Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
|
|
КЕМ УЛ МӨХӘММӘТ-ҒӘЛИ СОҠОРОЙ?
|

Ағымдағы йылдың ғинуар айында күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, суфыйсылыҡтың Нәҡшбәндиә тәриҡәтенә ҡараған билдәле дин эшмәкәре Мөхәммәт-Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, билдәле сәбәптәр арҡаһында замандаштарыбыҙ, хатта ки зыялыларыбыҙҙың күпселеге уның тормошо, эшмәкәрлеге һәм ижады хағында мәғлүмәтле түгел. Үҙе йәшәгән замандың барса ауырлыҡтарын еңеп сығып, туған халҡына бай әҙәби мираҫ ҡалдыра алыуына шағирҙың суфыйсылыҡ фәлсәфәһен бар күңеле, йөрәге менән ҡабул итә алыуы ла сәбәп булғандыр.
|
Уҡырға
26.02.21
|
|
|
ӘРТИСЛӘНЕРГӘ ЯРАТЫУЫН БЕР ҘӘ ТЫЙЫП ҠУЙМАНЫҠ
|

Баланан шәхес тәрбиәләүҙә ата-әсәнең роле ҙур. Ояһында ни, осҡанында шул, ти бит халыҡ әйтеме лә. Һәм борондан да баланың ат-затын белеү өсөн "Кем балаһы?" тигән һорау биргәндәр. Был һүҙҙәр һорау булып та, хуплау булып та, әсенеп әйтеүгә лә әйләнә ала. Бөгөнгө йәмғиәт бына ошо хәҡиҡәтте яҡшыраҡ төшөнә, аңлай барған кеүек. Беҙҙең быуында, мәҫәлән, ғаиләлә балаларға икенсе төрлөрәк ҡараш булһа, хәҙерге йәш ғаиләләрҙә киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә.
"Кем балаһы?" тигән һорауҙы, моғайын, башҡорт киноһы йондоҙсоғо, "Һеңлекәш" фильмында төп ролде башҡарыусы Арыҫлан Ҡырымсуринға ҡарата ла бирәләрҙер. Һәм бына, беҙ уның кем балаһы булыуын асыҡлау өсөн атаһы Вәғиз ҠЫРЫМСУРИН менән һөйләштек.
|
Уҡырға
26.02.21
|
|
|
ТАШТАР СЕРЕН АСАҺЫ БАР…
|

"Киске Өфө" гәзитендә "Кешелектең иң боронғо юлдашы ул таштар" тигән яҙманы уҡығас, шул турала белгәндәремде яҙырға булдым әле. Беҙ, тәбиғәт йәнле ағинәйҙәр булараҡ, йыш ҡына тау-таштар араһын гиҙәбеҙ, өйрәнәбеҙ, күҙәтеүҙәр алып барабыҙ. Беҙҙең ауыл янында ла шундай мөғжизәле Ташморон тип аталған ҡая бар. Уның хаҡында "Киске Өфө"гә 2017 йылда яҙғайным. Ошо дүрт йыл эсендә байтаҡ яңы мәғлүмәттәр тупланыҡ. Ул айырым һөйләшеү темаһы, әлбиттә. Ә хәҙер мин таштарға бәйле ҡайһы бер хәлдәрҙе генә телгә алып үтәйем, тинем.
|
Уҡырға
26.02.21
|
|
|
ХӘЛДӘРЕНӘ ИНӘЙЕК...
|

Мин бөгөн гәзит уҡыусыларҙы Республика йоғошло ауырыуҙар клиник дауаханаһының 8-се бүлеге мөдире, юғары категориялы табип, һаулыҡ һаҡлау отличнигы Фәғилә Ҡотлоғужина менән таныштырып үтмәксе булдым. Бер юлы уға оло рәхмәтемде лә еткермәксемен.
|
Уҡырға
26.02.21
|
|
|
ҮҘ-ҮҘЕҢДЕ ЫШАНДЫРЫУ ЫСУЛЫ ДАРЫУҘАРҘАН ҺӨҘӨМТӘЛЕРӘК БУЛЫРҒА МӨМКИН
|

Инде бер йылдан ашыу тормошобоҙға әллә ҡайҙан ер аяғы, ер башынан килеп ингән тажзәхмәттең әсирлегендә йәшәйбеҙ. Һәр беребеҙ тиерлек өйҙә ҡурсаланыуҙа булды, был күренеш әле лә дауам итә. Аралашыу, күберәген, телефон йәки социаль селтәрҙәр аша ғына бара. Медицина хеҙмәткәрҙәре һәм етәкселек көнө-төнө сир хәүефе тураһында тылҡып ҡына тороуға ҡарамаҫтан, ҡайһы ваҡыт һаҡлыҡ тураһында онотоп ебәрәбеҙ. Мәкерле вирустарға шул ғына кәрәк тә инде - улар шунда уҡ нескә урынды таба һәм һөжүм итә башлай. Сирләүселәр һаны ла, вафат булыусылар һаны ла көндән-көн арта бара. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ковид тураһында һаман да аныҡ ҡына бер нәмә лә белмәйбеҙ тиергә мөмкин. Эйе, ул үпкәне зарарлай, ә башҡа ағзаларға уның тәьҫире ниндәй? Ауырып һауыҡҡандан һуң уның эҙемтәләре күпме дауам итә, был ваҡытты ҡыҫҡартырға мөмкинме? Бөгөн ошо һорауҙарға яуапты "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһы поликлиникаһы буйынса директор урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты Альберт ШӘМСЕТДИНОВ менән бергә эҙләйбеҙ.
|
Уҡырға
26.02.21
|
|
|
ИЗГЕЛЕККӘ ҺЫНАУ БУЛДЫ
|

Ил буйынса пандемия бәләһе таралғанда профессиональ медицина хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән, медицина уҡыу йорттары студенттары ла көрәш сафына баҫты. Улар төрлө йүнәлештәрҙәге табиптарҙы алмаштырҙы, ауырыуҙарға ярҙам итте, йорттарында ғына ултырған ололарҙың хәлен еңеләйтеү өҫтөндә лә эшләне. Шундай ҡыйыу, илһөйәр, батыр йәштәр менән танышып үтәйек.
|
Уҡырға
26.02.21
|
|
|
РУХЛЫ ОСРАШЫУ
|

Баш ҡаланың Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Зөлфиә Ханнанова менән "Шиғриәттә халҡым тарихы" тип аталған осрашыу үтте.
|
Уҡырға
26.02.21
|
|
|
РЕСПУБЛИКАНЫ ИҢЛӘЙ ЫРЫУҘАР ХӘРӘКӘТЕ
|

Ошо көндәрҙә Ҡариҙел районында унлар ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы. Сара Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге тормошҡа ашырған "Ырыу ағасы" фольклор фестивале сиктәрендә ойошторолдо.
|
Уҡырға
26.02.21
|
|
|
ДЕПУТАТТАР ХАТАЛАНМАНЫ
|

Өфө ҡала Советының сираттағы ултырышында Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков эшмәкәрлеге һәм киләсәккә пландары тураһында отчет менән сығыш яһаны. Сарала Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡатнашты.
|
Уҡырға
26.02.21
|
|
|
БАЛАҒА ҠУЙЫЛҒАН ТӘҮГЕ ТАЛАП...
|

Улдарымдың матур итеп башҡортса һөйләшкәнен ишетһәләр, "Балаларың Баймаҡта уҡыймы?" тип һорайҙар. Әйтерһең дә, Баймаҡта ғына башҡортса һөйләшәләр. Теләк булғанда, Өфөлә лә баланы башҡортса һөйләштереп була ул! Теләк кенә кәрәк. Ә теләк булһын өсөн, моғайын да, милли рух, халҡыңа һөйөү мотлаҡтыр.
|
Уҡырға
19.02.21
|
|
|
ШАМОНИНДАР ЕҢЕҮГӘ ЫНТЫЛА!
|

Тарих ике мең дә туғыҙынсы йылда Өфө эргәһендә ауылдар ҡалҡып сыға башланы. Иң беренсе булып Өфө районы территорияһында XIX быуатта нигеҙ һалынып, бер урамдан ғына торған Шамонин ауылында әүҙем төҙөлөш эштәре башланды. Хатта бер ниндәй уңайлыҡтары булмаһа ла, ошо ҡышты уҡ ятаҡ тормошонан ялҡып, үҙҙәренең иркен мөйөшө булыуға ҡыуанған ғаиләләр өй туйланы. Икенсе йылына инде өй туйлауҙар һаны ла артты, яйлап ауылға йән инә башланы. Бөгөн Шамонин - өс меңдән ашыу әүҙем, дәртле, төрлө милләт вәкиле йәшәгән ҙур ауыл. Унда дөйөм белем биреү мәктәбе, поликлиника, ике балалар баҡсаһы бар. Ауылға ингән ерҙә үк күкрәк киреп әле халыҡтан йыйылған аҡсаға һалына башлаған, шуға ла төҙөлөшө яйыраҡ барған мәсет ҡаршы ала. Башланған эш - бөткән эш, тигән кеүек, Алла бойорһа, тиҙҙән ул да ишектәрен асыр.
|
Уҡырға
19.02.21
|
|
|
ҒҮМЕРЛЕК ҺАБАҠ
|

Был көндәрҙә бынан 20 йыл элек, 2001 йылдың 9 ғинуарында арабыҙҙан киткән юрматы ере арыҫланы, мәҫәлсе-шағир, журналист Сулпан ағай Иманғоловты хәтерләп, уның менән бәйле бер ваҡиғаны иҫкә алып ултырҙым әле. Һеҙгә лә һөйләйем.
|
Уҡырға
19.02.21
|
|
|
БЕЛЕМЛЕ БУЛЫУ ОТОШЛОРАҠ, ТИ ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ УҠЫУСЫЛАРЫ
|

Беҙ йыш ҡына ир-егеттәр донъяһына ҡағылышлы төшөнсәләр тураһында оло, йәки инде был тормошта ниндәйҙер ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҙамандар менән һөйләшергә күнеккәнбеҙ. Ә бит ир-егетте тәрбиәләү асылда уның бала сағына һәм үҫмерлек осорона ҡайтып ҡала. Бына шуны күҙ уңында тотоп, тап Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатының үҫмер егеттәре менән әңгәмәләштек.
|
Уҡырға
19.02.21
|
|
|
АТАЙЫМ ТИМЕРЛЕГЕНДӘГЕ ТИМЕР-ТОМОР МИНЕҢ СПОРТСЫ ҠОМАРЫМДЫ УЯТТЫ
|

Эльбрус Ниғмәтуллин тигәндә, беҙ уның Рәсәйҙең иң көслө кешеһе икәнен дә һәм шул шәхестең башҡорт милләтенән булыуын да беләбеҙ. Поездарҙы, трамвайҙар составын, 1800 тонна тартҡан борамды (паром) күсереп йөрөтһөнмө, һауа шарын (аэростат) 2 минут 35 секунд эсендә туҡтатһынмы, 195 тонна тартҡан "Ан-124" самолетын 7 метр арауыҡҡа һөйрәтһенме, утыҙ тонналыҡ йортто урынынан күсерһенме, бер тонналыҡ дөйәне елкәһендә күтәрһенме (оҙайлы ваҡытҡа), икеһе ике яҡҡа сапҡан аттарҙы туҡтатһынмы (был трюкты әлегә бер кем дә эшләмәгән) - башҡорттоң ғына түгел, Европаның иң ғәйрәтле баһадиры Эльбрус Ниғмәтуллиндың күрһәткестәре бының менән генә сикләнмәй. Уның ҡайҙа ниндәй рекордтар ҡуйыуын, нисә тонна ауырлыҡ тартыуын һәм башҡа сығыштарын да күҙәтеп барабыҙ. Ә бына тормошта ниндәй кеше, ниндәй уй-хыялдар менән йәшәй һәм донъяны ҡабул итеү фәлсәфәһе ҡайһылайыраҡ икәнде белгәндәр һирәктер. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, башҡорт батырын һөйләшеүгә саҡырҙыҡ һәм әңгәмәне гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
19.02.21
|
|
|
ӘРМЕЛӘРГӘ БАРҺАҢ БАБАЙЛАНМА!
|

"Улың әрмегә киткән тип ишеткәйнем. Нисек хеҙмәт итеп йөрөй? Шылтыратамы?" "Унда-бында һөйләшкеләп торабыҙ былай…" "Һаулығы нисек?" "Һалҡын тейҙереп, бер аҙ тымаулап торам, тигән була. Нишләп табипҡа бармайһың, тип әйтһәм, "бабайҙар" ебәрмәй, ти…"
|
Уҡырға
19.02.21
|
|
|
АЯҒЫҢДЫ ЮРҒАНЫҢА ҠАРАП ҺУҘЫРҒА ӨЙРӘН
|

Үтә ашығыс рәүештә аҡса кәрәк булһа, кешенән бурысҡа алып тороу хәҙерге заманда мөмкин булмаған эш тиерлек. Бөтә ялыныс - микрозайм ойошмаларына. "Бер аҙнанан эш хаҡы бирәсәктәр, түләрмен әле..." Тик аҙна үтеүгә хәл бөтөнләй үҙгәреп китеүе лә мөмкин. Нимә мәжбүр итә беҙҙе микрозайм һорап барырға?
|
Уҡырға
19.02.21
|
|
|
"ӨС ТАҒАН"ДЫ ҺӨЙӨНСӨЛӘП...
|

Һуңғы йылдарҙа республика халҡын үҙебеҙҙең ерлектә төшөрөлгән фильмдары менән ҡыуандырған билдәле режиссер Айнур Асҡаровтың сираттағы кинокартинаһы тиҙҙән прокатҡа сығасаҡ. "Асҡарфильм" кинокомпанияһы "Башҡортостан" киностудияһы менән берлектә төшөрөлгән "Өс таған" фильмы тураһында ҡуйыусы режиссерҙың үҙенән һораштыҡ.
|
Уҡырға
12.02.21
|
|
|
МИН ҮҘЕМДЕ ОШО ЙӘШЕМДӘ, ОШО ТӨҪӨМДӘ ЯРАТАМ...
|

"Һөйкөмлө" тигән матур һүҙ бар беҙҙең телдә. Күҙ ҡарашҡа, һөйләшеүгә, аралашыуға еңел, теремек, ыңғай, позитив фекерле, күңелсәк кешеләргә ҡарата әйтелә. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлфиә Рафиҡова менән танышып алып әңгәмәләшә башлағас та башҡа шундай уй килде. Һәм был һөйкөмлө кеше менән һөйләшеү ҙә еңел, күңелле, мауыҡтырғыс булды.
|
Уҡырға
12.02.21
|
|
|
АТАЙҘАН - ҠОТ, ӘСӘЙҘӘН – ҺӨТ БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ ТӘРБИӘ ҠАНУНДАРЫНАН
|

Башҡорт ғаиләһендә туғандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәт мәсьәләһенә айырым иғтибар бүленгән. Сөнки, билдәле булыуынса, башҡорттарҙың йәшәү рәүеше, шөғөлө үҙ-ара мөнәсәбәттең, бигерәк тә туғанлыҡтың ныҡ булыуын талап иткән. Әйтәйек, тирмә ҡорғанда, тула, кейеҙ баҫҡанда, тире эшкәрткәндә генә лә нисәмә-нисә ҡул көсө кәрәк була. Ә иң ышаныслы терәк - ул туғанлыҡ. Шуға ла башҡорттарҙа туғанлыҡ тойғоһо юғары торған: шәжәрәләр төҙөлгән, ҡунаҡҡа саҡырышҡандар, туй мәжлестәре үткәргәндәр, оҙаҡ-оҙаҡ итеп ҡоҙа һыйлағандар, ҙур-ҙур ғаилә булып бергә йәшәгәндәр. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен аңлатыу, һаҡлау, нығытыу маҡсатында бихисап атамалар уйлап табылған һәм бала бәләкәйҙән үк үҙ-ара фәҡәт ошо атамаларҙы ҡушып өндәшергә тейеш булған. Һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим ителгән мәҡәләләр теҙмәһендә туғанлыҡ тойғоһоноң бала күңеленә ниндәй юлдар менән һеңдерелеүе, нисек тәрбиәләүҙәре хаҡында барасаҡ.
|
Уҡырға
12.02.21
|
|
|
БЕР-БЕРЕБЕҘ ӨСӨН ЯРАЛҒАНБЫҘ, ЯРАЛҒАНБЫҘ ЕРҘӘ ҺӨЙӨҮ БУЛЫП...
|

Мин уларҙы күптән беләм тип әйтергә мөмкин, әммә эс серҙәренә инеп, үҙҙәре, ғаиләләре тураһында ҡыҙыҡһынғаным булманы. Матур ата-әсәләрҙең ғаилә традицияларын дауам итеүсе матур ғаилә - артығы кәрәк тә түгел. Әммә өлгө булырҙай ғаиләләрҙе башҡалар ҙа белергә, уларҙың уй-фекерҙәрен ишетергә тейештер, моғайын, тигән фекер әңгәмәләшеү теләген көсәйтте генә. Ғәҙәттә, мәҡәлә яҙырға, әңгәмәләшергә тиһәң, тәү сиратта, ҡатын-ҡыҙҙы алғы планға ҡуябыҙ. Был осраҡта иһә, башҡорттарға хас булғанса, барлыҡ һорауҙарға иң элек атай яуап бирҙе, әсәй иһә уның фекерҙәренә өҫтәмәләр генә индерҙе. Юҡ, әсәй икенсе планда торғандан түгел, киреһенсә, бер фекерле, бер уйлы булғанлыҡтан, ир-ат, атай абруйын алға ҡуйғанлыҡтан. Шулай итеп, бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ: барығыҙға ла билдәле журналистар - "Шоңҡар" журналы хеҙмәткәре Гөлсинә (Байғужина) менән әлеге ваҡытта БР-ҙың Стратегик тикшеренеүҙәр институтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ғәзиз ЙОСОПОВтар.
|
Уҡырға
12.02.21
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|