"Киске Өфө" гәзитендә, "Шоңҡар" журналында Илдар Ғәбитовтың күп балалыҡты яҡлап, бер-ике бала табыусы ҡатындар баҡсаһына таш ырғытып яҙған мәҡәләһен уҡығандан һуң үҙемдең фекерҙәрем менән уртаҡлашырға булдым.
Был мәҡәләләрҙе әхирәттәрем дә уҡыған булып сыҡты. Авторҙың эскән, балаларын йүнләп баҡмаған, әммә күп бала тапҡан әсәләргә миҙал биреү яҡлы булыуы беҙҙең арала бәхәс тыуҙырҙы. Эйе, бер яҡтан ҡараһаң, тимер киҫәге йәл түгел кеүек. Әммә миҙалдың исеме "Әсәлек даны" тип атала бит әле. Нимәһе менән данлы был әсәләр? Балалары мәктәптән ҡайтыуға бер ҡабырлыҡ икмәк булмауы, уларҙың кеше араһында кәмһенеп, иҫке-моҫҡола йөрөүе, иҫерек әсәйҙе төрлө күңел асыу урындарынан эҙләп алып ҡайтыуы...
Балаларын бына ошондай тормошта йәшәткән әсәләр лайыҡлымы икән һуң ундай миҙалға, данға? Мин быларҙы ҡайҙандыр ишетеп, уҡып белгәндән яҙмайым, төрлө рейдтар мәлендә үҙем күргәндәрҙән, шул балалар өсөн йөрәгем әрнеп, асырғаныуҙан яҙам. Әле миҙал биреүгә бәйле талаптар, ҡағиҙәләр рәсмиләштерелде, әсәләр социаль ойошмалар тарафынан тикшереү үткәндән һуң ғына "Әсәлек даны" миҙалына тәҡдим ителә. Бәлки, был алым шундай әсәләрҙе бер аҙ аҡылға ултыртыр, үҙҙәрен ҡулға алырға ярҙам итер? Был турала үҙ фекерен белдереүселәр күп булды, шуға артыҡ туҡталып тормайым.
Илдар Ғәбитовтың "бер-ике бала табыу менән сикләнгән", "берәүҙән артыҡ бала табырға теләмәгән" ҡатындарға ғәйеп ташлауы ла төрлө бәхәскә урын ҡалдыра. Эйе, ысынлап та, карьера, тип, бала табыуҙан баш тартҡан, бер-ике бала менән сикләнгән йәки бөтөнләй бала яратмаған ҡатындар ҙа бар. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар барыбер ҙә күберәк балаға әсә булырға теләй, тик тормош, йәшәйеш үҙенсә хәл итә. Мәҫәлән, минең таныштарым араһында ла күпселек башлыса ике бала тәрбиәләй. Бына шулар миҫалында ниңә бөтә ҡатындарҙың да өсәр, дүртәр, бишәр бала үҫтермәүенең сәбәптәрен яҙып үтмәксемен.
Беренсе танышым яңғыҙы бер ҡыҙ үҫтерә. Тормошҡа сығып, оҙаҡ йәшәй алмаған. Эсеп ҡаңғыртҡан, әленән-әле ыҙғыш сығарып, ҡул күтәреүгә тиклем барып еткән ирҙең үҙен генә түгел, балаһын да зәғиф итеп ҡуйыуынан ҡасып, айырылып ҡайтып киткән. Ҡыҙы бер аҙ ҙурайғас, "Бер бала менән ҡалмайым әле" тип, тағы тормошҡа сыҡҡан. Был ире баштан уҡ уның ҡыҙын һөйһөнмәгән, уртаҡ бала табырға рөхсәт итмәгән, "Минең улым бар, миңә башҡа бала кәрәкмәй" тигән фекеренән ҡайтмаған. Бына ошо сәбәп ныҡлы ғаилә ҡороуға ҡамасаулағандыр, моғайын, уныһы менән дә айырылышты. Өсөнсөгә кейәүгә сыҡҡанында иһә ул ҡатынға 45 йәш тулып килә ине инде. Был ире менән матур ғына йәшәп ята, әммә бик теләһә лә балаға уҙа алманы...
Икенсе танышым кейәүгә сыҡҡас, ҡыҙ бала таба. Ҡыҙҙары бер аҙ үҫеп, мәктәпкә барыу йәшенә яҡынлағас, икенсеһен табырға ниәт итәләр. Әммә нисек кенә теләһә лә, ҡатын ауырға ҡала алмай. Дауаханаларҙа ятып, әбейҙәргә имләтергә лә йөрөп ҡарай. Йыл артынан йылдар үтә, һөҙөмтә юҡ. Шул саҡ табиптар иренә лә тикшерелеп ҡарарға кәңәш итә. Сәбәп ирҙә булып сыға, табиптарға йөрөп, ҡиммәтле дауаланыуҙар үткәндән һуң, көтөп алған улдары тыуа. Был ғаилә бик матур, етеш йәшәй. Хоҙай биргән ошо бала өсөн рәхмәтле улар, "Әгәр ҙә өсөнсөгә ауырға ҡалһам, был үҙе бер мөғжизә буласаҡ", ти был танышым. Бына шулай, ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙың баланы нисек һорап-ялбарып табыуын, ниндәй юлдар аша сабый һөйөү бәхетенә өлгәшеүен аңлай алырмы икән бала табып та, уларҙы матур итеп баҡмаған бәғзе бер әсәйҙәр?..
Өсөнсө танышымдың да балалары икәү. Ике малай. Улары хәҙер ҙурайып бөттө инде. Ҡатын ҡырҡҡа яҡынлай. "Их, тағы бер бала табыр инем!" ти ҙә ул, ире эсә. Ҡайһы берҙә көн менән төндө лә айырмай. Ул ҡатындың һәм малайҙарҙың мәңге иҫерек атайҙан күргән ыҙаларын үҙҙәре генә беләлер... "Айырылыр инем, урамда асарбаҡ булып йөрөйәсәк. Балаларымдың атаһы бит", тип, эскән ирен төрлөсә хәстәрләй, айнытырға тырышып, ниҙәр генә ҡылмай был ҡатын. Әммә айыҡ тормош иң күп тигәндә бер ай дауам итеүе ихтимал...
Дүртенсе танышымдың балаһы берәү генә. Ире күп балалы ғаиләнән. Улдары бер аҙ ҙурайыуға, ҡатын икенсегә ауырға ҡала. Был һөйөнөсө менән уртаҡлашыуға, иренең һөмһөрө ҡойола: "Нимәгә ул беҙгә тағы бер бала? Үҙемдең етешһеҙ тормошта, кәмһенеп үҫеүем дә еткән. Минең улымдың бөтә нәмәһе лә буласаҡ. Ул бер нәмәгә лә мохтаж йә-шәмәйәсәк!" - ти ир. Хәйер, бындай сәйәсәтте ул алдан уҡ алып барған була. Әммә ҡатыны, ауырлы булыуымды белһә, ирем йомшарыр, тип өмөтләнә. Өмөтө аҡланмай, икенсегә бала табыуға бәйле өйҙә ғауға сыға. Ире: "Ярай, торараҡ, улыбыҙ мәктәпкә барғас табырһың, беҙ йәш бит әле", тип, ҡатынын абортҡа барырға күндерә. Бына шул аборттан һуң ҡатынға, икенсегә балаң булмаясаҡ, тигән диагноз ҡуялар. Ире менән дә айырылышып ҡуйҙы. Икенсегә тормошҡа сығып та ҡараны, әммә башҡаса бәпәй таба алманы. Хәҙер: "Йәшлек менән шул алйоттоң өгөтөнә бирелеп, абортҡа барыуыма үкенәм, икәүһен дә үҫтерер инем әле", - ти, ләкин эш үткән...
Бишенсе танышым икенсе балаһын тапҡан саҡта, ҡан баҫымы күтәрелеп китеп, бик ауыр хәлдә ҡала. Табиптар ҡатындың һәм баланың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн сәғәттәр дауамында көрәшә, әммә сабыйҙы ҡотҡарып алып ҡала алмайҙар. Аналыҡ ҡанһырауҙан туҡтамағас, операция яһап, шул ағзаһын алырға мәжбүр булалар... Бына ошондай хәлдә ҡалған ҡатын-ҡыҙға: "Нишләп бер бала менән генә сикләнеп ҡалдың? Бер бала - бала түгел инде ул..." тип әйтеү дөрөҫ буламы? Ундай хәлдә ҡалыусы, көтөлмәгән хәлдәр арҡаһында бала табыу ағзаһынан яҙыусы ҡатын-ҡыҙ йөҙәр генә түгел, меңәр бит...
Үҙем дә, хәлемдән килһә, өсөнсөһөн, дүртенсеһен, хатта бишенсеһен дә табыр инем. Әммә яҙмыштан уҙмыш юҡ, бик теләһәм дә, таба алмайым. Шулай ҙа үкенмәйем, миңә мең ғазаптар аша әсәлек бәхете бүләк иткәне өсөн Хоҙайыма мең рәхмәтле булып йәшәйем. Ике балам - ике ҡанатым, улар минең тормошомдоң мәғәнәһе, йыуанысым да, ҡыуанысым да...
Бына шулай, бер йәки ике бала менән сикләнеп ҡалған ҡатындарҙы бала табырға, бағырға теләмәүҙә ғәйепләр алдынан автор аҙ ғына булһа ла ошолар хаҡында ла уйланһын ине, тип яҙҙым был юлдарҙы. Бәлки, минең фекерҙәрҙе дауам итеп, тағы кемдер үҙ яҙғандарын юллар гәзиткә?
Зилә НОҒОМАНОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА