«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘКТӘПТӘР ГЕНӘ ТҮГЕЛ, "ЙӘЙЛӘҮ" ПРОГРАММАҺЫ ЛА ИЛҺӨЙӘРЛЕК ТӘРБИӘЛӘЙ БАЛАЛАРҘА
+  - 

Мин быйыл йәмғеһе дүртенсе тапҡыр "Йәйләү" программаһы буйынса эшләгән лагерҙа тәрбиәсе булып эшләнем. Тик быйылғыһы, Әбйәлил районының "Ирәндек" ял үҙәге базаһында булдырылғаны, "Арғымаҡ" тип аталды.

Дөрөҫөн әйткәндә, бер аҙ хәүеф менән килгәйнем бында. Сөнки Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы "Йәйләү" сменаһында бөтөн республиканан һайлап алынған, һәләтле балалар ял итә, ә "Арғымаҡ" фәҡәт үҙҙәре теләп килеүселәрҙе туплағайны. Улар менән "Йәйләү" программаһын үтәп булырмы икән? Программа бик ҡатмарлы бит. "Йәйләү" программаһы менән эшләгән лагерҙарҙа һәр сәғәт, һәр минут бала күңелен сафландырһын, халҡы ижадына, телгә, моңға, тарихҡа, киләсәкке яҙмышыбыҙға ҡарата битарафлыҡтан арындырһын. Бөтөн саралар ҙа ошо маҡсаттан сығып ойошторолһон!" - ти программаның авторы Мәрйәм апай Бураҡаева. Был бурысты атҡара алырбыҙмы? Ләкин хәүефләнеүем тәүге көндә үк юҡҡа сыҡты. Балалар тиҙ арала бер йоҙроҡтай тупланды, һәр әйткән һүҙҙе һыуға сарсаған кешеләй йотоп торҙо, ырыу атрибуттарын, ырыуҙың "Арғымаҡ" ял итеү сменаһының гимны итеп алынған "Башҡортостан" (Дамир Әҙелбаев һүҙҙәре һәм көйө) йырын, бейеү хәрәкәттәрен тиҙ арала үҙләштереп тә алды. "Мәскәү ҡалаһынан килгән башҡорт балалары туған мөхиткә ҡалай һыуһаған, бөтөн яңылыҡҡа, мәғлүмәткә иғтибарлылар бит әле", тип уйлап та өлгөрмәнем, Башҡортостан райондары мәктәптәренән килгәндәрҙең дә шундай уҡ хәлдә булыуын, байтаҡтарының туған телдә һөйләшмәй икәнен күреп көйөндөм. Артабан һөйөнөстәр китте: бар балалар тырышып-тырмашып туған телен, башҡорт йырҙарын, йолаларын өйрәнде, башҡорт мөхитенә ныҡлап ылыҡты ла китте.
Алғараҡ китеп булһа ла бер ваҡиға тураһында яҙайым әле. "Йәйләү" программаһы авторы Мәрйәм Бураҡаева: "Бала йырсы йәки бейеүсе булып китһен өсөн генә түгел, ә һәләте, илһамы уянһын, дәрте ташып торһон, сәләмәтлеге нығынһын өсөн кәрәк ул йыр һәм бейеү. Тәбиғәт бындай ҡиммәттәрҙе юҡҡа ғына бар итмәгән. Күңелдәрҙе берләштереүсе, дуҫлыҡ, татыулыҡ тәрбиәләүсе алмаштырғыһыҙ шарт ул йыр һәм бейеүҙәребеҙ", - тигәйне. Ошо фекерҙе раҫлаусы бер ваҡиға. Билдәле булыуынса, лагерҙа ял итеүселәр башҡорттоң ете ырыуына бүленгән. Мин тамъян ырыуы тәрбиәсеһе булдым. Ырыу егеттәре (малайҙар тип әйтке килмәй) байтаҡ йырҙар өйрәнде. Хушлашыу мәле иң моңһоу, күҙҙәргә йәш ала торған бер ваҡыт бит инде ул. Ҡапҡа төбөндә балалар илаша, ҡосаҡлаша, әле яңы ғына бер-береһен бар тип тә белмәгән балалар бер туғандай булды ла ҡуйҙылар. Мин ҡайтыусы балаларҙы оҙатҡас, бүлмәмә юл алдым. Йыр тауышы ишетелгәнгә артыма боролоп ҡараһам, тамъян ырыуынан дүрт егет ҡулға-ҡул тотошҡандар ҙа, "Ай-һай, гөлкәйем..." тип ҡысҡырып йырлап киләләр, күҙҙәрендә йәш тә мөлдөрәп ҡала. Араларында бынан өс аҙна элек ошо йыр барлығын да, туған телдә йырлау мөмкинлеген дә белмәгән егет тә бар. "Эй, атай-әсәйҙәр! Балаларығыҙҙы туған мөхиттән айырып, ни тиклем хилафлыҡ эшләйһегеҙ. Күңелдәренә туған тел, туған мөхит, туған моң тигән төшөнсәләрҙе бикләп ҡуйып, балаларығыҙҙы ярым кешегә әйләндерәһегеҙ бит. Ә үҙ мөхитендә үҙ асылына ҡайтҡан балалар ҡалай күркәм!" - тип ҡысҡырғы килде хатта.
Беҙҙең саралар тураһында бер нисә һүҙ. "Арғымаҡ"та тәүге көндән үк ҡайҙа мөмкин, шул урынға матур итеп биҙәп башҡорт халыҡ мәҡәлдәре яҙып элдек. Балаларға шул мәҡәлдәрҙе күңелгә, хәтергә һеңдерә йөрөргә, шулай итеп "Юғалған мәҡәлдәр" көнөнә әҙерләнергә ҡуштыҡ. Әйткәндәй, ял үҙәгендә бөтөн саралар һәм конкурстар, бәйгеләр ҙә мәрәйҙәр менән баһалана. Ниндәй сарала ҡатнашһаң да, һиңә бер мәрәй яҙыла. Артабан баланың оҫталығына, әүҙемлегенә ҡарап, мәрәйҙәр өҫтәлә бара. "Юғалған мәҡәлдәр" сараһына ла бик тырышып әҙерләнде балалар, береһенән-береһе уҙҙырып, мәҡәлдәрҙе ятланы, уларҙың мәғәнәһе менән ҡыҙыҡһынды, бәхәстәр ҡорҙо. "Юғалған мәҡәлдәр" уйынында мәҡәл ике өлөшкә бүлеп, бәләкәй карточкаларға яҙыла, тәүге өлөшө ҙур хәреф менән яҙыла, ул икенсе яртыһын табырға тейеш. Бер-береһен табыусыларҙың тиҙлегенә ҡарап, мәрәйҙәр һаны билдәләнә. Бер ҡараһаң, ябай ғына сара кеүек. Ә бала бит мәҡәлде ятлай, һүҙ байлығын, телмәрен байыта, халыҡтың күҙәтеүсәнлегенә, тапҡыр сағыштырыуына иғтибар итә.
"Алпамыша" ярыштары ҡалай күңелле үтә! Уҡ атышын киноларҙа ғына күргән балалар ярышта теләп ҡатнаша. "Әтәстәр алышы", "Табан терәшеп торғоҙошоу", "Ат сабышы" (тал сыбыҡҡа атланып), ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү һәм башҡа уйындар "Алпамыша" исеме менән бәйле булғас, балаларға Алпамыша тураһында ла мәғлүмәт бирелә. Быларҙан тыш, исемле приздарға әллә күпме ярыштар ойошторола. Һәр береһе хаҡында мәғлүмәт бирелә.
Ә төрлө шәхестәр, сәнғәт оҫталары менән осрашыуҙар иһә мәңге хәтерҙә ҡалырлыҡ ваҡиғаға әйләнә бала тормошонда. Мәҫәлән, "Арғымаҡ" этнотөркөмө менән осрашыу сәғәттәргә һуҙылды. Сәсәниә Гөлнур Мәмлиева менән Асия Ғәйнуллинаның боронғо эпостарҙы уҡыу оҫталығы һабаҡтары ла балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әлбиттә, сәсәниәләр менән осрашыу, уларҙың һабаҡтары балаларҙы ялыҡтырмаҫмы икән, тигән шикләнеү булғайны башта. Хатта әҙәп өсөн генә тып-тын ҡалып тыңлайҙарҙыр, тип тә уйлап ҡуйғайным. Бер саҡ ҡыҙҙарҙың үҙ бүлмәләренә йыйылып, тап Асия апай Ғәйнуллина һымаҡ һамаҡлап ултырыуҙарын ишетеп, аптырап киттем. Ихласлыҡ, халыҡсанлыҡ һәм оҫталыҡ балаларҙы ҡалай йәлеп итә! Мәрйәм Бураҡаеваның әйтеүе буйынса, быйыл ун һигеҙенсе йыл инде өйҙәш булып эшләй был "Йәйләү" программаһы буйынса ойошторолған, барлыҡ тәрбиә эштәре башҡорт телендә алып барылған берҙән-бер лагерь. Шунлыҡтан, йыл һайын беҙҙе һыйындырған лагерь талаптарына яраҡлашырға, ҡулайлашырға тура килә. Программала ҡаралғандың яртыһы үтәлмәй ҙә ҡала, әлбиттә. Быйыл программаны Әбйәлил районының "Ирәндек" лагеры ҡабул итте. Лагерь етәкселәренә, унда эшләгән коллективҡа рәхмәтебеҙ сикһеҙ, улар беҙҙе аңланы, рухташ, фекерҙәш булдылар. Улар үҙҙәре лә рухи яҡтан байыуҙары, фекер тәрәнлеге алыуҙары хаҡында ҡыуанып һөйләне. "Арғымаҡ" лагеры директоры Рәйсә Күзбәкованың ихласлығы шулай уҡ барыбыҙҙы ла һоҡландырҙы.
Әйткәндәй, 2013 йылда Күмертау ҡалаһы эргәһендәге лагерҙа ошо программа нигеҙендә эшләгән "Йәйләү"гә БР мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева килгәйне һәм программаның һәр районда эшләргә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, уның авторына министр Әлфис Ғаязов исеменән Рәхмәт хаты тапшырғайны. Мәғариф етәкселәренең фекере үҙгәрмәһә, ысынлап та, киләсәктә "Йәйләү" программаһы буйынса эшләгән айырым лагерь булдырылыр, ул балаларыбыҙҙы илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерер, тигән өмөт бар.

Зүлиә ХӨСӘЙЕНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.07.15 | Ҡаралған: 2563

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru