Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?
Гөлнур ИШБУЛАТОВА, Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы директоры: Хеҙмәт юлымды район ерлегендә башлап ебәрҙем: юғары уҡыу йортон тамамлағас та, эшкә үҙебеҙҙең төбәккә (Сибай ҡалаһына) ҡайттым. Сибайҙа биш йыл эшләп, байтаҡ тәжрибә туплағас, Өфө ҡалаһына юлландым. Хәтһеҙ генә ваҡыт (15 йыл самаһы) эшләгәндән һуң районға кире ҡайтырға тура килде. Күрәһең, мин бер урында ултырып эшләй торған кеше түгел. Ижад офоҡтары тарая башлаған һымаҡ булды ла, мин ергә, ауылға, кешеләргә яҡыныраҡ булырға теләнем. Өфөлә ултырып, кешеләрҙең аһ-зарын телефондан ғына тыңлау - бер, ә ауыл ерендә халыҡ менән бер тында йәшәү, ижад, хеҙмәт менән шөғөлләнеү - бөтөнләй икенсе нәмә икән.
Шуға ла башкөлләй ауыл тормошона сумдым, уларҙы "Юлдаш" радиоһына сығарам, районда телевидениенан күрһәтәм. Рәхәт, геройҙарым янымда йөрөй. Тапшырыуҙарымды бер ҡалыпҡа ғына һалып, бер төрлө итеүҙән мөмкин тиклем алыҫыраҡ торорға тырышам. Минең өсөн иң мөһиме - тос фекерҙәр, халыҡсанлыҡ менән һуғарылған сығыштар, беҙҙең төбәк халҡы тормошонда осраған иң үҙәккә үтерлек проблемалар тураһында бәйән итеү. Әйтәйек, ауыл йәштәренең эш эҙләп, Себер тарафтарынан "һемәйеп" ҡайтыуын ишетһәм, уларҙы эҙләп табам. Бынан тыш, теге йәки был ауылда ниндәй хеҙмәткәрҙәр талап ителә, шул турала ла халыҡҡа даими хәбәр итәм. Ҡайһы ауылда тормош яҡшы ғына бара - шунда йәштәр ҙә ситкә китмәй, һөҙөмтә булараҡ, беренсе синыфҡа барыусы балалар һаны ла бер кимәлдә һаҡлана. Әммә күпселек ауылдарҙың хәле мөшкөл. Дәүләт ауылды заман даръяһында яңғыҙы йөҙгән карап хәлендә ҡалдырҙы. Хужалыҡтарға, ғөмүмән, тармаҡҡа тейешле белгестәр әҙерләү алғы планға сығырға тейеш. Төбәк кешеһен ер эшенән айырғанбыҙ, яуаплы булырға өйрәтмәгәнбеҙ, кешенең үҙенән инициатива аҙ һәм был, минеңсә, иң ҙур проблемаларҙың береһе. Ерҙә ҡалып эшләрлек төплө хеҙмәт урындары булдырыу - заман талабы.
Быларҙы нимәгә теҙеп-теҙеп әйтә, тиһегеҙме? Бөтөн кешегә лә ҡалала йәшәргә тимәгән. Кем дә кем ҡаланан ауылға ҡайтыуҙы мөмкин түгел эш тип һанай, шундайҙарға һабаҡ булһын, тим. Бер танышым: "Ҡалала арҡаһын нығытҡан белгестәрҙең, хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе ауыл еренә ҡайтып йәшәй, эшләй башлаһа, ауылдарҙың үҫешенә булышлыҡ итер ине", - тигәйне. Мин дә был фекер менән килешәм. Һуңғы ваҡытта ҡала ерендә йәшәүсе күп кенә зыялыларыбыҙ йәштәрҙе ауылға ҡайтарыу, ҡалдырыу зарурлығын телгә ала. Был, әлбиттә, һәйбәт күренеш. Әммә, нисек кенә булмаһын, ул һүҙҙәр эш булараҡ та тормошҡа ашырылырға тейеш. Зыялылар йәштәргә үҙҙәре юл күрһәтһен ине. Һүҙемде йомғаҡлап, замандаштарға әйтә торған һүҙем шул - ауылға йөҙ менән боролайыҡ. Дәүләттән генә көтөп ятмайыҡ. Ауыл бөгөн хәл иткес ҡарарҙар алдында тора. Уның киләсәге беҙҙең ҡулдарҙа.
КИРЕ СЫҒЫРҒА