САЛАУАТ ЮЛАЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ ПОЛК
Полктың хәрби юлы
Хәрби әҙерлек тамамланғандан һуң, майор Кривенцов етәкселегендә полк 1-се Украина фронтына йүнәлтелә. 1943 йылдың 1 декабрендә ул хәрби хәрәкәттәр барған урынға килеп етә. Полк беренсе тапҡыр алышҡа 6 декабрҙә инә. Бәрелеш ҡаты була, ауыр яуҙарҙан хәрби часть еңеүсе булып сыға, дошман ғәскәрҙәренең танк атакаһын кире ҡаға. Яу барышында 48 фашист танкы, 300 немец һалдаты һәм офицеры юҡ ителә. Был ҙур уңыш була. Шулай ҙа полк та тиҙ генә тулыландырып булмаған юғалтыуҙар кисерә. 580 кешенең 24-е үлә, 35-е яралана, 123-е хәбәрһеҙ юғала. Яуҙан һуң полк комплектация үтеү өсөн һуғыш барған райондан сығарылып, Тамбов ҡалаһына тылға ебәрелә. 1944 йылдың февралендә полк составы офицер, сержант һәм һалдаттар менән тулылана. Шулай уҡ кәрәкле транспорт һәм ҡорал менән тәьмин ителә. Бынан һуң Житомир ҡалаһына күсерелә һәм йәйгә тиклем дауам иткән хәрби әҙерлек осоро башлана.
Яуға полк 1944 йылдың йәй уртаһында әҙер була. 16 июлдә 37-се айырым танктарҙы юҡ итеү артиллерия бригадаһы составында Житомир-Луцы маршруты буйынса марш эшләп, Лаврува районында урынлаша һәм 1-се гвардия танк армияһына беркетелә. М.Е. Катуков етәкселегендәге танк армияһы 1-се Украина фронты составында дошмандың "Төньяҡ Украина" армиялар төркөмөнә ҡаршы алыш алып бара. Шулай итеп, полк икенсе тапҡыр хәрби хәрәкәттәр барған районға эләгә.
25 июлдә хәрби часть, 46-сы гвардия танк бригадаһы менән берлектә, Родымино районы янында Сан йылғаһын кисә. Дошмандың контратакаһын кире ҡағып, транспорттың һәм кешеләрҙең йылға аша сығыуын тәьмин итә. Был яуҙы полк уңышлы үтә. Дошмандың танктары, үҙйөрөшлө артиллерия ҡулланмалары, танктарға ҡаршы орудиелары, пулеметтары, миномет батареялары юҡ ителә, шулай уҡ фашистар 170 һалдатын һәм сержантын юғалта. Салауат Юлаев исемендәге полк үҙе юғалтыуҙар кисермәй. Уңышлы яуҙан һуң, 27-28 июлдә, хәрби часть 11-се гвардия танк корпусы составында Перемышль-Сандомур йүнәлешендә рейд эшләй һәм 31 июлдән 1 авгусҡа ҡарай төндә Копшевница районында 40-сы танк бригадаһы составында Висла йылғаһын кисә. 1-4 августа сираттағы алышҡа инә. Был бәрелеш ваҡытында полк дошмандың ике борамын, 2 үҙйөрөшлө орудиеһын, 2 күҙәтеү пунктын һәм башҡа күп транспортты юҡ итә. 300 һалдат һәм офицер юҡ ителә һәм яралана. Полктың үҙ юғалтыуҙары 8 кеше була.
Ошонан һуң полк тағы ла бер нисә рейдта ҡатнаша. Көнбайыш Украинаны һәм Польшаны азат итеүсе ғәскәрҙәр сафында була. Лопота ауылы янындағы алыштарҙа көсөргәнешле һуғыштан һуң полк күп юғалтыуҙар кисерә. Кеше һәм ҡоралдарға ихтыяж кисерә. Ҡабаттан тулыландырыу талап ителә. Был юлы тулыланыу өсөн улар тылға ебәрелмәй, хәрби шарттар талап итеүенсә, фронттың алғы һыҙығында Богория районында ҡала. Хәрби состав тулыланғандан һуң, 1944 йылдың 15 сентябрендә, полк Богория-Красно маршруты буйынса марш яһай. Оҙаҡламай Поляна ауылы янында алыштарға инә һәм дошманды ҡыйрата. Фашистарҙың 6 танкын, 2 танкты юҡ итеү орудиеһын, 800-ҙән ашыу һалдат-офицерын юҡ итә.
Һуңынан полк Сандомир плацдармында артиллерия һөжүмендә ҡатнаша. 52-се армия составында сигенгән фашист көстәрен Хмельник, Енджеюв, Кружлев, Жутно, Родомско, Вжесня ҡалаларынан ҡыуа. 19 ғинуарҙа полк дошманды эҙәрлекләп, Одер ярҙарына килеп етә. Бреслау ҡалаһын уратып ала, Кант ҡалаһы янында дошман ғәскәрҙәрен тар-мар итә. 1945 йылдың 7 майында башҡа совет ғәскәрҙәре менән берлектә Штригау ҡалаһын яулауҙа ҡатнаша. 8-10 май көндәрендә немецтарҙың һуңғы ҡаршылыҡ көстәренә ҡаршы һуғыш алып бара. 1945 йылдың 13 майында полк хәрби хәрәкәттәр барған райондан сығарыла һәм Чехословакияның Трутенау ҡалаһында урынлаштырыла.
Үҙенең хәрби юлында полк 79 танкты, 13 үҙйөрөшлө орудиены, 38 танкҡа ҡаршы орудиены, 11 миномет батареяһын, 22 пулеметты, 4 күҙәтеү пунктын һәм бик күп дошман транспортын, һалдаттарын юҡ итә. Хәрби часть яуҙар менән 2154 километр ер үтә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн күп һалдат һәм офицерҙар орден-миҙалдар менән наградалана.
Йомғаҡлау һүҙе урынына
Салауат Юлаев исемендәге 1292-се танктарға ҡаршы Башҡорт истребитель артиллерия полкы данлы юл үткән үҙенсәлекле хәрби часть. Бөтә алыштар барышында ул үҙен ҡеүәтле хәрби берәмек итеп күрһәтә. Башҡорт АССР-ының эске ресурстарынан ойошторолған часть республика халҡының ышанысын аҡлай. Эйе, көсөргәнешле алыштарҙа күп юғалтыуҙар кисереү сәбәпле, состав даими рәүештә үҙгәреп тора. Башҡортостан халҡынан ғына ойошторолған составтан һуңынан әҙ генә кеше ҡала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, полк үҙенең атамаһын үҙгәртмәй, еңеүҙе Салауат Юлаев исемендәге 1292-се танктарға ҡаршы Башҡорт истребитель артиллерия полкы исеме менән ҡаршы ала.
Һуңғы был һуғыш тамамланыуға ла байтаҡ ваҡыт үтте, киләһе йыл уның 70 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Шулай ҙа бөгөнгө көнгәсә был һуғыш тарихының күп биттәре, шулай уҡ Башҡортостандың хәрби даны өйрәнелмәй ҡалыуҙы дауам итә. Бигерәк тә айырым төбәктәрҙең еңеүгә индергән өлөшөн тикшереү эше йәнләндерелергә тейеш. Был ошо төбәктәрҙә йәшәгән халыҡтың үҙаңы үҫеүгә, уларға үҙҙәренең тарихи үткәне өсөн ғорурлыҡ тойғоһон, илһөйәрлекте үҫтереүгә булышлыҡ итер ине. Үрҙә телгә алынған полкҡа яҙыусыларҙың һәм публицистарҙың да һаман да иғтибар итмәүе ғәжәпләндерә. Бер яу барышында ғына 48 танкты юҡ итеүсе хәрби берәмек һуғыш ваҡытында һирәк осраған күренеш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан тарихы буйынса китапҡа ошо мәғлүмәт индерелмәгән.
Михаил БИКМЕЕВ,
тарих фәндәре докторы.
(Аҙағы. Башы 18-се һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА