Милләт киләсәге - йәштәр ҡулында, тигән хәҡиҡәткә күптән төшөндөк төшөнөүгә, әммә йәштәр үҙҙәре ул киләсәкте, иңдәренә ниндәй оло бурыс йөкмәргә тейешлектәрен күҙ алдына килтерәме икән? Уларға ошоно аңғартыу өсөн ниндәйҙер саралар күреләме, етерлек ярҙам күрһәтеләме, милләтебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәгенә ҡарата уларҙың үҙҙәренең фекере ниндәй? Ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса бөгөн беҙҙә йәштәр үҙҙәре фекер алыша - "Аманат" үҫмерҙәр журналының баш мөхәррир урынбаҫары Мансур ҠАҘАҠАЕВ, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендәге Йәштәр советы ағзаһы Таңсулпан РӘСҮЛ, Ижтимағи-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институтының ғаилә һәм демография лабораторияһы ғилми хеҙмәткәре Наилә ШӘМСЕТДИНОВА.
Беҙҙең илдә һәр кем үҙе теләгән эш менән шөғөлләнә ала - йәштәр өсөн бындай азатлыҡ яҡшымы, әллә уның насар яҡтары ла бармы?
Мансур: "Они сделали нас свободными, точнее, мы никому не нужны", тип йырлай Юрий Шевчук. Ысынлап та, беҙ, йәштәр, бөгөн бер кемгә лә кәрәкмәйбеҙ һымаҡ. Әммә бер кемгә лә кәрәкмәйбеҙ, тип илап, сәсебеҙҙе йолҡоп ултыра алмайбыҙ. Беҙ үҙебеҙгә кәрәкбеҙ. Сөнки тормош принцибы шулай: кеше үҙен кешегә һанамаһа, үҙен үҙе яратмаһа, башҡалар ҙа уға түбәнһетеп ҡарай. Хәҙерге заман азатлығының яҡшы яғы шунда: һәр кем үҙендә булған потенциалды тормошҡа ашыра, һәләттәрен үҫтерә ала. Кемдеңдер уға ярҙам итеү-итмәүе - икенсе мәсьәлә. Әгәр ул үҙ потенциалын ололар тәжрибәһе ярҙамы менән тормошҡа ашырһа, уға күпкә еңелерәк буласаҡ һәм ул юғарыраҡ маҡсаттарға өлгәшәсәк. Ҡайһы берәүҙәр үҙенең нимәгә һәләтле булыуын тейешенсә баһалап та етмәҫкә мөмкин, шул сәбәптән артабанғы үҫеш юлы тотҡарланып ҡалыуы ла бар. Бизнес өлкәһендә лә шул уҡ хәл. Мәҫәлән, йәш эшҡыуар Заһир Ишкинин башҡортса яҙыулы футболкалар һатыу менән шөғөлләнеп, аҡса эшләй. Әгәр уның тырышлығын, шул юҫыҡта эшләргә һәм артабан үҫергә теләген берәй Алишер Усманов кеүек олигарх шәйләп ҡалып, бизнес донъяһының ҡайһы бер серҙәрен асырға ярҙам итеп, етмәһә, ун йылдан кире ҡайтарырһың, тигән шарт ҡуйып, күпмелер инвестиция ла һалһа, бәлки, беҙ Заһир Ишкинин тураһында "Форбс"тың исемлегенә ингән кеше булараҡ һүҙ йөрөтөр инек. Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙ үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрәбеҙ, ҡайҙандыр ярҙам килеүенә иҫәп тотоп булмай. Был хәлебеҙҙе яҡшы йә насар тип баһаламайым - ысынбарлыҡ шулай.
Наилә: Кешенең йәне теләгәнен эшләргә мөмкинлектәре бар бөгөн. Шулай ҙа йәмғиәттә кешеләрҙең азатлығы ниндәйҙер сиктәргә индерелә, социаль лифттар барлыҡҡа килә. Кеше нимә менән шөғөлләнергә теләй, ниндәй динде һайлай, ҡайҙа барырға теләй - ул ирекле, ләкин һәр йәмғиәттә кешене ҡиммәттәр сигенә индерәләр. Йәштәрҙе лә шул ҡиммәттәр сигендә тәрбиәләйҙәр.
Таңсулпан: Бындай азатлыҡтың йәштәр өсөн тик ыңғай яҡтарын ғына күрәм. Сөнки барыһы ла йәштәрҙең үҙ ҡулында. Әгәр ҙә улар ялҡау булмаһа, илебеҙҙә ниндәй дәүләт ҡоролошо булғанда ла, барыһын да үҙ ҡулына алып эшләй ала. Ә беҙ сирек быуат үтеп китһә лә демократик илдә йәшәүебеҙгә һаман өйрәнә алмайбыҙ. Мәҫәлән, ошонда ултырғандарҙың кемеһе Башҡортостан Республикаһының Конституцияһын уҡып ҡарағаны бар? Кемдер тотоп та ҡарамаған, кемдер аңламаған - тимәк, беҙ мөмкинлектәребеҙҙе ҡуллана белмәйбеҙ...
Мансур: Мөмкинлектәребеҙҙе ҡуллана белмәйбеҙ, тигәндәй, бына минең дә теоретик яҡтан мөмкинлектәрем бик күп. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башларға, рәссам булырға миңә берәү ҙә ҡамасауламай. Әммә бының өсөн минең матди нигеҙем юҡ. Кредит алырға булыр ине, бурысҡа батҡым килмәй. Теләктәрем менән юҡлыҡ берләшеп, мине нуль балансына ултырта. Рәссам булам тиһәң, нисек һәм нимә төшөрөүең мөһим түгел, дөрөҫ пиар ойоштороп та уны сәнғәт әҫәре кимәленә күтәрергә мөмкин. Әммә минең был эште атҡарырға теләгем юҡ. Ниндәйҙер мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн кешенең теләге булырға тейеш. Ә ул теләкте беҙҙә ата-әсә тәрбиәләй, тик беҙҙең быуын йәштәренә ундай тәрбиәне биреп өлгөрмәгәндәр. Сөнки сирек быуат эсендә генә йәмғиәт киҫкен рәүештә үҙгәреп китә алмай, тормоштоң бер формацияһынан икенсеһенә күсеп яраҡлашып йәшәү өсөн кәмендә ярты быуат тотороҡло тормошта йәшәргә кәрәк. Шул ваҡытта ғына билдәле бер үҫеш векторы барлыҡҡа килә ала.
Наилә: Мансур менән килешәм, йәш кешенең үҙ мөмкинлектәрен тулыһынса ҡуллана алыуы уның үҙенән генә тормай, бында мөхит һәм йәмғиәттә өҫтөнлөк алған ҡиммәттәр бик етди роль уйнай. Уҡыу йортонда бирелгән теоретик белемде ҡайһы саҡта тормошта ҡулланып та булмай. Донъяла үҙгәрештәр шул тиклем тиҙ бара, былтыр яҙылған ғилми хеҙмәт быйыл актуаллеген юғалта. Шундай ашығыс темптан артта ҡалмаҫ өсөн йәштәргә төрлө өлкәләрҙәге тәжрибәне өйрәнергә, төрлө курстарға йөрөргә кәрәк. Өфөлә бындай тренингтар күп үткәрелә, араларында түләүһеҙҙәре лә бар. Бер ниндәй башланғыс капитал һалмайынса, үҙ эшеңде нисек башлап ебәрергә мөмкин булыуы тураһында ла курстар ойошторола. Бындай осрашыуҙарҙа һәр кемгә әҙер эш программаһы тәҡдим итә алмаһалар ҙа, дәлилдәр килтереп, үҙ көсөңә ышанырға өйрәтәләр. Ул курстарға йөрөргә теләмәһәң, интернет аша ла үҙеңә кәрәкле мәғлүмәт табырға мөмкин, теләгең генә булһын. Дөйөм әйткәндә, ололар йәштәрҙе тәнҡитләп, әрләргә әҙер торһа ла, хәҙерге йәштәр араһында бөтәһенә лә өлгө булырлыҡ матур тормош көткән, эсмәгән һәм тәмәке тартмаған, үҙ эштәре өсөн яуап бирергә әҙер булғандар бик күп. Йәштәр сәләмәт тормош яҡлы икән, был социаль сәләмәтлек тигәнде аңлата. Тимәк, йәмғиәтебеҙҙә дөрөҫ фекерләгән, дөрөҫ аҙымдар яһаған, яҡшы эштәр башҡарған кешеләр һаны арта.
Кешенең шәхес булып формалашыуына төрлө факторҙар тәьҫир итә. Йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш биреү урындарын нисек билдәләргә һуң?
Мансур: Ана һөтө менән инмәгәнде, тана һөтө менән инмәҫ, тиҙәр. Яҡшы менән яман төшөнсәләрен тәү башлап ата-әсәһе өйрәтмәһә, артабан ул кешенең был төшөнсәләр тураһында уйланыуы икеле. Әлбиттә, Хоҙай Тәғәләнең ихтыяры менән ул ҡулына китап алыр, мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда уҡыған осорҙа төрлө түңәрәктәргә, өҫтәмә дәрестәргә йөрөгәндә философик төшөнсәләр тураһында уйланыр, дөрөҫ юлдан китер, тигән өмөт бар. Ләкин бөтә йәштәр ҙә китап уҡымай, хәҙер бөтөнләй интернет селтәре аша ғына мәғлүмәт алыуға күстек. Бына шул интернет донъяһы аша тормошҡа үҙ ҡарашын формалаштыра башларҙан алда йәш кеше яҡшы, насар кеүек төшөнсәләр буйынса дөйөм фекер туплаған булырға тейеш. Шул саҡта ғына ул интернеттағы төрлө яҡҡа тартҡылаған мәғлүмәттәрҙе анализлап, шәхсән үҙе өсөн кәрәклеһен һайлап ала аласаҡ. Мәҫәлән, минең ҡарамаҡҡа яҡшы тойолған нәмә кемгәлер яман булып күренеүе ихтимал. Минең уйым менән тап килгән бер фекер икенсе кеше өсөн бөтөнләй ят, ҡабул итмәҫлек булыуы бар.
Наилә: Ғаиләлә алған тәрбиә, һис шикһеҙ, кешенең шәхес булараҡ формалашыуына ҙур йоғонто яһай. Унан тыш, айырым кешенең аңы формалашыуға ул йәшәгән мөхиттәге төрлө социаль төркөмдәр тәьҫир итә. Был референт төркөмгә дуҫтар, туғандар, коллегалар, төрлө йәмәғәт ойошмалары инергә мөмкин. Беҙ ғаиләлә ата-әсәй өйрәткәндәрҙе, ҡараштарҙы шул референт төркөмдәргә ҡарап сағыштырабыҙ. Өйҙә балаға, урлашма, алдашма, ғәҙел һәм дөрөҫлөк яҡлы бул, тип өйрәтһәләр ҙә, уны уратып алған мөхиттә быға ҡапма-ҡаршы мөнәсәбәт булыуы бар. Йәш кеше ата-әсәһенән айырылып ситкә уҡырға китеп, үҙ аллы тормош көтә башлағас, ниндәй мөхиттә йәшәргә теләүен аңлы рәүештә үҙе һайлап алырға бурыслы. Матур тормош ҡороп, уңышлы һәм эшлекле булырға, юғары үрләргә иҫәп тотҡан йәш кеше мотлаҡ шул уҡ маҡсаттар менән янып йәшәүсе кешеләрҙән торған референт төркөмдө һайларға тейеш. Уңыштарың һинең тирәләге кешеләрҙең уртаса арифметик уңышы, тип юҡҡа ғына әйтелмәй.
Йәш быуын замандан артта ҡалмайынса, үҙен аҡыл, тәрбиә, белем яғынан үҫтерһә, камиллаштырһа, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барһа, киләсәк ышаныслы ҡулдарҙа, тип иҫәпләй алабыҙ. Башҡорт йәштәре был йәһәттән ниндәй уңыштарға өлгәшә?
Таңсулпан: Хәҙерге заманда башҡорттар ҙа дөйөм тулҡынға эйәреп, уртаҡ "ҡиммәттәр" артынан ҡыуып йәшәй. Беҙ, ҡулыбыҙҙан телефондар һәм гаджеттар төшөрмәгән, күберәк аҡса табыуҙы маҡсат иткән, тормош ығы-зығыһында ҡайнап йәшәүсе быуын, үҙебеҙҙең милли асылыбыҙҙы онота барабыҙ. Һис шикһеҙ, үҫешәбеҙ, сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барырға, юғары белем алып, яҡшы урында эшләргә ынтылышыбыҙ ҙур, һөҙөмтәләребеҙ ҙә юғары. Айырым ғаиләләрҙә рухи тәрбиәгә лә баҫым яһала, әммә балалар һәм йәштәр милли үҙаңын юғалта бара...
Мансур: Йәштәрҙең фекерләү образы, менталитеты үҙгәрә. Улар бөгөнгө көн шарттарына яраҡлаша. Егерме йыл элек йәмғиәт уларҙың һәр аҙымын деградация тип ҡабул итеп, баҫып ҡуйыр ине. Мәҫәлән, комсомол сафында сағында тәүге миллионын эшләгән Ходорковскийҙы баҫҡандар бит. Ә уның тарихы шулай: комсомол төҙөлөшөндә эшләп йөрөгәндә юғары көсөргәнешле электр бағаналары үткән юл буйында ағастарҙы ҡырҡалар. Ағастарҙы йыйып алырға кәрәк тә, әммә бының өсөн өҫтәмә эшсе ҡулдар һәм техника табыуы ауыр мәсьәлә. Ходорковский был мәсьәләне еңел генә хәл итеп тә ҡуя: яҡын-тирәләге ауылдар буйлап йөрөп, халыҡҡа: "Осһоҙға ғына ағас һатам, тик үҙегеҙ барып алырға тейешһегеҙ", - тип әйтеп сыға. Ауыл халҡы быға аҡса түләй ҙә, ағасты үҙе барып алып та ҡайта. Бөгөн булһа, бындай мутлыҡҡа артыҡ әһәмиәт бирмәҫтәр, йәш кешенең башы эшләгән бит, тип кенә ҡуйырҙар ине, ә ул заманда, әлбиттә, Ходорковскийҙың башынан һыйпамағандар. Һәр осорҙоң шундай шәхестәре була, тик уларҙы мөхит ҡабул итәме-юҡмы, быныһы икенсе мәсьәлә. Бөтәһе үк булмаһа ла, башҡорт йәштәре лә ошо юҫыҡта уйлана башланы, заманға яраҡлашып, үҙенә һәм милләтенә файҙа килтереү юлдарын эҙләүселәр, шөкөр, бар.
Наилә: Үткән быуаттың 90-сы йылдарында күп кенә күрһәткестәр буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй кимәлендә беренсе рәттәрҙә торһа, хәҙер беҙ ғүмер оҙайлығы, кеше потенциалы буйынса башҡа төбәктәрҙән артта ҡалабыҙ. Мәскәү, Санкт-Петербург, Свердловск өлкәләре, Татарстан Республикаһы был йәһәттән алға сыға. Башҡортостанда тейешле мөмкинлектәр булмағанға күрә, йәш белгестәр ситкә китә. Әйтергә кәрәк, республикала социаль тигеҙһеҙлек тә күҙгә күренеп арта. Дөйөм алғанда, был артыҡ һиҙелмәгән дә кеүек, әммә байҙар һәм фәҡирҙәр араһында айырма ҙурая бара.
Мансур: Минеңсә, йәштәребеҙҙең ситкә уҡырға, эшләргә китеүе ыңғай күренеш. Үҙебеҙҙә өлгәшә алмаған бейеклектәргә улар ситтә өлгәшә, башҡорт милләтенең данын күтәрә. Республикала мөмкинлек килеп тыуһа, ул һәр ваҡыт кире ҡайта ала. Ситкә сығып китмәһә, уның киң белем даирәһе, сәйәси ҡарашы, зиһен кимәле күтәрелмәҫ ине. Беҙгә йәштәрҙе ситкә сығарып ебәреүҙән ҡурҡырға ярамай, ә уларҙың республикабыҙға яңынан эшкә ҡайтыуы өсөн шарттар тыуҙырыу кәрәк. Ә бөгөн ундай шарттар юҡ. Шуға ла ҡайтырға теләмәйҙәр.
Республикала хөкүмәт, дәүләт структуралары һәм йәштәр араһында матур бәйләнеш урынлаштырылыуы, йәштәрҙең төрлө йәмәғәт эштәренә йәлеп ителеүе тураһында беләбеҙ. Тик беҙҙең башҡорт йәштәре ойошмаларының, әллә инициатива етмәүҙән, әллә башҡа сәбәптән, был юҫыҡта әллә ни әүҙемлектәре һиҙелмәй...
Таңсулпан: Башҡорт йәштәре ойошмаларының бик үк әүҙем эшләмәүе лә сәбәпселер быға. Һуңғы йылдарҙа эш һүнеберәк ҡалғайны бит. Бына әле эшебеҙҙе йәнләндереү, шулай уҡ дәүләт структуралары менән бәйләнеш булдырыу буйынса ла ҡайһы бер башланғыстар барлыҡҡа килде. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендә Йәштәр советы булдырыуыбыҙ - шуның тәүге аҙымы. Советҡа ингән йәштәр бик әүҙем генә эшкә тотондо, күптән түгел Ырымбурға, Урал аръяғы райондарына барып, төрлө осрашыуҙар ойоштороп ҡайтты. Һөйәнтүҙ фажиғәһен иҫкә алыу көнөндә Асҡын районының Солтанбәк ауылына барып, олоһон да, йәшен дә йыйып, хәтер кисәһе ойошторҙолар. Тиҙҙән, 17-18 июлдә, Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылы эргәһендә Башҡорт йәштәре ҡоролтайы үткәрергә йыйынабыҙ. Уның сиктәрендә милләттәштәрҙе уйнатып-көлдөрөү менән генә сикләнмәйәсәкбеҙ, йәштәрҙе борсоған мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышыу, кәңәшләшеү йәһәтенән түңәрәк ҡорҙар ойошторорға ла ниәтләнәбеҙ.
Наилә: Үҙ эшмәкәрлегемдән сығып, йәштәргә проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр бик күп булыуын әйтә алам. Өфө ҡала округы хакимиәте, республика хөкүмәте төрлө майҙансыҡ, сессиялар, форсайт, түңәрәк ҡорҙар үткәргәндә бөтә халыҡтың конструктив тәҡдимдәрен ҡабул итергә әҙер. Яңыраҡ үткәрелгән "Халыҡ стратегияһы"нда ҡатнашып, мин дә үҙемдең проектымды, идеяларымды тәҡдим иттем. Шундай майҙансыҡтарҙа халыҡ мәнфәғәтенә эшләгән проекттарҙы ҡуш ҡуллап күтәреп алырға әҙер генә торалар.
Мансур: Беҙҙең бер насар ғәҙәтебеҙ бар: бер нәмәгә барып төртөләбеҙ ҙә, ҡарышып, ары китмәй ҙә ҡуябыҙ. Бер уй, маҡсат башыбыҙға ингән икән, уға илтер юл тыҡрыҡҡа алып барып төкөһә йә алдыңда таш стена торһа ла, башты өҫкә күтәреп ҡарап, бәй, хәҙер баҫҡыс алып килеп ҡуям да, был стена аша сығып китәм бит, тип уйлай белмәйбеҙ. Алдыңа ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн мөмкинлектәр күп, ләкин уға табан барған юлда ҡайһы саҡта үҙеңдең ҡараштарыңа төҙәтмә индереп, кәрәк урында теләктәреңде кәметеп, кәрәкһә, майлап та ебәрергә тура килә. Хәл-әхүәлдәргә ҡарап, яраҡлаша белеү яҡшы. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа арабыҙҙа шундай йәштәр күбәйә башланы ул.
Йәһүдтәр кеүек бер-береңде тартырға кәрәк, тигән кәңәш тә ишетәбеҙ йыш ҡына. Башҡорт йәштәрендә ошондай бер-береңде тартыу, ярҙамлашыу, үҙ итеү кеүек сифаттар бармы?
Мансур: Дөйөм башҡорт йәштәре тураһында һүҙ йөрөткәндә, бындай сифат юҡ дәрәжәһендәлер. Бер-береһен күптән белгән, дуҫлыҡтары һыналған кешеләр араһында ғына бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙыу, ауыр саҡта ла, еңелендә лә бергә булыу ғәҙәти күренеш. Бер-береңде тартыу, милләттәшең булған өсөн генә ярҙам ҡулы һуҙыу - фекерләү йүнәлешенән килә. Беҙҙә, нишләптер, берәү карьера баҫҡысы буйлап өҫкә үрләй башлаһа, уны яратмай башлайҙар. Электән килә ул был холоҡ, заманында колхоз рәйесен, управляющийҙарҙы, совхоз директорҙарын шулай күрә алмағандар, ул урлап байыны, тип һөйләй торғайнылар. Бына шундай юғарыраҡ урында эшләүселәргә ҡарата бер ваҡытта ла: "Һин ҡалай һәйбәт кеше! Мин дә тырышайым да, һинең эргәңдә эшләйем әле", - тимәгәндәрҙер. Хәҙер ҙә кемдер шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, үҙенең бизнесын асырға ниәтләп, эш башлай икән, уларға ҡарата ла шундай уҡ мөнәсәбәткә тап булабыҙ. Бына яңыраҡ бер танышым ҡымыҙ һатыу эшенә тотондо. Эшен яйға һалып алғансы, уға ваҡ-төйәк сығымдарын ҡапларлыҡ аҡса эшләп алыу кәрәк бит инде. Шуны уйлап, исмаһам, бер 150 һумыңды тоттор ҙа, бер һауыт ҡымыҙын алып кит. Ә беҙҙең егеттәр мотлаҡ: "О, сәләм! Ҡымыҙ һатып тораңмы? Аҡсам юҡ, ҡайҙа, миңә бушлай ҡойоп бир берәй шешә. Йәлкеме әллә?.." - тиәсәк. Улар был милләттәшенең ҡайҙалыр барып, үҙе шул ҡымыҙҙы һатып алып, тейәп алып килеп, эҫеһенә-һыуығына ҡарамай, ошо майҙанда көноҙоно баҫып тороуы тураһында уйлап та бирмәйәсәк. Ҡымыҙ һата башлап, әҙ генә күтәрелгәйне, эреләнде лә китте, элекке таныштарын да танымай, тип әрләйәсәк әле уны. Милләттәштәргә бер-береһенә ҡарата ошондай мөнәсәбәттә булыу ярамай. Йәһүдтәр кеүек берҙәм булыу - ул әллә ниндәй бөйөк уртаҡ идея өсөн берләшеүҙән башланмай, был үҙеңә бик үк таныш булмаған милләттәшеңә көсөңдән килгәнсе ярҙам итеүҙән башлана. Тағы бер ябай ғына миҫал. Яҙ айҙарында баш ҡалала донъя кимәлендә билдәле боксерҙар Хәбир Сөләймәнов, Венер Ғәлиев ҡатнашлығында турнирҙар уҙғарылды. Әммә был турнирҙағы тамашасылар араһында милләттәштәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ булды. Шунда үҙебеҙҙекеләр батырҙарҙы башҡортса ҡеүәтләп ҡысҡырып, уларҙың көс-ҡеүәтенә һоҡланыу белдереп ултырһа, милләттәштәрем мине күтәрмәләп килгән бит, тип, донъя чемпиондарының күңеле нисек үҫер ине! Эргәлә ултырған башҡа милләт вәкилдәре лә, был башҡорттар ҡалай берҙәмдәр, тип һоҡланыр ине.
Таңсулпан: Шулай тиһәң дә, минеңсә, Өфөләге башҡорт йәштәре араһында берҙәмлек бар. Әллә миңә генә уңыш йылмайҙымы, һәр хәлдә, бында гел генә аҡыллы кәңәштәре, йылы һүҙҙәре менән ярҙам итергә әҙер булған кешеләрҙе осраттым. Ҡаҙағстандың Төркөстан ҡалаһына уҡырға барғас, башҡа милләттәрҙең дә холоҡ-фиғелен күҙәтә йөрөлдө. Шунда мин, беҙҙең башҡорттар заманға яраҡлашып, үҫешкән булыуға ҡарамаҫтан, миллилеген нығыраҡ һаҡлап ҡала алған, тигән фекергә килдем. Төрки халыҡтар даирәһендә беҙ кейемебеҙ, этика ҡағиҙәләрен белеүебеҙ менән ҡәрҙәш милләттәрҙән күпкә алға киткәнбеҙ. Кемдер берәү әйтмешләй, беҙҙә Америка индивидуализмы һәм Европа прагматизмы көслө.
Ә бына бер-беребеҙҙе күтәрмәләү сифатының бәҫһеҙләнә төшөүенә йәмғиәтебеҙҙең ярлы һәм байҙарға бүленеүенән дә торалыр, тип уйлайым. Хәлле кешеләр ярлыраҡтар менән бергә ҡатышып йәшәргә теләмәй, уның етешһеҙлектә көн күреүенә иғтибар ҙа итмәй. Ярлыларҙың иһә, бер-береһенә бик ярҙам иткеһе килгән осраҡта ла, мөмкинлеге юҡ.
Наилә: Элекке ваҡыттарҙы, бөтә күрше-күлән үҙ-ара бер туғандар кеүек аралашып йәшәүен һағынып иҫкә алырға ғына ҡала. Хәҙер ҡоймалар шул тиклем бейек, күршенең хәлен белергә лә ҡыймайһың, ундай теләк тә юҡ. Яңы тормош шарттарына яраҡлашыу, "һәр кем үҙе өсөн" девизын алға һөрөп йәшәргә өйрәнеү барышында килеп тыуған хәл был. Йәштәр араһында ла битарафлыҡ көслө. Күптәргә милләт, рухи байлыҡ, тыуған ер төшөнсәләре бар ни, юҡ ни. Кеше үҙен уратып алған бүтәндәргә ҡарап тормош тәжрибәһе туплай, идеялары формалаша. Беҙ 25 йәшен тултырған кешегә, әйҙә, һин битараф булма, әҙерәк милләттең киләсәге тураһында уйлан, тип әйтеп, уның фекерләү йүнәлешен үҙгәртә алмайбыҙ. Тәрбиә эштәрен бала саҡтан башларға кәрәк, артабан үҫмерҙең ниндәй мөхиткә барып эләгеүен, кемдәр менән аралашыуын күҙәтеү ҙә мөһим. Ә башҡорттар араһында ярҙамсыллыҡ мәсьәләһенә килгәндә, йәштәргә тәү сиратта ололар яҡшы өлгө күрһәтергә тейеш. Йәштәрҙең аҡсалата ярҙам итергә мөмкинлеге самалы, ә бына ҙур вазифаларҙа эшләгән милләттәштәр, теләге булһа, үҙ башҡорто балаһына изге ниәттән ярҙам итеп ебәрә ала.
Ауыл еренә йәштәр ҡайтмай, бөгөн бөтәһе лә ҡалала ҡалырға тырыша. Ауылда йәшәү "мода"нан сыҡҡанғамы, әллә был хәлде башҡа берәй сәбәп менән аңлатырға мөмкинме?
Наилә: Ижтимағи-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институтында миграцион ағымдарҙы тикшерәбеҙ, алынған күрһәткестәргә ярашлы һүҙ йөрөткәндә, ысынлап та, ауыл халҡының һаны йылдан-йыл кәмей. Әгәр ҙә ауыл берәй ҡала эргәһендә урынлашмаған икән, унда йәштәр ҡалмай. Был быуындар араһындағы күсәгилешлекте юғалтыуға килтерә, георафик урынлашыу тәртибе боҙола. Икенсе күҙлектән ҡарағанда, прогресс талап иткән ҡорбан булараҡ та ҡабул итергә була быны. Ауыл кешеһенең дә сифатлы медицина ярҙамына, белем алыуға, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, эш хаҡы түләнгән урында эшләргә тулы хоҡуғы бар. Ләкин илебеҙҙә әлеге ваҡытта дөйөм ауыл хужалығы көрсөк кисерә, йәштәр ауыл ерендә ҡалғандан ғына ауылдарҙың хәле яҡшырып, яңынан йәнләнеп китер, тип уйлау дөрөҫ түгел. Был дәүләт кимәлендә хәл ителә торған мәсьәлә, ауыл хужалығы хатта иң алдынғы илдәрҙә лә иҡтисадтың дотацион өлкәһе булыуын иҫәпкә алмай булмай.
Мансур: Ауыл хужалығының көрсөккә килеп терәлеүе ауыл ерендә йәштәр булмауҙан түгел, унда әле ең һыҙғанып эшләрлек оло йәштәгеләр ҙә бар. Бында мин Канаданы миҫал итеп килтерер инем, был илдең күпселек халҡы ҡала ерендә йәшәһә лә, бөтә донъяға, шул иҫәптән Рәсәйгә лә иген һатып ята. Беҙҙә иһә, үҫтергән игенде алыусы булмағас, ерҙәр эшкәртелмәй. Кемдең бушлай эшләп, аҙаҡ үҫтергәнен һата алмай серетеп һалып ҡуйғыһы килһен? Үҙебеҙҙең фермерсылар ҙа конкурентлыҡҡа түҙә алмай, Израилдең сүллегендә үҫкән картуф беҙҙекенә ҡарағанда арзаныраҡ табаһа. Бәлки, һуңғы сәйәси ваҡиғаларҙан һуң илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тураһында уйланып, ауыл хужалығы өлкәһендәге хәлдәр ыңғай сиселеш алыр әле...
Таңсулпан: Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандың юл буйлап ултырған ауылдары бөтөнләй ауыр хәлдә булыуын күргән кеше булараҡ, мин үҙебеҙҙең хәлде бик ыңғай баһалар инем. Уларҙа ауыл йорттары ла беҙҙәге кеүек төҙөк түгел, буялмаған ҡойма һәм ҡапҡалар. Ҡайһы бер ауылдарында өс-дүрт кенә емерек йорт тороп ҡалған. Май сүлмәге тышынан билдәле, тигән кеүек, Ҡаҙағстан ауылдарында халыҡ үтә ярлы. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ауыл өйҙәре бик матур күренмәй, әммә Башҡортостандың сиген үтеү менән шундай сынъяһау, төҙөк йорттар, бөхтә ихаталар осрай башлай. Хәҙер ауыл хужалығын үҫтереү, йәштәрҙе йәлеп итеү йәһәтенән дәүләт программалары байтаҡ. Үҙем Бөрйән районынан, беҙҙә, мәҫәлән, ер алырға теләүсе йәштәр сиратта күп тора. Улар районда ер алып, уны һатырға теләп сиратҡа яҙылмаған, үҙҙәре йорт һалып, төпләнеү ниәтен ҡуйған. Тимәк, ауылдарҙа йәштәр ҡалмай, ауылдар бөтөүгә йөҙ тотҡан, тигән фекер бик үк дөрөҫ түгел.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт халҡының, бер олоно, бер кесене тыңла, тигән бик фәһемле әйтеме бар. Йәштәр менән әңгәмәбеҙҙең маҡсаты тап ошо хәҡиҡәткә таянып, милләтебеҙҙең киләсәге, йәштәрҙең рухи тәрбиәһе, йәмғиәтебеҙҙә киҫкен торған борсоулы мәсьәләләргә ҡарата алмашҡа килер быуындың уй-фекерҙәрен белеү ине. Улар ҙа йәштәштәренең рухи тәрбиәһе, башҡорт милләтенең һәм республикабыҙҙың киләсәге өсөн борсола. Быуындар араһындағы рухи бәйләнеш ололар һәм йәштәр бер-береһенең һүҙен бүлмәй тыңларға, ишетергә һәм һанларға өйрәнгәс кенә барлыҡҡа килеүен иҫәпкә алғанда, милләттәштәребеҙҙе борсоған һорауҙарға яуаптар ҙа ошо шарт үтәлгән осраҡта табылыр, моғайын.
Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА