«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
эшлеклеләр ҡоро
+  - 

ЙӨҘ САҠРЫМ ҮТӘМ, ТИҺӘҢ...
тәүге аҙымды эшләргә ҡурҡма

Марсель БИКМӘТОВ Һәр кем үҙенә аҡса һуғып алырға мөмкинме? Юҡ, тиер күптәр, ләкин бер генә кеше был һорауға ыңғай яуап ҡайтарыр. Ул - республикала берҙән-бер тимер "аҡса һуғыу заводы" хужаһы - Марсель БИКМӘТОВ. Ғәҙәти булмаған эшҡыуарлыҡ алып барыусы менән әңгәмәбеҙ был өлкәнең үҙенсәлектәре, эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре тураһында.

"Аҡса һуғыу" идеяһы

Күптәр үҙенең буласаҡ һөнәре тураһында мәктәп эскәмйәһендә үк уйлай башлай. Ваҡыт үтеү менән теге йәки был һөнәргә өҫтөнлөк бирә, ә мин бер ҡасан да был хаҡта уйламаным һәм, нәҡ ошо юлдан китәсәкмен, тип, алдыма аныҡ маҡсаттар ҡуйманым. Әлеге ваҡыттағы шөғөлөмә оҙайлы юлдар үтеп килдем. "Аҡса һуға" башлағанға тиклем төҙөлөштә эшләнем, аяҡ кейеме һаттым, жалюзи йыйҙым, таксила йөрөнөм, сауҙа вәкиле булдым. Ләкин уларҙың береһе лә мине ҡәнәғәтләндермәне, шуға күрә үҙ эшемде асырға ҡарар иттем. Эшмәкәрлегемде сувенир автоматтар урынлаштырыуҙан башларға уйлағайным, тик интернет селтәрендә тимер аҡса һуғыу идеяһын уҡығас, нәҡ ошо өлкәлә үҙемде һынап ҡарарға булдым. Һәр эшҡыуарлыҡтың нигеҙендә фекер ята. Һәм ул йә оҡшай, йә оҡшамай. Был идея күңелемә ятты һәм оҙаҡҡа һуҙмай, эште башлап та ебәрҙем. Ноябрь аҙағында аҡса һуғыу технологияһы хаҡында уҡыным, ошо йүнәлештә эшләгән кешеләр менән бәйләнешкә инеп, ҡорамал эшләтеүгә заказ бирҙем. Ҡорамалдың Яңы йыл алдынан ғына килеп етеүе эште был осорҙа иң күп кеше йыйылған урында, ҡаланың төп шыршы ҡуйылған майҙанында башлау мөмкинлеген бирҙе. Ҡорамалымды (ул түмәрҙән, махсус ҡыҫҡыстан, сүкештән һәм һандалдан тора) тотоп, Ленин майҙанына барыуым булды, тәүге клиенттарым да оҙаҡ көттөрмәне. Уларҙың үҙҙәре һуҡҡан сувенир аҡсаны ҡулдарына алып шатланыуын күреү, рәхмәт һүҙҙәре ишетеү дөрөҫ юлдан барыуыма ишаралағандай булды.

Мин әлегә берҙән-бермен

Тәүге эш көнөмдән ҡанатланып, ҙур пландар ҡороп ҡайттым һәм уны яйлап тормошҡа ашыра башланым. Әлеге ваҡытта ла эшмәкәрлегем үҫеү һәм киңәйеү юлында: иҫтәлекле тимер аҡсалар коллекцияһы әленән-әле тулыланып тора. Төрлө йондоҙлоҡ билдәләрен һүрәтләгән, юбилей даталарына, туй мәжлестәренә махсус рәүештә заказ биреп эшләнгән сувенир тимер аҡсалар менән бер рәттән, Өфөнөң төрлө иҫтәлекле урындарын сағылдырғандары ла бар. Өфөлөләр һәм ҡунаҡтар үҙҙәренә Салауат Юлаев һәйкәле, Ләлә-Тюльпан мәсете, Дуҫлыҡ монументы, Өфө гербы һәм башҡа төрлө урындар төшөрөлгән сувенир тимер аҡса һуғып алырға мөмкин. Был бәләкәй, әммә иҫтәлекле сувенир һәр саҡ уларға гүзәл ҡала - Өфө хаҡында хәтерләтеп торасаҡ.
Үҙемдең ошондай эшмәкәрлек алып барыусы берҙән-бер кеше икәнлегемде аңлау миңә көс бирә, дәрт өҫтәй, илһамландыра. Ә кешеләр менән тығыҙ аралашыу, һәр саҡ ниндәйҙер байрам, иҫтәлекле ваҡиға уртаһында ҡайнау тулы ҡанлы тормош менән йәшәүгә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ шөғөлөм бихисап дуҫтар барлыҡҡа килтереүе менән дә күңелемә яҡын.

Уңышлы эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре

Үҙемдең эште асҡас, тәү сиратта, минең фекерләүем, донъяға ҡарашым үҙгәрҙе, яуаплылыҡ тойғоһо артты. Мин бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа һәм тәүәккәл, ҡыйыу булырға кәрәклеген аңланым. Әгәр ҙә күңелеңә яҡын, үҙеңә оҡшаған бер өлкәне үҙләштерергә ниәт итһәң, башлап китеүе лә ҙур ауырлыҡтар тыуҙырмай, сөнки һинең алда үҙ эшеңде асыу һәм уны уңышлы, килемле итеү маҡсаты тора. Ҡайһы берәүҙәрҙең үҙ эшен асырға теләге булып та, ниндәйҙер ҡыйынлыҡтарға һылтаныуына, төрлө сәбәптәр табып, быны кисектерә килеүенә, оҙон-оҙаҡ уйҙарға бирелеп, хыялын тормошҡа ашыра башлауға үҙе үк кәртәләр ҡороуына аптырайым. Кем эшләргә теләй - ҡыбырлай, сараһын эҙләй, яңылыша, ләкин ҡул һелтәмәй, ә яңынан башлай һәм, ахыр сиктә, үҙенең теләгенә өлгәшә. Хата яһауҙан ҡурҡырға ярамай, сөнки уларҙың һәр береһе кешене нимәгәлер өйрәтә. Эшҡыуарлыҡта уңышҡа өлгәшеү өсөн күп һәм ныҡышмалы эшләргә кәрәк, сөнки өйҙә телевизор пульты тотоп, диванда ятыуҙан билдәлелек тә, байлыҡ та килмәйәсәк. Йөҙәр саҡрымға һуҙылған юлды үтеү өсөн тәүге аҙымды эшләү мөһим. Эшҡыуарлыҡта ла шулай. Күп осраҡта ошо аҙымды эшләргә ҡурҡыу йәки аҙаҡҡа ҡалдыра килеү - уңышһыҙлыҡтың башы. Һәр саҡ нимәгәлер өйрәнеү, эҙләнеү, камиллашыу юлында булырға кәрәк. Һәр көн, һәр ваҡиға, һәр осраған кеше, аңлай һәм күрә белгәндә, нимәгәлер өйрәтә.
Эшҡыуарлыҡ үҙеңдең көсөңә, һиҙемләү тойғоһона ышаныуҙы, физик яҡтан ғына түгел, ә психологик йәһәттән дә көслө булыуҙы талап иткән өлкә. Ошоларға әҙер булған кеше генә был өлкәлә үҙ урынын табасаҡ. Еңел юл эҙләгәндәргә, алдаҡ һәм мутлашыу менән юғарыға үрләргә теләгәндәргә "эшҡыуарлыҡ" карабында урын юҡ. Шулай уҡ эшлекле партнерҙар һәм клиенттар менән ғәҙел һәм эскерһеҙ булырға кәрәк, сөнки бер тапҡыр алданған кеше башҡа бер ҡасан да һинең хеҙмәттәрең менән ҡулланмаясаҡ. Эшҡыуарға, шулай уҡ, алдан күрә белеү тойғоһо ла ят булмаҫҡа тейеш, сөнки йәмғиәттең һинең эшмәкәрлектән нимә көткәнен аңлап, шуны тиҙ үк ғәмәлгә ашыра белеү - даландың яртыһы. Үҙ эшеңде ихлас яратып һәм бар күңелеңде биреп башҡарыу мөһим. Ошо, тәү ҡарашҡа, барыһына ла билдәле, ләкин күптәр тарафынан онотолған сифаттарҙы үҙ иткәндә - ниәттәрең тормошҡа ашып, күңелең теләгәнгә өлгәшәсәкһең.

Туризм - эшҡыуарлыҡҡа ҙур этәргес

Эшмәкәрлегем туризм менән тығыҙ бәйле булғанға күрә, был өлкәгә федераль кимәлдә лә, республикала ла иғтибарҙың артыуы шатландыра. Башҡортостан был йәһәттән уникаль төбәк, сөнки беҙҙә потенциаль туристы ҡыҙыҡһындырыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Йәйәү сәйәхәт итергә яратыусылар ҙа, транспортта гиҙеүҙе үҙ итеүселәр ҙә, һыу аҫтын өйрәнергә теләүселәр ҙә, мәмерйәләрҙең серле донъяһын аңларға тырышыусылар ҙа - барыһы ла үҙенең күңеленә ятҡан ял итеү ысулын табасаҡ. Сәйәхәт итеү - яңы урындарҙы күреү, яңы кешеләр менән аралашыу ысулы. Башҡортостанға килеүсе һәр кеше матур тәбиғәт ҡосағында ял итеү менән бер рәттән, урындағы алсаҡ, йомарт, ҡунаҡсыл халыҡ менән осрашып, үҙенә онотолмаҫ ял минуттары бүләк итәсәк. Шулай уҡ баш ҡалабыҙҙа ла ҡунаҡтарға күрһәтер урындар күп, сөнки Өфө Рәсәйҙең мәҙәни, эшлекле, тарихи урындарға бай миллионлы ҡалаларының береһе. Күп ерҙә булғаным бар, ләкин һәр саҡ ашҡынып, талпынып Өфөгә ҡайтам, сөнки бындағы кеүек ыңғай энергетика бер ҡайҙа ла юҡ. Шуға күрә, беҙҙең республикала бер тапҡыр булған кеше тағы ла килергә атлығып торасаҡ. Ә беҙ, төрлө өлкәлә эшләүсе эшҡыуарҙар, үҙ сиратыбыҙҙа уларҙың хәтерендә Өфө, Башҡортостан тураһында тик матур хәтирәләр генә һаҡланһын өсөн тырышасаҡбыҙ.

Гөлназ САФУАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.04.14 | Ҡаралған: 1732

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru