«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БУЛМЫШЫБЫҘ, ҮҘ ЙӨҘӨБӨҘ МЕНӘН ДОНЪЯ КИМӘЛЕНДӘ ТАНЫЛЫУ ЮЛЫ УЛ - БАШҠОРТ ВИКИПЕДИЯҺЫ
+  - 

Башҡорт Википедияһының ойошторолоуына 10 йыл тулды. Ошо ваҡыт эсендә халыҡ уның әһәмиәтен аңлап өлгөрҙөмө, юҡмы, әллә ул һаман да энтузиастар араһында ғына алып барылған проект булып ҡалдымы? Барлыҡ һорауҙарға яуап эҙләү маҡсатынан редакцияға Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм НУРЫЕВты, интернет Ағинәйе Гүзәл СИТДИҠОВАны, Аҡһаҡал - Азат ХӘЛИЛОВты һәм йәштәр менән бер рәттән виртуаль киңлектәрҙе гиҙеп, милләтебеҙҙе рухи арғымаҡҡа атландырырға тырышыусы Мәрйәм БУРАҠАЕВАны саҡырҙыҡ.

Башҡорт Википедияһының милләт өсөн бөтөн донъя кимәлендәге әһәмиәте нимәлә?

Гүзәл СИТДИҠОВА Г. Ситдиҡова: Бөгөн Башҡорт Википедияһының әһәмиәтен аңлаусылар арта баралыр, тип уйлайым. Тәүҙә ошондай проект барлығын кеше бик белмәй ине. Икенсенән, уны асып ҡарау өсөн компьютерға ла, кеҫә телефондарына ла башҡорт клавиатураһы ҡуйылыуы мөһим. Башҡорт хәрефтәре юҡ икән, туған телебеҙҙә яҙылған берәй мәғлүмәтте эҙләй башлаһаң, ул асылмай. Хәҙер инде күптәр башҡорт клавиатураһын ҡуйып алды. Шуға күрә, уның әһәмиәтен аңлаусылар ҙа, ҡулланыусылар ҙа арта, сөнки ҡушылыусылар күбәйә. Сит яҡтарҙан да башҡортса яҙышҡан авторҙарҙың килеп сығыуы үҙенә күрә ҡыуаныслы. Мәҫәлән, япон егете Юто Һишияма башҡортса мәҡәләләрен яҙып ҡуйҙы Википедияға, был да проекттың мәртәбәһен арттыра. Ә иң мөһиме, әлбиттә, ҡуйылған мәҡәләләрҙең сифатлы булыуы. Әгәр ҙә кеше сифатлы мәғлүмәт ала икән, файҙаланыусылар, һис шикһеҙ, Википедияға ҡабаттан инә, эҙләй, бер-береһенә мәғлүмәт тапшыра. Бигерәк тә уҡытыусылар, уҡыусылар, студенттар төп файҙаланыусылар булып тора, тип уйлайым.
А. Хәлилов: Бына мин - уҡытыусы, һәм Википедиялағы мәғлүмәттәрҙе дәрестә лә ҡулланам. Күмертауҙа урыҫлашҡан милләттәштәребеҙ йәшәй. Улар балаларын, башҡортса өйрәтегеҙ, тип, беҙгә килтерәләр. Уҡытыусыға нимә ҡала инде? Рус Википедияһынан берәй мәҡәләне башҡортса яҙырға ҡушам балаға. Ошо эште башҡарған арала улар мәҡәләнең йөкмәткеһен аңлап ала. Бына шулай, Башҡорт Википедияһы урыҫлашҡан балаларыбыҙҙы яйлап ҡына асылыбыҙға ҡайтарыуы менән дә отошло. Икенсенән, Башҡорт Википедияһы аша бар донъяға Башҡортостан тураһында күберәк мәғлүмәт еткереү мөмкинлеге бар. Шуның өсөн мин уҡытыусыларға, башҡаларға Башҡорт Википедияһы тураһында һөйләйем, унда ҡатнашырға саҡырам.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА М. Бураҡаева: Ысынлап та, милләтебеҙҙе, уның тураһындағы мәғлүмәтте донъя кимәленә сығарыуҙың бер юлы ул Башҡорт Википедияһы. Беҙ интернет майҙанына ла кемгәлер яраҡлашып түгел, ә үҙ йөҙөбөҙ, үҙ булмышыбыҙ менән сығырға тейешбеҙ, тигән ҡараштамын.
Донъя картаһына күҙ һалып, XII-XIII быуаттарҙа Төрки ҡағанатында булған милләттәрҙе ҡарап сыҡтым. Унда һундар, ғағауыздар, болғарҙар, башҡорттар булған, әммә шул бөйөк ҡағанаттан башҡорт ҡына тороп ҡалған. Халҡыбыҙ ниндәй ҡанундар менән йәшәгән, ул бөгөнгәсә нисек үҙе булып ҡалған икән, тип өйрәнә башланым. Бөтөн ҡанундарыбыҙ, бөтөн һорауҙарға яуап беҙҙең халыҡ ижадында, бигерәк тә "Урал батыр" эпосында бар. Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре менән аралашып, улар менән фекерҙәш булыуымды асыҡлап, рухи туғандарҙың артыуына һәм шул юлдың булыуына ҡыуанып, проектҡа үҙемдең өлөшөмдө индерәйем тип ҡушылып киттем. Сөнки был бит беҙҙең халыҡҡа бик ҙур мәртәбә.
Азат ХӘЛИЛОВ А. Хәлилов: Википедия - заман талабы, заман күренеше тип әйтергә мөмкин. Ул тормошобоҙға ҡапыл ғына килеп инде, шуға күрә күпселек әле һаман уның эсенә инеп китә алмай, әммә уларҙы яйлап ылыҡтырырға кәрәк. Беҙҙең халыҡтың менталитеты шундай бит, ҡунаҡҡа сәғәт бергә саҡырһың, икегә килә. Әммә әлеге ваҡытта бындай ығышлыҡҡа юл ҡуйырға ярамай. Әгәр менеп етер үргә, барып етер урынға бер сәғәткә генә һуңлайбыҙ икән, урыныбыҙҙы башҡалар яулап аласаҡ. Интернет киңлегендә барыһын да секундтар хәл итә. Мәҫәлән, республика буйынса әллә күпме башҡорт теле уҡытыусыһы бар. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡорт Википедияһына инеп, үҙенең генә шәжәрәһен яҙһа ла, мәҡәләләр һаны күпкә артасаҡ. Йәштәребеҙҙе алға әйҙәүҙә лә Башҡорт Википедияһының роле бик ҙур, әммә әлегә халыҡ уны аңлап еткерә алмай.
 Рөстәм НУРЫЕВ Р. Нурыев: 2013 йылдың декабрендә ЮНЕСКО Википедия проектын булдырыусы Джимми Уэльсҡа Нильс Бор алтын миҙалын тапшырҙы. Википроект идеяһын хәҙер миллионлаған ирекмән күтәреп алды. Нимә әйткем килә, идея - идея менән, әммә ирекмәндәр булмаһа, ул проект тормошҡа ашмаҫ ине. Һәм дә донъя кимәлендә ЮНЕСКО тарафынан әһәмиәтле тип табылған проекттың, һис шикһеҙ, башҡорт милләте өсөн дә файҙаһы бик ҙур.

Башҡорт Википедяһы материалдарын дәрестә, балаларҙы туған телгә ылыҡтырыу өсөн дә файҙаланырға була, тип әйттегеҙ. Ә беҙҙең уҡытыусылар һаман да дәреслектәр юҡ, программалар камил түгел, тип зарлана...

М. Бураҡаева: Әлбиттә, илһөйәр уҡытыусы икән, ул биологиянан да, географиянан да, тарихтан да, хатта шул уҡ математиканан да, урындағы компонентты, бигерәк тә башҡорттоң ғилемен дә дәрестәрендә файҙаланасаҡ. Ни өсөндөр беҙ дөйөм кешелек ҡиммәттәренә ынтылабыҙ, әммә юл башында барыбер ҙә тәүге аҙымды яһарға кәрәклеген онотабыҙ. Дөйөм кешелек философияһын өйрәнгәнгә тиклем, беҙ тәү сиратта башҡорт философияһын белеп, шунан һуң ғына дөйөм философияға килергә тейешбеҙ. Был ҡағиҙәне бөтөн өлкәләргә ҡарата ла ҡулланырға була. Интернационализм ул патриотизмға нигеҙләнергә тейеш. Интернациональ нигеҙҙә тәрбиәләп, ҡабаттан илһөйәрлеккә ҡайтып булмай. Шуға күрә, мәғариф системаһында ла иң элек балаға үҙенең эргә-тирәһендәге тарихты, мәҙәниәтте, мөхитте һ.б. өйрәтергә кәрәк.
Г. Ситдиҡова: Был проект уҡытыусыларҙың эштәренә бер плюс ҡына. Әйтәйек, география дәресен үткән ваҡытта ла Башҡорт Википедияһын асып, үҙҙәре йәшәгән төбәк тураһында ниндәй мәғлүмәттәр барлығын ҡарап, нимә өҫтәй алабыҙ, тип уйлаһындар ине. Балалар хәҙер барыбер интернетта ултыра, шуға күрә синыф етәкселәре лә, мәктәп директорҙары ла уларҙың ваҡытын файҙалы бер яҡҡа йүнәлтергә тырышырға тейеш. Хатта география уҡытыусыларына үҙҙәренең ауылдары тирәһендәге топонимияны йыйып, Башҡорт Википедияһына индерергә тигән бурыс та ҡуйырға кәрәктер. Мәрйәм апай әйткәнсә, илһөйәр уҡытыусылар һәр фән буйынса ла ошо проектты файҙалана ала. Мәҫәлән, ботаника, зоология, биология булһын - урман кейектәре, дарыу үләндәре, ағастар һ.б. күп нәмәләрҙе, ошо өлкә буйынса эшләгән билдәле шәхестәребеҙҙе, башҡа бик күп мәғлүмәтте дәрестәрҙә төбәк компоненты булараҡ файҙаланырға мөмкин. Унан һуң, Башҡорт Википедияһында башҡорт телен ҡулланыу даирәһе киңәйә, ниндәй генә фән терминдары булмаһын, уларҙың башҡорт телендәге тәржемәһен уҡып була. Балаларыбыҙ, йәштәребеҙ бөтөн фәндәрҙәге төшөнсәләрҙе лә туған телендә белергә тейеш. Дөйөм Википедия ҡанундары буйынса, һәр телдә лә мотлаҡ булырға тейешле мең мәҡәлә бар - машина эшләү булһынмы ул, банкирҙар булһынмы, философтармы һ.б. Шуларҙы тәржемә иткән ваҡытта телебеҙ мөмкинлектәренең бик ҡеүәтле икәненә иғтибар иттем. Башҡорт Википедияһы - телдең байлығын да күрһәтеү ул. Әгәр Башҡорт Википедияһына балаларҙы йәлеп итәбеҙ икән, мәҡәлә яҙған ваҡытта уларҙың телмәре байый, аң даирәләре киңәйә, зиһене үҫешә. Һис шикһеҙ, уҡыусылар әҙер мәҡәләне ҡулланыусы ғына түгел, ә үҙе ошо виртуаль донъяны булдырыусы ла булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта Википедияның дуҫтары бик күп булыуын иҫәпкә алып, унда һәр тараф ирекмәндәре менән бергәләшеп дөйөм бер виртуаль клуб, дөйөм бер ҡор төҙөп, Башҡортостан тураһында һөйләргә, уның хозурлығын асып бирергә, телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтергә була. Был бит үҙе үк илһөйәрлек тәрбиәләй.

Интернет селтәрендә шундай ҡыҙыҡ бер һүрәт бар ине: трибуна артындағы кеше "Кем тормоштоң үҙгәреүен теләй?" тип мөрәжәғәт иткәс, аудиториялаларҙың барыһы ла ҡул күтәрә. Ә инде "Кем үҙгәреүҙе үҙенән башлай?" тиеүгә, берәү ҙә ҡул күтәрмәй. Тимәк, беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға эште үҙебеҙҙән башларға кәрәк...

А. Хәлилов: Ысынлап та, иң әсендергәне - ҡайһы берәүҙәрҙең телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу йүнәлешендә булһынмы, башҡа өлкәләме, һаман да кемгәлер ышанып, кемдеңдер килеп эшләп биреүен көтөп ятыуы. Уны беҙҙән башҡа берәү ҙә эшләмәйәсәк. Үҙебеҙ башларға тейешбеҙ. Рәхмәт, әлдә Башҡорт Википедияһын күтәреп алып барыусы Рөстәм Нурыев бар, тип ҡуям ҡай саҡта, ул ирекмәндәрҙе йәлеп итеп, кәрәкле йүнәлешкә бороп, башлап йөрөй бар эштә. Алматыға барғанда ҡайһы бер милләттәрҙең үҙ телдәрен Гугл-тәржемәсегә индергәнен күреп аптырағайныҡ. Шул ваҡытта Рөстәм Нурыев, ошо проектҡа тотонорға кәрәк, тигән теләк менән янып ҡайтҡайны, әле үҙе тотондо, яйлап тормошҡа ашырып килә. Башҡортса Гугл-тәржемәсе лә булһа, милләттең теле юғалмаясаҡ. Сөнки 2016 йылдан ҡайһы илгә барһаҡ та, ниндәй телдә аралашһаҡ та, ошо кеҫәгә һыйған электроника ярҙамында, бер ниндәй тәржемәсеһеҙ аңлашып буласаҡ.
Г. Ситдиҡова: Яңыраҡ балҡар шағиры-тәржемәсе Мөхәммәт Геккиев менән һөйләшеп алдыҡ. Ул Аҡмулланың шиғырҙарын балҡар теленә тәржемә итә башлаған. Минән урыҫсаға һүҙмә-һүҙ тәржемә итеп биреүҙе һорай. Ғәмәлдә бит беҙҙең телебеҙ оҡшаш. Ниңә Гуглда башҡортса тәржемәсе юҡ, нишләп һүҙлек эшләмәйһегеҙ, ти. Мин ул эштең йәмәғәт башланғысында ғына эшләнеүен әйттем. Ә улар беҙҙең республика шундай бай булғас, дәүләт ярҙам итә, хөкүмәт кимәлендә эшләйҙәр, тип уйлай. Юҡ, Википедия ла, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәр ҙә бер ниндәй түләүһеҙ йәшәп килә. Ҡайһы саҡ, нишләп Башҡорт Википедияһында теге йәки был нәмә хаҡында мәғлүмәт юҡ, тип һорайҙар. "Ә ниңә үҙең яҙмайһың? Нимәлер хаҡында мәҡәлә юҡ икән, теләгән кеше үҙе инә лә яҙа. Уға бер кем дә ҡушмай, бер кем дә аҡса түләмәй. Милләтеңде яратаһың икән - инәһең дә эшләйһең", - тип яуаплайым. Әле бына мәҡәлдәрҙе өҫтәшеүсе бер авторыбыҙ - Фирүзә Хөсәйенова килеп сыҡҡанына бик һөйөндөм. Алла бойорһа, мәҡәлдәр буйынса ла инкубаторҙан да сығып алырбыҙ әле.

Ҡайһы бер урындарға интернет селтәренең барып етмәгәнен, шулай уҡ Википедия проекты менән саҡ таныша башлаусыларҙың да барлығын иҫәпкә алып, инкубаторҙың нимә икәнен дә аңлатып китеү кәрәктер...

Г. Ситдиҡова: Инкубаторҙы ябай ғына итеп себеш сығарыу менән сағыштырырға була: инкубаторҙағы йомортҡалар яйлап-яйлап үҫешә-үҫешә бер көн себеш булып килеп сыға. Википедияла ла шулай: ниндәйҙер бер бүлек асыла ла, ул бөтөн халыҡ ҡуллана алырлыҡ кимәлгә еткәнсе, инкубаторҙа үҫтерелә. Әле мин инкубаторҙа ВикиӨҙөмтә тигән проектта мәҡәл-әйтемдәр яҙам. Әйтеп үтеүемсә, эшемде бөтөн файҙаланыусылар күрә башлаһын, эҙләгестәр табып бирә алһын өсөн даими рәүештә ярҙам итеп торған кешеләр, проектты тулыландырыу, камиллаштырыу, әлеге лә баяғы шул система төшөнсәләрен тәржемә итергә кәрәк. Бына ошо йәһәттән кешеләрҙең инеп, проектҡа ҡушылып китеүе бик мөһим. Башлаған ҙур-ҙур эштәр бар, үкенескә күрә, улар себеш булып үҫеп етә алмай, йомортҡаны ярып сыға алмай ята. Уның ниндәй ваҡытта сығыуы - оҙаҡмы, тиҙме - ирекмәндәрҙең әүҙемлегенә бәйле.
Унан тыш, инкубаторҙа һүҙлектәргә лә баш һалып ҡуйғанбыҙ. Башҡортса-монголса һүҙлеккә байтаҡ һүҙҙәр индерҙем. Әзербайжанса-башҡортса һүҙлек башлап ҡуйғанмын. Уларҙы үҫтереү йәһәтенән тел белгестәренә ҙур өмөт бағлайым. Мәҫәлән, инглиз, алман (немец), француз телен туранан-тура башҡортсаға тәржемә итеп, сит телдәр уҡытыусыларының, ғөмүмән, башҡорт телен камил белгән кешеләрҙең әүҙем ҡушылыуы зарур. Ҡайһы берҙә, мин бит ул телде камил белмәйем, тип, һүҙлеккә тотонорға ҡурҡалар. Мин дә монгол телен камил белмәйем, шулай булһа ла тотондом, сөнки мин уны эҙләгес-тәржемәселәр аша, рус теле аша тәржемә итәм.
Р. Нурыев: Иң башта Википедия проекты ғына булды һәм ул 287 телдә алып барыла ине. Шунан, беҙгә лә ул бүлек кәрәк, тип, башҡа халыҡтар килә башланы. Ҡайһы бер бүлектәр бөтөнләй йәшәмәй, үле тора. Шуның өсөн донъя кимәлендә тикшереп, тәжрибә үткәреп, үҙенең йәшәүен иҫбатлай алған проектты артабан үҙаллы сығарыу өсөн инкубатор булдырылды. Хәҙер инкубаторҙа Википедияның ғына 493 тел проекттары ята, үткән йылда асылған Сыбыр Википедияһы (себер татарҙары) вәкиле беҙгә конференцияға киләсәк. Беҙ инкубаторҙа башҡортса китапхана, һүҙлек, өҙөмтә бүлектәрен эшләнек. Шул уҡ ваҡытта яңылыҡтар бүлеген эшләргә була, был йүнәлеште журналистар башлаһа, бик шәп булыр ине. Сәйәхәтсе (ВикиГид) бүлеге бар. Викитөрҙәрҙә тик биологик төрҙәр тураһында яҙыла.

Тимәк, илһөйәрлек сағылышының бер критерийы булып Википедияла әүҙем яҙышыу ҙа тора?

Г. Ситдиҡова: Википедияла ла илһөйәр кеше эшләүе мөһим. Беҙҙең әле мәҡәләләр күп, уларҙы тулыландырыу ҙа, төҙәтеү ҙә кәрәк, сөнки ҡайһы берҙә кереп, вандализм менән шөғөлләнеүселәр, йәғни мәҡәләләрҙе боҙоп төҙәтеүселәр ҙә бар: шәхестәребеҙҙе икенсе милләт итеп яҙыусылар булһынмы, йәки булған ҡаҙаныштарҙы кәмһетергә тырышһындармы. Шуның өсөн дә беҙҙең мәғлүмәтле, белемле кешеләребеҙ мөмкин тиклем быға битараф булмаҫҡа тейеш. Википедияға бөтөн донъянан инәләр, тимәк, башҡорт телендәге мәҡәләләр юғары сифатлы һәм ғәрипләнмәгән булырға тейеш. Ярҙамсылар бик күп кәрәк. Беҙҙең әле булғандары бик тырыш һәм мәғлүмәтлеләр, әммә был ғына көс етерлек тип әйтеп булмай. Һәр башҡорт үҙе инеп, һис юғы, үҙенең шәжәрәһе, ата-бабаһы тураһында яҙып сыҡһа ла файҙа булыр ине. Сөнки һәр затта тормошта, бала тәрбиәләүҙә үрнәк булырлыҡ күренекле кешеләребеҙ етерлек. Беҙ ана шуларҙы ла күрһәтергә тейешбеҙ. Әйткәндәй, рус телендәге мәҡәләләргә лә, әгәр ул беҙҙең Башҡортостан, шәхестәребеҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ һ.б. тураһында икән, инеп ҡарап йә тулыландырып, йә төҙәтмә һалып сығам. Беҙгә бөгөнгө көн батырҙарыбыҙ тураһында һөйләргә, рус телендәге мәҡәләләргә лә ҡул тығырға, яңыларын яҙырға кәрәк. Үҙ йөҙөбөҙҙө ниндәй телдә булһа ла күрһәтеү мөһим. Әле Вячеслав Черневтың эсперанто телендә, хатта немец теленең ҡайһы бер диалекттарында, поляк телендә башҡорт теле тураһында мәҡәләләр яҙғанына һөйөнәм. Был да ҙур эш. Тел белеү - ул байлыҡ, был байлыҡ милләтебеҙҙе күрһәтеү, аңлатыу, бәйләнештәр булдырыу өсөн бик-бик кәрәк һәм уны тел белгән йәштәребеҙ мөмкин тиклем файҙаланырға тейеш.

Брендтарыбыҙ бик күп, әммә ни өсөн Башҡортостанды ситтә белмәйҙәр? Википедия аша ошо брендтарыбыҙҙы донъяға күрһәтеү ҡулайыраҡ та, уңайлыраҡ та, отошлораҡ та түгелме?

Р. Нурыев: Википедия төрлө халыҡтарҙың телендә алып барыла. Һәм бер үк мәҡәләне төрлө телдәрҙә яҙырға була. Башҡорт Википедияһының 10 йыллығына арнап, башҡа телдәрҙәге бүлектәрҙә Башҡортостан тураһында мәҡәләләр яҙыу буйынса "Башҡортостан - Википедияла" тигән халыҡ-ара конкурс иғлан итергә ниәтләнәбеҙ. Мотлаҡ ниндәйҙер айырым бренд менән сикләмәйбеҙ. Яҡын көндәрҙә Башҡортостан энциклопедияһы үҙенең ете томлығын онлайн версияға сығара һәм был башҡа телдәрҙәге википедиясыларға, ошо мәғлүмәттәргә таянып, Башҡортостан тураһында мәҡәләләр яҙыуға төплө нигеҙ буласаҡ. Конкурс булғас, дәртләндереү сараһын да уйлап табырға кәрәк. Был, әлбиттә, өс кеше генә хәл итә торған эш түгел, бында дөйөм башҡорт халҡы бергәләшеп эшләһәк, сит милләттәрҙән ярҙам итешергә, эште ойошторошоп ебәрергә әҙер кешеләр бар. Беҙгә бында эште башлап, күрһәтеп кенә бирергә кәрәк. Әле генә Мәскәү ҡалаһы "Узнай Москву из Википедии" тигән конкурс башлап ебәрҙе. Әммә ул рус Википедияһында. Дөйөм Википедияла ла шундай конкурстар булып тора.
Г. Ситдиҡова: Әгәр ҙә "Узнай о башкирах на языках мира" тигән конкурс эшләһәк, бигерәк тә отошло буласаҡ. Мәҫәлән, инглиз телендә беҙҙең башҡорттар тураһында, Башҡортостан тураһында нимәләр яҙылған икән? Ул бит донъя кимәлендәге аралашыу теле. Шулай булғас, бында, минеңсә, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш, тип уйлайым. Әллә ниндәй ҙур проект төҙөп тораһы ла, аҡса ла һалаһы түгел. Үҙебеҙҙең ирекмәндәрҙе, ҡоролтайсыларҙы йыйып, ошо хаҡта етди һөйләшергә генә кәрәк. Башҡорт Википедияһының 10 йыллығын үткәргәндә лә Ҡоролтай ситтә торорға тейеш түгел. Сөнки был милләт өсөн телде һаҡлау, башҡортто, Башҡортостаныбыҙҙы, тарихыбыҙҙы күрһәтеү, алдағы көндәге үҫеш йәһәтенән дә бик мөһим сара.
М. Бураҡаева: Үҙебеҙҙекен үҙебеҙҙеке тип иҫбат итеп өйрәнергә ваҡыт инде беҙгә. Башҡорт Википедияһы - ул донъяға ишек, донъя киңлегенә алып сығасаҡ оло юл. Был юлға беҙ үҙебеҙҙең барлығыбыҙҙы ғына түгел, ә ниндәйлегебеҙҙе белеп-белгертеп булғанын раҫлап аяҡ баҫырға тейешбеҙ. Юғиһә булғанын юҡҡа сығарырға әҙер торабыҙ йәки дөйәләй олоғара эш башлаған саҡта төймәләй генә мәсьәләлә бәхәс ҡуптарабыҙ. Мәҫәлән, төрөктәрҙәге мәғлүмәттә Ерәнсә сәсәндең Башҡортостанда Үрген ауылы эргәһендә ерләнеүе хаҡында әйтелгән. Ә Үрген ауылы тирәһендә бер ни ҙә юҡ. Шуға күрә, Үрген ауылы кешеләренән һорашып, киң билдәле сәсәндең ҡайҙа ерләнгәнен белеп, таш ултыртыу мәсьәләһен күтәрҙем. Ул саҡтағы район етәксеһе Марат Түләбаев был эште ихлас күтәреп алды. Әммә ауыл ҡарттары араһында бәхәс китте. Һигеҙ урынды билдәләнеләр. Аты менән ҡуша һикергән ҡая аҫтын да күрһәттеләр. Әммә унда бер кем дә барып йөрөмәйәсәк, әйҙәгеҙ, иң матур, кеше йөрөрлөк урынға таш ултыртайыҡ, тип, район етәксеһенең ҡәтғи ҡарары менән урын һайланды. Йәки бына Учалы районы Ҡунаҡбай ауылы мәктәбендә Александр Матросовҡа музей асылған саҡта барғайным. Ҡаҙандан да ике егет килгәйне. Улар А. Матросовтың Шәкирйән Мөхәмәтйәнов икәнлеге раҫландымы, тип һорашып торҙо. Энциклопедияға индереп ебәрәбеҙ, тип тә хәбәр һалдылар. Индергәндәр, хатта милләтен татар тип яҙғандар. Ә беҙ, журналист Рәүеф Насиров ярты ғүмерен сарыф итеп иҫбат иткән мәғлүмәттең дә дөрөҫлөгөн раҫларға ҡурҡып, үҙ энциклопедиябыҙҙа уның милләтен яҙмағанбыҙ! Үҙебеҙҙең рухи байлығыбыҙға битараф булыуыбыҙ арҡаһында байтаҡ ҡиммәттәребеҙҙән ҡолаҡ ҡағыуыбыҙ ихтимал. Википедия аша бик күп нәмә эшләп була. Тағы бер тапҡыр әйтеп китеүҙе урынлы тип һанайым: ошо киң ҡоласлы мөмкинлекте файҙаланып, донъя киңлегенә үҙебеҙҙекен бирмәй, башҡаларҙыҡына ҡул һуҙмай сығырға кәрәк. Раҫланмаған рухи байлығыбыҙ бихисап беҙҙең. Өйрәнергә, раҫларға, киләсәк быуынға бәхәсһеҙ мәғлүмәт ҡалдырырға кәрәк.

Википедияла белемле, ғилемле кешеләр эш башланы. Бәлки, был эшкә ҡушылырға теләүселәрҙә, юғары планка ҡуйылды, беҙ уларҙың кимәленә етмәгәнбеҙ әле, тигән баҙнатһыҙлыҡ барҙыр?

Р. Нурыев: Интернетта кемдең кем икәне түгел, уның әйткән фекере, эшләгән эше мөһим. Шул уҡ уҡытыусы Башҡорт Википедияһында донъя кимәлендәге абруйлы ғалим булып танылып китеүе ихтимал. Төплө фекер менән яҙһа, тиҙ арала үҙен шул тиклем юғары кимәлгә күтәрәсәк. Нигеҙле, дәлилле итеп яҙмаһа, уны викийәмғиәт ҡабул итмәйәсәк. Башҡаларҙың фекерен инҡар итмәйенсә, үҙеңдекен иҫбатлай белергә кәрәк. Юҡһа, бар көсөн башҡа фекерҙе хурлап бәхәсләшеүгә һалған, үҙенекен иҫбатлай алмаған дәрәжәле ғалимдарға "туҡмаҡ" эләккән осраҡтар ҙа бар. Әммә Википедиянан ҡурҡмайынса яҙышырға кәрәк. Викийәмғиәт, дөйөм алғанда, ыңғай ҡарашлы ирекмәндәрҙән тора, белмәгәндәргә итәғәтле итеп ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр.
Г. Ситдиҡова: Минең дә, Башҡорт Википедияһына яҙғанда хаталаныуҙан ҡурҡмағыҙ, унда бит хакимдар бар, улар йә төҙәтә, барырлыҡ булмаһа, үткәрмәй, тип яҙғаным булды. Үҙемдең "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмдәрҙә һәр ваҡыт аңлатыу алып барам. Әйтергә кәрәк, беҙҙең халыҡ барыбер ҙә интернетта әүҙемләшә һәм кәйефе лә үҙгәрә. Башта, 3-4 йыл элек, илаулау күп ине. Хәҙер позитив күбәйә башланы, сөнки, һәр кеше ҡулынан килгәнен эшләргә тейеш, тигәнгә баҫым яһап яҙыусы авторҙар йоғонто яһай. "Үҙ йортоңдан башла!" - шулай тип яҙалар хәҙер бик йыш.

Апрель аҙағында тарихыбыҙҙа беренсе тапҡыр Вики-Һабантуй уҙғарыла. Ул ниндәй форматта үтәсәк һәм уның төп маҡсаттары нимә-лә? Әлеге ваҡытта ойоштороу мәсьәләләрендә ниндәй ҡыйынлыҡтар бар?

Р. Нурыев: Башҡорт халҡының брендтарының береһе булған Һабантуй рәүешендәге был асыҡ сара 24-26 апрелдә үтәсәк. Төп сара - ғилми-ғәмәли конференция 25 апрелдә Башҡорт дәүләт университетында буласаҡ. Уға кем теләй, шул килә ала. Төп маҡсаты - донъя кимәлендә ошо йүнәлештә ниндәй эшмәкәрлек барғанын үҙебеҙҙең халыҡҡа күрһәтеп, һөйләп биреү. Ситтән килергә теләүселәр (Филиппин, Алжир, Израиль, Эстония, Польша, Украина, Ҡаҙағстан), сығыш яһарға теләүселәр байтаҡ һәм планлаштырған бер көнгә һыябыҙмы, юҡмы, тип тә уйлай башланыҡ. Тәүҙә уны йәйгеһен, һабантуй менән бер ваҡытта үткәреүҙе күҙаллағайныҡ, әммә ул ваҡытта ғәмәли яғы булыр, ғилми яғы юғалып ҡалыр ине. Ә беҙгә сараның ғилми яғы ҡәҙерлерәк. Шуға Вики-Һабантуй форматын һайланыҡ, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алған беренсе көндә символик рәүештә булһа ла һабантуйҙа булған милли уйындарыбыҙҙы күрһәтергә ниәтләйбеҙ.
Икенсе маҡсат - донъя кимәлендә ҙур, көслө википедиялар ғына түгел, ә барлыҡ халыҡтарҙың да үҙҙәренең википедияһы булыуын, уларҙы үҫтереү милләттең ҙурлығына ла, бәләкәйлегенә лә ҡарамай, тап шул халыҡтың үҙенең бурысы булып тороуын аңлатыу. Беҙгә килгән ҡунаҡтарҙан үҙебеҙгә файҙаны күберәк алып ҡалырға кәрәк. Улар бит аҙаҡ Башҡорт Википедияһынан башҡорт халҡы тураһындағы материалдарҙы үҙҙәрендә урынлаштырасаҡ.
Г. Ситдиҡова: Был сара Хөкүмәт тарафынан уҙғарылмай, йәмәғәт башланғысында, шуға уны үткәреү ҙә күмәк көс талап итә, ирекмәндәр кәрәк. Иғәнә йыйыу бик аҡрын бара. Мәҡәлә яҙмайҙар икән, һис юғы, ошо иғәнә йыйыуғамы, башҡорт милли ризыҡтарын әҙерләп килтереүгәме үҙ өлөшөн индерһен ине милләттәштәребеҙ. Ситтән кешеләр килә икән, беҙ уларға ҡунаҡсыллыҡты ла, аш-һыу байлығын да, ҡунаҡ саҡыра белеү мәҙәниәтен дә күрһәтеп ҡалырға тейешбеҙ. Был Википедияның йөкмәткеһенә генә ҡайтып ҡалмай, беҙ үҙебеҙҙең ниндәй милләт икәнлегебеҙҙе күрһәтәбеҙ.
Р. Нурыев: Теләгәндәр интернет селтәренә инеп, башҡортсамы, руссамы, инглизсәме, "Вики-һабантуй-2015" тип яҙып эҙләһә, Башҡорт Википедияһында асылған ошо биткә барып юлығасаҡ. Унда иғәнә йыйыу өсөн уң яҡта махсус иҫәп бирелгән. Күңелендә башҡорт рухын йөрөтөүсе, "Мин булмаһам, кем һуң?" тип уйлаусы илһөйәр, телһөйәр милләттәштәребеҙ ошо иҫәпте тулыландырыуға үҙ өлөшөн индерһә, бик сауаплы эш булыр ине.

Шулай итеп...
Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев үҙенең бер шиғырында:
Кәрәк түгел милләтем тип тамаҡ ярыу,
Кәрәк бары милләт өсөн юлдар ярыу,
Кәрәк бары көн-төн тимәй алға барыу,
Берләшәйек, барлыҡ донья
башҡорттары! - тип оран һала икән, бөгөн әңгәмәлә ҡатнашыусылар берләшеүҙең бер урыны итеп Башҡорт Википедияһына һәм туғандаш ВикиКитапхана, ВикиӨҙөмтә (Мәҡәл), ВикиҺүҙлек проекттарына саҡыра!

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.04.15 | Ҡаралған: 2110

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru