Заман үҙгәрә, шуның менән беҙ ҙә үҙгәрәбеҙ, хатта һәр замандың балалары ла төрлө була икән. Сабыйҙар ҡайһы заманда ла шул уҡ була инде, тиерһегеҙ. Миңә ҡалһа - юҡ. Мәҫәлән, хәҙер биш йәшлек балалар ҙа компьютерҙа "иркен йөҙә", техниканы беҙҙән былайыраҡ яҡшы белә. Башҡаса булмайҙыр ҙа, улар бит тыуғандан алып ошо цифрлы мөхиттә үҫә, шуға яраҡлаша, был уларға яңылыҡ түгел.
Ауылға ҡайтҡанда ла айырма һиҙгәнем бар: ҡышҡыһын беҙ бала саҡта шып-шыма булып ятҡан Мәсет тауы тыныс ҡына ҡалын көрт аҫтында ята (миңә ҡалһа, уға ла күңелһеҙ һымаҡ) - бер кем сана шыумай. Урам шаулатып "Ун ике таяҡ", "Аҡ-тирәк, күк-тирәк" уйнаусыларҙы ла һирәк күрәм. Балалар юҡ икән, тип уйламағыҙ - бар улар, тик өйҙә йәнһүрәт ҡарай, компьютерҙа ултыра, тетрис уйнай…
Сабыйҙар хәрәкәтләнеп, нимәлер уйлап сығарып уйнарға тейеш. Уйнаған саҡта улар төрлө яҡлап: физик, аҡыл, эмоциональ кимәлдә үҫешә. Тағы ла дөрөҫ һайланған уйындар сабыйҙарҙы әхлаҡ, әҙәп, хеҙмәт яғынан тәрбиәләүгә лә булышлыҡ итә. Улар уйнай-уйнай тормоштоң төрлө ауырлыҡтарына бирешмәҫкә, уңышһыҙлыҡтар алдында ебеп төшмәҫкә, еңелгән осраҡта үҙен тота белергә, иптәштәре менән аралашырға, бәйләнеш булдырырға өйрәнә. Уйын ваҡытында баланың телмәре, фекерләү ҡәүәһе, зиһене үҫешә, сөнки бала был саҡта күптәр менән бәйләнешкә инә, яңынан-яңы һүҙҙәр ишетә, үҙе лә уларҙы ҡулланырға тырыша. Ата-әсәләр сабыйҙары менән өйҙә лә, урамда ла, сәфәр ваҡытында ла уйнай ала. Мин бөгөн үҙебеҙ бала-саҡта йорт эсендә уйнап үҫкән уйындарҙы иҫкә төшөрөп, уларҙы һеҙгә лә тәҡдим итергә булдым.
"Бутыр-бутыр бутҡа бешкән". Биш-алты айҙан алып ике йәшкәсә балаларҙы алға ултыртып:
Бутыр-бутыр бутҡа бешкән,
Уртаһына сысҡан төшкән.
Уны алайым тигәнсе,
Биш бармағы ла бешкән, - тип һамаҡларға, унан бәпестең һәр бармағын бөгөп, быныһы - атайға, быныһы - әсәйгә, быныһы - өләсәйгә, быныһы - олатайға, быныһы - һиңә, тип һанап сығырға. Был кескәй сабыйҙар өсөн бик файҙалы уйын, уның күңеле күтәрелә, кәйефе яҡшыра. Ғалимдар фекеренсә, ошондай уйындар бармаҡтарҙың ваҡ моторикаһын үҫтереп кенә ҡалмай, ә баш мейеһенең эшсәнлеген әүҙәмләштерә һәм баланың хәтере, иғтибары, ишетеү, күреү һәләте лә яҡшыра.
"Айыу, бүре юҡ икән…". Был уйынды өйҙә бер нисә бала йыйылғанда уйнатырға мөмкин. Бер-ике йәшлектәрен дә бәләкәй тип ситтә ҡалдырмағыҙ, улар шулай бергә уйнарға өйрәнә, отоп ала. Бер бала иҙәндә айыу булып, битен ҡаплап йомарланып ята. Ҡалғандары еләк йыйырға килә һәм айыуҙы уратып йырлай: "Айыу, бүре юҡ икән, бында еләк күп икән…". "Айыу" йоҡлаған булып шым ғына ята һәм ҡапыл тороп, уларҙы баҫтыра башлай. Кемеһен тота - шул айыу була. Был уйын шул яғы менән файҙалы: балалар йүгереп, хәрәкәтләнеп кенә ҡалмай, уяу, сос, етеҙ булырға ла өйрәнә.
"Һәпәләк". Бер баланың күҙен бәйләйҙәр. Ҡалғандары уны уратып шым ғына ҡаса. Күҙе бәйләнгән бала уларҙы ҡыуып тоторға тейеш. Кемде тотһа - шуның күҙе бәйләнә. Был уйынды уйнағанда ишетеү һәләте үҫешә, кескәйҙәр күҙе бәйле килеш һәр ҡыштырлауҙы ишетеп, шул яҡҡа йүнәлергә, ҡасыусыларҙы тота алырға тейеш. Шулай уҡ бала иғтибарлы, зирәк булырға өйрәнә, уның хәрәкәт координацияһы үҫешә.
"Йәшенмәк". Бер йәш тулмаҫ элек үк бәләкәсегеҙ менән был уйынды уйнай башлағыҙ. Эҙләп табыуы еңел булған урынға йәшенегеҙ һәм балаға үҙегеҙҙе табырға ҡушығыҙ. Башта атаһы менән эҙләп өйрәнһен. Һуңынан уйындың айышына төшөнөп алғас, үҙе үк ҡыҙыҡһынып уйнай башлаясаҡ. Бәләкәскә еңелерәк булһын өсөн йәшенеп торғанда "Кә-күк" тип тауыш бирегеҙ. Бала тауыш буйынса һеҙҙе эҙләп табасаҡ. Үҫә барған һайын уйынды ла ҡатмарлаштырығыҙ. Был уйын да кескәйҙәрҙә иғтибарлылыҡ, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сифаттарын тәрбиәләй, ишетеү һәләтен үҫтерә.
"Алма, груша, сейә, туп…" Был уйынды бер нисә бала менән, шулай уҡ өйҙә бәпесегеҙ менән үҙегеҙ генә булғанда ла уйнай алаһығыҙ. Башҡалар теҙелеп ултыра, алып барыусы алмашлап уларҙың һәр береһенә туп бирә. Биргән саҡта ниндәй ҙә булһа һүҙ әйтергә тейеш. Ашай торған нәмә булһа - тупты тоторға, ашарға ярамағаны булһа - кире ҡағырға кәрәк. Был уйын да бик әһәмиәтле, ул кескәйҙәрҙең етеҙлеген, сослоғон, иғтибарын арттыра.
"Әшкәк, бәшкәк, ҡара һыйыр һоп!". Был әсәйемдәр бала саҡта уйнап үҫкән уйын. Беҙ ҙә уны уйнап үҫтек, хәҙер ҡыҙым уйнай. Уйындарҙың быуындан-быуынға күсә килеүе - ҡалай матур күренеш! Был уйын балалар ныҡ ҡуҙғып киткәндә, уларҙы ултыртып ҡына уйнатып алыу өсөн ҡулай. Түңәрәккә теҙелешеп ултыралар, ҡулдарын йоҙроҡлап башбармаҡтарын күтәрәләр һәм бер-береһенекен тотоп, бағана яһайҙар ҙа, һелкетеп: "Әшкәк-бәшкәк, ҡара һыйыр һоп!" - тиҙәр. Шунан һуң барыһы ла иренен ҡымтып, шым ғына ултыра. Төрлөсә ҡыланып, бер-береңде көлдөртөргә тырышырға мөмкин. Кем беренсе көлә йәки тауыш сығара, шунан: "Кемдең өйөнә ҡунаҡҡа барҙың?" - тип һорайҙар. Ул берәй ғаиләнең исемен атай. Шул ғаиләлә күпме кеше йәшәй, уның маңлайына шунсама сиртәләр. Был уйын сабыр, түҙем булырға өйрәтә, шулай уҡ кескәйҙәрҙең хәтерен нығыта.
Шулай итеп…
Баламды яңынан тәрбиәләү мөмкинлеге булһа, уның менән уйнар ҙа уйнар, уйнар ҙа уйнар инем, тигән бер ғалим. Хаҡ һүҙҙәр. Ысынлап та, беҙ үҫеп килгән сабыйыбыҙҙың иң мөһим, иң матур осорон донъя артынан ҡыуып, ваҡыт етмәүгә һылтанып, мәшәҡәттәрҙән арып, уға тейешле иғтибар бүлмәй уҙғарып ебәрәбеҙ. Сабыйҙар мотлаҡ йүгереп, сабып, хәрәкәтләнеп, тәкмәс атып уйнарға тейеш - был уларҙың тәбиғи хәле. Буш ваҡытығыҙҙа сабыйығыҙ менән бергә булырға, компьютер артында түгел, ә хәрәкәтләнеп, аралашып, төрлө уйындар уйнарға тырышығыҙ. Был бик мөһим, һеҙ бит шул рәүештә сабыйығыҙҙы тәрбиәләйһегеҙ, үҫтерәһегеҙ, буласаҡ шәхескә нигеҙ ҡораһығыҙ! Уларҙы төрлө уйындарға ылыҡтырығыҙ, әле бит уларҙың уйнап туймаҫ саҡтары!
Гөлнәзирә ЗӘЙНУЛЛИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА