Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
|
|
МУЗЕЙҘА, КИТАПТА ДӨРӨҪ ӨЛГӨЛӘР ЕТЕРЛЕК
|

"Киске Өфө" гәзитенең 11-се һанында Сәрүәр Суринаның Роза Юлдашбаева менән булған әңгәмәһен уҡығас, милли кейемгә бәйле бер нисә фекеремде еткермәксе булдым. Ғәмлеләрҙе милли кейемдең бөгөнгө торошо, моғайын, уйға һалмай ҡалмайҙыр.
|
Уҡырға
10.04.20
|
|
|
АТА-БАБАМ ҺӨНӘРЕ - ҠОШ СӨЙӨҮ
|

Йыртҡыс ҡошто һунарға өйрәтеү
Тотоу, ҡулға алыу. Боронғо һунарсылар иң алда нимәгә һунар итергә тигән маҡсаттарын асыҡлаған. Теләккә һәм ҡайһы төр һунарына ҡулайлашыуға төрлө шарттар йоғонто яһаған. Мәҫәлән, һунарсының һәм ҡоштоң ҡайһы климат һыҙмаһында йәшәүе; ер өҫтө төҙөлөшө; был урындарҙа ниндәй ҡоштарҙың һәм йәнлектәрҙең йәшәүе; һунарсының ҡош менән һунар ысулы; һыбаймы, әллә йәйәүме, һ.б. Ер өҫтөнөң ҡош менән һунар итеү өсөн иң камил, иң ҡулайлы һыҙаттарының береһенә беҙҙең ерҙе, боронғо тарихи Башҡортостан ерен индереү кәрәктер. Бының өсөн ер өҫтө төҙөлөшөн биш төргә бүләйек.
|
Уҡырға
10.04.20
|
|
|
АҪЫЛ ИРҘӘР ҮҘЕМ ТИП ТҮГЕЛ, ХАЛҠЫМ ТИП ЯНЫР
|

Тормошта бер нәмәгә лә битараф ҡала белмәгән, йәмғиәттең һулышын тойоп йәшәгән кешеләр була. Улар үҙ мәнфәғәтенән бигерәк дөйөм халыҡ хәстәрен ҡайғырта, уртаҡ идеялар өсөн көйә, йәмғиәткә файҙа килтереү хаҡында борсола. Ошо һирәктәр араһында ла күҙгә күренерлек эштәр башҡарған, йәмәғәтселектең хоҡуҡтарын ҡайғыртҡан үҙ шәхестәребеҙ бар һәм шуларҙың береһе - Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты ағзаһы Рәмзил ИШСАРИН. Рәмзил Рафаил улы менән вайымлылар, илһөйәрҙәр, ерһөйәрҙәрҙең нисек тәрбиәләнеүе, ниндәй уй-ниәттәр менән үҫеүе һәм тормошта үҙ урынын табыуы тураһында әңгәмәләштек.
|
Уҡырға
10.04.20
|
|
|
ЫРЫУЫБЫҘ ҠЫРҒЫҘ, ҮҘЕБЕҘ – БАШҠОРТ
|

Боронғо ҡырғыҙҙар хаҡындағы мәғлүмәттәр ҡытайҙарҙың Хань династияһы (б.э. тиклем 206 йыл - б.э. 220 йылы) замандарындағы хроникаларҙа сағылыш тапҡан. Бында б.э. тиклем III быуат аҙағында һундар тарафынан алып барылған яулап алыу һуғыштары хаҡында бәйән ителә. "Шунан һуң улар төньяҡта Хуньюй, Кюеше, Динлин, Гэгунь һәм Цайли биләмәләрен буйһондорҙо; шуға күрә старейшиналар һәм вазифалы заттар Модэ Шаньюйға баш һалдылар һәм уны аҡыл эйәһе итеп танынылар", - тип әйтелә ошо хроникала.
|
Уҡырға
10.04.20
|
|
|
КЕШЕЛЕК, БӘЛКИ, АҢЫНА КИЛЕР...
|

Миҙал ике яҡлы булған кеүек, һәр нәмәнең ыңғай һәм кире яҡтары була. Барыбыҙҙы ла өйҙәргә ҡыуалап индергән коронавирус тигән зәхмәт тә ниндәйҙер кимәлдә тәрбиәүи роль уйнайҙыр, моғайын, сөнки ошо ваҡытта кеше бер аҙ тәртипкә ултыра, нәфсеһен бер аҙ тыйып тора һәм иң мөһиме - ҡиммәттәре, ҡиблаһы үҙгәрә. Ә бына гәзит уҡыусылар ниндәй фекерҙә икән, тип, уларға: "Үҙизоляция осоронда ваҡытты нисек үткәрәһегеҙ, нимәләр менән шөғөлләнәһегеҙ?" - тигән һорау менән мөрәжәғәт итеп, түбәндәге яуаптар алдыҡ.
|
Уҡырға
10.04.20
|
|
|
СИТТӘН ТОРОП УҠЫЙБЫҘ
|

Был аҙнала мәктәп уҡыусылары ситтән тороп белем ала башланы. Уның нисек ойошторолоуы һәм ниндәй проблемалар килеп тыуыуы хаҡында ҡала хакимиәтендә видеоконференция бәйләнешендә үткән оператив кәңәшмәлә Өфөнөң Мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова сығыш яһаны.
|
Уҡырға
10.04.20
|
|
|
ТАБИПТАРҘЫ ХӨРМӘТЛӘЙЕК!
|

Бөгөнгө бәлә менән хеҙмәте буйынса иң беренсе кемдәр йөҙмә-йөҙ осраша? Эйе, табиптар. Италия халҡы табиптары алдында баш эйерлек, гимн йырларлыҡ булды. Ә беҙ? Ҡасан уларҙың беҙҙе һаҡлау, һауыҡтырыу өсөн ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуын аңларлыҡ булырбыҙ? Меңәрләп ҡырыла башлағас ҡынамы?
|
Уҡырға
10.04.20
|
|
|
ҺИГЕҘ ОХМАЖ АСҠЫСЫ
|

Әсмә Мәүлембирҙе ҡыҙы менән һәр ырыуҙың кейеме хаҡында башҡаларҙан айырып торған билдәләренә туҡтап, бәйнә-бәйнә һөйләшеп, асыҡларға була торғайны. Һөйләшеүҙән ҡайһы бер өҙөмтәләр генә килтерәйек.
|
Уҡырға
03.04.20
|
|
|
АТА-БАБАМ ҺӨНӘРЕ - ҠОШ СӨЙӨҮ
|

Ыласындар ғаиләһендәге ҡоштар
Бөркөттәр ғаиләһендә һунар өсөн тотолған ҡоштар сикле. Мәҫәлән, таҙғараны, диңгеҙ бөркөтөн, йылан бөркөтөн һунарға өйрәтеү осраҡтары тәбиғәт һәм һунар баҫмаларында ла осрамай. Ә бөркөттәрҙең дүрт төрө - бөркөт, көсөгән, ялан бөркөтө, ҡарағош - һунар өсөн өйрәтелгән. Уларҙың һунар әүҙемлегенә лә, алымына ла, хатта осҡорлоғона, таһыллығына йәшәгән ере, тәбиғәте йоғонто яһаған. Шулай ҙа боронғо атай-олатайҙарҙа ваҡ ҡоштар менән һунар итеү күпселекте тәшкил иткән, булһа кәрәк. Беренсенән, уларҙы табыуы ла еңел, сөнки күп, икенсенән, өйрәтеүе еңел, өсөнсөнән, аҫрағанда сығым әҙ, дүртенсенән, табыш күберәк.
|
Уҡырға
03.04.20
|
|
|
БАШҠОРТ ШӘЖӘРӘЛӘРЕ ЛӘ ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ МИЛЛИ БРЕНДЫ УЛ
|

Башҡорттар өсөн ырыу шәжәрәләре иҫ китмәле абруйлы тарихи мираҫ булып тора. Һуңғы осорҙа иһә нәҫел-нәсәп, ғаилә шәжәрәләренә ҡарата ла ҡыҙыҡһыныу бермә-бер арта бара. Ошоға бәйле байтаҡ ҡына һорауҙар ҙа килеп тыуа. Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ниязбай Булатбай улы СӘЛИМОВ менән шәжәрәләр темаһы буйынса уҙғарған әңгәмәне уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
03.04.20
|
|
|
ТАРИХ ТӨПКӨЛӨНӘН СЫҠҠАН ҮҪӘРГӘНДӘР БЕҘ!
|

XX быуат башындағы милли башҡорт хәрәкәтендә, автономия өсөн көрәштә үҫәргәндәр араһынан да исемдәре бар Башҡортостан ерендә танылыу тапҡан күренекле шәхестәр ҡатнаша. Ә.-З. Вәлидиҙең көрәштәше Аллабирҙе Йәғәфәров (1886-1922) I мосолман съезынан аҙаҡ (1917 йылдың майында) башҡорт халҡының мәркәз шураһы бюроһы составына һайлана. Йонос Бикбов (1883-1943) Башҡорт хөкүмәтенең беренсе рәйесе, һуңынан Башревком ағзаһы була. Мөхәмәтхан (Мстислав ) Ҡулаев (1873-1959) 1919 йылдың башында Башҡорт хөкүмәте рәйесе вазифаһына тәғәйенләнә, Башкурдистан тип исемләнгән милли ерле мөхтәриәтте (автономия) таныу хаҡында Үҙәк Совет власы менән һөйләшеүҙәрҙә республика делегацияһы етәксеһе була. Әхмәҙулла Биишев (1896-1937) башҡорт ғәскәрен, милицияһын һәм контрразведкаһын ойоштороусыларҙың береһе булып таныла. Усман Ҡыуатов (1897-1957) Башҡорт Шураһы, Башревком ағзаһы була, ер эштәре наркомы вазифаһын башҡарһа, уның бер туған энеһе Ғүмәр Ҡыуатов һаулыҡ һаҡлау наркомы була. Харис Туймаҡаев батша армияһында поручик званиеһында хеҙмәт итә, 1918 йылдың йәйендә Силәбелә формалашҡан 1-се башҡорт пехота полкы командиры була, һуңынан Башҡорт корпусының штабс-капитаны званиеһында Башҡорт Хәрби Советының доброволецтар отрядтары бүлегендә эшләй.
|
Уҡырға
03.04.20
|
|
|
БАРЫҺЫ ЛА ҮТӘ, БЫЛ ДА ҮТЕР!
|

Ниһайәт, аҙна башында бер аҙ күңелде йылытыр мәғлүмәт килеп етте: илебеҙҙә Рәсәй Фәндәр академияһы белгестәре ҡатнашлығында коронавирусты дауалауҙа ҡулланыу ихтималлығы булған өс препарат эшләнгән. РФА вице-президенты Владимир Чехонин белдереүенсә, бынан бер нисә йыл элек беҙҙең ғалимдар вирусҡа ҡаршы сара уйлап таба. Бөгөн ул Ҡытай белгестәрен коронавирус инфекцияһын дауалауҙа ҡулланыу ихтимал булған дарыу булараҡ ҡыҙыҡһындыра. Әлеге ваҡытта препарат махсус һынау үткәреү учреждениеларына тапшырыуға әҙер. Бынан тыш, тағы ла ике препарат хәҙерге коронавирус ҡараған РНК-вирустарҙы дауалау өсөн ҡулланылыуы мөмкин. Был өс препарат менән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡыҙыҡһынған. Һуңғы яңылыҡтар буйынса, тест-система клиник һынауҙарҙы уңышлы үткән һәм Рәсәйҙә ҡулланыу өсөн теркәлгән. Диагностика тупланмаһы ялған һөҙөмтә бирмәй. Бынан тыш, РФА белгестәре коронавирус инфекцияһына ҡаршы өс вакцина эшләй.
|
Уҡырға
03.04.20
|
|
|
ЙӘШЕРЕН ТЕМАЛАРҒА ЛА ҺӨЙЛӘШӘЙЕК. ИҪКӘРТӘЙЕК БӘЛӘНЕ!
|

Гәзитебеҙҙең 13-сө һанында сыҡҡан "Хоҙай киҫәтеүелер был" тигән мәҡәләлә был тема ла телгә алына: "Хәҙер инде бер кемгә лә сер түгелдер: донъябыҙҙа енси аҙғынлыҡтың, бигерәк тә гомосексуализмдың киң таралыуы, наркомандарҙың, әхлаҡ ҡанундарын һанға һуҡмаусыларҙың ишәйеүе кешенең иммун дефициты сирен (СПИД) барлыҡҡа килтерҙе лә инде. Ә шул сир тап билдәле бер вирустың кеше организмына үтеп инеп, уның барса башҡа сирҙәргә ҡаршы тора алыу һәләтен юҡ итә бит! Хоҙай язаһы түгелме ни был?" - ти Бәҙри Әхмәтов.
|
Уҡырға
03.04.20
|
|
|
САЛЫ ҠОШО МОҢО ҺАҒЫНДЫРҒАЙНЫ
|

Милли йәштәр театры сәхнәһендә төрөк яҙыусыһы Решат Нури Гүнтекиндың "Салы ҡошо - һайрар ҡош" романы буйынса әҙерләнгән "Уйҙарымдан ғына юғалма" тигән яңы спектаклдең премьераһы булып үтте. Режиссеры Илдар Ғиләжев тәҡдиме менән ул мәшһүр башҡорт режиссеры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, быуын-быуын актерҙарҙың остазы һәм ошо Милли йәштәр театрын асыуға (бынан теүәл утыҙ йыл элек!) юл ярып йөрөгән оло шәхестең - Ғабдулла Ғиләжевтың рухына арналды. Быйыл уның тыуыуына 90 йыл.
|
Уҡырға
27.03.20
|
|
|
ӘРҮӘХТАР ЯРҘАМЫ БУЛДЫМЫ?
|

"Әҙерәк машинала ултырып тор, балам. Делянкаға үтеп булмаҫ машина менән. Һине эйәртһәм, тауға менгәндә арырһың. Мин оҙаҡламайым, асыҡһаң, һыуһаһаң, сумканан ризыҡтар алып, ашап алырһың…" - тине бәһлеүәндәй атаһы һәм ҡулына балтаһын тотоп, эре аҙымдар менән ышаныслы баҫып, күтәртелгән юлдан төшөп, урманға ыңғайланы.
|
Уҡырға
27.03.20
|
|
|
ҺИГЕҘ ОХМАЖ АСҠЫСЫ
|

Әсмә Мәүлембирҙе ҡыҙы Усманова Хәйбулла яҡтарының илһөйәре, тере тарихсыһы, хикәйәтсеһе ине. Уҡытыусы булараҡ, ул бар белгәнен түкмәй-сәсмәй тыңлаусыға, өйрәнеүсегә, ғалимға еткерергә ашыҡты. Уның менән ҡорған әңгәмәнең һәр бөгөлө - тотош бер дәүер, хеҙмәт, кеше яҙмышы һәм тарих. Уның менән теләһә ниндәй темаға һөйләшеп була, әммә һүҙ халыҡ ижады, халыҡ тамырҙары, бөгөнгөһө һәм киләсәге юҫығына бороласаҡ. Кемгәлер ул үҙ белгәнен һөйләп туймай, кемделер бирелеп тыңлай… Уҡытыусы, эҙәрмән, ижадсы ҡото бар ине уның булмышында. Әсмә апай менән бик күп тапҡырҙар әңгәмә ҡороу бәхете тейҙе миңә. "Киске Өфө" гәзите уҡыусыларына шул әңгәмәләремдең бер нисәһен тәҡдим итәм.
|
Уҡырға
27.03.20
|
|
|
ИСМӘҒЗӘМ ДУҪЫМ
|

Йөрәге ҡушыуы буйынса ижадсы, шағир, драматург, журналист, һөнәре буйынса уҡытыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Радик Исмәғил улы Өмөтҡужин менән танышыуыма 40 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Дуҫымдың 60 йәше тулыр алдынан бергә үткән йылдарҙы иҫкә төшөрөп, ваҡиғаларҙың иң ҡыҙыҡтарын барлап ултырҙым әле. Шуларҙың бер нисәүһен бәйән итергә йөрьәт ҡылдым.
|
Уҡырға
27.03.20
|
|
|
АТА-БАБАМ ҺӨНӘРЕ – ҠОШ СӨЙӨҮ
|

Инә бөркөт йомортҡаларын утыҙ биш-ҡырҡ ике көн баҫа. Бер-береһен табышҡан йәш бөркөттәр ояны яңынан ҡора. Әгәр оло ата бөркөт йәш йәки тиңдәш инә бөркөт эйәртеп алып ҡайтһа, иҫке ояны яңырталар, таҙарталар, йомшарталар. Ата бөркөт ояла баҫҡан инә бөркөттө ташып ашата. Нигеҙҙә, ул ҡуян, йомран, ҡош ите була. Әммә ул үҙ ҡорбанын ояһы янында ботарламай ҙа, йөнөн дә туҙҙырмай. Ситтә, йыраҡта, тамағы төбөнә йомшаҡ ит тултыра, шуға ла муйыны байтаҡ йыуанайған төҫлө күренә. Ояға осоп етер саҡта, тамағы тулы булғанлыҡтан, тоноҡ, моңһоҙ тауыш биреп килә. Оя ситенә ултырып, ауыҙынан ауыҙға йә инә бөркөт алдына ҡоҫа. Инә бөркөт ял итер өсөн осҡанда ата бөркөт ояға ултыра. Уның төп бурысы - ояны һыуһарҙан, башҡа бөркөттәрҙән һаҡлау. Йәнлектәрҙең иғтибарын йәлеп итмәҫ өсөн, оянан төшкән һәр сүп-сарҙы, һөйәктәрҙе ситкә ташып ташлай. Май айында бер йәки ике ап-аҡ мамыҡлы себеш сыға. Улар үҙ-ара соҡошмай, әммә бик болашмаҡ, һоғалап ашайҙар. Ике көнлөк себештә һаҡланыу, дошманды үҙенсә ҡурҡытыу сифаты бар. Ояға кергән ҡулдың сит икәнен белеп, ауыҙҙарын асып, телдәрен сығарып ыҫылдай беләләр.
|
Уҡырға
27.03.20
|
|
|
БӨРЙӘНДӘР ТӘБИҒӘТКӘ ЕРЕККӘН, УЛАР ӨСӨН ЕТЕШЛЕК БАРЛЫҠ-ЮҠЛЫҠ МЕНӘН ҮЛСӘНМӘЙ
|

Республикабыҙ район хакимиәттәре вазифаларын йәш ир-егеттәр биләй һуңғы йылдарҙа. Был бик тә ыңғай һәм күркәм күренеш. Беренсенән, көсө-дәрте ташып торған белемле йәш ир-егеттәребеҙ иңдәренә яуаплылыҡ алып, ил йөгөнә егелә, икенсенән, йәш ир-азамат ул үҙе үк йәшәүгә-йәшнәүгә этәреүсе, әйҙәүсе, өмөт биреүсе, маҡсаттарға ҡыйыу ынтылыусы образ сағылышы. Был үҙе үк халыҡта ышаныс тыуҙыра. Өсөнсөнән, үҙ ерлегебеҙҙә үҫеп сыҡҡан һәм урындағы хәл-проблемаларҙы, йәшәйеш көйөн яҡшы белгән, аңлаған йәш кадрҙарыбыҙ бар. Шундайҙарҙың береһе - Бөрйән муниципаль район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы МАНАПОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.
|
Уҡырға
27.03.20
|
|
|
ТАРИХ ТӨПКӨЛӨНӘН СЫҠҠАН ҮҪӘРГӘНДӘР БЕҘ!
|

Бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән һәм тамъян ырыуҙарының берләштерелгән шәжәрәләрендә уларҙың юлбашсыларының 1564 йылда Мәскәү батшаһы Иван Грозныйға тоғролоҡҡа ант биреүҙәре хаҡында мәғлүмәт бар. Әммә ошо тарихи ваҡиғаның күрһәтелгән йылда булыуына шик бар. Көньяҡ башҡорттары, Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң, Нуғай ханлығына буйһондоролған була. XVII быуат башында нуғайҙар ҡалмыҡтар ҡыҫымына дусар ителеп, элегерәк биләгән ерҙәрен ҡалдырып китергә мәжбүр була. Тимәк, тарихи Башҡортостандың көньяғындағы ерҙәрҙе биләгән башҡорт ырыуҙары тап шундай сәйәси ваҡиғаларҙан һуң ғына, шул уҡ ҡалмыҡ баҫымынан да зыян күрмәҫ өсөн, Рус дәүләте менән бәйләнеш булдырып, билдәле бер шарттар менән ошо дәүләт составына инеп китә. Башҡорт тарихсыһы Ә.З. Әсфәндиәров юрматы башҡорттарының үҙҙәре биләгән аҫаба ерҙәренә батша хакимиәтенән алған грамотаһында күрһәтелгән дата "лета 7117 августа 21 дня", йәғни 1609 йылдың 21 авгусында, тиелгән. Ә көньяҡтараҡ йәшәгән башҡа башҡорт ырыуҙарының юрматыларҙан да алдараҡ Рус хакимиәте менән бәйләнешкә инеүен дәлиллләүсе башҡа мәғлүмәттәр табылмаған. Шул уҡ шәжәрәләрҙә бөрйән, үҫәргән, ҡыпсаҡ, тамъян ырыуҙары биләгән ерҙәрҙең көньяҡ сиктәренең элекке Нуғай ханлығы баш ҡалаһы Сарайчукҡа тиклем барып етеүе хаҡында бәйән ителә, ә бының XVII быуат башынан да иртәрәк булыуы мөмкин түгел.
|
Уҡырға
27.03.20
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|