«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕШЕЛЕКТЕҢ ҠОТОЛОУ ЮЛЫ – ТӘБИҒӘТКӘ КИРЕ ҠАЙТЫУ
+  - 

Дамир Шәрәфетдинов Дамир менән танышҡандан алып бер туҡтауһыҙ һөйләшәбеҙ, төрлө темаларға әңгәмәләр алып барабыҙ. Бындай фекер алышыуҙар үткән быуаттың 90-сы йылдар башында Дамир Белорет районының "Урал" гәзитендә эшләп йөрөгән саҡта танышҡас та уҡ башланғайны. Тора-бара беҙҙең бындай әңгәмәләшеүҙәр шиғри әйтеш формаһы алып, "Шоңҡар" журналында, "Киске Өфө" гәзитендә, Дамирҙың шиғыр китабында баҫылды. Әле килеп беҙгә"Ағиҙел" журналының бер бүлмәһендә ултырып эшләргә насип булды. Әңгәмә-һөйләшеүҙәребеҙ, хәҙер инде арыуыҡ ҡына тормош тәжрибәһе туплағас, тағы ла тәрәнерәк юҫыҡта дауам итә. Дамирҙың түңәрәк йәше етеп килеүен иҫкә төшөрөп, бер көн диктофонымды тоҡандырып, дуҫымдың ошо фекерҙәрен яҙып алдым. Бында, әлбиттә, шағирҙың мең дә бер кисенең бер кисендә генә әйткән фекерҙәре.
Шағир, прозаик, тәржемәсе, журналист Дамир Шәрәфетдинов Белорет районының Көнбә ауылында Зөлфиә һәм Мөлкаман Шәрәфетдиновтарҙың 12 балалы ғаиләһендә 10-сы бала булып донъяға килгән. Дуҫым әңгәмәһен бәхетле баласағын иҫкә алыуҙан башланы.


Атайым

Атайым Мөлкаман Әхмәтйән улы ике һуғышта (фин, Бөйөк Ватан һуғыштары) ҡатнашҡан, әммә һуғышта күргәндәрен бер ваҡытта ла һөйләмәне. Осрашыуҙарға йөрөргә тырышманы. Ә бына Германиялағы тормош, немецтарҙың көнкүреше хаҡында һөйләгәне хәтерҙә. Бер эште яңылыш эшләһәң, "немецтар бына уны бер ҡасан да улайтмай", тип әйтер ине. Ғөмүмән, атайыбыҙ һүҙгә әүәҫ булманы. Минең хәбәр һатырға яратыуым күберәк әсәйемдән киләлер. Атайыбыҙ ике генә класс белеме булһа ла, башҡорт телендәге бөтә матбуғатты алдырып, кистәрен шәм яҡтыһында ижекләп уҡып, бик оҙаҡ ултырыр ине. Бик талапсан булды. Ул төн уртаһында эштән ҡайтып инә лә, ашап алғас, ишек алдына, һарайға сығып, көндөҙ беҙгә ҡушҡан эштәрҙең үтәлеү-үтәлмәүен тикшереп инә. Әгәр ҙә эшләнмәгән булһа, иң өлкән ағайҙы шундуҡ уятып, теге эште башҡарырға сығарып ебәрә. Һуңынан тикшерә. Иртәгеһен өлкән ағай инде беҙҙе эшкә егә. Беҙҙең ғаиләнең "баҫҡыслы" субординацияһы шул рәүешле ҡоролғайны.
Ауыл советы депутаты булараҡ та, атайыбыҙ бик талапсан, принципиаль, ғәҙел булды. Иҫләүемсә, бәләкәй сағымда сход йыйып, бер апайҙы ауылдан ҡыуып ебәрҙеләр. Ауылдан ҡыуырлыҡ булғас, ғәйебе лә булғандыр инде. Беҙ бәләкәй саҡта ауылдың община системаһы эшләп, унда атайыбыҙ төп ҡылда уйнай ине.
Мин ун ике йәшемдән атайыма эйәреп урманға йөрөй башланым. Уның ентекле һәм тынғыһыҙ холҡона аптырай инем. Бер генә маҡсат менән йөрөмәне ул урманға. Бер юлы егермеләп эште башҡарырға тип барҙы. Ул бер юлы һәнәк һаплыҡ ҡарай, ағасын ҡырҡһа, ботаҡтарынан миңә миндек бәйләргә ҡуша. Шундуҡ һалабашҡа йүкә ағасы ҡарап ҡайта, ҡайын туҙынан тырыз әтмәләп тә өлгөрә. Урманда йүкә һыҙырырға ла өйрәтте ул миңә. Ғөмүмән, атайым урманда йөрөгәндә ниндәйҙер ағас, үлән, таш күрһә, бынан нимә эшләп була, тип уйлай башлай ине. Уның ошо ғәҙәте миңә күскәндер. Мин дә, журналист булараҡ, ҡайҙалыр нимәлер күреп ҡалһам, ул фотомы, тарихи документмы, башҡа төрлө сығанаҡмы, шуны, кәрәк булыр әле, тип һаҡлайым.

Бала сағым баҫмаһы

Хәҙерге тормошом менән сағыштырғанда, бала сағым күпкә сағыуыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ ине. Был заманға түгел, ә үҙем тыуып үҫкән ғаиләгә һәм яҙмышыма бәйле. Әллә ни ауырлыҡтар, ҙур бәләләр, ҡайғылар эләкмәне бала сағымда. Ул саҡта ҡыҙыҡлы һәм тулы ҡанлы тормош булды. Ауылыбыҙ ҙур түгел, егермеләп кенә өйҙөң һәр береһендә унарлаған бала булып, ҙур бер ғаилә булып йәшәнек. Беҙ, малайҙар һәм ҡыҙҙар, үҙебеҙҙе ҙур бер ғаиләлә йәшәгән һымаҡ итеп тойҙоҡ. Кемдәргә генә барһаң да, уларҙа нисәгә тиклемдер ултыраһың да, йоҡлап ҡалаһың. Иртәгеһенә шул уҡ өйҙән мәктәпкә юлланаһың. Ауылыбыҙ ҡаланың егерме фатирлы биш ҡатлы йорто һымаҡ булды. Ҡалала иһә, биш ҡатлы йортта ғүмер буйына йәшәп тә, күрше күршеһен белмәүе бар. Беҙ бала саҡта, кем әйтмешләй, моғайын, шул коммунизмда йәшәгәнбеҙҙер. Биш йәшлек бала өйөнән сығып китеп, ҡайҙа барһа ла, кемдә ашап-эсеп, йоҡлап сыҡһа ла, ата-әсәһе уның өсөн борсолманы. Ауылыбыҙ үҙ ҡанундары менән йәшәгән үҙенә күрә бер айырым дәүләт, ижтимағи ойошма кеүек ине. Хәҙер ундай ауылдар ҡалдымы икән? Бала сағым бәхетлерәк булған. Сағыштырып ҡарағанда, бөгөн донъя күпкә хәүефлерәк, хөртөрәк, насарыраҡ. Кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу һылтауы менән шул тормошто емереү кәрәк булдымы икән? Ул ваҡытта кеше күп йәһәттән яҡлаулы, һаҡлаулы ине. Медицина, мәғариф, фатир бушлай булды, кешенең төп йәшәү сығанағын тәьмин итерлек эше булды.
Беҙҙең ауылда, аптыраған көндән тип әйтәйемме, бик матур бер йола бар ине. Яҙ һайын ауылыбыҙ янындағы Инйәрҙә һыу ташып, ярҙарына кире ҡайтҡас, ауылыбыҙҙың арты менән шыуғанынан алып таяҡҡа таянғанына тиклем сығып, бер көн эсендә яҙғы ташҡын алып киткән баҫма урынына яңыһын һалып ҡуя торғайныҡ. Бер көн эсендә йәйәүле кеше атлап сығып йөрөрлөк баҫма әҙер була. Кис күмәкләп аҡса йыйып, бер кешенең һарығын һатып алып, шуны бешереп, ауылыбыҙ менән йылға ярында байрам ойоштора инек. Беҙҙең өсөн баҫма йылға аша сыға торған ҡоролма ғына түгел, оло донъя менән тоташтырыусы, бер маҡсатта ойоштороусы ысул, сара ла булды. Хәҙер иһә был "баҫма"ны интернет алыштырҙы, тик ул, баҫманан айырмалы рәүештә, кешеләрҙе берләштереү урынына айырҙы ғына. Беҙ, малайҙар, өлкәндәргә эйәреп, ауылыбыҙға исем биргән бәләкәй генә Көнбә йылғаһы аша үҙебеҙгә "баҫма" һалып маташа инек.

Айырымланыу

Глобалләшеү күренеше киң һынылыш алған һайын, айырым кешенең йәшәү даирәһе тарая бара. Кеше үҙе башҡалар менән аралашыу сиктәрен яба, ишегенә йоҙаҡ ҡуя, ҡоймалар бейегәйә. Хәҙер балалар ҙа урамға сығып, күрше балалар менән аралашыу, уйнау урынына, өйөндә экранға төбәлә, оло донъяға интернет аша ғына сығыуҙы хуп күрә. Был хәл беҙҙең бәләкәй генә ауылда ла күҙәтелә. Тотош ауылдағы айырымланыу бер хәл, ғаилә эсендә лә һәр кем үҙенең бүлмәһенә бикләнеүҙе хуп күрә. Бер һалға ултырып, бер йылға буйлап йөҙөргә тейешле ғаилә ағзалары һәр ҡайһыһына айырым һал төҙөй. Артабан фатирҙың һәр бүлмәһендә лә телевизор, телефон, интернет барлыҡҡа килә, һәр ғаилә ағзаһы үҙенә еңел машина һатып ала. Бергәләшеп табын янында кис ултырыуҙар ҙа онотола башланы. Был ваҡытта һәр кем үҙ бүлмәһендә айырым программа ҡарай, йәғни айырым тормош менән йәшәй. Көндән-көнгә Америка индивидуализмы Рәсәй коллективизмын еңә бара. Был иң беренсе нәүбәттә ғаиләләрҙе, милләттәрҙе, һуңғы сиктә дәүләттәрҙе тарҡатыуға килтерәсәк. Шул уҡ ваҡытта бер үк енестәге кешеләрҙең никахына Европаның алдынғы тип иҫәпләнгән дәүләттәре "йәшел урам"аса. Хәҙер барлыҡ сиктәр юйыла, иң аҙаҡтан кеше бер үҙе тороп ҡалмаҫ, тимә. Донъя берләшкән һайын, кешеләр бер-береһенән алыҫлаша.
Тағы ла бер күренеш: ауылдар ҙурайған һайын, уның берҙәмлеге тарҡала башлай. Икенсенән, уртаҡ бәләләр кешеләрҙе берләштерә. Тормош яҡшыра барған һайын кешеләрҙең бер-береһенән алыҫлаша барыуын да ошоноң менән аңлатып булалыр. Йәшәү рәүеше лә кешеләрҙе берләштерә. Элек беҙҙең ауылда электр уты юҡ саҡта ҙур мискә менән кәрәсин алып киләләр ине. Шул кәрәсинде һәр өйгә тигеҙ итеп бүлә торғайнылар. Бында, теләйһеңме-теләмәйһеңме, бүлешеүҙә ҡатнашаһың. Сөнки яҡтылыҡ ихтыяжы быны һиңә мәжбүр итә. Хәҙер беҙҙең ауылда "Ильич лампалары" яна һәм кәрәсин бүлеү, йәғни күмәкләшеп бер мәсьәләне хәл итеү ихтыяжы ла юҡҡа сыҡты.
Беҙ әле "Барыбыҙ бер ғаилә, дуҫтарым бихисап" тип "Бәйләнештә" сайтында ултырған булабыҙ. Ысынында беҙ бер-беребеҙҙән шул тиклем алыҫтабыҙ. Нисек кенә сағыу булмаһын, виртуаль аралашыу тәбиғи аралашыуға етмәй. Нимә ул виртуаль донъя? Ул алдаҡ донъя. Унда һин кем менән аралашып-дуҫлашып ултырғаның ла белмәйһең. Кем әйтмешләй, кемгәлер дуҫ булыр өсөн уның менән кәмендә бер бот тоҙ ашарға ла кәрәк бит әле. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ төшөнсәһенә еңел генә ҡараш барлыҡҡа килә. Ҡыҙҙар, бәлки, был сайт аша ғүмер буйына аралашырға ла ризалыр. Ә беҙ, ир-ат, ул кешене яҡындан күргебеҙ, һөйләшкебеҙ, тотоп ҡарағыбыҙ килә.
Интернетты, компьютерҙы мин кешелек үҫешенең ҡыҫҡа ғына осоролор, тип уйлайым. Әле был осор беҙҙә кәмендә илле йыл бара. Ундай технократик осорҙар кешелек тарихында бик күп булған. Заманында кино һәм кинотеатрҙар уйлап сығарылғас, был күренеш мәңгелек дауам итер, тип уйлағайныҡ. Юҡ, булманы, телевизор уйлап табылғас та, кинотеатрҙарға йөрөмәй башланылар. Шунан компьютер, интернет барлыҡҡа килгәйне, телевизор икенсе планға күсте. Пейджерҙы кеҫә телефондары, хатты электрон почта алыштырҙы. Технократик үҫеш юлы - ул бер ҡайҙа ла алып бармаған юл ул. Ул кешене һәр ваҡыт "тупик"ҡа алып килеп терәй. Килер бер көн, кешелек интернеттан да ялҡасаҡ, уны башҡа ысул алмаштырыр йә булмаһа ул тик эш өсөн кәрәк урындарҙа ғына ҡаласаҡ.

Иммунитет - тәбиғәттә

Шундай һорау: ни өсөн кешегә ҡарағанда бик күп тапҡырҙар насарыраҡ, санитария нормаларына тап килмәгән шарттарҙа йәшәгән хайуандар һәм йәнлектәр яман шеш ауырыуынан азат һуң? Был һорауға яуап бирер алдынан шундай һорауға ла яуап талап ителә: нимә һуң ул яман шеш ауырыуы? Яман шеш, ҡәҙимге шештән айырмалы рәүештә, бар тәнгә таралып, башҡа күҙәнәктәрҙе лә һәләк итә. Яман шешкә организмдың ҡаршы тороу көсө - иммунитеты булмай. Иммунитет фәҡәт тәбиғәттә йәшәгән тере йәндәрҙә тәбиғи юл менән барлыҡҡа килә. Тәбиғи шарттарҙа йәшәгән организм һәр төрлө сиргә ҡаршы дауаһын да барлыҡҡа килтерә. Хайуандар менән йәнлектәрҙең яман шеш ауырыуынан азат булыуы уларҙың тәбиғәттән айырылмауы менән аңлатыла ла инде. Ә кеше күптән инде тәбиғәттән киткән. Беҙ тәбиғәткә экскурсияға, походҡа ғына барып ҡайтабыҙ ҙа, вәссәләм. Беҙ тәбиғәттән ҡасҡанбыҙ ҙа, ауырыуҙарға һәм сирҙәргә килеп ҡапҡанбыҙ. Эт менән бесәй ныҡ ауырый башлаһа, тәбиғәткә сығып китә лә, кәрәкле үләндәрҙе табып ашап, тиҙ генә һауыға ла ҡуя. Беҙ ҙә халыҡ медицинаһына ҡайтырға ынтылабыҙ ҙа ул, әммә бәйләнеш өҙөлгәнлектән, был медицинаның иң примитив ысулдарын ғына ҡулланабыҙ.
Иммунитет - тәбиғәттең үҙендә. Кеше иһә йөҙ йыл инде тәбиғәттән айырылып йәшәй. Һатып алған һөттө һыуытҡысҡа ултыртып, аҙна һуҙымында эсәбеҙ. Аҙна-ун көн буйына әсемәгән ниндәй һөттөр инде ул? Һауылған һөттөң файҙалы мөҙҙәте ике сәғәт. Беҙ һөттө төрлө химик элементтар ҡушып, оҙаҡ һаҡлап эсеп, үҙебеҙгә зыян ғына килтерәбеҙ.
Прививка ысулы менән иммунитетты күтәрергә тырышабыҙ. Уның составында көсһөҙләнгән ауырыу, сир вирустары була. Йәғни кешене көтөләсәк ауырыу менән алдан уҡ ауырытып, уға ҡаршы иммунитет уятырға итәбеҙ. Әммә прививка - ул яһалма иммунитет, барыбер ҙә организмдың үҙе барлыҡҡа килтергән иммунитеты түгел. Прививка яһаған осраҡта организм, халыҡ теле менән әйткәндә, "яман өйрәнә" һәм прививка яһамаған икенсе осраҡта ауырыуға ҡаршы тора алмай. Ауырыған саҡта тән температураң күтәрелһә, ҡыуанырға кәрәк. Сөнки көслө организм ғына үҙендәге вирустарҙы үлтерер өсөн тән температураһын күтәреүгә һәләтле. Беҙ иһә был осраҡта ла тән температураһын төшөрөү сараһын күрәбеҙ. Ҡоштар ни өсөн бер ваҡытта ла ауырымай? Сөнки уларҙың тән температураһы даими рәүештә 41 градус. Ә беҙ медицина фәненән шуны беләбеҙ: бындай юғары температурала барлыҡ вирус-бактериялар, шул иҫәптән яман шеш вирустары һәләк була.

Кем йыртҡысыраҡ?

Зоотехник булараҡ, хайуандар, йәнлектәр тормошон ситтән күҙәтеп, кешелек өсөн шундай һығымталар яһаным. Кешеләр үҙҙәрен тереклектең шундай бер элиталы өлөшө тип һанап, үҙҙәренең дә хайуан булыуын онотҡан. Үҙен юғары, башҡаларҙы түбән итеп ҡуйған. Йөҙ түгел, хатта мең йыл электер әле кеше үҙен яһалма системалар менән уратып алып, комфортҡа, анһат йәшәүгә ынтылыуҙы үҙенең төп маҡсаты итеп ҡуйҙы. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәтте барлыҡ уңайлыҡтары булған йорт һалып ҡына үҙгәртеү мөмкин түгел.
Беҙ айыуҙар тураһында кинолар, тапшырыуҙар ҡарарға яратабыҙ. Ә беҙ бит шул айыуҙарҙан бер яғыбыҙ менән дә айырылмайбыҙ. Аҡылыбыҙ бар, шуға күрә беҙ уларға ҡарағанда яҡшыраҡбыҙ, тибеҙ. Асылда, беҙҙең кеүек юлдан китмәүе менән айыу беҙгә ҡарағанда аҡыллыраҡтыр ҙа әле. Бүрене беҙ, йыртҡыс, тибеҙ, ә бит тәбиғәт уны шулай итеп яралтҡан. Бүреләр ит ашамайынса, ҡан эсмәйенсә йәшәй алмай. Йәшәү рәүештәре шулай булғас, был йыртҡыслыҡҡа инмәй. Шул уҡ ваҡытта кеше шул уҡ бүре ашаған йәнлектәрҙе бешереп, тәмләп тороп ашай. Икенсенән, бүреләр бер-береһенә аяулы, үҙ затын боғаҙламай. Ә кеше кешене миллионлап ҡыра. Ошоларҙан һуң кем йыртҡысыраҡ икән?
Кешелектең ҡотолоу юлы, минеңсә, тәбиғәткә кире ҡайтыуындалыр. Беҙҙең атай-олатайҙарҙың йәшәү рәүеше шулай булған: улар йәй тәбиғәттә йәшәгән, ҡыш ауылға ҡайтҡан.

Ҡоштар үҙ "милләтенә" тоғро

Башҡортостанда 278 төр ҡош барлығы билдәле. Мин уларҙың яртыһы хәтлеме хаҡында мәғлүмәт тупланым. Уларҙың башҡортса атамаларын, фотоһүрәттәрен таптым. Йыйып бөткәс, киләсәктә уны айырым китап итеп сығарырмын, тим. Бынан тыш, башҡорт аттары тураһында мәғлүмәт туплайым.
Ҡоштар донъяһы ҡыҙыҡлы һәм мөғжизәле. Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй, тигән булабыҙ, ә бына өс йөҙгә яҡын ҡанатлы дуҫтар йәшәүе хаҡында хатта уйлап та бирмәйбеҙ. Шул ҡоштарҙың бер төрө - кәкүктәр. Уларҙы паразит ҡоштар тип тә атайҙар. Сөнки улар йомортҡаларын сит ояға һалып, уның себештәрен башҡа ҡоштар баҫып сығара. Билдәле булыуынса, кәкүк балаһын ағыулап үлтермәҫ өсөн йомортҡаһын башҡа ҡоштарҙан баҫтырып сығара. Тап шул осорҙа кәкүктең ауыҙынан ағыу бүленеп сыҡҡанға, тәбиғәт уны ошо юлға баҫтыра. Тағы ла шуныһы ҡыҙыҡлы: кәкүк балаһы ҡайһы ояла морон төртөп сыға, йылы яҡҡа яңғыҙы барып, яҙ кире әйләнеп килгәс, тап шул ояға үҙенең йомортҡаһын баҫтырырға һала. Был саҡта кәкүктең барлыҡ маҡсаты шул ояны табыуға һәм сәпсектең үҙ йомортҡаларын һалған ваҡытын һағалауға ҡайтып ҡала. Кәкүктең балаһын сәпсек баҫып сығарып, ашатып үҫтерһә лә, ул сәпсек булып китмәй, ә кәкүклеккә тоғро булып ҡала. Кешеләр араһында иһә, киреһенсә, ҡыҙ ҡайһы милләт вәкиленә кейәүгә сыға, балаһы шул милләттең вәкиле була ла китә. Тимәк, беҙгә кәкүктәрҙән һәм сәпсектәрҙән күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк әле. Кәкүк үҙ асылына тоғро.
Ҡоштар тормошона бәйле тағы бер күҙәтеүем. Йәнлектәр үҙ биләмәһенең сиген һарып билдәләһә, ҡоштар биләмәләре сиген һайрап билдәләй. Әгәр ҙә уларҙың биләмәһендә башҡа төрлө һайрау тауыштары ишетелә ҡалһа, дәғүәләшеү башлана. Әгәр ҙә бер биләмәлә һандуғас билдә һалды икән, унда икенсе һандуғас инмәй. Шуға күрә бер һандуғас һайраған ерҙә икенсеһе бер ваҡытта ла һайрамай. Шул уҡ ваҡытта шул һандуғас биләмәһендә әллә нисәмә төрлө ҡоштар йәшәп ятыуы бар, улар бер-береһенә ҡамасауламай. Мин бер таллыҡта ғына һигеҙ төрлө ҡоштоң бер юлы һайрауына шаһит булғаным бар. Ҡоштар үҙ донъяһында камил йәмғиәт, демократик дәүләт төҙөй алған. Беҙгә уларҙан күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк әле.
Үткән ялда баҡса тирәһендә эш менән булышып йөрөһәм, былтыр килеп һайраған көйәҙ һандуғас быйыл әйләнеп ҡайтып, шул уҡ урынға ҡунып, шул уҡ йырын йырларға тотондо. Мин уны былтыр фотоға төшөргәйнем, быйыл да төшөрҙөм. Һандуғас әллә ҡайҙарҙа йөрөп, баҡсама кире әйләнеп ҡайтты.

Әҙәбиәт - минең хобби

Әҙәбиәт менән шөғөлләнеүҙең, минеңсә, өс сәбәбе бар: беренсенән, күңел торошо, йәғни яҙмайынса булдыра алмау, икенсеһе - профессиональ һөнәр, өсөнсөһө - хобби. Мин, әлбиттә, уның профессия булыуын теләр инем, тик әлегә шарттарҙа ул тик хобби ғына. Мин уны хатта күңел торошо тип тә әйтә алмайым. Йәш саҡта - фотография менән, хәҙер баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән һымаҡ булып сыға инде. Әҙәбиәт - буш ваҡытта иҫкә төшә торған ғәмәл, уны профессияға әүерелдерерлек форсат-мөмкинлек булманы. Әгәр ҙә алтмышынсы йылдарҙа йәшәһәм, профессиональ кимәлдә яҙыусылыҡ менән шөғөлләнә алыр инем. Һаман да әҙәбиәт менән шөғөлләнергә форсат табыуыма үҙемә рәхмәт әйтеп ултырам әле ул.
Аҙ һанлы халыҡтың яҙыусыһы булыу ижадсыны сикләгәнен беҙ бик яҡшы тоябыҙ. Сөнки беҙ иң беренсе нәүбәттә уҡыусыбыҙ, йәғни халҡыбыҙ хаҡында уйларға, борсолоп йәшәргә бурыслыбыҙ. Бында сәйәсәттән алыҫҡа китеп булмай. Беҙҙең уҡыусылар даирәһе бик тар һәм улар беҙҙең эргәлә генә йөрөй. Аудитория тарлығы идея, сюжет тарлығына ла алып килә. Беҙ уҡыусыбыҙҙың ниндәйлеген күҙ алдына килтереп ижад итәбеҙ. Әйтәйек, мин алдан уҡ яҙасаҡ китабымдың Германияла баҫылып сығырын белһәм, башҡорт менталитетын немецтар аңларлыҡ итеп һүрәтләр инем. Беҙ ҡасан баҫылыр, кем уҡыр, тип иҫәп тотоп ижад итәбеҙ. Беҙҙә ижадсы заманға яраҡлаша, киреһенсә булырға тейештер ҙә бит.
Донъялағы барлыҡ һөнәрҙәргә лә профессиональ оҫталыҡ талап ителә. Ижади һөнәрҙәргә лә шундай уҡ талап. Рәссамға, бейеүсегә, композиторлыҡҡа, ҡурайсыға һәм башҡа һөнәрҙәргә уҡыталар, ә бына яҙыусылыҡ һөнәре барыбер ҙә һәүәҫкәрлек булып һанала килә.
Әгәр ҙә һин башҡа эш менән шөғөлләнеп, яҙыусылыҡҡа хобби итеп кенә ҡараһаң, ғүмереңә бер генә әҫәр яҙыуың ихтимал. Ә башҡа әҫәрҙәрең шул әҫәреңдең варианттары ғына булыуы бар.
Беҙ һаман да совет осорондағы инерция менән ижад итеп киләбеҙ. Гонорар аҙ ғына күләмдә түләнһә лә, энтузиазм, рухи ихтыяж менән йәшәйбеҙ. Рухи ихтыяж менән генә ижад итеү ҙә һәр ваҡыт профессионаллекте аңлатмай. Был осраҡта ижадсы "халыҡҡа бара ул" тигән планка ҡуя. Масса мохтажлығына иҫәп тотоу ҙа яҡшыға алып килмәй, талантлы шәхес булыу ағым ыңғайына барыуҙан ғәйре йылға үренә, тулҡынға ҡаршы барыуҙы аңлата. Бының өсөн иһә барлыҡ ҡалыптарҙы емереп, үҙеңде һындырырға кәрәк.
Киләсәк быуын ижадсылары быға риза булмаясаҡ һәм яҙыусы һөнәрен законлаштарыуҙы талап итәсәк. Тормош алға барған һымаҡ, ә яҙыусы тулҡындың башында түгел, ҡойроғонда һөйрәлеп килә һымаҡ.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.06.15 | Ҡаралған: 1670

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru