«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 162 163 164 165 166 167 168 169 170 » #
ДӨРӨҪМӨ БАЛАНЫ ҠЫРҠ ЕРҘӘН ТЫЙЫУ?



Баланы тәрбиәләүҙә тыйыу алымы йыш ҡулланыла. Ҡулланыла һәм төрлө белгестәр араһында төрлө фекерҙәр, бәхәстәр тыуҙыра. Кемдер тыйыу - тәрбиә нигеҙе, тип уйлаһа, кемеһелер тыйыу - бөгөнгө заман балаларына бөтөнләй тап килмәгән алым, тигән уйҙа. Ғөмүмән, тыйыу ниндәй характерҙа булырға тейеш? Тыйып ҡына баланы тәрбиәләп буламы? Ошо һорауҙарға педагог-ғалимдарҙың яуаптарын тәҡдим итәбеҙ.

Уҡырға
07.10.19  
 
ҺҮГЕНМӘЙЕК!



Бөгөнгө интернетта һүгенеү шундай көслө, хатта Юрий Хованский, Евгений Баженов, Макс Голополосов, Дмитрий Куплинов, Олег Brain кеүек мәҙәни тапшырыу алып барғандар ҙа норматив булмаған лексиканан азат түгел. Башҡорт төркөмдәрендә лә күҙәтелә был, башҡортса дөрөҫ итеп яҙа белмәй, ғәҙәттә, бындай "авторҙар", әммә борсаҡты эре ярып һүгенә. Унан һуң, ҡала урамдарында ирҙәрҙән генә түгел, ҡатын-ҡыҙ, йәштәр һәм бала-саға ауыҙынан да ишетеп "туйырға" була. Берәй мәктәп эргәһенән үт, бармаҡ башындайҙары ла һүгенешеп эләкләшеп китеп бара. Ә инде әрләшкәнде, әлеге интернетта ла бәхәсләшкәндәрҙе, хис-тойғоларын белдерә булып һүгенеү һүҙҙәре ҡулланғандарҙы әйтеп тә тораһы түгел. Ошоларҙан сығып, һорау тыуа: ни өсөн һүгенәбеҙ? Нимәнән кеше бындай лексикаға мөрәжәғәт итә? Ниңә бындай телмәргә ғәҙәтләнә?

Уҡырға
07.10.19  
 
ДОЛОЙ ГАЛОШ! САРЫҠ, ҠАТА ДАВАЙ!



Учалы ағинәйҙәре быға тиклем сәхнәгә аҡ йөн ойоҡ һәм галош кейеп сыҡһа, хәҙер инде сарыҡ һәм ҡатаға күсергә булдылар. Шәп бит!

Уҡырға
04.10.19  
 
МӘКТӘП АШХАНАҺЫНДА БУЙВОЛ ИТЕ



Өфө мәктәптәренең береһе бөтә республика ата-әсәләр йәмәғәтселеген аяҡҡа баҫтырҙы. Баҡтиһәң, уҡыусыларға бешер-бешмәҫ тефтели ашатып ағыулай яҙғандар. Сәғәт ярым бешереп тә, тейешле төҫ алмаған итте кемдәр, нимәнән, нисек етештереүе тикшерелгән.

Уҡырға
03.10.19  
 
ХОККЕЙҒА... БУШЛАЙ



Республикала хоккей күптән милли спортҡа әйләнгән. 1 октябрҙә генә “Салауат Юлаев” “Торпедо” командаһы менән осрашып, еңеү яуланы. Киләһе уйын 4 октябрҙә, баш ҡалала “Северсталь” командаһы менән уҙасаҡ.

Уҡырға
03.10.19  
 
ЙӘМИЛДЕҢ ЙӘМЛЕ ӨЙӨ



Яңыраҡ режиссер Александр Галибиндың “Һеңлекәш” фильмын ҡараным. Һәйбәт, күңелгә ятышлы фильм. Йәшерәк саҡтарҙағы совет кинокартинаһын ҡарағандай булдым. Әммә фильмда яһалма пафос та, совет осорона хас лозунгылар ҙа юҡ. Ни эшләптер, үҙемдең бала сағым күҙ алдына баҫҡандай тойолдо. Уҙған быуаттың 60-йылдары башы, тау-урмандар араһына һыйынып ултырған бәләкәй генә башҡорт ауылы. Өйҙәрҙә кистәрен кәрәсин лампалары тоҡандырыла. Бәғзе көндәрҙә ауыл клубында кинолар ҙа күрһәтелә. Эңер төшкән мәлдә киномеханик бензин менән эшләй торған моторын эшләтеп ебәрә, күп тә үтмәй, уның будкаһынан роликтарҙағы кинолентаның сытырҙап әйләнгән тауышы сыға башлай, ә клуб тәҙрәһенән аҡ сепрәкле экранда бер-бер артлы алмашынып торған кадр-һүрәттәр күренә.

Уҡырға
03.10.19  
 
КӨМӨШ КҮЛДӘР ИЛЕНДӘ, АҪЫЛ БАШҠОРТ ЕРЕНДӘ



Силәбе яғын көмөш күлдәр иле тип нарыҡлайҙар. Ысынлап та, бында балыҡлы тәрән күлдәр бик йыш осрай. Башҡортостан менән сиктәш мәғрур тау-ҡаяларҙы үтеп сыҡҡыһыҙ тайга, ҡарағай урмандары ҡаплаған. Мал үрсетеүгә ҡулай иркен дала яҡтарына башҡорт ырыуҙары Уралтау һырттары аша тегеләй-былай аша төшөп, күсенеп, күп ауылдарға нигеҙ һалған. Бында ҡыуаҡан, терһәк, һалйот ырыуы башҡорттары борондан йәшәгән, 18-се быуат баштарында хәҙерге Салауат районы яғынан, Әй һәм Йөрүҙән буйҙарынан әйле ырыуы күпләп күсенә, Учалы яғынан табындар килә. Был күсенеү башҡорт илендә ҡупҡан ихтилалдар менән, батша карателдәре эҙәрлекләүе менән дә бәйле. Төбәктәге халыҡ Урал аръяғында боҫоп ятмаған, киреһенсә, башҡорттарҙың ер һәм ирек өсөн күтәрелгән ихтилалдарында, айырыуса Салауат яуында әүҙем ҡатнашҡан, ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу рудниктарында һәм беренсе заводтарҙа эшләгән. Кантонлыҡ осоронда 8-се башҡорт кантонының күп ир-егеттәре Рәсәйҙең сиктәрен һаҡлауҙа һәм төрлө һуғыш-походтарҙа башын һалған. 1934 йылда ойошторолған Силәбе өлкәһенә Оло Башҡортостандың рудаға бай тау-урманлы, бик матур тәбиғәтле ерҙәре Калинин менән Сталиндың бер ҡултамғаһы менән бүлеп бирелә. Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған башҡорт батырҙарының ожмахтай бай ил хаҡында хыялы шулай Урал аръяғында айырылып тороп ҡала. Әммә халыҡтың күңеле һәм аҡылы бер бөтөн булып ҡала: силәбеләр Өфө ҡалаһына уҡырға килә, Башҡортостанда эшләй, үҙҙәренең мәктәптәрендә башҡортса уҡыу-уҡытыуҙы өҙмәҫкә һәм өҙөлгәнен яйға һалырға ынтыла. Бөгөн өлкәнең Силәбе, Магнит, Златоуст (Алтынтамаҡ), Ҡурған, Сатҡа, Сим (Эҫем) ҡалаларында һәм башлыса Арғаяш, Сосновка, Ҡоншаҡ, Красноармеец, Сыбаркүл районы ауылдарында 162 меңдән ашыу башҡорт йәшәй (2010 йылғы мәғлүмәт). Был юлы беҙ Силәбенең биш районына сәфәр ҡылдыҡ. Һүҙебеҙ шул турала.

Уҡырға
02.10.19  
 
СИБАЙ ЕРЛЕГЕНДӘ ҒАИЛӘ ҠОРҘОМ, ХЕҘМӘТ ЮЛЫН БАШЛАНЫМ



Кеше етәксе булып тыумай, әммә лидер булып тыуа. Ана шул лидерҙар иптәштәрен, класташтарын, хеҙмәттәштәрен ойоштороп, беректереп, нимәләргәлер әйҙәп йөрөтә, эргә-тирәһендәгеләрҙе хәрәкәткә килтерә, идеялар бирә, маҡсатҡа ынтылдыра. Бындайҙар үҙенә ышандыра, яуаплылыҡ ала белә. Тап шундай лидерҙарҙың береһе лә инде Сибай концерт-театр берекмәһе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат ҠОТОШОВ.

Уҡырға
02.10.19  
 
ДАУЫЛДА ЮЛҒА СЫҠҠАНҺЫҢ ИКӘН ЕЛКӘНДӘРЕҢДЕ КҮТӘРЕП ЕБӘР



Бизнесҡа ынтылыусылар күп, әммә уны ауыҙлыҡлап алып китә алыусылар ғына һынаулы. Бәхетле йондоҙ аҫтында тыуамы ундайҙар, әллә булмыштарында ниндәйҙер бер айырым һыҙаттар, ниндәйҙер артыҡ көс йәки аҡыл буламы? Әллә ундайҙарҙы бала саҡтан икенсерәк шарттарҙа тәрбиәләгәндәрме? Бына ошондай ҡыҙыҡһыныу менән саҡырҙыҡ беҙ диалогка эшҡыуарлыҡ өлкәһен гөрләтеп алып барыусы башҡорт ир-егеттәрен. Эшҡыуарҙар - "Булат" компанияһы етәксеһе Руслан ЗАРИПОВ һәм "Самрау" нәшриәте директоры Мансур ҒИЛФАНОВ менән әңгәмә был тәңгәлдә ниндәйҙер үҙаллы аҙымдар яһарға торған йәштәргә лә, шәп милләттәштәре менән ҡыҙыҡһыныусан гәзит уҡыусыларға ла файҙалы булыр ине.

Уҡырға
02.10.19  
 
БАТШАЛАРҒА БАШ ЭЙМӘГӘН ӘЙЛЕЛӘРБЕҘ!



Тарихсы-этнолог Р.Ғ. Кузеев әйлеләрҙе төньяҡ-көнсығыш башҡорттары төркөмөнә индерә. Уныңса, был төркөм үҙе төньяҡ (Әй-Йөрүҙән), Урал аръяғы һәм тау башҡорттарынан хасил була. Ошоға ярашлы, был зонала өс этник берләшмә - әйле, ҡатай һәм табын ырыуҙары тирәһендә уҡмашҡан башҡорттар тығыҙ аралашып йәшәй.

Уҡырға
02.10.19  
 
ЗАМАНСА ЙЫРҘАРҒА ЛА РУХИ ОРЛОҠ ҺАЛЫНҺЫН



Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Уҡырға
25.09.19  
 
ҺӨНӘРЕМ ТОРМОШТО ЯҠШЫҒА ҮҘГӘРТЕҮ МӨМКИНЛЕГЕ



Журналистика өлкәһендә эшлекле һәм билдәле гүзәл заттарыбыҙ етәрлек булғанда ла, беҙ был тынғыһыҙ һәм яуаплы хеҙмәтте барыбер ҙә ир-егет һөнәре итеп ҡабул итәбеҙ. Шунлыҡтан, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт наградаһына билдәле тележурналист Рафиҡ Әхмәтшиндың тәҡдим ителеүен ҡуш ҡуллап күтәреп алдыҡ. Был теләктәшлеккә гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла ҡушылырға саҡырып, журналист менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Уҡырға
25.09.19  
 
ҮЛӘН СӘЙЕ БУЛҒАНДА ҠАРА СӘЙҘЕ СИТКӘ ҠУЙЫРҒА ЛА БУЛЛА



"Үлән йыя башлағаны бирле бер ҡап та сәй һатып алғаныбыҙ юҡ", - тип башланы һүҙен Аҫылбикә апай Мәжитова. Аптырап киттем: нисек инде ҡара сәйһеҙ? Үҙебеҙҙе белгәндән бирле әбейҙәр һымаҡ сәйхурға әйләнеп бөткәнбеҙ. Һуңғы йылдарҙа хатта сәйҙең тәменән уның төрөн айырыу һәләтенә өлгәшелде. Башҡорт асыҡһа ла - сәй эсә, һыуһаһа ла- сәй эсә, тигәндәре хаҡтыр. Тормошобоҙҙо ошо эсемлекһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ шул. Ә бына Аҫылбикә апайҙар ҡара сәйһеҙ көн итеүҙең тәжрибәһе менән дә уртаҡлаша ала. Баҡтиһәң, була икән.

Уҡырға
25.09.19  
 
НИ ӨСӨН МАТУР БУЛЫРҒА?



Һеңле тейеш кешем менән интернет аша йыш бәйләнешкә инәм, хәл белешеп, яңылыҡтар бүлешеп һәм төрлө фотолар менән алмашып торабыҙ. Йәғни, "аралашып" йәшәйбеҙ инде. Тормошҡа иртә сыҡҡас, балалары ла иртә үҫеп бөттө һәм шул ҡатын 42 йәшендә ике ейәнгә өләсәй булды. "Йәш өләсәй" тип әйтер инем, уға был һүҙ тура килмәй, "йәш әбей" тиеү (әбейҙәр үпкәләп ҡуймаһын) дөрөҫөрәк булыр. Хатта әбейҙәр ҙә үҙ стилендә үтә лә ҡупшы, ҡараулы була ала. Ә бына урта йәштәрҙәге ҡайһы бер ҡатындарҙы ниндәй зат тип атау ҙа урынһыҙ һымаҡ.

Уҡырға
25.09.19  
 
ЙОМОШ, ХӘЙЕР, ҮТЕС...



Йәй көнө ауылда булғанда ҡыҙыҡ бер асыш яһаным. Хәҙерге балаларҙы йомошҡа ебәреп булмай икән. Улар хатта был "йомош" тигән һүҙҙе лә аңламайҙар. Туғанымдың балаһына: "Бар, ҡыҙым, күрше инәйгә йомошҡа инеп сыҡ әле"- тиһәм, "Нимә була ул?" тип аптырай. "Унда электән боронғо касар бысағы була торғайны, шуны һорайҙар тиген", - тиһәм, "Ю-уҡ! Улайтып нәмә һорай алмайым", - тип ҡырҡа баш тартты. Әсәһе лә: "Хәҙер кеше кешенән нәмә алмай бит ул", - тип яҡлашты. Мин әле ҡалала ғына шулай микән тиһәм, бөгөн ауылда ла әҙәмдәр бер-береһенә йомошҡа инмәй, бирәсәккә алмай, булғанын бүлешмәй, сәбәпһеҙ саҡырышмай, мунсаға әйтмәй икән.

Уҡырға
25.09.19  
 
ИРҘӘР ИР БУЛЫП ҠАЛҺЫН, ЙӘКИ УЛЫМДЫҢ ҺОРАУҘАРЫНА ЯУАПТАР



Әүәл, атай, илдә батыр исемен алған ирҙәр генә данланған, тиҙәр. Хәҙер килеп, ир-егеттәрҙе йылына бер тапҡыр маҡтау-данлау көнө йолаһын атҡарыу үҙе үк бер яһалмалылыҡ билдәһе түгелме ни?

Был мәсьәләгә нисек ҡарайһың бит, улым. Миҙалдың да алғы яғы ла, кире яғы ла бар. Ысынлап та, борон ҡатын-ҡыҙҙы ла, ир-атты ла махсус рәүештә хөрмәтләү көнө булмаған, күп илдәрҙә хәҙерге заманда ла бындай байрамдар ойоштороуға бер ниндәй ҙә ихтыяж юҡ. Беҙҙә күп йылдар буйына Совет Армияһын данлауға бағышланған махсус көн бар ине, ул ҡәҙимге эш көнө булды. Совет иле менән бергә уның армияһының исеме лә тарихи төшөнсә генә булып ҡалыуына ҡарамаҫтан, 23 февраль Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар көнө атамаһын алып, дәүләт байрамы кимәленә күтәрелде. Әрме хеҙмәтен башлыса ирҙәр үтәгәс, ул беҙҙең аңыбыҙҙа ла, йәшәйешебеҙҙә лә күптән инде ир-атты хөрмәтләү көнө булып нығынды. Шуныһы ҡыҙыҡ, хәрби хеҙмәткә бер генә ҡағылышы булмаған заттарыбыҙ ҙа ошо көндә ҡотлауҙар ҡабул итә.

Уҡырға
25.09.19  
 
ӘСӘЙ БУЛЫП ЭШЛӘЙЕМ...



Баланың киләсәге - ғаилә тәрбиәһенән тора, тигән фекерҙә был йәш ғаилә. Өфө районы Шамонин ауылында йәшәүсе Азамат Мөхәмәтнур улы менән Ләлә Ишҡәле ҡыҙы Вәхитовтар менән тыныштырмаҡсыбыҙ бөгөн. Уларҙың ғаиләһендә ете йәшлек Нәркәс, ике йәшлек Наҙгөл исемле ҡыҙҙар, биш йәшлек Урал атлы егет үҫә. Йорт хужабикәһе Ләлә Вәхитова менән тәрбиә, уларҙың ғаиләһенә генә хас йолалар тураһында әңгәмәләшеп алдыҡ.

Уҡырға
25.09.19  
 
ҺИНЕ НИ БОРСОЙ? "ИНЦИДЕНТ"ҠА ЯҘЫП ЕБӘР!



Радий Хәбиров БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәндән һуң граждандарҙы борсоған проблемаларҙы тиҙ хәл итеү маҡсатында социаль селтәрҙәрҙә "Инцидент" системаһы булдырылғайны. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә "Инцидент" ун меңдән ашыу гражданға көнүҙәк проблемаларын, яңыларын да, быға тиклем власть ҡулы етмәгәндәрен дә, хәл итергә ярҙамлашҡан.

Уҡырға
25.09.19  
 
НИҢӘ КИТӘЛӘР ТЫУҒАН ЕРҘӘРҘЕ ТАШЛАП?



Мине борсоған иң ҙур проблема бөгөн дөйөм халыҡ бәләһенә әүерелде. Был проблема тураһында асыҡтан-асыҡ 2010 йылдан алып һөйләйбеҙ, әммә ваҡыт үтеү менән ул киңерәк тарала бара. Һүҙ халыҡтың Башҡортостан Республикаһы сиктәренән күпләп күсеп китеүе тураһында бара. Миграцияның реаль масштабын һәм күләмен тулыһынса рәсми үлсәмәгән осраҡта ла, статистика хәүефле һәм ҡыҙғаныс. Уны яңыртыу ниәтендә быйылғы йәй башында республиканың Баймаҡ, Белорет, Мәләүез һәм Миәкә райондарында (уларҙың өсәүһе - башҡорттар, береһе төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән төбәк), осраҡлы рәүештә һайланған ауылдарҙа өй буйлап йөрөп сыҡтыҡ. Һөҙөмтәләр беҙ көткәнсә булды, шулай ҙа кире һәм яңы факттар башҡорт халҡының миграция тенденцияһы үҫә барыуын күрһәтте.

Уҡырға
25.09.19  
 
КҮҢЕЛ БУШЛЫҒЫН СИХЫРСЫЛАР БИЛӘЙ



Беҙҙең әйләнә-тирәбеҙҙә көн дә ғәжәп хәлдәр булып тора. Ни өсөндөр кешеләр һәм уларҙың йәне камиллашыу юлынан ситкә тайпыла, әхлаҡлылыҡ берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырмай, беҙҙең менән аралаша торған фәрештәләр ҙә күктән ергә төшөргә ашҡынып тормай. Бының яуабы ябай: кешелек көндән-көн үҙенең эске яҡтылығын баҫа, барлыҡҡа килгән бушлыҡты тышҡы донъялағы "шатлыҡтар" менән яһалма тултырырға маташа. Ҡайһы ваҡыт күңел бушлығы һәм һалҡынлығы, әйләнә-тирәләге тотороҡһоҙлоҡ төрлө психик сирҙәргә алып килә.

Уҡырға
16.09.19  
 
Биттәр : # « 162 163 164 165 166 167 168 169 170 » #
Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru