«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
килешмәйем!
+  - 

МАЛ ҺУЙЫУҘЫ ЛА...
баш бәләһенә әйләндерәләр

Мин ауыл кешеһе. Ауылда тыуҙым, шунда үҫтем, йәшәйем. Йәмәғәт тормошонда ҡатнашып бармаһам да, үҙемде битараф кешеләр сафына ла индермәйем. Шуға күрә лә айырым мәсьәләләр мине лә борсомай ҡалмай. Ауыл проблемалары тураһында күп яҙалар. Мәктәптәрҙең ҡыҫҡарыуы, эшһеҙлек, эскелек хаҡында ла йыш ишетергә, уҡырға тура килә. Ләкин һүҙ был хаҡта түгел.

Ауыл кешеһе өсөн йорт участкаһында емеш-еләге, йәшелсә-картуфы үҫһә, ҡураһында малы ишәйеп, уларҙы һата торған урын булһа, үҙен һәм ғаиләһен бер хәстәрһеҙ ҡарай ала. Хатта даими эшләгән урын да кәрәкмәй, былай ҙа типтереп донъя көтә ул. Ләкин... Ҡайһы саҡта һыйыр тиҙәген ат тиҙәгенән дә айыра алмаған кешеләр, беҙҙең тормошобоҙҙо "еңеләйтәләр"ҙә ебәрәләр.
Бына тағы ҡатмарландырҙылар хәлде. 2014 йылдың 1 майынан һатыуға тигән малды, махсус урында ғына һуйып буласаҡ - Таможня союзының талаптары шул (ҡайһы бер төбәктәрҙә, мәҫәлән Башҡортостанда был ваҡыт киләһе йыл башына тиклем кисектерелде). Ҡураңда һуйылған малды тыныс күңел, таҙа намыҫ менән үҙ өйөңдә ашауҙы бер кем дә тыймаясаҡ, әлбиттә. Хатта шым ғына туғандарыңа, таныштарыңа һатыу мөмкинлеге лә буласаҡ. Ләкин справкаһы булмаған ит менән тотолһаң... Тынысыраҡ, Сталин заманы түгел дә, ә шулай ҙа итте закон нигеҙендә тартып аласаҡтар.
Ошо ҡарарға, регламентҡа ҡул ҡуйған чиновниктарҙың ниәте, һис шикһеҙ, изге - ауырыу мал итенең һатыуға сығып, кешеләрҙе ағыулау мөмкинлеге киҫеләсәк, ти улар. Махсус урындарҙың тәғәйенләшен дә аңлаталар. "Забойниктарҙа" ветеринарҙар, малың һау, тигән справка бирәсәктәр, тыныс күңел менән ошо территорияла малыңды бысаҡлаясаҡһың (башҡа ерҙә ярамай), һуңынан ошо бирелгән справка нигеҙендә итеңде баҙарға сығарып һата аласаҡһың. Барыһы ла ябай, үтә лә ябай... Хәҙер инде был хәлгә ауыл кешеһе күҙлегенән ҡарайыҡ. Беренсенән, ун минут эсендә генә (күберәккә уның мөмкинлеге булмаясаҡ) мал табибы һыйырыңа, атыңа, һарығыңа диагноз ҡуйып өлгөрәсәк микән, тигән һорау тыуа. Ул моғайын, йылына ике тапҡыр малдарҙан алынған ҡан анализы һөҙөмтәләре нигеҙендә ҡағыҙ яҙып биреү менән генә сикләнәсәктер. Ә беҙ әле лә ит һатҡанда ошо уҡ справканы күрһәтәбеҙ түгелме? Ниндәй айырма? Әлбиттә, был ҡағыҙҙы ҡайһы бер саҡта күрше ауылға барып алыр кәрәк ине. Ә хәҙер... Хәҙер ҡайҙалыр йөрөргә лә кәрәкмәй, тип аңлата чиновниктар, справканы малды һуйған урында уҡ бирәсәктәр. Тик бына был урындың ауылыңдан бер нисә тиҫтә саҡрымда икәнен генә әйтмәйҙәр. Икенсенән, (тура һәм күсмә мәғәнәлә лә) был мал һуйыу урындарын "тотоусы" кешеләр, ойошмалар, органдарға ла аҡса түләр кәрәк буласаҡ бит. ВТО шарттарында иттең хаҡы ниндәй генә осраҡта ла айырым бер кимәлдән күтәрелмәйәсәген иҫәпкә алғанда, хатта биш йөҙ һум да ҙур аҡса. Был сумма сағыштырыу өсөн генә алынды, тариф күпме булыры билдәле түгел әлегә, әммә ҡайһы бер өлкәләрҙә эре малды махсус тәғәйенләнгән урында һуйған өсөн 1000 һум түләр кәрәк, тиҙәр.
Өсөнсөнән һәм иң мөһиме, малды махсус урынға транспортлау, йәғни алып барыу мәсьәләһе. Ниндәйҙер стандарттар менән яраҡлашырға теләгәндә, иң тәүҙә ул стандарттарға шарттар булдырыу кәрәклеген уйлай микән беҙҙең "эшем эйәләребеҙ"? Мәҫәлән, Урал аръяғын алайыҡ. Белеүемсә, был райондарҙа махсус мал һуйыу урындары районға берәү генә. Яңыларының төҙөлөүө хаҡында ишетелмәй әлегә. Күҙ алдына килтерәйек: Белорет районының Асы, Зөйәк яҡтарынан берәү мал һатырға булды икән, ти. Бының өсөн уға Белорет ҡалаһының ситендә урынлашҡан берҙән бер мал һуйыу урынына һыйырын алып килергә кәрәк. Ләкин ул бер нисә Европа дәүләтен урап сығырлыҡ араға нисек итеп малын алып барасаҡ? Тәғәйен транспорты юҡ, әммә ғаиләһен ҡарар, балаһын уҡытырға аҡса кәрәк. Сараһыҙлыҡтан, һыйырҙы ошо арала йөрөгән электричкаға тейәп китергә мәжбүр буласаҡ түгелме? Пассажир поезындағы һыйыр, беҙгә генә түгел, ғәжәпләнерлек бер нәмә лә ҡалманы, тип иҫәпләгән Белорет-Инйәр -Өфө электричкаларында йөрөгән студент һәм туристар өсөн дә сәйер күренеш хатта.
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, тиҙҙән мал һуйыу оло бер баш бәләһенә әйләнергә тора икәнен күҙалларға була. Ләкин... Таможня союзы талаптары ҡаты булған кеүек үк, ҡайһы бер чиновнивтарыбыҙҙың мейеһе лә уйланыуҙан туҡтағанлыҡтан, таш кеүек ҡатҡан шул...

Шулай итеп...
Үҙемә ҡалһа, бер ниндәй ыңғай яғын күрмәйем ошо "еңеллектәрҙән". Ауыл кешеһен бөлдөрөүҙөң сираттағы аҙымы ғына, тип һанайым. Нимәгә, кемгә кәрәк булды икән донъяны улай ҡатмарлаштырырға? Иң ғәжәпләндергәне: депутаттарҙың һәм халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртырға тейешле вазифалы кешеләрҙең береһенең дә ҡаршы сыҡҡанын ишетмәнем. Йә улар проблеманы белмәйҙәр, йә уларға барыбер, йә улар ошо рәүешле аҡса һуғыуҙың перспективалары менән иҫергән. Ошондай шарттарҙа ҡайһы бер дәүләт граждандарының, Таможня союзына инергә теләмәйенсә, урамға сығыуҙарын да аңларға була...

Ҡасим ДӘҮЛӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.07.14 | Ҡаралған: 1628

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru