«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
+  - 

"Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһының тәүге томдары сыға башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөтә башҡорт ырыуҙарын да үҙ эсенә аласаҡ күләмле хеҙмәттең йәнәй, балыҡсы, гәрәй (кирәй, гирей), унлар ырыуҙарына ҡараған дүрт томы сыҡты ла инде, яҡын арала ҡаңлы ырыуына арналған томдың тиражы әҙер буласаҡ. Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Рөстәм Шәйхиев, Радик Рыҫҡолов, Айгөл Ғүмәрова һәм башҡаларҙан торған авторҙар коллектывының хеҙмәте халыҡта лайыҡлы баһаһын табып, күптәргә үҙ тамырҙарын белергә тырышыуға, өйрәнә башлауға, аңлауға һәм таныуға этәргес булыр, тип ышанып ҡалабыҙ. Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.

Типтәрҙәрҙең юҡҡа сығыуы

Ваҡыт үтеү менән типтәрҙәргә яңы йөкләмәләр һалына. Шул сәбәпле башҡорт припущенниктары типтәр сословиеһына күсеүҙе туҡтата. Әммә ул ваҡытта был ҡатламға татар, мари, удмурт, сыуаштар араһынан күсеүселәр күбәйә. Яйлап уларҙың нисбәте арта бара. Был күренеш типтәрҙәрҙең этник йөҙөн ҡырҡа үҙгәртә. Хәҙер был ҡатлам составында башҡорттарҙан тыш, төрлө милләт вәкилдәре туплана. Ә шулай ҙа бөгөнгө ҡайһы бер тарихсыларҙың, типтәрҙәр тик татарҙарҙан ғына килеп сыҡҡан, тип әйтеүе дөрөҫлөккә тап килмәй. Хатта һуңғы осорҙа ла типтәрҙәрҙең күп өлөшө үҙҙәрен башҡорт милләте менән бәйләй.
1865 йылда кантон системаһы бөтөрөлөп, Башҡорт ғәскәре юҡҡа сығарылғас, типтәрҙәр ҙә сословие булараҡ юҡҡа сыға. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең айырым үҙаңын һаҡлап ҡалалар. Тик уларҙа, шул иҫәптән башҡорт припущенниктарында ла, бер нисә йөҙ йылға һуҙылған "типтәрлек" арҡаһында ҡайһы бер үҙаң үҙгәрештәре килеп сыға. Үҙҙәренең этносынан оҙаҡ ваҡытҡа айырылғанға күрә, ваҡыт үтеү менән улар мәҙәни яҡтан татарҙарға яҡынлаша башлай. Шул уҡ ваҡытта Миңзәлә, Бөгөлмә, Елабуға, Сарапул өйәҙҙәрендә йәшәгән аҫаба башҡорттар ҙа улар йоғонтоһона бирелә.

Тел мәсьәләһе

Күрәһең, көнбайыш башҡорттарының милли үҙенсәлектәрен юғалтыуҙарының, үҙҙәрен татар итеп һанай башлауҙарының төп сәбәптәренең береһе булып тел мәсьәләһе лә тора. Революциянан һуң ҡабул ителгән әҙәби башҡорт теле көнбайышта йәшәгән милләттәштәребеҙ теленән алыҫыраҡ булып сыға. Етмәһә, диалекттар мәсьәләһе ул ваҡытта, хатта һуңынан да оҙаҡ ҡына тейешле кимәлдә өйрәнелмәй.
Урал-Волга мосолман халыҡтары өсөн хас булған, сығатай яҙма традицияһына нигеҙләнгән төрки теле быуаттар буйы башҡорттарҙың әҙәби теле булып һанала. Был телдә XIII-XX быуаттарҙа башҡорт халҡының яҙыусы-шағирҙары Ҡол Ғәли, Салауат Юлаев, Тажетдин Ялсығол, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәмсетдин Зәки, Мөхәммәтғәли Соҡрой, Ғарифулла Кейеков, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдин, Шәйехзада Бабич аралаша, яҙа. Был тел бер үк кимәлдә башҡорттар, татарҙар һәм башҡа төрки халыҡтар араһында ла таралған була. Әммә башҡорттар өсөн ул тәбиғи һөйләштәренең дауамы булһа, татарҙар, йәки Ҡаҙан янында йәшәгән төрки халыҡтар өсөн ул бары тик XIV-XV быуаттарҙа ғына киң ҡулланылышҡа инә. Быға тиклем улар хәҙерге сыуаш теленә яҡын һөйләштә аралашҡан була. Был турала Болғарҙа табылған эпитафик яҙмалар асыҡ һөйләй. Төркиҙәр йәшәгән даланан, шул иҫәптән Башҡортостандан килгән тел экспансияһы эҙемтәһе булараҡ, болғар-сыуаш һөйләше тулыһынса төркиләшә. Шулай итеп, хәҙерге татар теле формалаша. Ҡаҙан ханлығының идара итеүсе элитаһы, төрки-монгол кландары тоҡомдары, (бөгөнгө көндә ошо уҡ тамырҙар башҡорттарҙың барын, ҡыпсаҡ, табын, ҡаҙаҡтарҙың арғын, тама, ноғайҙарҙың манғыт ырыуҙарында бар) яуланған болғар-сыуаш халҡының мәҙәни өҫтөнлөктәрен ошо йүнәлешкә бора.
XX быуаттың 20-се йылдарында хәҙерге әҙәби башҡорт теленең нормалары эшләнә. Әҙәби тел халыҡ һөйләшенең көньяҡ-көнсығыш диалектына нигеҙләнә. Шул уҡ ваҡытта төньяҡ һәм көнбайыш башҡорттарының һөйләше иҫәпкә алынмай. Ә ул яңғырашы яғынан бөгөнгө татар теленә (дөрөҫөрәге, элекке әҙәби төрки теленә) яҡын була. Әлбиттә, был ҡарар ҡабул ителгәндә лә бәхәстәр, фекер алышыуҙар булғандыр. Бөгөнгө көн күҙлегенән кемделер ғәйепләп булмай. Ләкин ваҡыт үтеү менән әҙәби телдең ҡәтғи сиктәргә бикләнеүе һәм был мәсьәләлә һығылмалыҡ етмәүе үҙенең кире эҙемтәләрен күрһәтә. Хатта был эҙемтәләрҙе күрер өсөн оҙаҡ көтөргә лә кәрәк булмай. 1926 йылдан алып үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыуҙарҙа этник, йәғни милли үҙенсәлек (идентичность) һәм туған тел төрлө категорияларға бүленә. Европала XIX быуатта сәскә атҡан тел милләтселеге, "Я являюсь представителем той национальности, на чьем языке разговариваю" принцибы алға сыға. Әгәр 1897 йылда тарихи Башҡортостандың төньяғында һәм көнбайышында йәшәгән төрки халыҡ (Пермь һәм Вятка губерналарының көньяҡ өйәҙҙәре, Һамар һәм Өфө губерналарының Бөгөлмә, Боғорослан, Миңзәлә өйәҙҙәре) үҙенең туған теле итеп башҡорт телен һанаһа, 1926 йылда улар көньяҡ-көнсығыш диалектҡа нигеҙләнгән башҡорт әҙәби телен түгел, революцияға тиклемге башҡорт-төрки теленә яҡын булған татар телен туған телдәре итеп һанай башлай.
Шулай итеп, үрҙә телгә алынған сәбәптәр төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының, шул иҫәптән Йәнәй ырыуы вәкилдәренең ассимиляцияһына килтерә. Ләкин әҙәби тел, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренең Татарстан республикаһы территорияһында ҡалыуы кеүек сәбәптәр генә быға сәбәпсе була, тип уйлау бар дөрөҫлөктө асмай. Ысынында, башҡорттарҙы, типтәрҙәрҙе, мишәрҙәрҙе, керәшендәрҙе татарлаштырыу процесы XIX быуат башынан аңлы рәүештә алып барыла. "Татар милләте" сәйәси проекты, уның авторҙары уйы буйынса, ошо ерҙәрҙә йәшәгән төрки халыҡтарҙың милли үҙаңының иң юғары нөктәһе булараҡ планлаштырыла. Бөгөнгө көндә лә Татарстандың фәнни йәмәғәтселегенең айырым даирәләрендә башҡорт халҡын "демонтажлау" буйынса эштәр алып барыла. Мәҫәлән, ошо мөхиткә яҡын булған кешеләр тарафынан яҙылған мәҡәләләрҙә башҡорт этносының булыуы шик аҫтына алына, "башҡорттар бары сословие, социаль ҡатлам ғына булған", тигән фекер алға һөрөлә.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, һуңғы йылдарҙа башҡорт халҡының үҫешен тотҡарлаған ассимиляция процесы күпмелер кимәлдә туҡтатылды. Архив документтарына юл асылыуы, тарихи сығанаҡтарҙы үҙаллы өйрәнә алыу мөмкинлеге, тарихи белем быға әүҙем рәүештә ярҙам итә. Бөгөнгө көнгә тиклем үҙҙәрен татар тип һанап йөрөгән күп кенә этник башҡорттар үҙҙәренең шәжәрәләрен, тамырҙарын өйрәнде. Шул уҡ ваҡытта милләтте билдәләүҙә, күрһәтеүҙә лә тел төп критерий булыуҙан туҡтап килә, йәғни татар телле булыу башҡорт милләтенән булыуҙы күрһәтеүҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.

Азамат САЛАУАТОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.01.15 | Ҡаралған: 1608

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru