Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
|
|
БАШЛАНҒЫС – ФОЛЬКЛОРҘА
|

Күптән түгел Үзбәкстандың Термез ҡалаһында сәсәнлек сәнғәтен һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатынан ойошторолған Халыҡ-ара баҡши сәнғәте фестивалендә музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илһам БАЙБУЛДИН икенсе урын яулап ҡайтҡайны. Илһам Ханнан улы менән ошо сара тураһында әңгәмәләшәбеҙ.
|
Уҡырға
07.05.19
|
|
|
ЯУГИР АТАЙҘАРЫБЫҘҘЫҢ ҺУҒЫШ ХӘТИРӘЛӘРЕН КҮҢЕЛДӘ ҺАҠЛАЙБЫҘ
|

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан күренекле башҡорт яҙыусылары, фронтовиктар Рамаҙан Ҡотошов менән Ғәли ИбраҺимовтың ҡыҙҙары Асия Рамаҙан ҡыҙы менән Һөйөклө Ғәли ҡыҙын сәйгә саҡырып алдыҡ. Апайҙар атайҙары хаҡында иҫтәлектәр һөйләне, улар ауыҙынан ишеткән һуғыш хәтирәләрен яңыртып, шул заман кисерештәрен, күргәндәрен барлап, бик йылы аралашыу ойошторҙо.
|
Уҡырға
07.05.19
|
|
|
АТТЫ ИЗГЕЛӘШТЕРЕҮҘЕҢ ҮҘ ХИКМӘТЕ БУЛҒАНДЫР
|

Башҡорт риүәйәттәрендә һәм легендаларында аттың кешегә яҡын булыуы уның халыҡты ҡурсалай алыуы, кешеләргә юл күрһәтеп барыуы, ауыр хәлдәргә тарыған ваҡытта яңы йәшәү урындарын табырға ярҙам итеүе кеүек ваҡиғалар аша бирелә.
|
Уҡырға
07.05.19
|
|
|
ФЕКЕРҘӘР АУАЗДАШЛЫҠ ТАПТЫ
|

Башҡорт теле уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында бик күп ҡатнашыусылар менән милли мәғариф өлкәһендәге хәл ителәһе мәсьәләләр буйынса әңгәмәләштек. Съезға бағланған өмөттәр, эшләнәһе эштәр, киләсәккә күҙаллауҙар, тәжрибәләр тураһында ҡатнашыусыларҙың яуаптарын һеҙгә лә еткерәбеҙ.
|
Уҡырға
07.05.19
|
|
|
ЕҢЕҮСЕ МАЙ!
|

Ҡала хакимиәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығын билдәләү темаһы төп урында торҙо. Уны үткәреү концепцияһы менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова таныштырҙы.
|
Уҡырға
07.05.19
|
|
|
Һеҙҙең ғаилә һуғыш тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлай?
|

Сажиҙә ИБРАҺИМОВА-ҠОҘАҠАЕВА, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы, Өфө ҡалаһы: Бына май ҙа килеп етте һау кешегә, ә беҙҙең һуғыш йылдары балалары быуыны өсөн был ай иң тәүҙә Еңеү көнө булып күҙ алдына баҫа. Ошо иҫтәлекле датаға бәйле хис-тойғоларымды һөйләйем әле һеҙгә. Һуғыш башланып, атайым фронтҡа киткәндә, миңә ни бары 2 йәш кенә булған. Атайым 1942 йылда Ленинград янындағы һуғышта һәләк булып ҡала, шуға күрә мин "атай"ҙың кем һәм нисек булғанын да белмәйенсә үҫтем Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылында. Хәҙер Ҡамышлы менән Малай ауылдары араһында һуғыштан ҡайтмаған яугирҙар иҫтәлегенә асылған стела ғына атайым хаҡында хәтерләтеп тора. Тик бер нәмә күңелемде борсой: был стела һаҙлыҡ эсендә урынлаштырылған һәм уның янынараҡ барып, фамилияларҙы уҡыр өсөн дың-дың итеп тимер юл менән барырға кәрәк. Шунан, ҡайҙа икән минең атай, тип эҙләй башлайһың, сөнки исемлектә Ҡоҙаҡаевтар шул тиклем күп, ә исемдәре яҙылмаған. Сәскә һалырға ла урыны юҡ, күрәләтә һаҙлыҡҡа һалып булмай бит инде! Күрәһең, шуғалыр ҙа, был стела янына әллә ни килеүсе лә юҡ.
|
Уҡырға
07.05.19
|
|
|
ОЛО ТАЛАНТ ЭЙӘҺЕ
|

"Ҡабаттан йәнләнгән фотоһүрәттәр" проектының сираттағы геройын - оло талант эйәһе, шағир, ғалим, йәмәғәт эшмәкәрен күптәр белеп тә бөтмәйҙер әле. Башҡортостандың 20-30-сы йылдарҙағы әҙәбиәт, мәҙәниәт, фән һәм йәмәғәт тормошонда ғәйәт ҙур урын алған шәхестәрҙең береһе. Уның "Һәтес-һәтес-һәтес тә! Бигерәк матур бәпес тә!" кеүек халыҡсан балалар шиғриәте лә авторһыҙ көйө беҙҙең арала бөгөн дә йәшәүен дауам итә. Проектта шәхестәрҙең тарих архивтарынан, фәнни хеҙмәттәрҙән, музейҙарҙан тупланған фотолары һәм костюмдар буйынса рәссам Әлиә Байрамғолованың кинорежиссер Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" тулы метрлы тарихи нәфис фильмын төшөрөү майҙансығынан яһаған фотолары тәҡдим ителә.
|
Уҡырға
29.04.19
|
|
|
ИЛАҺИ ИХЛАСЛЫҠ
|

Зәйнәб инәйем тураһында мин күптән яҙырға тейеш инем. Әммә, үҙе әйтмешләй, "Аллаһ шаһит: уйҙарымдың сиге юҡ, ҡәләмемдең осо юҡ".
Ҡәҙимге аҙымдан - уның менән беренсе мәртәбә осрашыуҙан башларға кәрәктер.
|
Уҡырға
29.04.19
|
|
|
БӨТӨН РУХИ ҠИММӘТТӘР ҘӘ ҺИНЕҢ ЙӘНЕҢДӘ ҺАҠЛАНА БИТ
|

Бөгөн ҡалала ла башҡорт рухы көслө ул. Тик был һәр саҡ шулай булмаған. Беҙҙең милләттең ҡайһылыр быуынына көсөргәнешле замандарҙа ла милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлап, үҙ асылында ҡалып йәшәү йылдарын кисерергә тура килгән. Быны хатта ниндәйҙер йәһәттә ҡаһарманлыҡҡа ла тиңләргә була. Шундай быуын вәкиле - табип-офтальмолог Урал Сәфәрғәле улы ЙӘНТҮРИН менән һөйләшәбеҙ.
|
Уҡырға
29.04.19
|
|
|
ДОНЪЯ ҒАЛИМДАРЫ ЛА ӨФӨ-II ҠАЛАСЫҒЫНЫҢ ЙӘШЕН ТАНЫЙ
|

Ҡараҡая ҡалаһы хәҙерге Өфөгә тап килә
Иҙрисиҙең картаһы буйынса, Өфөгә бигерәк тә Ҡараҡая ҡалаһы тап килә. Ул Атил, йәғни Ағиҙел йылғаһына ҡойған, уның уң яҡ ҡушылдығы Ҡариҙелде хәтерләткән урында билдәләнгән. Дөрөҫ, Өфө тип күҙалланған Ҡараҡая ҡалаһы хаталыҡ менән Ағиҙелдең уң яҡ түгел, һул яҡ ярында урынлаштырылған. Бында, әлбиттә, бер ваҡытта ла Башҡортостанда булмаған авторҙы ғәфү итергә мөмкин. Иҙриси: "Ҡараҡая - ағас өйҙәрҙән һәм кейеҙ тирмәләрҙән торған матур ҡала, - тип яҙа. - Булғарҙар уларҙа даими баҫымсылыҡ яһап тора. Уларҙың араһы - 16 аралыҡ һәм улар араһында даими туҡтауһыҙ һуғыш бара..." Әгәр бер көнлөк аралыҡты 40 километр тип алғанда, Ҡараҡая ҡалаһы һәм булғарҙар араһы 640 километр тәшкил итә. Был Өфө менән Татарстандағы хәҙерге Булғар ҡалаһы араһына яҡын. Шулай итеп, Өфө-II археологик ҡомартҡыһы Иҙриси үҙенең яҙмаларында яҙған Ҡараҡая ҡалаһына ниндәйҙер кимәлдә тап килә, тип раҫларға мөмкин.
XIII быуатта Башҡортостан Алтын Урҙа составына инә. Мәғлүм булыуынса, монгол хандары, ҡағиҙә булараҡ, яулап алынған илдәрҙең эске эштәренә ҡыҫылмай, уларҙан бары тик яһаҡ түләүҙе һәм кәрәк булғанда һуғыш алып барыу өсөн ҡораллы ополчение ғына талап итә.
|
Уҡырға
29.04.19
|
|
|
ИҢ МАТУР ӘКИӘТ ЛЕНИН БАБАЙ ИНЕ
|

Мин 1982 йылда тыуғанмын. Бәләкәй саҡтан атай-әсәйемде, туғандарымды, әммә уларҙан да бигерәк Ленин бабайҙы яраттым. Мәктәпкә төшөргә өлгөрмәгән балала "ҡыҙыл хәрәкәттең" юлбашсыһына оло мөхәббәт ҡайҙан килгән, әлегә тиклем аңлай алмайым. Күрәһең, атайым, олатай - өләсәйемдән, ололар һүҙенән, телевизорҙан алғанмын был мәғлүмәтте. Кис ятыр алдынан, әкиәт урынына Ленин тураһында һөйлә, тип ҡаңғырта инем өйҙәгеләрҙе. Владимир Ильичтың фотоларын бик ҡәҙерләп һаҡлай инем, бигерәк тә кескәй сағындағы бөҙрә сәсле, йылмайып торған рәсемен яраттым. Һин әлдә генә тыуғанһың, булмаһаң, мин дә ҡот осҡос хәйерсе булып йәшәр инем, тип, уға рәхмәттәр уҡый, эс серҙәремде һөйләй инем. Ахыры, балалыҡ аңымда Ленин Алла дәрәжәһенә күтәрелгән булған.
|
Уҡырға
29.04.19
|
|
|
БАЙРАМ АРТЫНАН БАЙРАМ, УЛАРҘАН БУЛДЫҠ ХАЙРАН
|

Был фани донъяла әҙәм балалары өсөн ниндәй ҙә булһа эш башҡарыуҙан да файҙалы нәмә юҡтыр ул. Боронғо Тәүрат тәғлимәтенә ярашлы, Бөйөк Илаһ гонаһлы Әҙәмгә оло ғәйебен эш менән аҡлау бурысын йөкмәткән, "Ейер ризығыңды тир түгеп табасаҡһың", тиелгән уға. Аллаһы Тәғәлә үҙе лә әҙәм затын тап эшкә ҡулайлаштырып яралтҡандыр, моғайын. Юғиһә, эш башҡарыр өсөн кешеләрҙең оҫта ҡулдары ла, аҡылға бай баштары ла булмаҫ ине. Хайуани заттарҙың бындай мөмкинлектәре юҡ, шулай ҙа улар үҙҙәренә һалынған тәбиғи программаға ярашлы, үҙ "эш"тәрен еренә еткереп башҡарыу ҡеүәһенә эйә.
|
Уҡырға
29.04.19
|
|
|
|
МИЛЛИ СӘНҒӘТ ҺАҠЛАНҺА, ТЕЛЕБЕҘ ҘӘ, РУХ ТА ҺАҠЛАНАСАҠ
|

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының быйылғы 80-се ижад миҙгеленең бөтөн тамашалары ла "ФиларМоңия" тигән девиз-атама аҫтында үтте. Ысын мәғәнәһендә моң донъяһы ул филармония - халыҡ йырҙары, джаз ритмдары, милли эстрада музыкаһы, академик вокал сәнғәте... Зауығына ҡарап, һәр тамашасы музыка сәнғәтенең төрлө-төрлө йүнәлештәрендәге концертты һайлап йөрөү мөмкинлегенә эйә. Баш ҡалала тиңе лә, конкуренты ла булмаған был сәнғәт усағы ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәй? Филармонияның эстрада буйынса художество етәксеһе, баш режиссер Сулпан Раил ҡыҙы АСҠАРОВА менән ошо һәм сәнғәт донъяһына ҡағылышлы башҡа темалар тураһында әңгәмәләшәбеҙ.
|
Уҡырға
25.04.19
|
|
|
БАРЫҺЫ ЛА ҮҘ ҠУЛЫМДА!
|

Күптән түгел Санкт-Петербург тау университетында тау-геология, нефть һәм газ, энергетик, машина төҙөү һәм металлургия йүнәлеше буйынса белем алған студент һәм аспиранттарҙың XVII Бөтә Рәсәй конференция-конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр рәтендә Күгәрсен районы егете, Башҡорт дәүләт университеты география факультетының 4-се курс студенты Шамил ВӘЛИТОВ та бар. Илдең 42 юғары уҡыу йортонан килгән 260 ҡатнашыусы араһында үҙен лайыҡлы күрһәтеүсе егеттән тәьҫораттары менән бүлешеүен һораныҡ.
|
Уҡырға
25.04.19
|
|
|
ЯҘМЫШТЫ КЕМ БИЛДӘЛӘЙ, ЙОНДОҘҘАРМЫ, ӘЛЛӘ ҮҘЕБЕҘМЕ?
|

Япон яҙыусыһы Рю Муракаминың "Дети из камеры хранения" исемле китабын уҡығанда түбәндәге сюжетҡа тап булдым. Таксист йәш кенә бер ҡыҙҙы эшенән алып ҡайтып бара. Урта йәштәге ирҙең төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгән ауыр осоро була. Ҡапыл иртән радио аша ишеткән йондоҙнамә иҫенә төшә. Эргәһендәге сибәр ҡыҙға йондоҙҙар уға бөгөн бик мөһим осрашыу һәм яҙмышының көтөлмәгән яҡҡа боролоуын вәғәҙә итеүен һөйләй башлай. Хәҙер үк, ошо урында барыһын да үҙгәртеп, һинең менән ер сигенә китергә әҙермен, тип, таксист машина ишеген бикләп, ҡайҙалыр йүгерә. Бер аҙҙан ҡурҡыуға ҡалған ҡыҙ янына килеп, ер сигенә китер өсөн дуҫынан аҡса һорауы, уныһы бирмәгәс, тегене үлтереүе хаҡында хәбәр һала. Уны йондоҙҙарға ышаныу шул рәүешле харап итә.
|
Уҡырға
25.04.19
|
|
|
"ЙӨРӘКТӘГЕ ЯҘМАЛАР" НИ ТУРАҺЫНДА?
|

Күренекле шағир, прозаик, публицист һәм ғалим-энциклопедист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүрҙең "Йөрәктәге яҙмалар" тип исемләнгән мемуарҙарын китап көйө ҡулға алғандар һирәктер әле. Сөнки китаптың донъя күреүенә әле йыл да юҡ. Ә танышып өлгөргәндәр уны ҡабат-ҡабат уҡып сығыр һәм ундағы оло яҙмышлы кешеләр, оло ваҡиғалы заманалар һәм оло тарихлы быуатты эстәлекле, мауыҡтырғыс итеп һүрәтләгән авторҙы күҙ алдына килтерер. Беҙ иһә авторҙы күҙ алдына килтереп кенә ҡалманыҡ, уның үҙен әңгәмәгә саҡырып алдыҡ һәм был һөйләшеүҙе гәзит уҡыусыларыбыҙға ла тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
25.04.19
|
|
|
ДОНЪЯЛА ТИҢЕ БУЛМАҒАН СӘНҒӘТ ӨЛГӨЛӘРЕ ТЫУҘЫРҒАН МИЛЛӘТ ВӘКИЛЕ БЕҘ
|

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәренә ҡулланыусы булараҡ иғтибар артһа ла, бөгөнгө көндә уларҙы йыйыу һәм фәнни яҡтан өйрәнеү эшмәкәрлеге өлкәһендә бушлыҡтар байтаҡ әле. Был биҙәнеү әйберҙәрен һәр кем үҙенсә атап йөрөтә, үҙенсә аңлатма бирә, үҙенсә яһай. Рубриканың бөгөнгө ҡунағы - филолог һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе белгес Азат Салауат улы ҒАРИПОВ уларға тарихи күҙлектән баһа бирә, уларҙың таралыу территорияһын ғына түгел, биҙәүес төрҙәренең айырмалыҡтарын, нимәнән эшләнеүен асыҡлай. Әңгәмәбеҙ - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшкә тағып йөрөтөлә торған биҙәнеү әйберҙәренең үҙенсәлеге тураһында.
|
Уҡырға
25.04.19
|
|
|
ДОНЪЯ ҒАЛИМДАРЫ ЛА ӨФӨ-II ҠАЛАСЫҒЫНЫҢ ЙӘШЕН ТАНЫЙ
|

Беҙҙең гәзит биттәрендә Өфө-II ҡаласығы тарихы тураһында күп яҙылды. Әммә ҡабатлағандан доға иҫкермәй, тиҙәр. Шул ҡараштан сығып, түбәндә Өфө-II ҡаласығы тураһында тарихсы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың ошо тема буйынса аныҡ мәғлүмәттәр менән дөйөмләштерелгән мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
25.04.19
|
|
|
ТЕЛ - ТЕРЕ ШИШМӘ ҮЛМӘҪ, КИЛӘСӘККӘ ЕТКЕРЕРБЕҘ
|

Ошо көндәрҙә баш ҡалала үткән әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһендә - Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында яңғыраған "Ҡурҡмағыҙ, беҙ бергә!" тигән бер һөйләм республикабыҙҙа милли мәғариф мәсьәләләрендә арҡа терәрлек яҡлау, ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ һәм борсоған һорауҙарға яуап бирерлек таяныс барлығына өмөт уятты. Күптән тулышҡан проблемаларҙың хәл ителешен көткәндәрҙә ышаныс уятҡан йыйын һөҙөмтәләре ысынлап та һөйөндөрҙө. Уның барышында ҙур системаның бер юҫыҡта, бер йүнәлештә, дәррәү эшләү барышына шаһит булдыҡ.
|
Уҡырға
25.04.19
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|