Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
ҠУРАЙСЫЛАР ҠАРТАТАҺЫ – ӘҘҺӘМ ДИНИСЛАМ УЛЫ ИСҠУЖИН
|
XIX быуатта йәшәүсе немец яҙыусыһы Вильгельм Раабе - "Матурлыҡ, ысын бәхет менән ысын батырлыҡ матур һүҙҙәргә мохтаж түгел", ә мәшһүр немец ғалимы Альберт Эйнштейн иһә "Һәр даһилыҡ ябай була" тигән. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әҙһәм Динислам улы Исҡужинды иҫкә алғанда иң тәүҙә ошо ике шәхестең матурлыҡ, бәхет, батырлыҡ һәм даһилыҡ хаҡында әйткән һүҙҙәре иҫкә килеп төштө. Юҡҡа ғына түгелдер. Ни өсөн тигәндә, булмышы менән ябайҙарҙан-ябай, тәбиғәттең үҙе кеүек үтә лә самими, атҡарған ғәмәлдәре менән ҡаһарман йөрәкле, фиҙаҡәр рухлы, баһадир һын-һыпатлы ине Әҙһәм ағай. Шәхесенең ҡаһарманлығы, ысынлап та, матур һүҙҙәргә мохтаж да түгелдер, сөнки кем берәү әйтмешләй, "Һәр бер сағыштырыу аҡһай", улай ғына ла түгел, донъяла һүҙ менән генә ҡылыҡһырлап, аңлатып булмаған төшөнсә-күренештәр ҙә була. Әйтәйек, моңдо һүҙҙәр менән нисек итеп аңлатаһың? Тап шулай, тотошлайы менән моңдан ғына ҡойолғайны уның булмышы, моңдан туҡылғайны уның шәхесе. Шуның өсөн дә беҙ ҡурай, башҡорт моңо, тигәндә - Әҙһәм Исҡужинды, Әҙһәм Исҡужин тигәндә - ҡурайыбыҙҙы, туған моңдарыбыҙҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Ана шундай шәхестәребеҙҙең береһе булды ул.
Арҙаҡлы ил ағаһы хаҡындағы иң тулы мәғлүмәт тупланған китаптың исеме "Әҙһәм ҡурайы"("Китап". 2009. Төҙөүселәре: Ф.Ш. Ҡоҙаҡаев, Ю.И. Ғәйнетдинов, китапҡа ҡушылма компакт-диск Әкрәм Алдаров ярҙамы менән әҙерләнә) тип аталыуы ла юҡҡа ғына түгелдер. Уны тыуыуына 80 йыл тулған саҡта уҡыусылары әҙерләп сығарған. Китапта ҡурай сәнғәтен тергеҙеү, һаҡлау һәм уны яңы юғарылыҡтарға күтәреү өсөн күп көс һалған шәхес хаҡында замандаштарының, хеҙмәттәштәренең һәм уҡыусыларының иҫтәлектәре, шулай уҡ Әҙһәм Исҡужиндың хәтирәләре урын алған. Шуға күрә уның шәхесе хаҡындағы күпселеккә таныш булған мәғлүмәттәрҙе ҡабатлап тормайынса, ҡайһы бер фекерҙәремде генә яҙып үтергә булдым.
|
Уҡырға
06.02.18
|
|
|
|
КРИПТОВАЛЮТА АЛДАҠМЫ, ӘЛЛӘ КИЛӘСӘК АҠСАҺЫМЫ?
|
Телефон кәрәк-яраҡтары һәм башҡа ошондай электрон әйберҙәр менән һатыу иткән магазин хужаһын беләм. Бөгөн хатта бәләкәй генә киосктарҙа ла мини-терминал аша банк картаһы менән иҫәпләшергә мөмкин булғанда, уның магазинында тик ҡулаҡса ғына баһалана. Ул үҙе лә бер ҡасан да банк карталары менән ҡулланмай, банктарҙа аҡсаһын һаҡламай, төрлө түләүҙәрҙе лә тик касса аша башҡара. "Банк хужаларын байытыу йәки мутлашыусыларға "бүләк" итер өсөн эшләмәйем. Банктағы аҡса ул әле бар, әле юҡ, ә тере аҡса ышаныслыраҡ", - тине ул ни өсөн карталар менән ҡулланмауын һорағас. Ә бөгөнгө көндә популярлаша барған криптовалюта тураһында әйткәс, бөтөнләй ҡулын ғына һелтәп ҡуйҙы. Нимә һуң ул криптовалюта, биткоин? Ағымдағы мутлашыу әмәлеме, әллә киләсәк валютаһымы?
|
Уҡырға
06.02.18
|
|
|
УРАЛ БАТЫРҘЫҢ ҠЫШҠЫ УЙЫНДАРЫ
|
Ҡышҡы һабантуймы? Юҡ! Урал батырҙың ҡышҡы уйындары. Исеме үк күптәрҙә бәхәс һәм ҡыҙыҡһыныу уятыр, рухлы сараларға башланғыс бирер оло йыйын ул. Белмәгәндәр өсөн - икенсе йыл рәттән үтә. Белгәндәр өсөн - әҙерлек күптән барҙы.
|
Уҡырға
06.02.18
|
|
|
МӘҘӘНИӘТ - МИЛЛӘТТЕ, МИЛЛӘТ ОШО ЕРҘЕ ҺАҠЛАЙ
|
Учалы филармонияһы - республикабыҙҙағы берҙән-бер муниципаль кимәлдәге филармония булып иҫәпләнә. Таланттар төбәгендә ижад итеүсе был мәҙәниәт усағы ниндәй уңыштарға өлгәшкән, киләсәккә ниндәй уй-хыялдар менән йәшәй, тигән һорауҙар менән Учалы филармонияһы солисы, республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Ынйы Дамир ҡыҙы ӘХМӘТОВАға мөрәжәғәт иттек.
|
Уҡырға
30.01.18
|
|
|
УҢЫШЛЫ СӘЙӘХӘТ НИГЕҘЕ ЮЛДАШТАРҘЫҢ ЫШАНЫСЛЫ БУЛЫУЫНДА
|
Буш ваҡытын һәр кем үҙенсә уҙғара. Телевизор тоҡандырып, диванда ҡырын ятып ялын уҙғарыусылар ҙа күп, сәйәхәт итергә яратыусылар ҙа һанап бөткөһөҙ. Өйҙә ял итергә яратыусылар ниндәй тәьҫораттар менән байыталыр күңелен, белмәйем, ә бына туристик походтарҙан көс туплап, тәбиғәттән энергия йыйып, һөйләп бөткөһөҙ мәғлүмәт туплап ҡайтыусылар һоҡландыра. Уларҙың һәр ваҡыт күҙҙәре янып тора, физик яҡтан ныҡтар, рухи сәләмәтлектәре лә күпкә юғары. Ә сәйәхәт барышында күргәндәрен һөйләй башлаһалар, ваҡыттың нисек үткәне лә һиҙелмәй. Нәҡ әүҙем туризм яратыусыларҙың объективтарынан һоҡланғыс фотолар барлыҡҡа килә, видеокамералары матур фильмдар тыуҙыра. Тәбиғәттең төрлө миҙгелендә лә сәйәхәткә сығып китеүселәрҙең ҡайһы берҙәре башҡаларға ла ошо "сирҙәрен" йоҡтороп, уларҙы үҙ рәтенә ала. Бөгөнгө әңгәмәсем нәҡ шундайҙарҙан - оҫта сәйәхәтсе, "Авантюра" туристик клубы етәксеһе, экстремаль ярыштар ойоштороусы Артур АЛАҠАЕВ.
|
Уҡырға
30.01.18
|
|
|
БАШҠОРТТАР
|
Пермдә һәм Көңгөр өйәҙендә урындағы Ҡаҙан татарҙары араһында ике ҙур булмаған башҡорт өйәҙе бар. Мәсеттәренең һәндерәләре һәм иҙәндәре кейеҙ менән (бик һирәктәренең генә келәм менән) ҡапланған. Бөтә йортта ла ағас баҫҡыстар, орлоҡтарҙы эшкәртергә тирмәнде алмаштырыусы киле осрай. Ҡайһы бер боронғо ауылдарҙа һыу тирмәне лә була. Бындай тирмәндәрҙе хатта шишмәләр ҙә әйләндерә алған. Улар һыуҙы быуып, бейектән тирмән тәгәрмәсенә ағып төшөрлөк итеп эшләгән. Шуға күрә, һыуҙың көсө тирмәнде әйләндерерлек хәлгә артҡан. Ҡайһы ауылда һыу тирмәне юҡ, ундағы башҡорттар ҡул тирмәнен ҡулланған. Был тирмәнде ике имән түмәренән яһағандар. Ул тирмәндең бер-береһе менән ышҡылған уртаһына суйын киҫәктәре ҡаҡҡандар. Аҫҡы өлөшөнә ҡаҙаҡ ҡағып, өҫкө өлөшөн кейҙереп ҡуялар. Уртаһына тишек уйып, шунда орлоҡ һалыр өсөн уйым яһайҙар. Ә тирмәндең өҫкө өлөшөнә тотоп өйрөлтөр өсөн тотҡа формаһында ҡаҙаҡ ҡағыла. Тирмәнде ашъяулыҡҡа ултырталар ҙа, өҫкө өлөшөндәге уйымға орлоҡ һалып, әкрен генә өйрөлтәләр, уртаһынан ҡойолғанын алып иләйҙәр. Аҫҡа оно төшә, ә өҫтә кәбәге ҡала.
|
Уҡырға
30.01.18
|
|
|
ИЛ БАШЛЫҒЫ ЫҢҒАЙ БАҺАЛАНЫ
|
24 ғинуарҙа Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин килде. Өфө аэропортында уны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршыланы.
|
Уҡырға
30.01.18
|
|
|
ТӨЙМӘНӘН ДӨЙӘ ЯҺАМАЙЫҠ
|
Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың республиканың һәм ҡаланың киң мәғлүмәт саралары баш мөхәррирҙәре менән осрашып, уларҙың һорауҙарына биргән яуаптары аша (гәзитебеҙҙең быйылғы 2-се һаны) етәкселеккә ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеү, ҡапыл килеп тыуған хәл-торошто көйләү, халыҡҡа күренмәгән ниндәй эштәр башҡарырға тура килеү тураһында ниндәйҙер кимәлдә аңлатырға тырышҡайныҡ инде. Аңлаған кешегә шул да етә. Икенсе яҡтан, эшләгән кеше генә тәнҡиткә дусар була, сөнки эшләмәгән кешене нимә тип тәнҡитләйһең - уның эше лә, һөҙөмтәһе лә юҡ.
|
Уҡырға
30.01.18
|
|
|
Башҡортостандың ҡунаҡтарҙы, туристарҙы йәлеп итер популяр брендтары нимә?
|
Азат ХӘЙБУЛЛИН, эшҡыуар, Өфө ҡалаһы: Яҡтыгүл, Янғантау, Асы шифаханалары, Ирәмәл тауы, Асылыкүл Башҡортостандан ситтә йәшәүселәргә яҡшы таныш. Төбәктең уникаль тәбиғәте үҙе үк бренд, минеңсә. Шулай уҡ республикала йәшәгән милләттәр төрлөлөгөн дә бренд итеп ҡарау яҙыҡ булмаҫ. Республикаға килгән турист бер урында әллә күпме халыҡтың бөгөнгөһө менән генә түгел, ә тарихы менән дә таныша ала, сөнки төбәктә йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренә иғтибар беҙҙә бер үк юғары кимәлдә.
|
Уҡырға
30.01.18
|
|
|
|
КҮҢЕЛДӘН СЫҠҠАН КӨЙ ТАМАШАСЫҺЫН МОТЛАҠ ТАБАСАҠ
|
Музыка йөрәктәргә үтеп инергә тейеш, тигән бөйөктәрҙән берәү. Бөгөнгө геройыбыҙҙың музыкаһы иһә һәр башҡорт кешеһенең йөрәгендә йәшәй - бында бер тамсы ла шыттырыу юҡ. Берәй ерҙә яңылыш ҡына ҡолағыңа салынып ҡалһа ла, көйҙөң уныҡы икәнен шунда уҡ таныйһың, уларҙың барыһын да ишетеп, хатта үҙең эстән генә көйләп йөрөйһөң. Шулай итеп, бөгөнгө ҡунағыбыҙ - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге Республика йәштәр премияһы лауреаты, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыкаль бүлеге етәксеһе, композитор Урал Мирас улы ИҘЕЛБАЕВ менән уның ошо үҙенсәлекле ижады тураһында әңгәмәләшәбеҙ.
|
Уҡырға
30.01.18
|
|
|
ЙӨҘ ҘӘ БЕР ҒҮМЕРЕМ...
|
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНАның әҫәрҙәрен уҡыған кеше, һис шикһеҙ, уның үҙе менән дә ҡыҙыҡһына башлай. Тик был автор хаҡында бер ерҙә лә тулы ғына мәғлүмәт юҡ. Кем ул Гөлсирә Ғиззәтуллина? Уның ҡәләме нисек ошондай һағышлы, тәрән, фәлсәфәүи әҫәрҙәр тыуҙыра? Меңәрләгән уҡыусыны арбарлыҡ күңел нағыштары ҡайҙан әҙибәлә? Ҡыҙыҡмы? Беҙ быларҙың барыһын да Гөлсирә апайҙың үҙенән һораштыҡ.
|
Уҡырға
30.01.18
|
|
|
БАШҠОРТТАР
|
Башта автор тураһында белешмә. И.Г. Георги 1729 йылда Трептов ҡалаһы янындағы ҙур булмаған Ваххгольцхаген ҡаласығында, протестант динле рухани ғаиләһендә тыуған. Штеттин ҡалаһындағы урта мәктәпте тамамлағас, үҫмер егет Упсаль университетында химия, медицина, минерология, ботаника, география фәндәрен тәрәндән өйрәнә. Университетты тамамлағандан һуң, үҙенең тыуған ҡалаһына фармацевт булып ҡайта. 1770 йылда Георгиҙы Петербург Фәндәр академияһына академик экспедицияларҙа ҡатнашырға саҡыралар. Ул И.П. Фальк менән берлектә, бер нисә йыл буйы Рәсәй региондары буйлап халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнергә ғилми экспедицияға сыға. Башҡортостанда ла булырға тура килә. Башҡорт халҡын ентекләп өйрәнгәндән һуң, Георги, үҙенең ғилми эштәре араһына "Башҡорттар" исемле очеркын да индерә. Һеҙҙең иғтибарға ошо очерктан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
30.01.18
|
|
|
ТЫУАСАҠ БАЛАЛАРЫМДЫҢ ТУҒАН ТЕЛЕН ТАРТЫП АЛДЫРМАМ!
|
Мин - Башҡортостан Республикаһында башҡорт атай-әсәйҙән тыуған башҡортмон. Өйҙә башҡорт телендә һөйләшәбеҙ. Ғаиләлә башҡорт тәрбиәһе алып үҫтем. Мостай Кәримдең башҡорт телендәге әҫәрҙәре аша китаптар менән таныштым. Рәми Ғарипов шиғырҙары яҙыусының исемен йөрөткән 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға барырға илһамландырҙы.
|
Уҡырға
30.01.18
|
|
|
ТУҒАН ТЕЛЕҢДЕ БЕЛӘҺЕҢМЕ?
|
Ошо көндәрҙә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиада уҙғарылды. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, Ҡурған, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән 251 уҡыусы ҡатнашты.
|
Уҡырға
29.01.18
|
|
|
ҠЫШҠЫ ИРӘМӘЛДЕ ҠУРАЙ МОҢО ЯҢҒЫРАТТЫ
|
Риүәйәт буйынса, яуыз хан бойороғо менән ҡарурманға ташланған йәш егет ҡурай моңон ишетә һәм тәүгеләрҙән булып уны ҡырҡып алып, уйнап ҡарай. Күңелендәге һағыныу хисе моң булып түгелә. Шунан алып ҡурай ҡурайсының йөрәгендә яралған моңдо башҡаларға еткерер ҡоралға әүерелә. Был ваҡиға булып үткән мәлдән әллә күпме һыу аҡҡан, әллә күпме ел иҫкән, тик бөгөн дә ҡурай үҫкән урында булыу, ҡурай ҡырҡып уйнау һәр ир-егет өсөн абруй иҫәпләнә. Күптән түгел тап ошо маҡсат менән Ирәмәлгә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Яңылыҡтар" хеҙмәте журналисы Илдар БАЙБУЛАТОВ та күтәрелә. Был турала уның үҙенән һөйләтәйек әле.
|
Уҡырға
13.01.18
|
|
|
КЕШЕЛӘРҘЕҢ КҮҢЕЛ ҠАПҠАЛАРЫН АСЫР БЕР САРА УЛ БЕҘҘЕҢ ОЙОШМА
|
Бөгөн республикабыҙ райондарында әүҙем эшләгән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы үтә ваҡытлы барлыҡҡа килде. Ауылдарҙа йорт ҡапҡалары, йорт ишектәре генә түгел, кешеләрҙең күңел ҡапҡалары ла бикләнә башлағайны бит. Иҡтисади ғына түгел, рухи көрсөккә ҡалған хәлебеҙгә әсенеп ултырған, ауылдарыбыҙ, милләтебеҙ яҙмышына битараф булмаған Учалы районы ҡатын-ҡыҙҙары ла бер ҡорға ойошоп, мәшһүр эпосыбыҙҙың үлемһеҙ юлдарын - "Донъяла мәңге ҡалыр эш - ул да булһа яҡшылыҡ" тигәнен девиз итеп алып, байтаҡ эштәр башҡарырға өлгөрҙө һуңғы биш-алты йыл эсендә. Ағинәйҙәр ҡоро беҙҙең, 18 йәштән 60, 70, 80 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙарҙың, аралашыуға, бергәләп нимәләрҙер эшләргә һыуһаған күңелдәргә ҡанат ҡуйҙы, дәрт бирҙе, илһамландырҙы, көнитмешебеҙҙе бермә-бер йәнләндерҙе, үҙ асылыбыҙға ҡайтыу юлдарын асты.
|
Уҡырға
13.01.18
|
|
|
ҺӘР АРТИСТЫҢ, ТӨРКӨМДӨҢ ҮҘ ЙӨҘӨ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ
|
Һәр йырсының, һәр төркөмдөң үҙенең сәхнә яҙмышы була. 25 йыл буйына популярлығын юғалтмаған легендар төркөм "Карауанһарай"ҙың традицияларын дауам итеүсе булған был төркөмдө халыҡ үҙ итеп өлгөрһә лә, һаман төрлөсә атап йөрөтә. "Йәш Карауанһарай"мы, әллә "Карауан"мы тип баш ватыусылар ҙа бар, имеш, һаман да. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының "Карауан" эстрада төркөмө егеттәре Эльмир ӘБҮБӘКИРОВ, Рөстәм ШАҺЫБАЛОВ, Марсель ҠОТОЕВ һәм Тимур РАМАЗАНОВ менән ошо һәм башҡорт эстрадаһына ҡағылышлы башҡа сетерекле һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ.
|
Уҡырға
13.01.18
|
|
|
ҺӘЙКӘЛГӘ ЛАЙЫҠ ШӘХЕСТӘР: УСМАН ҠЫУАТОВ
|
Февраль башында Башҡорт хөкүмәтенең большевиктар тарафынан ҡулға алынғанын ишетеп, Хәрби съездың башҡорт делегаттары Усман Ҡыуатов, Мөхәмәтхан Ҡулаев, Муса Мортазин, Хафиз Ҡушаевтар Ырымбурға ҡайтып төшә. Большевиктар А. Дәүләтшин менән Б. Шәфиев тарафынан ойошторолған яңы орган - Башҡортостандың Ваҡытлы Революцион Советы менән һөйләшеүҙәр һөҙөмтә бирмәй. Улар Башҡорт хөкүмәте ағзаларын төрмәнән сығарырға уйламай. Ҡарашы буйынса большевиктарға яҡын торған Муса Мортазин Советҡа ағза итеп һайлана. Ә Усман Ҡыуатов менән Мөхәмәтхан Ҡулаев большевиктар менән уртаҡ тел таба алмайынса, ҡайтып китергә мәжбүр була.
|
Уҡырға
13.01.18
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.
(А. Жид).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|