КӨНӨНӘ ИКЕ МЕҢ КЕШЕ...
эсеп үлә
Упҡын шул тиклем тәрән, уға олатайҙар ҙа, атайҙар ҙа, ейәндәр ҙә ҡолай: медицина фәндәре докторы, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Психиатрия фәнни-тикшеренеү институтының Мәскәү бүлексәһе етәксеһе А. В. Немцов мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә, алкоголгә һәм уға бәйле башҡа сәбәптәр арҡаһында көн һайын 2 мең самаһы кеше үлә!
Оҙаҡ ваҡыттар алкоголь проблемаһы менән шөғөлләнеп, беҙ шуға тағы ла нығыраҡ инанабыҙ: халҡыбыҙҙы ялмап алған эскелек үҙенән-үҙе килмәгән, ул яһалма рәүештә индерелгән. Бөгөн иһә йәмғиәтебеҙ ломехуза ҡорттары ингән ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Улар тураһында Г. Шовен үҙенең "От пчелы до гориллы" тип аталған китабында бына нимә тип яҙа: "Ломехузалар ҡырмыҫҡа иләүенә инеп, йомортҡа һала, ә бер нимә уйламаған ҡырмыҫҡалар сит тоҡомдо туйындыра бирә. Шул арала аппетиты шәп ҡарышлауыҡ үҙенең хужаларын да ашай башлай. Уңайы тура килгәндә, улар ҡырмыҫҡа ҡарышлауыҡтарын да ашап ҡуя. Әммә хужалар уларҙы ҡыумай, сөнки ломехуза һәр саҡ артҡы аяғын күтәреп, трихомаларын - ҡырмыҫҡа ҡомһоҙланып ялаған еүеш төксәләрен сығарырға әҙер генә тора. Ҡырмыҫҡалар бер хәсрәтһеҙ төксәләр бүлеп сығарған наркотик шыйыҡсаны эсә. Трихомаларҙың бүлендегенә өйрәнеп, эшсе ҡырмыҫҡалар үҙҙәрен генә түгел, тотош иләүҙе үлемгә дусар итә. Улар үҙҙәренең бәләкәй генә донъяһы, үлгәнсе бил бөгөүҙе талап иткән меңәрләгән эше тураһында бөтөнләй онота; улар өсөн үлемгә илтеүсе һәм бурыс хаҡында оноторға мәжбүр итеүсе ҡәһәрле трихомаларҙан башҡа бер нәмә лә юҡ. Тиҙҙән ҡырмыҫҡалар үҙҙәренең ер аҫты галереяһы буйлап хәрәкәт итә алмай башлай: яҡшылап туҡландырылмаған ҡарышлауыҡтары ғәрип ҡырмыҫҡалар булып үҫә. Бер аҙ ваҡыттан һуң иләү бөтөнләй көсһөҙләнә һәм юҡҡа сыға, ә ломехуза ҡорттары яңы ҡорбан эҙләп, күрше иләүгә юллана..."
Кешелек йәмғиәтендәге бындай "ҡорттар" хеҙмәтте бүлешеп башҡара: берәүҙәр наркотик шыйыҡса менән тәьмин итә, икенселәр үҙ ҡарамағында булған матбуғат, телевидение һәм башҡа киң мәғлүмәт сараларын файҙаланып, хеҙмәт һөйөүсән "ҡырмыҫҡа"ларҙы идеологик яҡтан эшкәртә, өсөнсөләр... туҡтауһыҙ байрамдар уйлап сығара. Тағы ла эсергә, эсергә, эсергә... Шулай итеп, бик күптәрҙә алкоголгә психик һәм психологик бәйлелек барлыҡҡа килә, уларҙың күптәре алкоголь ҡулланыу һөҙөмтәһендә һәләк була, төрмәгә эләгә, эшен, ғаиләһен, матур атын юғалта... "Байрамдарҙы мин һуғыш көткән, ҡара болот ябырылған кеүек ҡаршылайым, - тип яҙа беҙгә республиканың ябай бер ауыл кешеһе. - Бер генә байрам да үлемһеҙ тамамланмай. Байрамдарҙа кемделер үлем көтә. Миңә байрамдар ҡурҡыныс бер нәмә кеүек тойола. Эш көндәрендә кешеләр эшләй һәм ял итә, байрамдарҙа уларҙың күпселеге йыртҡыс хайуанға әйләнә".
Эскелектең ҡот осҡос эҙемтәләрен йөрәге аша үткәргән айыҡ кешеләр төркөмө Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевҡа үҫеп килеүсе быуынды, генетик ҡеүәтте һаҡлап ҡалыу хаҡына үҙебеҙҙең төбәктең алкоголгә ҡаршы закондарын ҡабул итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Беҙ, "Айыҡ Башҡортостан" төбәк йәмәғәт ойошмаһы ла, уларҙың үтенесенә ҡушылабыҙ һәм теләктәшлек белдереп, үҙебеҙҙең түбәндәге тәҡдимдәребеҙҙе еткерәбеҙ:
1. Алкоголь һатыу тураһындағы урындағы ҡануниәткә төҙәтеүҙәр индергәндә, уларға ярашлы, урындағы депутаттар йәки граждандар сходы үҙҙәре йәшәгән ауыл территорияһында алкоголь һатыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул итә аласаҡ. Бындай төҙәтеү 2012 йылдан Силәбе өлкәһендә, Тыва Республикаһында, Саха-Яҡут Республикаһында (37 ауыл советы референдум үткәреп, үҙҙәрендә алкоголь һатыуҙы тыя), 2013 йылдан Приморье крайында ғәмәлдә.
2. Башҡортостан Республикаһында алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыуҙы киске сәғәт 7-нән иртәнге сәғәт 11-гә тиклем туҡтатырға. Бындай төҙәтеү Рәсәйҙең 40 төбәгендә ғәмәлдә: Әстерхан, Санкт-Петербург, Чечняла сәғәт көндөҙгө икенән дүрткә тиклем, Яҡутстанда көндөҙгө сәғәт икенән киске етегә тиклем һ.б.
3. Башҡортостан Республикаһы территорияһында мәктәптәрҙә сығарылыш тантаналары булғанда; 23 февралдә, 8 Мартта, 1 Майҙа, 9 Майҙа, 1 июндә, 12 июндә, 27 июндә, Ҡала көнөндә, 1 сентябрҙә, 4 ноябрҙә алкоголде ваҡлап һатыуҙы тыйырға. Бындай төҙәтеүҙәр Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу төбәгендә ғәмәлдә: Чечняла, Сыуашстанда, Липецк өлкәһендә, Яҡутстанда, Пермь крайында һ.б.
4. Талиптар ятаҡтары урынлашҡан биналарҙа, улар эргәһендәге 500 метр радиустағы территорияла, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа урынлашҡан сауҙа объекттарында алкоголь продукцияһын һатыуҙы тыйырға. Бындай төҙәтеү Рәсәйҙең 10 төбәгендә ғәмәлдә: Пермь крайында, Яҡутстанда, Владимир өлкәһендә һ.б.).
5. Башҡортостан Республикаһында етештерелгән һәм ситтән индерелгән алкоголь продукцияһының сауҙа маркаларындағы атамаларҙа һәм график образдарҙа милли һәм мәҙәни мотивтарҙы ҡулланыуҙы тыйырға.
Башҡортостан ауыл-ҡалаларының йәмәғәт урындарын тәүлек әйләнәһенә спиртлы эсемлектәр, һыра һатыусы киоскылар, магазиндар баҫҡан. Был үҙе үк геноцид сәйәсәтенең бер өлөшө булып тормаймы ни? Шул рәүешле халҡыбыҙҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре аяҡ аҫтына һалып тапалмаймы, халыҡты һаҡлап тороусы йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ емерелмәйме? Ни өсөн һеҙ, балалыҡ һәм йәштәр мәсьәләләре менән шөғөлләнеүселәр, өндәшмәйһегеҙ? Ата-әсәләр, өләсәйҙәр, олатайҙар, ниңә һеҙҙең тауышығыҙ ишетелмәй? Нимә көтәбеҙ? Нимәгә өмөтләнәбеҙ?
Беҙҙең хатта көрәш яланында яңғыҙ ҡалғанда ла ҡул ҡаушарып ултырырға хоҡуғыбыҙ юҡ. Атай-олатайҙар хаҡындағы хәтер һәм балаларыбыҙҙың киләсәге тураһындағы уйҙар беҙҙе бергә тупларға тейеш!
Баймаҡ, Баҡалы, Йылайыр райондарынан 1000-гә яҡын кеше БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай етәкселеге исеменә алкоголгә ҡаршы закон ҡабул итеүҙе һорап, коллектив мөрәжәғәт ебәрҙе. Улар өлгөһөнә ҡушылайыҡ.
Марат АБДУЛЛИН,
Роберт ДӘҮЛӘТШИН,
Ринат ЗӘЙНУЛЛИН,
"Айыҡ Башҡортостан" төбәк йәмәғәт хәрәкәте етәкселәре.
КИРЕ СЫҒЫРҒА