Һуңғы йылдарҙа йәш быуындың рухи тәрбиәһе, әхлағы, тәртибе тураһында бик борсолоп һөйләйбеҙ. Балаларыбыҙҙы илһөйәр, рухлы итеп үҫтереү өсөн нимә эшләргә, уларҙы эскерһеҙлек, кешелеклек сифаттары юғала барған йәмғиәттән нисек һаҡларға, туған теленә һөйөү уятыр өсөн ниндәй саралар күрергә, тигән һорауҙар менән янабыҙ. Ә бына М.Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында ошо ҡатмарлы һорауҙарға яуап күптән табылған төҫлө. Белем усағында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына арналған әҙәби-музыкаль саралар, "Мостай уҡыуҙары" әҙәби-ижади конкурстар даими уҙғарылып тора һәм улар тап ана шул илһөйәрлек, рух тәрбиәләүгә булышлыҡ итә лә инде.
Инде етенсе тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, был ижад кисәләрендә һәр ваҡыт гимназияның тамаша залы шығырым тулы була: балалар, уҡытыусылар, ата-әсәләр теләп килә. Оло быуын кешеләре шағир тураһында хәтирәләргә сорналып ултырһа, республиканың төрлө райондарынан йыйылған мәктәп уҡыусылары бөйөк һүҙ оҫтаһы менән яҡындан таныша. Инде күпме йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, Мостай Кәрим һаман да ике ярҙы, ике донъяны тоташтырып тороуын дауам итә. Ул балалар менән ололар, ябай эшсәндәр менән хакимдар, үткән менән киләсәк, бөгөнгө менән мәңгелектең араһындағы күпер. Әҙәби кисә барышында уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы, шиғырҙарҙы тыңлап, сәхнә әҫәрҙәренән өҙөктәр ҡарап, һәр кем халҡыбыҙ өсөн Мостайҙың ниндәй бөйөк шәхес булғанын күңеле менән тойоп ултырҙы. Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға арнап ойошторолған был кисә алдағыларына ҡарағанда бигерәк тә кутәренке рухлы булыуы менән айырылып торҙо. Мәктәп уҡыусыларының Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеп кенә ҡалмай, үҙҙәре лә ҡәләм тирбәтеүенә шаһит булынды.
"Мостай уҡыуҙары" әҙәби-ижади конкурсының һөҙөмтәләре буйынса йомғаҡтар ҙа ошо сара сиктәрендә билдәләнде. "Бөтәһе мең ярымдан ашыу ҡатнашыусы араһынан еңеүселәрҙе һайлап алыуы еңел булмаһа ла, ғәҙел баһа бирергә тырыштыҡ, - ти конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Ләйсән Мәмбәтҡолова. - Уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусыларҙың да теләп ҡатнашыуы, дәрестәр күрһәтеүе ҡыуандырҙы. Әйткәндәй, "М. Кәрим әҫәрҙәре буйынса дәрес әҙерләү" номинацияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ғына түгел, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла ҡатнашты. Шуға күрә улар араһында икешәр еңеүсе билдәләнде: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында Люциә Ноғоманова (Борай районы, Оло Батраҡ ауылы) беренсе урынға сыҡһа, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында Лилиә Сәлихованың (Өфө районы, Шамонин ауылы) эше юғары баһаланды".
Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе уҡытыусыһы Фәнүрә Сирғәлина сара тураһында: "Тәү сиратта шуны әйтеп үтәйем, уҡыусым Гүзәл Сирғәлина ижади эштәр конкурсында беренсе урын яуланы. Бындай саралар балаларҙа әҙиптең ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятһа, беҙҙең өсөн бында килеү хәтирәләрҙе иҫкә алыу менән әһәмиәтле. Үҙем Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡып йөрөгәнемдә "Шишмәләр" әҙәби түңәрәген етәкләнем һәм Мостай Кәримде 60 йәшлек юбилейы айҡанлы бер төркөм иптәштәрем менән өйөнә барып кисәгә саҡырғайныҡ. Ул бәләкәс кенә балаларҙы итәғәтле итеп сәй эсереп, ике сәғәт беҙгә әҫәрҙәре тураһында һөйләп, төрлө һорауҙарыбыҙға яуап биреп, китаптар бүләк итеп, ҙур кешеләр кеүек ҡабул итеп, шатландырып ҡайтарып ебәрҙе. Ул тере сағында ғына түгел, хәҙер ҙә балаларға ҡанат үҫтереүенә шаһит булдым бөгөн", - тип, фекерҙәре менән бүлеште.
Кешелек тарихы биттәрен аҡтарғанда, ниндәй генә милләттәр осрамай унда. Берәүҙәр тураһында вайымһыҙ ғына телгә алына, ә ҡайһы бер халыҡтарҙың бөйөклөгө, көсө күктәргә ашырып бәйән ителә. Тик һәр ваҡыт нимәгә иғтибар итергә мөмкин: халыҡтың алға китешен, тотош милләттең данын айырым шәхестәр билдәләй. Бигерәк тә үҙ-үҙенән "Һин кем?" тип түгел, "Һин ни өсөн?" тип һорап йәшәүселәр, халҡына "Айны!" тигән бер һүҙ әйтергә өлгөргәндәр заман үтеү менән бары хәтергә генә ҡалһа ла, бер ҡасан да исеме телдән төшмәйәсәк.
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА