Көнбайыш Рәсәйгә ҡарата санкциялар индереүҙе бер ғәҙәткә әйләндерҙе, буғай. Исемлек йыш тулылана һәм унда Рәсәй сәйәсмәндәре, эшҡыуарҙары, төрлө ойошма һәм предприятиелар, банктар ҙа бар. Бындай тупаҫ мөнәсәбәткә оҙаҡ түҙгәндән һуң, Рәсәй яуап биреүҙе кәрәк тип тапты. Ил хөкүмәте, Владимир Путин ҡушыуы буйынса, Евросоюз илдәренән, АҠШ, Австралия, Канада һәм Норвегиянан Рәсәй биләмәһенә индерелмәҫкә тейешле сит ил тауарҙары исемлеген раҫланы. Шулай уҡ ил башлығы ҡарарына ярашлы, Украина авиакомпанияларының транзит рейстарына Рәсәй һауаһы территорияһында осоу тыйылды.
Ағымдағы йылдың 7 авгусынан һанап үтелгән илдәрҙән Рәсәйгә һыйыр ите, сусҡа ите, балыҡ, йәшелсә һәм емештәр, сыр һәм һөт аҙыҡтары индереү туҡтатыла. Сикләүҙәр бер йылға иҫәпләнгән. Ләкин, премьер-министр Дмитрий Медведев белдереүенсә, "әгәр ҙә Көнбайыш партнерҙар хеҙмәттәшлек итеү буйынса конструктив мөнәсәбәт күрһәтһә, Рәсәй был ваҡытты киренән ҡарарға әҙер". Шул уҡ ваҡытта балалар өсөн аҙыҡҡа һәм Рәсәй граждандары сит илдә үҙҙәре һатып алған тауарҙарға сикләү ҡағылмай.
Рәсәй Хөкүмәте Көнбайышҡа ҡарата тағы ла бер-нисә яуап һүҙе әҙерләй. Мәҫәлән, Украина авиакомпаниялары өсөн ҡулланылған сараның Европа һәм Америка һауа компанияларына ҡарата ла ҡулланылыу мөмкинлеге юғары. Шулай уҡ Европа авиакомпанияларының даими һәм чартер рейстарына Рәсәй һауа киңлегенә инеү һәм сығыу нөктәләрен һәм Транссебер маршрутын ҡулланыуҙа үҙгәрештәр индереү тураһында ла мәсьәлә тикшерелә.
Эксперттар фекеренсә, был ҡарар Рәсәй өсөн тик файҙаға ғына. Тәү сиратта, ил аграрийҙарына үҙ тауарҙарын ҡулланыусыларға алып барып еткереү өсөн юл асыла. Шулай уҡ ҡулланыусылар ҙа төрлө зыянлы өҫтәлмәләр ҡушылмаған сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алыу мөмкинлеге ала. Ләкин халыҡты исемлеккә индерелгән аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыу мөмкинлеге борсой. Был йәһәттән, ил Хөкүмәте "хәл контролдә тотоласаҡ", тип белдерҙе. Ауыл хужалығы, Иҡтисади үҫеш, Сәнәғәт министрлыҡтарына һәм Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәтенә һатыу нөктәләре вәкилдәре менән эште яйға һалырға һәм килеп тыуған хәлдән файҙаланып ҡалырға тырышҡан алыпһатарҙар эшмәкәрлеген ҡырҡа туҡтатырға ҡушылды.
Евросоюз санкцияларҙы нигеҙһеҙ тип һанай. Көнбайышта уларҙы ВТО (Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы) аша ғәмәлдән сығарыу тураһында һүҙҙәр ҡуйыра. Рәсәйҙең дә тап ошо юл менән үҙенә ҡарата нигеҙһеҙ индерелгән санкцияларҙы юҡ итеү тураһында талап итеү мөмкинлеген улар уйламай шикелле. Йәки уйларға теләмәй. Хөкүмәт башлығы: "...партнерҙарыбыҙҙың иҡтисади прагматизмы йәмһеҙ сәйәси уйҙарынан өҫтөнлөк алыр, тип ихлас ышанам", - тине. Быға премьер-министр ғына түгел, ә бар Рәсәй халҡы ышана. Ни тиһәң дә, был санкциялар үҙ артынан аҙыҡ-түлек менән алыш-биреш итеүҙе генә туҡтатып ҡалмай, күпкә тәрәнерәк, хәүефлерәк һәм ҡырҡыуыраҡ эҙемтәләрҙе эйәртергә мөмкин.
Наҙгөл САФИУЛЛИНА әҙерләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|