Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
ТИПӘ-ТИПӘ, ЗӘБ-ЗӘБ-ЗӘҮ, ЙӘКИ ЫМЛЫҠТАР ҘА ОНОТОЛА БАРА
|
Интернетта фекерле, ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп яҙыша торған бер төркөм кешеләр бар. Сәхифәләренә йыш ҡына инеп ҡарап сығам. Ниндәйҙер матур ғына яҙмаһын гәзиткә алырға йәки ул әйтергә теләгәнде үҫтереп ҡулланырға, тигән уй менән үҙҙәренә лә өндәшәм. Барыһы ла тотоп ҡына баҫмаға ҡуйырлыҡ кимәлдә яҙмай, әлбиттә, әммә уларҙағы халыҡсанлыҡ арбай.
|
Уҡырға
11.09.20
|
|
|
ШЫЛТЫРАТЫП ЙОНСОТАЛАРМЫ?
|
Бергилке банк хеҙмәткәрҙәре аҡса тәҡдим итеп аптыратты. Һеҙгә лә шулай итә торғандарҙыр. Көн һайын, хатта төрлө фирма исеменән көнөнә бер нисә тапҡыр шылтыратҡан саҡтары ла булды. Трубканы алмаһаң, смс-хәбәр яҙып ебәрергә лә иренмәйҙәр.
|
Уҡырға
11.09.20
|
|
|
МИЛЛӘТ ХОЛҠО МӘҠӘЛДӘРҘӘ ҺӘМ ӘЙТЕМДӘРҘӘ
|
"Киске Өфө" гәзитендә милли идея тураһында һөйләшеүҙәр булып тора. Минеңсә, һәр халыҡ үҙ идеяһын ғәмәлгә ашырыу юлдарын үҙ менталитетынан сығып эҙләргә тейеш. Һәр халыҡтың менталитеты быуындан-быуынға күсә килгән ижадында һаҡлана. "Тормош һабаҡтары" дәреслеген яҙғанда, беҙгә, авторҙарға, башҡорт халҡының ғына түгел, үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡлап алып ҡала алған һәм донъя кимәленә сығарыу юлдарын эҙләгән байтаҡ халыҡтарҙың ижады менән танышырға, сағыштырырға тура килде. Шул саҡта менталитет менән ижад төшөнсәләрен өйрәнгәндә, беҙ был ике төшөнсәнең үҙ-ара бик тығыҙ бәйле булыуын асыҡланыҡ.
|
Уҡырға
11.09.20
|
|
|
ТЫУЫМ КӘМЕЙ ӘЛЕГӘ...
|
Бер киренең бер ыңғай яғы була йәки бәхетһеҙлек булмаһа, бәхет булмаҫ ине тиҙәр. Коронавирус донъяға хәүеф менән янап, күптәрҙе эшһеҙ, аҡсаһыҙ ҡалдырһа ла, хөкүмәт яғынан ярҙам күләме артыуы, йәғни 16 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләрҙең төрлө пособиелар алып, ғаилә бюджетын нығытыуы шул турала һөйләмәйме ни? Быға тиклем дә илебеҙҙә икенсе генә түгел, беренсе балаға ла әсәлек капиталы түләүе индерелгәйне. Әммә илдә тыуым кимәле йылдан-йыл кәмей. Уны финанс ярҙамы менән генә арттырыу мөмкинме? Был күренештең тағы ла беҙ уйламаған сәбәптәре бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының фәнни хеҙмәткәре Рената КОМЛЕВА менән әйҙәүсе фәнни хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Гөлдәр ХИЛАЖЕВА яуап бирә.
|
Уҡырға
11.09.20
|
|
|
АҠСА ҠОТОРОҒО ЛА – ЭПИДЕМИЯ
|
Телетапшырыуҙарҙы, айырыуса ҡыҙыҡлыраҡ фильм-сериалдарҙы ҡарап бөткәнсе сәсең ағарыр. Зәңгәр экрандарҙа барған көсөргәнештән дә түгел, ә шундағы әкиәти иллюзиянан ысынбарлыҡҡа ҡайтарыусы һуңғы ваҡыт әүҙемләшә төшкән SOS кадрҙарҙан.
|
Уҡырға
11.09.20
|
|
|
БАШҠОРТ ЙЫРЫН ЙӨРӘК МЕНӘН ЙЫРЛАРҒА КӘРӘК
|
Башҡорт халыҡ йырҙары буйынса ниндәйҙер мәғлүмәт эҙләһәң, Сибай концерт-театр берекмәһенең вокал ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Париж улы Туйсинға мөрәжәт итергә кәрәк. Ул башҡармаған йәки тарихын белмәгән йыр юҡ. Репертуарында йөҙҙән ашыу халыҡ йыры бар йырсының. Йәштәргә йыр сәнғәте, халыҡ йырҙары ғилеме буйынса алмаштырғыһыҙ уҡытыусы ла, остаз да ул. Бөгөнгө беҙҙең сәхнәләрҙән яңғыраған башҡорт йыры хаҡында ла уның үҙ фекерҙәре бар.
|
Уҡырға
03.09.20
|
|
|
ӨС ДУҪ - ӨС ТАҒАН
|
Утыҙ бер йыл рәттән кантон булып торған Дәүләтша Бикмөхәмәтовтың (Бикмәтовтың) ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килгән Хужәхмәт сабый сағынан, исем-аты менән генә түгел, ҡылыҡ-фиғеле яғынан да башҡа уландарынан ныҡ айырылып торған. Атай кеше уның исеменә "Йәсәүи" өҫтәмәһен тиккә генә бирмәгәндер. Киләсәктә ул аҡыллы улын шөһрәт ҡаҙанған ир уҙаманы итеп күрергә теләгәндер.
|
Уҡырға
03.09.20
|
|
|
МИН ЯРАТҠАН ӨС ХӘРЕФ
|
Күптән Си Цзиньпин урамына бындай иғтибар булғаны юҡ ине. Иртәнән алып батҡаҡ ҡатыш асфальт буйлап оператор һәм төрлө халыҡ йүгерә. Баҡтиһәң, Өфөгә Мәскәүҙән ниндәйҙер ғалим килгән, ул ҡалала албаҫты эҙҙәрен эҙләй. Тамара нисектер уның кеүек мистикаға ышаныусылар менән бәйләнешкә сыҡҡан. Урындағы телеканалдарҙың береһе был мөмкинлекте ысҡындырмаҫҡа булып, ғалимға эйәргән. Сенсация бит! Баш ҡала уртаһында малай юғалған, ә урындағы халыҡ быны албаҫты эше, ти. Етмәһә, халыҡ һүҙен ҡеүәтләп, ниндәйҙер ғалим йөрөй. Тамара - бөгөн иғтибар үҙәгендә. Ул йә тегендә, йә бында тороп, камераға фараздарын яңғырата. Кисә генә тиерлек күлдән йыртылған кейем һөҙөп алғандар ине. Был факт Си Цзиньпинға эйәләгән шайтандың төп дәлиле. Ғалим шул сепрәк киҫәген тотоп, албаҫтылар, ғәҙәттә, кешене шулай үлтерә, бында уның тырнаҡ эҙҙәре ҡалған, тип, асыштарын яһай.
|
Уҡырға
03.09.20
|
|
|
СИТ РИЗЫҠТЫ АШАМА: ТӘБИҒӘТТЕҢ ТӨП ҠАНУНЫ БЫЛ
|
Һуңғы ваҡытта туҡланыуға етди иғтибар бирелә һәм ҡасандыр көн тәртибендә булған "Нимә ашайһың - һин шул" тигән һүҙҙәр ҡабат көн ҡаҙағына сығарыла. Ғәмәлдә, экологик тап килеү - ул тәбиғәттең төп ҡануны, әгәр беҙ сит ризыҡ ҡулланабыҙ икән, ошо төп ҡанунды боҙабыҙ.
|
Уҡырға
03.09.20
|
|
|
ТАБИП ХӘЛИЛ МОСТАФИН: ҒҮМЕРЛЕК ҺӨНӘРЕМ - КЕШЕ ҒҮМЕРЕН ҠОТҠАРЫУ
|
Бөгөн барса кешелек коронавирус тигән мәкерле микроскопик дошман тыуҙырған COVID-19 сиренән ыҙа сигә. Һүҙ юҡ, ошо заман сиренә лә дауа табылыр, ҡаңғырышып, инде ни хәл ҡылырға белмәгән кешеләр еңел тын алырлыҡ ваҡыт та йыраҡ түгелдер. Ошо сир медицина хеҙмәткәрҙәренең, табиптарҙың йәшәйешебеҙҙә ни тиклем мөһим эштәр башҡарғанын зиһенебеҙгә яңынан тылҡып индерҙе. Тап шуның өсөн уҡыусыларыбыҙға табип һөнәре, хәҙерге заман медицина хеҙмәте хаҡында "Геронтологтарҙың һәм гериатрҙарҙың Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы" вице-президенты, Волга буйы федераль округының штаттан тыш баш белгес-гериатры, "Һуғыш ветерандары госпиталдәре союзы" коммерциаль булмаған ойошма Идараһының рәйестәше, "БР геронтологтар һәм гериатрҙар ассоциацияһы" рәйесе, медицина фәндәре кандидаты, Хәрби фәндәр академияһы профессоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары республика клиник дауаханаһының баш табибы Хәлил Мөжәүир улы МОСТАФИН менән әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
03.09.20
|
|
|
КЕМ БУШЛАЙ ТИКШЕРЕЛӘ?
|
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан бушлай анализдың кемдәргә тейешлеге хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә ПЦР ысулы менән тикшерелеүгә түбәндәге категория граждандар хоҡуҡлы:
|
Уҡырға
03.09.20
|
|
|
|
ҠУШТАУ - МАХСУС ҺАҠЛАНҒАН ТӘБИҒӘТ БИЛӘМӘҺЕ!
|
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембай районында урынлашҡан Ҡуштауҙы республика әһәмиәтендәге "Ҡуштау" махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе тип иғлан итеү тураһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ҡул ҡуйҙы. Документта махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре һәм махсус һаҡ режимы раҫлана. Ҡарарға 2 сентябрҙә, ошо уҡ көндә иртән Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығынан махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу буйынса ризалыҡ алғас та, ҡул ҡуйылды.
|
Уҡырға
03.09.20
|
|
|
ҺӘҮӘҪКӘР БАЛЫҠСЫЛАРҘЫ КЕМ ҠЫЙЫРҺЫТА?
|
Башҡортостан - иллегә яҡын төр балығы булған йылға-күлдәргә бай төбәк. Балыҡсылар араһында айырыуса Ағиҙел, Әй, Ләмәҙ, Эйек йылғалары, Яҡтыкүл, Асылыкүл, Ҡандракүл, Павловка һыуһаҡлағысы популяр иҫәпләнә. Республикала йылдың һәр миҙгелендә лә, ыуылдырыҡ сәскән ваҡытты, атап әйткәндә, 15 апрелдән 15 июнгә тиклем осорҙо иҫәпләмәгәндә, балыҡ тоторға мөмкин.
|
Уҡырға
03.09.20
|
|
|
СИР ЙӨҘӨН ҮҘГӘРТӘ
|
Эйе, аптырарлыҡ та шул: ғибрәт хәлдәр күбәйҙе бөгөн тормошобоҙҙа. Һуңғы көндәрҙәге шуларҙың иң аяныслыһы - тыуған еребеҙ экологияһын яҡлап сыҡҡан халыҡҡа туҡмаҡ күтәреү, тын юлдарын быуып, йәш түктергән "аждаһа" ағыуы - газ менән һөжүм итеү. Көнбайыш һәм АҠШ-тың тыныс халыҡҡа ҡаршы ҡулланылған тупаҫ буйһондорорға маташыу ысулы беҙгә - Башҡорт иленә лә килеп етте. Октябрь революцияһынан һуңғы бер быуаттан ашыу замандан һуң тәүге тапҡыр халҡыбыҙға ҡарата көс ҡулланыу оятһыҙ рәүештә ҡайтанан тергеҙелеп, бар ғаләмгә шаһит ҡылынды...
|
Уҡырға
03.09.20
|
|
|
ӨЛӘСӘЙЛЕ ҒҮМЕР МИҘГЕЛДӘРЕ
|
"Атаң барҙа - ил, атың барҙа юл таны" тигән әйтемдең мәғәнәһе бик ҙур. Борон-борондан халҡыбыҙ ер-һыу атамаларына, уларҙың килеп сығыу тарихына ҙур иғтибар бүлгән. Минең өләсәйем дә беҙгә был тәңгәлдә ҙур тәрбиә бирҙе. Бер аҙ тамаҡ ялғарлыҡ аҙыҡ ала ла, арҡаһына дәү киндер тоғон артмаҡлап, беҙҙе, ейән-ейәнсәрҙәрен, күрше-тирә балаларын эйәртеп, ер-һыу танытырға алып сыға торғайны.
|
Уҡырға
28.08.20
|
|
|
ЭЛЬБРУС НИҒМӘТУЛЛИН МЕНӘН СКАНДИНАВСА АТЛАЙБЫҘ
|
Үтеп барған йәйҙең бер көнөндә Башҡортостан спорты тарихында яңы бит асылды - "Рәсәйҙең иң көслө кешеһе" исемен йөрөтөүсе башҡорт бәһлеүәне, Рәсәй спортсыһы, пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылдағы "Планетаның иң көслө кешеһе" ярышының вице-чемпионы, йәмәғәт эшмәкәре Эльбрус Ниғмәтуллин Өфөлә скандинавса атлау буйынса клуб асты. Әлбиттә, ҡайҙа Эльбрус - унда ысын тамаша, шоу-программа. Быға халыҡ инде өйрәнеп тә бөткән һәм күптәр тап уның күргәҙмә сығыштарын ҡарар, стронгмэн менән тағы бер тапҡыр һоҡланыр өсөн генә лә килә.
|
Уҡырға
28.08.20
|
|
|
МИН ЯРАТҠАН ӨС ХӘРЕФ
|
Айбулат СИСӘНБАЕВ.
Өфө - ғәжәп ҡала. Үҙенең йөҙәрләгән йыл тарихы эсендә ул Рус дәүләтенең иң көнсығыш нөктәһе лә, Коминтерн үҙәге лә булып өлгөрә. Яҡын-тирәләге ауылдарҙы берләштергән ҡала әле лә булһа биҫтәләргә бүленеп, уларҙың үҙенсәлеген һаҡлай. Ике быуат элек төҙөлөп, ҡыйшайып бөткән ағас өй янында егерме ҡатлы таш һәм быяла йорт тороуы аптырарлыҡ түгел. Өфө - тарих һаҡсыһы. Был ҡала урамдары әле һаман ағас ҡырҡыусы Ириада Чижованың модалы итек тауыштарын, Аксаковтарҙың уйланыуҙарын, Бабичтың йылмайыуын, Долорес Ибаррури сығыштарын, Рәми Ғарипов ярһыуын һаҡлай...
|
Уҡырға
28.08.20
|
|
|
АУЫЛДАРЫБЫҘ ЙӘШӘҺЕН – УЛАР БИТ МИЛЛӘТ БИШЕГЕ, ЕЙӘР РИЗЫҒЫБЫҘ СЫҒАНАҒЫ, ТЕЛЕБЕҘ ҮӘ ИЛЕБЕҘ ТЕРӘГЕ
|
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда социология, политология, лингвистика, демография һәм башҡа ижтимағи-гуманитар фәндәр өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыусы ғалимдарҙың урбанизация (ҡалалашыу) проблемаларына ҡарата иғтибары бермә-бер көсәйҙе. Был - заманса күренеш, һәм ул башҡорт халҡына, уның яҙмышына туранан-тура ҡағыла. Әммә ошо йүнәлештә халыҡ ҡарамағына сығарылған бәғзе бер гипотезалар, уй-фекерҙәр һәм һығымталар менән бер нисек тә килешеп булмай. Был яҙмам ошо мөһим проблемаға арналған.
|
Уҡырға
28.08.20
|
|
|
ЙЫЛАН ЫРЫУЫНАН, БОРОНҒО БАШҠОРТ ЗАТЫНАН БЕҘ
|
(5-се бүлек)
Һөҙөмтәлә башҡорттар 7 йылға һуҙылған ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәтен башлап, ихтилалға күтәрелә. Тарихсылар белдереүенсә, ошо ихтилал башҡорт халҡы өсөн иң уңышлыларҙан һанала: алыш-ҡырылыштарҙа байтаҡ ил улдары, ҡаһарман башҡорт яугирҙары һәләк булһа ла, башҡорттар бығаса күрелмәгән һөҙөмтәгә өлгәшә, Иван Грозный заманынан ҡалған килешеү шарттары ҡайтанан тергеҙелә, башҡорт иле Россия империяһының ярым бойондороҡһоҙ бер өлөшө итеп таныла. Бындай статусты уҫаллығы менән дан алған Петр I бирмәгән хәлдә лә, ул батша хакимиәтен башҡорт халҡы күтәргән шарттар менән риза булырға мәжбүр итә. Әлбиттә, был еңеү еңел генә бирелмәй.
Бына ул саҡтағы ваҡиғалар хроникаһы.
|
Уҡырға
28.08.20
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.
(А. Жид).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|