Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
ИЛҺӨЙӘРҘӘР БУЛМАҪ ТЕЛҺӨЙӘРЛЕК БУЛМАҺА
|
Арҡауыл Йүрүҙән буйында ултырған боронғо ауылдарҙың береһе, аҫаба башҡорттар төйәге. Ауылдың Габовка тигән урамында элек-электән урыҫтар йәшәне. Хәҙер ҙә улар яңы йорттар һалып, башҡорттар менән дуҫлашып, туғанлашып, аралашып, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы ихтирам итеп йәшәй. Башҡортса һөйләшәләр. Балаларының мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүенә лә ыңғай ҡарашталар.
|
Уҡырға
03.10.17
|
|
|
ТАҒЫ ЛА ТЕЛ ТУРАҺЫНДА
|
Белеүегеҙсә, һуңғы арала мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу буйынса ҡайһы бер сетереклектәр килеп тыуып, эш атай-әсәйҙәрҙән "Балаңды туған телдә уҡытырға ризаһыңмы?" тигән ғаризалар йыйыуға тиклем барып еткәйне.
|
Уҡырға
02.10.17
|
|
|
ҠАРТЛЫҠ КӨНДӘРЕН ХӘСТӘРЛӘҮ БУРЫСЫНА НИСЕК ҠАРАЙҺЫҒЫҘ?
|
Рәмил БАЙМУЛЛИН, хаҡлы ялдағы табип: Ҡартлыҡ - ғүмере бар һәр кемгә лә килә торған ҡотолғоһоҙ осор ул. Бер яҡтан, ошо көнгә еткәнсе йәшәү - үҙе бер бәхет булһа, икенсе яҡтан, кешенең ғүмер байышы уны ошо юҫыҡта һағышлы уйҙарға һалыуы ла тәбиғи. Ғәҙәттә, кеше ҡартлыҡ яҡынлашыуын 50-55 йәштәрҙән айырыуса нығыраҡ тоя башлай. Ә инде пенсияға сыҡҡас, күптәр депрессияға, ауыр кисерештәргә бирелә. Йөрәк, нервылар системаһы ҡуҙғый, йоҡоһоҙлоҡ интектерә, буштан ғына ла ҡан баҫымы күтәрелеүсәнгә әйләнә, быуындар һыҙлай башлай. Олоғая килә, кешенең гормондар системаһы ла һүнә төшә, шунлыҡтан, хис-тойғо өлкәһе, аң кимәле лә үҙгәрештәргә дусар була бара. Тормош юлдашын юғалтып, яңғыҙ ҡартайырға тура килгәндәргә айырыуса ҡыйын була бара.
|
Уҡырға
02.10.17
|
|
|
АҪАБА ХАЛЫҠҠА ИХТИРАМ УНЫҢ ТЕЛЕН ӨЙРӘНЕҮҘӘ ЛӘ САҒЫЛА
|
Ольга ПАНЧИХИНА, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе: Тәү сиратта үҙең йәшәгән ерҙе, аҫаба халыҡты һәм уның мәҙәниәтен, телен ихтирам итергә кәрәк, тигәнгә күптән инанғанмын. Әлбиттә, Рәсәй Федерацияһында бихисап төрлө милләт вәкилдәре йәшәй, Башҡортостан Республикаһында ғына улар йөҙҙән ашыу. Әммә нәҡ Башҡортостанда йәшәүселәргә генә башҡорт телен өйрәнергә уникаль мөмкинлек бирелгән.
|
Уҡырға
02.10.17
|
|
|
ӘСӘЙ БУЛЫУ ИҢ МӨҺИМ ЭШ
|
Бик әүҙем, нәзәкәтле, сибәр актриса ул. Халыҡта уның кеүектәрҙе, ут бөрсәһе, тип йөрөтәләр. Әле генә киноға төшөп йөрөй, бер ҡараһаң, театрҙа матур геройҙары менән һоҡландыра. Стәрлетамаҡ театрының популяр телевизион проекты - "Күңелле йәшәйбеҙ"ҙең халыҡсан юморға ҡоролған сюжеттарын яҙыуға ла уның "ҡулы" тейеп өлгөрә. Башҡорт йәмәғәтселегендә булған һәр ваҡиғаға үҙенең нигеҙле фекере бар. Рубриканың бөгөнгө ҡунағы - Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт театры артисы Зиләрә ЮЛТАЕВА һорауҙарыбыҙға яуап бирә.
|
Уҡырға
25.09.17
|
|
|
ЙӘМҒИӘТЕБЕҘ НИНДӘЙ - МАТБУҒАТЫБЫҘ ШУНДАЙ
|
Филология фәндәре докторы, профессор, шағир, әҙәби тәнҡитсе Фәнил Тимерйән улы КҮЗБӘКОВ менән бөгөнгө журналистикалағы ҡайһы бер сетерекле хәлдәр, бәхәсле мәсьәләләр тураһында әңгәмәләшәбеҙ.
|
Уҡырға
25.09.17
|
|
|
САЛАУАТЫБЫҘ БАРЫҺЫНАН БИГЕРӘК ҒӘҘЕЛЛЕК ӨСӨН КӨРӘШКӘН
|
Йәй айҙарында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һуңғы төйәге булған Эстонияның Палдиски ҡалаһында батырҙың һәйкәле яңыртылды. Был эштәрҙең уртаһында ҡайнаған зыялыларҙың береһе - Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры Ғәле Фәйзрахман улы ВӘЛИУЛЛИН үҙ тәьҫораттары менән бүлеште.
|
Уҡырға
25.09.17
|
|
|
СИТ ИЛДӘ ЙӘШӘП ТӘ БАШҠОРТСА ӨЙРӘНЕП БУЛА
|
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн яңы уҡыу йылына Башҡорт телен дистанцион өйрәнеү халыҡ-ара системаһы булдырҙы. Был турала юғары уҡыу йортоноң "Башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы" кафедраһы мөдире Сәлимә Таһированан тулыраҡ мәғлүмәт алдыҡ.
|
Уҡырға
25.09.17
|
|
|
|
БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘ НЫҒЫРАҠ ТАРТЫЛАМ
|
Бөгөнгө ҡунағыбыҙ, Ырымбур егете Вячеслав Чернев, донъялағы 9 телде юғары кимәлдә белә, 30 телдә иркен аралаша ала. Әле ул Варшава университетының төрки телдәр кафедраһында докторантурала уҡый. Урындағы халыҡ уларҙың телен һыу кеүек эскән егеттең Рәсәйҙә тыуып үҫкәненә ышанмай, поляк тип уйлай, имеш. Хәйер, уның башҡортса һөйләшеү кимәле лә һәр башҡорттоң танауына сиртерлек. Ул тап-таҙа, бер ниндәй урыҫ һүҙе ҡушмай һөйләшә башҡортса. Шулай итеп, бөгөн беҙ ысын мәғәнәһендә полиглот Вячеслав ЧЕРНЕВ менән әңгәмәләшәбеҙ.
|
Уҡырға
25.09.17
|
|
|
РӘИС ВӘҒИЗОВ ЙЫРЛАЙ!
|
Уны тамашасы "Яратам", "Юлдар саҡыра", "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа", "Һиңә барам", "Үҙ яғыма ҡайтһам" йырҙары аша яҡшы белә. Үҙенсәлекле моң эйәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәис ВӘҒИЗОВ көҙ миҙгелендә 75 йәшлек юбилейын ҡаршылай.
|
Уҡырға
18.09.17
|
|
|
"ТУҒАНЛЫҠ" ФЕСТИВАЛЕНЕҢ БӘЙГЕ ТҮГЕЛ, БЕРҘӘМЛЕК РУХЫНДА ҮТЕҮЕ ҠИММӘТ
|
Өфөлә "Туғанлыҡ" Төрки телле театрҙарҙың VI халыҡ-ара фестивале үҙенең еңеүселәрен билдәләне. Баш ҡалала бер аҙна дауамында хакимлыҡ иткән үҙенсәлекле мәҙәни сара ваҡытында тамашасылар Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, шулай уҡ Ҡабарҙы-Балҡар, Хакасия, Сыуашстан, Дағстан, Татарстан һәм Башҡортостандың алдынғы театрҙары менән таныша алды.
|
Уҡырға
18.09.17
|
|
|
АТ - МИНЕҢ ӨСӨН МАЛ ТҮГЕЛ, УЛ ДУҪ, ҒАИЛӘ АҒЗАҺЫ, КОЛЛЕГА
|
Төрки халыҡтарҙың барыһында ла тигәндәй ат культы бар. Был хайуан образ кимәленә күтәрелеп, уларҙың ауыҙ-тел ижадын, риүәйәттәрен, мифологик ҡомартҡыларын, тарихтарын биҙәп килә. Йылҡының тәү килеп сығышын һәр халыҡ үҙенсә дәлилләй. Мәҫәлән, беҙҙең тәүге йылҡылар Йылҡысыҡҡан күленән күтәрелә. Уларҙы ҡанатлы толпар Аҡбуҙат эйәртеп алып сыға. Төркмәндәрҙә тәүге ат шулай уҡ ҡанатлы була һәм ул диңгеҙҙән сыға. Ғәрәптәрҙә тәүге атты Аллаһы Тәғәлә донъяға ярата ла: "Һинең менән был донъяла бер хайуан да сағыша алмаясаҡ, сөнки был ерҙең бар байлыҡтары һинең ике күҙ араңда ятасаҡ. Ҡайҙа ла бәхетле булырһың, ҡайҙа ла һине яратырҙар, сөнки һиндә был донъя хужаһының һөйөүе ята", - тип әйтә, имеш.
Ҡасандыр ир-егеттең, ир-егеттең генә түгел, һәр башҡорттоң ғаилә ағзаһылай булған йылҡы малы бер арауыҡ йылдар артыҡ ныҡ кәметелеп, хатта күҙ алдынан юғалып торғандай булды. Ярай әле, бәхеткә күрә, һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың үҙ асылына йөҙ бороуы уңайынанмы, ауылдарҙа йылҡы һаны артты. Бөгөн инде фермерлыҡ әүҙемләшеп, өйөр-өйөр йылҡы үрсеткән, тиҫтәләп мал тотоп, ҡымыҙ менән сауҙа иткәндәр пәйҙә булды. Эйе, беҙ әле был малды ҡабаттан өйрәнеп, уға ҡабаттан яҡынайырға, ышанысын яуларға тырышып ятабыҙ. Тик һаман да уға бары тик мал итеп кенә ҡарайбыҙ. Ә бит, асылда, ат башҡорт өсөн мал ғына булмаған. Ат менән кеше араһындағы бәйләнеш күпкә тәрәнерәк, көслөрәк һәм мөғжизәлерәк булған. Һәм тап бына ошо ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап табыу өсөн беҙ һөйләшеүгә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, тәүге башҡорт циркындағы джигитовкаға нигеҙ һалыусы Миҙхәт Сәйфулла улы СОЛТАНГӘРӘЕВты саҡырҙыҡ.
|
Уҡырға
18.09.17
|
|
|
ТӘҮГЕ ТАЛАП ТУҒАН ТЕЛДӘ АРАЛАШЫУҒА ЮЛ АСЫУ БУЛҒАН
|
Тел - кешелектең, барса халыҡтың ҡиммәтле ҡомартҡыһы ла, халыҡ мәҙәниәтенең меңйыллыҡ тәжрибә һандығы ла. Тел тураһында хәстәрлек, уны һаҡлау һәм үҫтереү - был теге йәки был этник төркөмдөң милли үҙаңын билдәләүсе үҙенсәлекле лакмус ҡағыҙы. Әйтелгәндәрҙе дәлилләү өсөн Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт берекмәләренең Үҙәк дәүләт архивында һаҡланған бер нисә документ килтерәм.
|
Уҡырға
18.09.17
|
|
|
ИР УҠЫТЫУСЫЛАРҘЫ ДИНОЗАВРҘАРҒА ТИҢЛӘМӘЙЕКСЕ ӘЛЕ
|
Гәзиттең үткән 36-сы һанында "Әйт, тиһәгеҙ…" рубрикаһында баҫылған һөйләшеүҙе дауам итәйек әле. Бөгөн "уҡытыусы" һүҙен ишетһәң, күҙ алдында иң элек ҡатын-ҡыҙ образы пәйҙә була. Ә беренсе уҡытыусының ир-ат затынан булыу мөмкинлеге хатта уйға ла килмәй. Ысынлап та, беҙҙең мәктәптәребеҙҙә әле лә эшләп йөрөгән ир уҡытыусыларҙы динозаврҙарға ғына тиңләп булалыр. Мин бына ошо хәл менән бер нисек тә килешмәйем.
|
Уҡырға
18.09.17
|
|
|
УРЫҪ АТАЙЫМ БАШҠОРТ ӘСӘЙЕМДЕҢ ТЕЛЕН ЯРАТЫРҒА ӨЙРӘТТЕ
|
Башҡорт теле - минең әсә телем, уны мин бишектән ишетеп, белеп, яратып, һөйләшеп үҫтем. Хәҙерге йәштәр, урыҫ милләтле кеше нисек башҡорт телендә һөйләшеп үҫкән ул, тип аптырар ҙа кеүек. Дөрөҫөн әйткәндә, минең башҡорт әсәйемдең телен дә, урыҫ атайымдың телен дә берҙәй хөрмәт итеп, ике телде лә яҡшы белеп үҫеүем атайымдың ҡаҙанышы. Ул үҙе башҡорттарҙы, башҡорт мәҙәниәтен бик ныҡ хөрмәт иткән кеше булараҡ, әсәйемә: "Балаларҙың теле башҡорт телендә асылһын, рус телен һуңынан да өйрәнерҙәр", - тип, беҙгә әсә телендә һөйләшеү мөмкинлеген биргән. Ҡала балаһы булһам да, өйҙә гел башҡортса һөйләшеп үҫтем, атайым да телде беҙҙең менән бергә өйрәнде. Өләсәйем килһә, ул русса белмәгәс, гел башҡорт телендә аралаша торғайныҡ. Шуға ла башҡорт телен өйрәтеп, башҡорт мәҙәниәте донъяһына ылыҡтырып, уға һөйөү тәрбиәләп үҫтергән атай-әсәйемә бик рәхмәтлемен.
|
Уҡырға
18.09.17
|
|
|
ТУҒАНДАР ОСРАШТЫ
|
Өфөлә "Туғанлыҡ" VI Төрки телле театрҙарҙың халыҡ-ара фестивале асылды. Ҡунаҡтар милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Артабан мәҙәни сара М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда дауам итте. Ҡунаҡтар өсөн Театр урамында, театр алдындағы майҙанда матур тамаша ойошторолдо.
|
Уҡырға
11.09.17
|
|
|
БӨРЙӘН БАЛЫ ТАҒЫ ДАНЛАНДЫ
|
Алғыштарға күмелде Бөрйән балы, балҡыштарға сумды Арғыҙма - шаулап үтте, гөрләп үтте өсөнсө Халыҡ-ара "Бөрйән балы - башҡорт даны!" этнофестивале. Иртә менән Бал байрамы үтәсәк Арғыҙма яланы күс айырған умартаны хәтерләтте: кеме тирмәһендә һуңғы эштәрен барлай, кеме ҡортсолар төйәк иткән урында бал һайлай, кеме ярыштарға әҙерләнә, кеме көҙгө сыуаҡ иртәнең хозурлығын татып кинәнә.
|
Уҡырға
11.09.17
|
|
|
АУЫРЫҒЫҢ КИЛМӘЙМЕ? БАШҠОРТ МИЛЛИ РИЗЫҠТАРЫ МЕНӘН ТУҠЛАН!
|
Хәҙерге фәнни медицинаның тамырҙары күп быуатлыҡ халыҡ тәжрибәһенә барып тоташа. Ошо ғилем сығанағынан рәсми медицинаға нигеҙ һалыусы Гиппократ, Гален, Әбүғалисина (Ибн Сина) һ.б. белем эстәй. Минераль сығанаҡтар, батҡаҡ менән дауалау, термаль газдар һәм быу, ҡымыҙ, дарыу үләндәре урындағы халыҡ тарафынан быуаттар буйы ҡулланыла. Тәҡдим ителгән мәҡәләлә ошо хаҡта һүҙ алып барыласаҡ.
|
Уҡырға
11.09.17
|
|
|
БАРЫҺЫ ЛА ҮҘЕБЕҘҘӘН ТОРА
|
Мин күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Атайым Бөйөк Ватан һуғышында, Башҡорт кавалерия дивизияһы составында оҙон яу юлы үткән кеше ине. Һуғыштан ҡайтҡас, ғүмере буйы урман ҡырҡыу эштәре менән мәшғүл булды, әсәйем менән күпләп мал-тыуар аҫырап, матур итеп донъя көттөләр. Тәртипле, белемле балалар тәрбиәләү - уларҙың төп бурысы ине.
|
Уҡырға
11.09.17
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.
(А. Жид).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|