.20  
 
МИЛЛӘТТӘШТӘРГӘ БАШҠОРТСА КИТАПТАР ЕБӘРЕЛДЕ


Быйыл "Рәсәй милләте берҙәмлеген һәм БР халыҡтарының этномәҙәни үҫешен нығытыу" Дәүләт программаһының "Башҡорт халҡының этник үҙенсәлеген үҫтереү һәм һаҡлау" программа өлөшөн бойомға ашырыу сиктәрендә башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙәге китапханаларҙы үҙәкләштереп тулыландырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн Ә.-З.Вәлиди исемендәге БР милли китапханаһына бер миллион һум аҡса бүленгәйне.

Уҡырға
16.10.20  
 
ТАБИПТАР ҘА КЕШЕ АҢЛАРЛЫҠ ТЕЛДӘ ҺӨЙЛӘШҺЕН!


Хөкүмәтебеҙҙең ауыл ерендә табиптар етешмәү проблемаһын йәш һөнәрмәндәргә арыу ғына күләмдә субсидия биреү юлы менән ыңғай хәл итеүенә шатмын. Йәшерәк сағым булһа, бындай льгота менән үҙем дә файҙаланырға тырышыр инем, моғайын.

Уҡырға
16.10.20  
 
АСҠЫНДА ШӘЖӘРӘ БАЙРАМЫ ГӨРЛӘНЕ


Республика көнө асҡындар өсөн үтә лә иҫтәлекле үтте. Беренсенән, ул райондың - 90, Асҡын ауылының 390 йыллығы менән тап килде. Икенсенән, был көндә Асҡын районында республика Шәжәрә байрамы гөрләне, милләттәштәрҙе, ҡан-ҡәрҙәштәрҙе осраштырҙы, берләштерҙе, быуындар сылбырын нығытты, тарихи тамырҙарҙы тергеҙҙе. Илһөйәрлек, толерантлыҡ һәм татыулыҡҡа әйҙәгән сара быуындар араһындағы бәйләнеште нығытты.

Һеҙ һүрәттә күргән Асҡын 2-се урта мәктәбенең VI класс уҡыусыһы Камилла Сәлмәнова ла ата-әсәһе ярҙамында туғандарҙы барлап, нәҫел тамырҙарын 11-се быуынға тиклем өйрәнеп, Шәжәрә ағасын төҙөгән. Байрамда ул атай-әсәйҙәре, туғандары уратыуында дәртләнеп ошо нәҫел ағасы менән таныштырҙы. Билдәләүенсә, был эш менән тырыш ҡыҙ башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ, Алмаз ағаһына эйәреп, ҡыҙыҡһына башлай. Йәш быуындың шулай ҙур дәрт менән шәжәрәләрен өйрәнеүе, ата-олатайҙарының фотографияларын, нәҫелендәге боронғо ҡомартҡыларҙы, хәтирәләрҙе барлауы әйтеп бөткөһөҙ баһаға эйә. Бында быуындар күсәгилешлеге, нәҫел намыҫын һаҡлау нигеҙе, атай-олатайҙарға ҡарата ихтирам сағыла.

Уҡырға
16.10.20  
 
НИСӘ МАРАЛ ЙӘШӘЙ?


Сентябрь айында Башҡортостан ҡурсаулығында маралдарҙың иҫәбен алыу эше башҡарылды. Шуны билдәләргә кәрәк: был ғилми эш ҡурсаулыҡ өсөн иң мөһимдәренең береһе булып иҫәпләнә. Ул бына нисәмә тиҫтә йылдар буйына өҙлөкһөҙ башҡарылып килә.

Уҡырға
09.10.20  
 
ПРЕЗИДЕНТ РӘХИМОВ


Әммә ҙур шатлыҡҡа иртәрәк ине әле. Шуға Рәхимов:
- Фекер алышыуҙарҙы артабан дауам итәбеҙ, - тине һәм һүҙҙе депутат Корольковҡа бирҙе. Корольков Белорет ҡалаһынан ине. Белорет борон-борондан башҡорттар мәнфәғәтенә ҡаршы сыҡҡан завод эшселәре, дөрөҫөрәге, ситтән килтерелгән элекке крепостной крәҫтиәндәр ҡалаһы булды. Бая әйткән халыҡтар үҙенсәлеге бында ныҡ күренә торғайны. Граждандар һуғышы осоронда Белоретта бик күп башҡорттоң башына еттеләр, башҡорт ғәскәре менән ҡыҙылдар араһындағы аяуһыҙ һуғыштар ошо тирәлә булды. Был турала залдағы депутаттарҙың һәммәһе лә тиерлек белә ине. Шуға Корольковҡа һүҙ биргәс, зал һағайып, шымып ҡалды.

Уҡырға
09.10.20  
 
МИНЕҢ ХЫЯЛЫМДАҒЫ ӨФӨ


Һәр кемдең күңелендә йылы хәтирәләр булып уйылған тыуған төйәк һәм... торған төйәк була. Баш ҡалабыҙ Өфө лә күп милләттәштәр өсөн хыялдарҙы ысын иткән, тормош маҡсаттарына өлгәштергән, ғүмер йылдары йомғағын тағатҡан, үҙ затының вариҫтарын ишәйткән торған төйәк булып әүерелгән. Өфөнө тыуған төйәктәренән яҡыныраҡ күреп төйәкләнгәндәрҙең уға фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәрҙән булыуы тураһында ла онотмайыҡ. Беҙ был юлы Көйөргәҙе һәм Илеш райондарында тыуып үҫкән, әммә ғүмерҙәрен Өфөбөҙҙө Башҡортостандың баш ҡалаһы статусына тап килтерергә, уның үҙ милли йөҙөн булдырырға тигән изге маҡсатҡа арнаған билдәле ижади шәхестәр - скульптор Өлфәт ҠОБАҒОШОВ һәм архитектор Рудоль АВСАХОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Уҡырға
09.10.20  
 
ТӘРӘН ТАМЫРЛЫ БАШҠОРТБОҘ - ГӘРӘЙ БУЛА ЫРЫУЫБЫҘ


Кирәйәт ханы Маркус III һәләк булғас, хан власы уның оло улы Хурджакус (Григориус) Бойороҡ хан ҡулына күсә. Уның Эрке Кара, Керейдай, Тай Тимур, Бука Тимур, Илка Селенгун һәм Тогрул исемле улдары була. Атаһы үлгәс тә, сик буйы ерҙәрендә идара итеү һылтауы менән, Тогрулды ағалары властан ситләтә. Хан власы өсөн башланған низағта Тогрул үҙенең ике ағаһын - Тай Тимурҙы һәм Бука Тимурҙы үлтертеп, хан титулын үҙенә ала. Әммә Тогрулдың гүрхан дәрәжәһендәге ике туған ағаһы, уның ошо вәхши ҡылығын кисерә алмай, уны хан тәхетенән мәхрүм итә. Тогрул монгол юлбашсыһы Есугай баһадирҙан ярҙам һорай, уныһы Тогрулға яңынан кирәйәт ханы дәрәжәһен ҡайтарта. Гүрхан иленән ҡасып китергә мәжбүр була.

Уҡырға
09.10.20  
 
Биттәр : # « 116 117 118 119 120 121 122 123 124 » #
Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru